Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айышы ла, ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла бар
Айышы ла, ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла бар Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханала башҡорт әҙәбиәтен пропагандалау буйынса методист булып эшләгәс, күп кенә ҡәләм тибрәтеүселәрҙең исем-шәрифе миңә яҡшы таныш. Зөфәр ағай Толомғужиндың исеме лә иғтибарымдан ситтә ҡалманы.
Яҙғандары менән күңелемде арбап, иғтибар үҙәгендә булғас, республика гәзит-журналдарында баҫылған хикәйә, публицистик мәҡәләләрен уҡып барҙым. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында “Йәшлек” гәзитендә “Выждан ғазабы”, “Ирекле каторжан”, “Айыуҙар...” тигән хикәйәләрен ентекләп уҡып сыҡҡас, әҫәрҙәрҙең уҡыусы күңеленә хуш килеп, уны уйландырырға, тетрәнергә мәжбүр итәсәгенә инандым.
Әҙәбиәт донъяһында ҡайнаған кеше булараҡ, яҙыусының әҫәренә күтәрелгән проблемаларҙың актуаллегенән, художестволы образлылыҡ, тел-стиль, сюжет-композиция үҙенсәлектәренән сығып баһа бирҙем. Хикәйәләрҙең сюжет эстәлеген бер-ике һүҙ менән әйтеп була. Мәҫәлән, “Выждан ғазабы” ит изгелек – көт яуызлыҡ тигән мәҡәлде, “Ирекле каторжан” – ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара тигән әйтемде үҙ эсенә алған. Былары — минең шәхси фекерем. Ә яҙыусының хеҙмәтенә баһаны әҙәбиәт һөйөүселәр бирә.
Авторҙың “Йәнем йәрәхәте” исемле китабына айырым туҡталып үткем килә. Исеме үк әҙәбиәт һөйөүсене ҡыҙыҡһын­дырҙы. Китапхананан уҡыусылар: “Йәне йәрәхәтле авторҙың әҫәрҙәре уҡымлылыр, моғайын”, – тип китапты алып киттеләр. Кире килтергәндә “Серле йомғаҡ”, “Выждан ғазабы”, ‘’Тәғзимә ҡарағайы” кеүек хикәйәләренең дауамын яҙмаҫмы икән?” тигән фекерҙәрен белдерҙеләр.
Яҙыусының повесть-хикәйәләре тор­мош­санлығы менән уҡыусыны уйлан­дырған, ышандырған... Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән мауығыусылар араһында ла “йүкә” телефон әүҙем эшләйҙер, шул көндән әҙиптең хеҙмәт емеше ҡулдан-ҡулға күсә башланы.
Беҙ, китапхана хеҙмәткәрҙәре, матбуғат биттәрен байҡап барған кешеләр булараҡ, тәжрибәбеҙҙән сығып, ошоларҙы әйтә алабыҙ: әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар, өмөтһөҙҙәргә йәшәү дәрте биреп, күңел түрендә илһам уятып, дөрөҫ йәшәүгә йүнәлеш бирә икән, автор юғары сифатлы, юғары художестволы, тәьҫирле әһәмиәтле хеҙмәт ижад иткән.
Яҙыусы Зөфәр Толомғужиндың “Йәнем йәрәхәте” тигән китабының ошондай талаптарға яуап биреүенә инандыҡ, таланттың яңы әҫәрҙәр яҙып ҡыуандыры­уын көтә башланыҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең күңел түрен яулаған әҙибебеҙ 13 йыл дауамында әҙәбиәт донъяһында күренмәне. Ниһайәт, 2010 йылда “Олатайҙар юлынан” тигән китабы беҙҙең китапханаға килеп етте. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп уҡылды. Китаптың презентацияһын үткәргәс, “сәйерерәк” ғәҙәтле ағайыбыҙҙы күреп һөйләшеп, аңлашырға ла тура килде.
Оҙаҡ йылдар дауамында юғалып тороуының сәбәбе уның һуңғы йылдарҙа ғилми хеҙмәт менән шөғөлләнеүендә икән. “Мин танылыу ҡаҙаныуҙы, популярла­шыуҙы маҡсат итеп ҡуймайым, уҡыусыма тәҡдим иткәндәремдең тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булыуын хәстәрләйем”, – тине ул. Һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Баҫалҡы ғына йөрөп, ифрат ҙур эштәр башҡарған икән ул!
Интуитив тойомлау һәләтенә эйә булған аҡыл эйәһе, республикабыҙ Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә ауылдарҙа нәҫел-нәсәпте барлау, тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында Шәжәрә байрамдары үткәрелә башлағас, хәстәрлекле әҙип нәҫел зыялыларына ярҙамға килеп, 460 биттән торған “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” исемле китабын “Ғилем” нәшриәтендә сығарып та өлгөрә.
