Йыр-толпарым
Яҡын дуҫтарымды һыйларға
Умарталар тулы балым юҡ.
Тыуып үҫкән йортҡа ҡот булыр
Атайымдан ҡалған малым юҡ!
Бар байлығым минең,
бар ҡотом –
Йыр исемле толпар атҡынам!..
Шул толпарым менән
нисәмә йыл
Алыҫ сәфәрҙәргә ашҡынам.
Йыр-толпарым иҫән-һау булһа,
Ҡыуаныслы булыр юлдарым.
Хатта үҙем донъя ҡуйғас та,
Гиҙер әле илде толпарым!
1971.
Ҡайырылып ҡына ҡарайымсы
Төшлөктә, тип ҡояшыма
баҡһам,
Яҡыная икән эңерем.
Күкрәп йәшнәргә лә
өлгөрмәнем,
Уҙып ҡына бара ғүмерем.
Күпме генә күрҙем,
күпме белдем,
Күпме юлдарым бар үтергә...
Ә минуттар елә көндәремдең
Йомғаҡтарын етеҙ һүтергә.
– Туҡтап торсо, ваҡыт,
ашыҡмасы
Аҡ буранлы ҡартлыҡ иленә,
Ҡайырылып ҡына ҡарайымсы
Алыҫ ҡалған йәшлек гөлөнә!..
...Үтенесте ваҡыт ишетмәне,
Ярһый-ярһый ҡанат ҡағынды...
Ана, инде ғүмерем эңеренең
Тәүге йондоҙо ла ҡабынды.
Ҡабынды ла,
тоноҡ ҡына булып,
Шул йондоҙҙан нурҙар таралды...
Уның нурҙарынан күкрәгемдә
Һағышлы бер шиғыр яралды.
1981.
Көҙҙәр моңһоулығымы
был?
Елдәр баҡыр тараҡ менән
Ҡайындарҙың сәсен тарай,
Һары сәсле ҡайындарға,
Һары һағыш бөрккән кеүек,
Ҡояш та бик моңһоу ҡарай!
Ҡаңғылдашып китә ҡоштар,
Ебәк ҡаурыйҙарын ҡағып,
Айырылыуы, ай-һай, ауыр...
Тигән төҫлө һыңҡый улар,
Уралыма ҡат-ҡат бағып!
Моңайышып тора тауҙар,
Яманһыулап аға Иҙел...
Көҙҙәр моңһоулығымы был?
Әллә донъя хәсрәтенән
Бойоғамы минең күңел?!
Бойоға күңел, һығыла күңел
Заманалар һағышынан.
О! Донъяла минең өсөн
Ҡәҙерлерәк бер ни ҙә юҡ
Ер һәм Кеше яҙмышынан!
1970.
Яҙлыҡтырыр
көстәр бармы ни?
Гөл-сәскәләр менән тамырҙары
Араһында сиктәр бармы ни?
Ғашиҡтарҙың һағыш-хыялдарын
Бикләп ҡуйыр биктәр бармы ни?
Ил өҫтөнә төшкән хәсрәттән дә
Ауырыраҡ хәсрәт бармы ни?
Дошмандарға булған
нәфрәттән дә
Ҡөҙрәтлерәк нәфрәт бармы ни?
Үҙ халҡына һөйөү хисенән дә
Ҡәҙерлерәк хистәр бармы ни?
Хәҡиҡәтте тура юлдарынан
Яҙлыҡтырыр көстәр бармы ни?
1970.
Ғүмер ике килмәй...
Ҡояшлы ер, йондоҙло күк,
Аҡ ырыҫлы дала
Ҡасан булһа ла бер мәлдә
Һәр кемдән дә ҡала.
Донъя фани, әҙәм ғүмере –
Нәҡ бер серле йомғаҡ.
Йылдар аша ярһып-ярһып
Елеп китә йыраҡ.
Серле йомғаҡ ҡайсаҡ ҡапыл
Тағатылып бөтә,
Йә ул ҡартлыҡ тауының иң
Зыңҡыйына етә.
Ғүмер йомғаҡтары төрлө:
Кескәй йәки оло,
Шуға ҡарап тик үҙенсә
Була уның юлы.
Минең ғүмер йомғағым да
Көнө-төнө юлда,
Йылғыр тау шишмәһе һымаҡ
Гел тынғыһыҙ ул да!
Байтаҡ ҡыҫҡарғандыр инде
Ул үтәһе ара,
Оҙайтыр ҙа инем юлын,
Булһа берәй сара.
Нишләйем һуң?
