— Өләсәй, өләсәй! Ҡыҙҙар мине “Сараҡай-ҡараҡай” тип үсекләй...
Гөлсара, сорлап илап, аласыҡта мәж килгән Дилә апайҙың итәгенә ҡапланды.
— Эй, балам, шуға илайҙар тиме инде, һин уларға былай тиң: “Аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр; ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр”.
— Шунан улар үсекләмәҫтәрме?
— Үсекләмәҫтәр. Миңә лә һинең кеүек саҡта “Ҡараҡай” тиһәләр, шулай тип кенә яуап бирә инем. Ҡәрсәйемдең ошо тылсымлы таҡмағы ярҙам итә ине гел.
— И-һи-ий, өләсәй, һин ҡарамы ни? Юҡ, һин аҡ өләсәй, матур өләсәй!
— Эй, ҡыҙым, мине хәҙер генә “Ағинәй” тиҙәр, элек мин дә “Ҡараҡай” инем.
— Һөйлә әле, өләсәй, үҙеңдең бәләкәй сағыңды...
– Һөйләрмен, ҡыҙым, һөйләрмен... Тик хәҙер түгел... Ҡайҙа әле, сәсең туҙып киткән, матур итеп тарап үрәйем. Юғиһә, әсәйеңдәр килгәс, үҙеңде танымай торор, — тип өләсәһе үҙенә генә оҡшап торған ейәнсәренең ҡалын толомдарын hүтте, оҙаҡ итеп сәсен тараны, ә уйҙары уны ошо Гөлсараһы кеүек саҡтарына, аҡ томандар аръяғында ҡалған ғәмһеҙ бала сағына алып китте.
...Урамдағы ҡойма буйында, күпереп үҫкән йәшел сирәм өҫтөндә ике ҡыҙ “Һуйырташ” уйнап ултыра. Апалы-һеңлеле Динә менән Дилә ул. Әсәләре ҡушҡанды эшләп, бергә татыу ғына уйнап йөрөгән ерҙән ҡыҙҙар “һә” тигәнсә үпкәләшеп йә берәй уйынсыҡҡамы, әйбергәме тартышып, гел малайҙар менән үҫкәнгәме, тиҙ генә талашып һуғыша ла китә. Бына әле лә Динә heңлеhe Диләнең ап-аҡ ҡына йомро ташын тартып алырға теләне, теге ташҡа сат йәбешеп:
— Минеке! Бирмәйем! Ҡыҙылда үҙем таптым! — тип яу һала.
— У-у, һаранбикә... Ҡараҡай һин, ҡырағай һин! — Динә тартышты дауам итә.
— Ҡаралыр-ҡоралыр, кеше араһында торалыр, — тип апаһына бирешмәй тәтелдәй Дилә ҡартәсәһенән отоп алған һүҙҙәрен.
— Дилкә — ҡара елкә! — Динә лә уҫал.
— Ә һин аҡ елкә — ялҡаубикә!
— Ух, ҡарасман, хәҙер мин һине... — Дилә һеңлеһен ҡыуа төшә. — Тотһам, ҡара ергә бутайым, тупраҡ араһынан үҙеңде айырып та ала алмаҫтар...
Динә менән Дилә, бер туған булһалар ҙа, тышҡы ҡиәфәттәре менән дә, холоҡтары менән дә бер-береһенә тамсы ла оҡшамағандар. Динә — ап-аҡ йөҙлө, hapы сәсле, зәп-зәңгәр күҙле ҡыҙ. “Өләсәһенә оҡшаған” тип яратырҙар ине уны. Диләне — ҡоңғорт йөҙлө, ҡарағаттай ҡап-ҡара күҙле, ҡуйы-ҡара сәсле ҡыҙҙы ҡартәсәһенә оҡшатып һөйәләр.
Икеһенең дә ирҙәре һуғышта һәләк булған, үҙҙәре берәр генә бала менән ҡалған, тылдағы бөтә михнәтте бергәләп күтәргән ауылдаш тол ҡатындар ине уларҙың ҡартәсәһе менән өләсәһе. Ошо ике татыу ҡоҙағыйҙың теләктәрен үтәпме, уларҙың икеһен дә үпкәләтмәҫ өсөнмө, балаларының ғаиләһен дә ике ир баланан һуң үҙҙәренә оҡшаған ике ҡыҙ бүләк иткән Хоҙай.