Ваҡытлыса әҙәбиәт донъяһынан китеп торған автор был китабы менән респуб­ликаның һигеҙ районында нәҫел-нәсәп бәйләнешен өйрәнә башлауға йүнәлеш бирә. Үҙенең башҡарған хеҙмәтенең тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле икәнлеген белеп-күреп йөрөгән шәхес Күгәрсен, Федоровка, Иглин, Нуриман, Ейәнсура, Архангел райондары ауылдарында мәғлүмәттәр йыя һәм 2009 йылда ошо китабының икенсе өлөшөн, 2012 йылда өсөнсөһөн сығара.
Республика кимәлендә үткәрелгән шахмат ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған яҙыусының өлгөрлөгөнә ғәжәп итеп тә ҡуяһың. Йылына ике китап сығарған сағы ла була уның. 2012 йылда шәжәрәгә арналған китабының өсөнсөһөн нәшер итеү менән бер рәттән, күләмле роман ижад итеү өҫтөндә эшләп, “Йәнем йәрәхәте” романының “Торналар талпынған еркәйем” исемле беренсе китабын Салауатта нәшерләй.
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең көньяҡ-көнбайыш төбәге буйынса рәйес урынбаҫары булараҡ, республиканың экологияһына арнап үткәрелгән йыйылыштарҙың барыһында ла әүҙем ҡатнаша. Берҙәмлек күрһәткән хәлдә генә, быуындан быуынға тейелгеһеҙ булып тапшырылып килгән шихандарҙы һаҡлап буласағын сағылдырып: “Беҙҙең көс – берҙәмлектә”, “Торатау – тәбиғәт ҡомартҡыһы” тигән китаптарын бер-бер артлы нәшерләтә.
Әҙәбиәт йылында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең роман, повесть, хикәйәләрҙән торған “Йәшәлмәгән ғүмер” исемле китабын сығарыуы айырыуса илһамландырып ебәрә авторҙы. Ул үҙенең 75 йәшлек юбилей йылын “Йәшәү өсөн көрәш” китабы менән ҡаршыланы.
Был йыйынтыҡта авторҙың көнүҙәк темаларҙы сағылдырған илленән артыҡ тәрбиәүи мәҡәләһе тупланған. Китаптың инеш һүҙендә автор: “Илле биш йыл дауамында ун ике район гәзитендә йөҙләгән мәҡәлә баҫтырғанмындыр, әле был китапта, уҡыусым, һинең хөкөмөңә шуларҙың ундан бер өлөшөн генә бирәм”, — ти. Эйе. Иғтибарлаһаң, Зөфәр Толомғужин — публицистика жанрында әүҙем эшләгән шәхес.
Нуриман районының “Яманйылға” леспромхозында эшләгәнендә төбәктең тәбиғи мөхитен ҡурсалап, төп байлыҡ — урманды рациональ файҙаланыу кәрәклегенә баҫым яһап, “Ҡыҙыл шишмә” гәзитендә өҙлөкһөҙ сығыш яһай һәм, абруй ҡаҙанып, 1976 йылда ауыл хәбәрселәренең съезына делегат итеп һайлана.
Шәжәрә китабына мәғлүмәттәр йыйып йөрөгәнендә лә Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Ишембай, Асҡын, Нуриман, Иглин, Федоровка районы гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе була. Тәжрибәле публицистың “Йәшәү өсөн көрәш” китабындағы мәҡәләләре тәьҫирле лә, уҡымлы ла. Һәр мәҡәлә эстәлеге менән ҡыҙыҡһыныу уята. Академик Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, китапта фекер йөрөтөү өсөн айышы ла, ҡыҙығы ла, ҡыҙғаныс урындары ла етерлек. “Ғүмерҙәр үтә икән ул...”, “Тормош юлымдан һабаҡ ал, йәғни теге 20 йыл әрәмгә үтмәгән булһа?!” тигән мәҡәләләре, аңды томалаусы эскелектең кешелек донъяһына ҡот осҡос зыян килтереүен уйлай белгәндәргә фәһем алырлыҡ итеп һөйләһә, “Таңды ҡаршылаусы”, “Тырыш­ҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, “Кеше күңелен матурлаусы” тигән һүрәтләмәләре маҡсат ҡуйырға, тырыш, ныҡыш хеҙмәт менән шөғөлләнергә, шәхси бәхетте табып, нәҫел-нәсәп ҡалдырып, кешелеккә тоғро булып йәшәргә өндәй.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге пре­мияға тәҡдим ителгән был китапта милләтебеҙҙең үҙаңын уятыуға, туған телде, мәҙәниәтебеҙҙе, тәбиғәтте ҡурсалауға ҡоролған мәҡәләләр ҙә ҙур урын алған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779