Үкенеүҙән
Йәнем дауа тапмаҫ,
Серле йомғаҡ һүткән йылдар
Һис әйләнеп ҡайтмаҫ!
Ә шулай ҙа шөкөр тимен:
Көндәр эштә уҙҙы,
Һүндермәнем йөрәктәге
Шиғыр тигән ҡуҙҙы!..
Был тере ҡуҙ баҙлап-янып,
Ялҡын итте хисте,
Ошо ялҡынлы хистәрем
Йырҙарыма күсте.
Йырлап йәшәге килә гел,
Тыуған илде ҙурлап,
Хеҙмәт һөйгән кешеләрҙең
Күңелдәрен нурлап.
Шуға ашҡына йөрәгем,
Алды-ялды белмәй,
Тик аяныс: берәүгә лә
Ғүмер ике килмәй!
...Ҡояшлы ер, йондоҙло күк,
Аҡ ырыҫлы дала
Ҡасан булһа ла бер мәлдә
Һәр кемдән дә ҡала.
Донъя фани, әҙәм ғүмере –
Нәҡ бер серле йомғаҡ,
Йылдар аша ярһып-ярһып
Елеп китә йыраҡ.
Елә йомғаҡ, ә кешенең
Ерҙә балҡый эше,
Тимәк, яҡты эше менән
Үлемһеҙ бит Кеше!
1980.
Йәшәмәнем ҡулды ҡаушырып
Мин тормоштоң шау-шыуынан
ҡасып
Эҙләмәнем тынлыҡ аҡланын,
Танһығымды эштә ҡандырырға
Көтөп алдым һәр таң атҡанын.
Йолҡоп ырғыттым мин
юлдарымдан
Ғәмһеҙлектең әрһеҙ мүктәрен,
Шундай ҡомарланып һәм
сәмләнеп
Күтәрештем заман йөктәрен!
Пуля тишеп үткән аҡ ҡайындың
Толомдарын һыйпап йыуаттым,
Мәрхәмәтем, мөхәббәтем менән
Тупраҡ яраларын уңалттым.
Ихлас йөрәк, айыҡ аҡыл менән
Ҡараным мин донъя күҙенә,
Даусыл, яусыл батыр
милләтемдең
Оят килтермәнем йөҙөнә!
Үҙем атҡарырға тейеш булған
Эште бүтәндәргә тапшырып;
Кеше яҡҡан утҡа ҡыҙынып мин
Йәшәмәнем ҡулды ҡаушырып!
Йылдар үтеп, бер мәл ҡартлыҡ
етеп,
Хатта кәмеһә лә ҡарыуым,
Һәр саҡ тойормон мин
йөрәгемдә
Һөйөү көсөн, йәшлек ярһыуын!
1975.
Йылы наҙҙарыңа тилмерәм...
Донъя йәмдәренә зауыҡланып,
Шиғри хистәремдән гөл үрәм...
Әммә нисә йылдар,
әсәй, һинең
Йылы наҙҙарыңа тилмерәм.
Яҙмыш толпарымды
юрғалатып,
Үҙ һуҡмағым буйлап елдерәм,
Әммә һаман да мин,
әсәй, һинең
Ихлас һүҙҙәреңә тилмерәм.
Йөрәгемде һағыш көйҙөргәндә,
Таныш рәсемеңә үреләм...
Мин бит ғүмерем буйы,
әсәй, һинең
Тере ҡарашыңа тилмерәм!
1978.
Өндәме,
төштәме күрҙем
Бер уйлаһаң, өндә кеүек,
Берсә нәҡ төштә һымаҡ,
Шул тылсымлы донъяла мин
Зауыҡланып йәшәй инем,
Яҙғы аҡ сәскә һымаҡ.
Белмәнем мин, яҙ геләндәй,
Көҙ һәм ҡыш барлығын да,
Күрмәнем һис ваҡытта ла
Дуҫтарҙың һалҡын сырайын,
Күңелдәр тарлығын да!
Өндәме, төштәме күрҙем
Ғүмеремдең гүзәл мәлен?
Их, ул саҡҡа — бала саҡҡа
Ҡайтыр инем, онотоп бер
Донъяның бөтә ғәмен!
1970.
Тыуған тупраҡтан
мин яралғанмын...
Тыуған тупраҡтан мин
яралғанмын...
Ғәзиз төйәгем дә ошонда.
Ана шул тупраҡта ризығым да,
Ырыҫым да минең, ҡотом да!
Шул тупраҡта шатлыҡ
шарабын да,
Ҡайғы шарабын да татырмын.
Бер көн,
донъя менән хушлашҡас та,
Шул тупраҡҡа кире ҡайтырмын!
1970.