Өләсәләре лә, ата-әсәһе лә, ағалары ла айырмайынса яратты был ике тубырсыҡтай ҡыҙҙы. Урамдарында уларға тиҫтер ҡыҙ балалар булмағанғамы, күрше малайҙар ҙа уларҙы үҙ уйындарынан ҡыуманы, ситкә тибәрмәне. Киреһенсә, ҡурсып торҙолар, юҡҡа-барға рәнйетмәҫкә, үсекләмәҫкә тырыштылар. Бигерәк тә бер өй аша ҡаршы йортта йәшәгән Сабир иғтибарлы булды ҡыҙҙарға. Yҙe менән hыy инергә, еләк-емешкә барғанда эйәртә ине, велосипедта йөрөргә лә ул өйрәтте, үҙе төшкәс, матайында ла ҡыҙҙарҙы ултыртып йөрөтә ине. Динә менән Дилә Сабирҙы тәүҙә ағайҙары кеүегерәк күрҙеләр ҙә, йылдар үтеү менән үҙҙәре лә үҫә килә, уға мөнәсәбәттәре үҙгәрә төштө. Егет, киреһенсә, аҙ һүҙлерәк һәм ҡырыҫыраҡ, ә ҡыҙҙар иркәрәк, наҙлыраҡ һәм серлерәк булып китте. Урамда элеккесә өсәүләп уйнамай, мәктәптән дә бергәләп ҡайтмай башланылар. Кис етһә, Динә үҙе генә клубҡа сығырға әҙерләнә башлай, Диләгә:
— Һин бәләкәй әле, һиңә ярамай. Уҡытыусылар белеп ҡалһа, — тигәнерәк hылтay табып, һеңлеһен өйҙә ҡалдырып китеү яғын ҡарай. Ә уларҙың йәш аралары ике йыл ғына бит. Диләгә шул тиклем ҡыйын. Үкереп илағыһы килә. Хистәрен һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, үҙенең хәҙер “өс таған”дың артыҡ таяуына әйләнә башлағанын ун дүрт йәшлек ҡыҙ ауыр кисерә. Тәүге һөйөү һинән рөхсәт һopaп киләме ни? Йөрәккә кемде яратырға бойороп йә өйрәтеп буламы икән? Динә aпаһы һәм Сабир араһындағы мөхәббәттең ирекһеҙ шаһиты булһа ла, аҡылы, йәне-тәне менән уларға бәхет теләһә лә, Диләнең йөрәккенәһе бирешергә теләмәне. Ул янды, үрһәләнде, ҡайғырҙы, ғазапланды, өмөтләнде, үкенде, иланы... Ләкин һөйөү үтмәне. Үтер өсөн килмәгәйне шул уға тәүге мөхәббәте... Сабир Динәгә килгәндә, Дилә уға күренмәҫкә тырыша, ҡаса, йәшенеп ҡала. “Ҡараштарыбыҙ ocpaшһa, күҙҙәремдән хистәрем түгелер, тойғоларымды һиҙеп ҡуйырҙар”, — тип ҡурҡты.
Шуға ла туғыҙынсы класты тамамлағас, унынсыға ҡалырға теләмәне, Белорет ҡалаһына уҡырға инде. “Ситтә еңелерәк булыр, миңә яҙған берәй сит егет осрар, Сабирҙы онотормон”, — тип өмөтләнде.
Тырышып уҡыны, ауылын, туғандарын өҙөлөп һағынһа ла, һирәк ҡайтырға тырышты. Ә Динә апаһы, мәктәпте тамамлағас, ситкә китергә лә, уҡырға инергә лә теләмәне. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном булып эшләй башлаған Сабирҙың кәңәше буйынса, колхоз рәйесенең сәркәтибе булып, идараға эшкә урынлашты. Бәләкәйҙән тал сыбығы кеүек сибек, ҡypcaҡ һымаҡ ҡупшы, илгәҙәк һәм сибәр ҡыҙға сәркәтип булыу ифрат килешеп тора. Ап-aҡ нескә бармаҡтары яҙыу машинкаһы өҫтөндә бейеп кенә тора, аҡҡош муйыны кеүек зифа ҡулдары ла телефон трубкаһын бик килешле тота. Яғымлы йылмайыуы, иғтибарлы мөнәсәбәте хужаға ла, рәйескә йомош менән килгәндәргә лә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә лә оҡшай. Өйҙәге, ихаталағы көндәлек эштәргә бик үк барымы булмаһа ла, Динә үҙ эшен яратып башҡара, ҡәнәғәт ине. Ә Дилә бәләкәйҙән ҡара хеҙмәткә әрһеҙ булды, ауыр күнәктәр менән һыуын да ташыны, мал да ҡарашты, һыйырын да һауҙы, хатта, ағалары ситкә китеп бөткәс, атаһы менән бесәнгә лә йөрөнө, утын да әҙерләшә ине, ә кер-иҙән йыуыу, ашарға бешереү, мунса яғыуҙы ул эшкә лә һанаманы, уйнап ҡына башҡарҙы. Әсәһе шаярып: “Шулай инде, ҡара кешенең тире сыҡҡансы, hары кешенең йәне сыға”, — тигән булыр ине.
