Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табын ырыуы хаҡында
Табын ырыуы хаҡындаӨфөлә“Матбуғат донъяһы” нәшриәтендә табын ырыуы вәкилдәренең IV съезы документтары һәм материалдары тупланған “Беҙ — табындар” китабы донъя күрҙе.
Унда форумдың ҡыҫҡаса стенограммаһы, тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаевтың “Башҡорт этносында табын ҡәбиләһенең роле” исемле доклады, делегаттарҙың сығыштары һәм тәҡдимдәре, шулай уҡ съездың резолюцияһы һәм башҡа документтар урын алған. Йыйынтыҡтың авторы һәм төҙөүсеһе — билдәле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Нияз Сәлимов.
“Табындарҙың күренекле шәхестәре” бүлегендә башҡорт халҡын республиканан ситтә танытҡан арҙаҡлы мәғрифәтселәр, ғалимдар, яҙыусылар, хәрби етәкселәрҙең исемдәре бирелгән. Улар араһында Ғәли Соҡорой, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Мәжит Ғафури, Муса Мортазин, Абдулҡадир Инан, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Жәлил Кейекбаев, Әнғәм Атнабаев бар.
Китаптың эске яғында башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән Мөхәмәт Алсынбаев, Ғиндулла Шәйәхмәтов, Спартак Ильясов һәм Фәнзил Сыңғыҙовтың фотоһүрәттәре ҡуйылған.
Ирек Кинйәбулатовтың һүҙҙәренә яҙылған “Табындар йыры”, Мәүлит Ямалетдин һәм Фәрғәт Ҡотлобаевтың шиғырҙары, шулай уҡ IV съездан һәм йәй көнө Архангел районында үткән Табын йәштәре фестиваленән фотоһүрәттәр — быларҙың барыһы ла Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған китапты һиҙелерлек байытты.
Бөгөн табын ырыуы вәкилдәре Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Ҡариҙел, Тәтешле, Ауырғазы, Дәүләкән, Әбйәлил, Салауат һәм башҡа райондарҙа, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләрендә һәм Татарстандың Мөслим районында йәшәй.


Автор: Ә. ФӘЙЕЗОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781