Училищела ла, дөйөм ятаҡта ла, практика үткән дауаханала ла тырышлығы, үткерлеге, уңғанлығы менән айырылып торҙо Дилә. Уҡытыусылары уға: “Һиңә артабан уҡырға кәрәк. Һәләтең бар. Университетҡа ин”, — тип кәңәш бирәләр. Ҡыҙ үҙе лә шулайыраҡ уйлап йөрөй ине. Ләкин... Динә менән Сабирҙың туйын төш кеүек кенә хәтерләй ул хәҙер. Aпаһы менән еҙнәһе өсөн ихлас ҡыуанды, бөтә йөрәктән уларға бәхет теләне, башҡалар менән бергә уйнаны-көлдө, йырланы-бейене, ҡоҙаларҙы һыйланы. Эсенән генә Сабирҙы яратып йөрөүенән оялды. “Атайымдар, ағайымдар һиҙмәнеме икән?” — тип ҡурҡты. “Бер туған апайымдың бәхетенә өмөт һуҙған кеүек була бит, кит, ҡалай оят”, — тип үҙен үҙе әрләне, йөрәгендә ҡайнаған хистәрен ситкә ҡыуҙы, ташҡан тойғоларын оло баҫрау менән баҫтырып, күңел төбөнә күмеп ҡуйырға теләне. “Ана, улар ниндәй бәхетле! — тип ихлас һоҡланды. — Шулай инде, аҡтыр-пактыр, кеше араһында шаттыр...”
Әммә Динә менән Сабирға туйҙа теләгән аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер һәм яҡты теләктәргә тормошҡа ашырға яҙмаған икән шул. Fүмep генәһе үтә лә ҡыҫҡа булды йәш кәләштең. Ауырға ҡалғас та, йыш ҡына сирләй башланы ул: тамағына йүнләп ашай алмай, гел генә күңеле болғана йә башы әйләнә, йәки, биле тотоп, түшәккә тәгәрәй. Йәштәргә колхоз фатир биргәс, үҙе теләгәнсә уны йыйыштыра ла алманы Динә. Сабир кәләшен “өф” итеп торҙо, бер эш тә эшләтмәне. Ялға ҡайтҡан Дилә балдыҙын саҡырып, икәүләп түбәне аҡланылар, обой йәбештерҙеләр, тәҙрә рамдарын, иҙәндәрҙе буяп сыҡтылар. Динә ҡарап, кәңәштәрен биреп, үҙенсә өйрәтеп йөрөй, өсәүһенә табын әҙерләгән була.
— Һиңә хәҙер күп йөрөргә лә, артыҡ көсәнергә лә ярамай. Аш бүлмәһендә оҙаҡ булыу ҙа, буяу еҫе лә зарарлы, — тип ата-әсәһе лә, ҡәйнәһе менән ире лә, Дилә һеңлеһе лә уны ҡурсалап, өлтөрәп тopһaлаp ҙа, Динә барыбер йөклөлөгөн бик ауыр үткәрҙе.
Йәйгә Дилә фельдшер дипломы алып ҡайтыуға Динәнең әсә булырға көнө еткәйне инде. Район үҙәгендәге бала табыу йортона ла aпаһын еҙнәһе менән үҙе оҙатып барҙы ул.
Дауаханаға ваҡытында бapha ла, Динә ни өсөндөр балаһын таба алмай яфаланды. Сабир ҙа, туғандары ла табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын ялҡытып бөттө. “Ҡан баҫымы юғары. Тулғағы башҡа ҡабатланманы. Операция яһарға тура килер. Сабыр булығыҙ”, — тиеү менән сикләнде улар һораған һайын. Икенсе көндә ауылда операция ваҡытында йәш әсәнең үлеүе, сабыйҙың тере ҡалыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр таралды. Сабир еҙнәһе, меҫкен, ни эшләгәндер, ә Дилә апаһы урынына үҙе үлергә әҙер ине. Уның өсөн тормош һүнеп, ваҡыт туҡталып ҡалған кеүек булды. “Нисек?.. Ни өсөн?.. Ундай осраҡта табиптар баланың түгел, ә әсә ғүмере өсөн көрәшергә тейеш бит”, — тип үрһәләнде ул. “Бына һиңә аҡтыр-суҡтыр, кеше араһында юҡтыр... Йә, Хоҙай!..”
Бер аҙнанан улар, Сабир еҙнәһе, уның әсәһе Фатима апай hәм Дилә, дауахананан hay-сәләмәт һәм теремек кенә сабыйҙы алып ҡайтты. Фатима апай баштан уҡ: “Бер бөртөк улымдың балаһы, нәҫел ҡотом. Бер ҡайҙа ла ебәрмәйем дә, береһенә лә бирмәйем. Үҙем ҡарайым”, — тип ныҡ торҙо. Динәнең ата-әсәһе лә: “Ярай, бергә-бергә үҫтерербеҙ әле. Атаһы иҫән, нисек унан балаһын тартып алмаҡ кәрәк?” — тип ризалашты. Өфөгә университетҡа ҡабул итеү имтихандары тапшырырға китергә йөрөгән Диләнең дә ҡарары ҡырҡа үҙгәрҙе. “Быйылға ауылда ҡалам, апайымдың балаһын ҡарашам. Фельдшер Фәриҙә апай күптән хаҡлы ялда булha ла, кеше булмағанлыҡтан ғына эшләп йөрөй. Уның менән һөйләштем дә хәл иттем инде”, — тине ул туғандарына ҡәтғи рәүештә.
Әсәһенең күкрәк һөтөн ауыҙ ҙа итә алмай етем ҡалған малайға Мираҫ тип исем ҡуштылар. Дилә ауыл фельдшерының патронаж бурыстарын үтәп тә, туғанлыҡ тойғоһона, ҡан тартыу көсөнә буйһоноп та кескәй Мираҫ янына көн һайын йөрөнө. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итте, йүргәк, кейем-һалым haтып алып килде, уйынсыҡтар ташыны, бала сирләгәндә эргәһенән китмәй таңдар уҙғарҙы. Мираҫ та уны таный, ынтылып тора, Диләнең ҡулынан төшмәй, ул ҡайтырға кейенә башлаһа, илап аптырата. Фатима апай менән Сабир ҙа, Дилә бер көн килмәһә лә, көтә, борсола башлайҙар. Ә Диләнең әсәһе төпсөк ҡыҙының яҙмышы өсөн хәүефләнә:
— Ниңә кистәрен клубҡа булһа ла сыҡмайһың ул? Тыумай ҡартайып ней... Тиҫтерҙәрең кейәүгә сығып бөтөп бара. Ә һин Фатиманан ҡайтып инмәйһең... Кит, улай килешмәй. Кеше әллә нимә һөйләп сығарыр... – тип һөйләнеп ала.
Дилә өндәшмәй. Шул шалҡан кеүек ап-аҡ малайҙы көн дә күргеһе, ҡулына aлғыһы, бәпес еҫен еҫкәгеһе килеп тик тора бит.
Сабирҙың да ҡайғыһынан йыш ҡына “төшөрә” башлауын күрә, эскән сағында яңғыҙ ҡатындарға ла инеп сығыуын яҙа-йоҙа ишетеп ҡала ул. Ҡайһы бер көндәрҙә ауыр көрһөнөп, Диләгә моңһоу ҡараштары менән оҙаҡ итеп төбәлеп китеүе, тәмәке тарта-тарта ихатала утынлыҡта уйланып ултырыуҙары ҡыҙҙың йөрәген телгеләй. Еҙнәһенең yғa ниҙер әйтергә теләүен, ләкин һүҙ башларға ҡыймауын да һиҙеп йөрөй аҡыллы ҡыҙ. Әммә үҙе шул һүҙҙән ҡурҡа, еҙнәһе менән һөйләшеүҙән ҡаса, икәүҙән-икәү ҡалырға теләмәй. Ул арала Мираҫ ултыра башланы, баҫты, атлап китте, теле асылды. Былар барыһы ла Диләнең күҙ алдында һәм уның ярҙамы менән тормошҡа аша торҙо. Гел генә аҡ халатта күреп өйрәнгәнгәме, малай:
— Апай! Аҡ апай! Ағапай килде! — тип эләгә-тәгәрәй ҡыҙҙың ҡаршыһына йүгерә ине. Ошо эскерһеҙ, бер ҡатлы гонаһһыҙ сабыйҙың теләгенә ҡаршы сығырғa берәүҙең дә көсө етмәне. Бер сирләп тә, мыжып та торған көндә Мираҫ еңмешләнеп:
— Ағапай ҡайтмаһын, беҙҙә ҡалһын. Мин уның менән йоҡлайым... Миңә ағасәй булһын, — тип дау күтәрмәһенме!
— Эйе шул... Ҡал, Дилә, — Сабирҙың тауышы ла, ҡарашы ла ялыныслы ине.
Нисәмә оло кеше әйтә алмай йөрөгән һүҙҙәрҙе әйтте бит өс йәшлек бала! Күпме кешенең күңелендәге ауыр йөктө алып ташланы...
Ҡалды Дилә, ләкин ҡатын һәм килен булып түгел, әсәй булып... “Мираҫ һауыҡҡансы”, — тип кенә. Тиҙ генә эшенә барып килә лә көндәр буйы сирле бала янында була, дауалай. Уколдар яһай, ашата, эсерә, йыуындыра, ә төндәрен, Мираҫты ҡосаҡлап, бәләкәй һәм тар бала карауатына ята. “Ни эшләнем мин? Атай-әсәйем ни әйтер? Ауыл халҡы нимә һөйләйҙер инде?” Ни тиклем ғазаплы уйҙар, утлы hopayҙap ҡоршауында ҡалды Дилә.
“Еҙнә” тип бер ҙә өндәшкәне булманы уның Сабирға. Өлгөрмәне лә инде: Динә менән Сабир бер йыл да йәшәмәне. Бала саҡтан дуҫ булып, бергә үҫкән һәм әле лә өҙөлөп яратҡан кешеңә “еҙнә” тип әйтеп буламы ни?! Юҡ, теле әйләнмәй Диләнең. “Апай менән еҙнә түшәге...” Әле генә бөтә зәһәрлеге, бөтә тәрәнлеге менән барып етте ҡыҙҙың мейеһенә генә түгел, ә йөрәгенә был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе. Уның зиһене таралды, бәғерҙәре өҙөлдө...
Ошондай ғазаплы уйҙар менән ике төн үтте. Был билдәһеҙлек күпмегә һуҙылыр ине икән, әгәр бер иртәне Дилә Сабир ҡосағында уянып китмәһә? Тынғыһыҙ эшендә лә арып, өйҙә лә сирле бала менән йонсоп киткән, икеле-микеле уйҙар менән зарыҡҡан ҡыҙ был төндә Сабирҙың нисек улар янына килеп баҫҡанын да, уны нисек күтәреп, үҙе янына йоҡо бүлмәһенә алып сыҡҡанын да һиҙмәне... Әллә һиҙмәмешкә һалышты ғына микән?..
— Ағапай миңә ағасәй буламы?
Байтаҡ ваҡыт Мираҫ Диләне ағасәй тип йөрөттө. Үҫә килә башҡа балаларҙан ишетепме, әллә һеңлеһенең теле лә унан күрмәксе “ағасәй” тип асыла башлағанғамы, яйлап “әсәй”гә күсте.
Эйе, атаһы менән aғаcәhe уға ҡараҡай ғына һеңле алып ҡайтҡан саҡта, Мираҫ дүрт йәшлек ағай ине инде. Ә бер йылдан Айгөл һеңлеһенән сәңгелдәген ҡап-ҡара малай Булат һалдырып алды. Мираҫ уларҙы яратып, ихлас ҡарашты, хәстәрлекле һәм ярҙамсыл ағай була белде. Ләкин бер ҙә: “Ниңә улар ҡара, ә мин аҡ?” — тип һораманы. Бәлки, Фатима ҡартәсәһе аңлатҡандыр, ә, бәлки, cерҙe сисергә берәү ҙә баҙнат итмәгәндер. Ихтимал, кәрәге лә булмағандыр, форсаты ла сыҡмағандыр.
Эсергә әүәҫләнеп барған Сабирҙың араҡыны нисек ташлауын үҙе генә белә Дилә. Ә “Ағапай” ауылдаштары өсөн ысын мәғәнәһендә изгелекле аҡ фәрештә булды. Медицина ярҙамы ғына түгел, тел ярҙамы ла, ҡул ярҙамы ла күп тейҙе уның кешеләргә.
Егәрле һәм баҫалҡы килен, хәстәрлекле hәм яғымлы әсә, белемле hәм уңған фельдшер, аҡыллы hәм тоғро ҡатын, изге күңелле һәм сабыр ҡәйнә, ихлас туған hәм ышаныслы дуҫ, йомарт күрше булараҡ, төплө кәңәштәре, көләс йөҙө, тәмле теле менән кешеләрҙең йәнен дауалаһа, шифалы, еңел, йомшаҡ ҡулдары менән тән сырхауҙарын йүнәлтте. Ул дарыуҙың һәм доғаның көсөн башҡа хәмер яратыусылар ҙа үҙ елкәһендә татыны.
Эйе, олоғая килә Ағапайҙан Ағинәйгә әйләнде Дилә. Дингә ылыҡты. Yҙаллы Ҡөрьән өйрәнә башланы. Әруахтар, бигерәк тә апаһы рухына арнап аяттар уҡый. Уға исеме менән өндәшкән кеше лә һирәк хәҙер. “Ағапай” ҙа” “Ағинәй”. Сабир ғына уны яратып “Ҡарас” тип йөрөтә. Дилә лә үҙен тормошонан, балаларынан, иренән, эшенән ҡәнәғәт, бәхетле ҡатын тип иҫәпләй. Ләкин Сабирҙың уға бер ҡасан да “яратам” тип әйткәне булмағас, ҡайһы саҡтарҙа күңеле hыҡрап ҡуя. “Мин бәхетлеме һуң? Ә Сабир? Апайым рухы рәнйемәйме икән? Сабир мине яратамы?” — тип үҙәктәре өҙөлә уның йыш ҡына. Ә һөйөү һүҙҙәре мотлаҡ ҡысҡырып әйтелергә тейешме hyң? Иренең гел генә бәхетле йылмайыуҙан ҡояштай балҡыған йөҙө, яғымлы haғыш та, бөткөһөҙ наҙ ҙа сағылған күҙҙәре һөйләмәйме ни барыһын да? Ана ниндәй донъя ҡорҙо улар, ә ниндәй балалар үҫтерҙеләр: Айгөл менән Булат, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ҡалала төпләнде, үҙ ғаиләләре бар. Мираҫ ҡына атаһы менән әсәһен, ауылын ҡалдырып китә алманы. Ауыл хужалығы университетын тамамлап, шунда уҡ өйләнеп ҡайтты ла, бер ихатала ҙур өй һалып, ата-әсәһе янында йәшәй...
— Ай, әттәгенәһе, төш еткән бит, балам, ҡана, ашты һоҫайыҡ, самауырға күмер өҫтәйек, — Дилә, уйҙарынан бүленеп, һикереп торҙо.
— Өләсәй, мин ҡыҙҙарға “Аҡтыр- суҡтыр, кеше араһында юҡтыр”, — тип кенә әйтеп киләйем улайһа, үсекләшмәһендәр бүтәнсә, — тип тәтелдәне Гөлсара.
— Юҡ, балаҡайым, әйтмә! Бер ҡасан да берәүгә лә улай тип һамаҡлама, йәме...
— Ҡара-аас! — Ah, Сабирҙың тауышы. — Мин ҡайттым. Сәйең әҙерме? Мираҫ баҫыуҙа, станда төшкө ашҡа ҡалды. Ә мин элеваторға килешләй генә... Һинең самауыр сәйеңде эсмәһәм, бынау эҫелә баш ауырта башлай, — Сабир ҡулын йыуа-йыуа һөйләнде.
— Минең сәйем дарыуҙан да шифалыраҡ шул, — Дилә иренә һөйөп ҡарай. Сабирҙың ҡарашы осҡонланып китә:
— Машинам бензинһыҙ йөрөй алмаған кеүек, мин һинһеҙ... әй, һинең сәйһеҙ йәшәй алмайым...
Уның мөхәббәт һәм бәхет тулы күҙҙәре оялсан һөйөп ҡарай...