Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге мөхәббәт...
Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге мөхәббәт...Беҙҙең поезд бер станцияла туҡтаны. Вагон тәҙрәһенән ҡарап ултырам.
– Кәрзинде өҫтәлгә ҡуйһам, нисек булыр? – тигәнгә әйләнеп ҡараһам, гөлләмә тулы кәрзин тотҡан бер ир миңә өндәшә икән.
– Әйҙә, улайһа.
Кәрзиндәге рауза сәскәләре күҙҙең яуын ала.
– Ҡустым, сәскә һатаһыңмы әллә? – тип һораным.
– Юҡ, үҙем әле генә һатып алдым.


Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кеше ине юлдашым. Ул да мин йәшәгән нефтселәр ҡалаһына ҡайтып бара икән.
– Был тиклем сәскәне ҡайҙа алып бараһығыҙ?
– Ҡатыныма бүләк– 45 рауза тыуған көнөнә.
– Бәхетле ҡатын. Нисә йыл бергә йәшәйһегеҙ?
– Өс ай торабыҙ, ә уны белгәнемә 26 йыл.
Оҙон юлға сыҡһа, кеше ниңәлер осраҡлы ғына тап булған юлдашына бер кемгә лә әйтмәгән ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп ташлай ҡайһы саҡта. Шулай итеп, Фәрит исемле был ир асылып китеп, үҙенең тормошон бәйән итте.
– Мин үҙем ауыл малайы. Нефтсе булырға хыялландым. Ҡалаға килеп нефтселәр әҙерләүсе техникумға уҡырға индем, – тип һөйләй башланы юлдашым. – Көҙгө бысраҡ юл. Бер соҡорҙо аша сығам тигәндә, тайып ҡоланым, кепкам осоп китте. Янымда ғына көлгән тауыш:
– Бир ҡулыңды, егет, – ти.
Нескә генә билле ҡыҙыҡай мине тартып торғоҙҙо, кепкамды ла алып бирҙе. Шулай таныштыҡ Фаягөл менән. Ул да ауылдан килеп, Яһалма күн фабрикаһына өйрәнсек булып урынлашҡан икән. Бер күреүҙән оҡшаттым мин уны. Биленә төшөп торған толомдары, шаян ҡара күҙҙәре мине әсир итте. Осраша башланыҡ. Уҡыуҙы тамамлауға мине әрмегә алдылар. Хат яҙышып торҙоҡ. Ҡайтып, нефть быраулаусылар бригадаһына эшкә урынлаштым, ятаҡта йәшәйем. Бер аҙ эшләп аяҡҡа баҫҡас, өйләнергә иҫәп, ныҡ яратам Фаягөлөмдө. Бригадир ағай ял көнө баҡсаһында ярҙамлашырға саҡырҙы. Ҙур өй, ихата иркен, артта йылға буйында баҡса.
– Фәрит, һин яҡшы егет, тырышһың, миңә бик оҡшайһың. Минең бер бөртөк кенә ҡыҙым бар, һине кейәү итергә ине, – тине миңә бригадир.
Ҡыҙы Лилиә зәңгәр күҙле, бөҙрә сәсле, матур ғына. Ул дарыуханала эшләй, үҙе айырым бер бүлмәле фатирҙа йәшәй икән. Эш бөткәс, уны оҙатып ҡуйҙым.
Бер көн вахтанан ҡайтып килгәндә автобустан төшһәм, Фаягөлдө күреп ҡалдым. Ул бер егет менән ҡулға-ҡул тотоношоп һөйләшеп тора ине. Аҙаҡ уны сикәһенән үбеп хушлашты, егет автобусҡа ултырып китте. Фаягөл яҡынлашып килгәнемде күреп, ҡаушап ҡалғандай булды.
– Кем ул?
– Бер таныш егет, электән беләм, – ти.
Күңелдә шик тыуҙы. Тимәк, Фаягөл миңә тоғро түгел...
Туҡта, былай булғас, тинем дә Лилиә менән осраша башланым. Шулай ике ҡыҙ араһында йөрөйөм. Фаягөл ниҙер аңлатырға тырыша, мин аҡланыуҙарын ҡабул итмәйем.
Бригадир мине йыш ҡына үҙҙәренә саҡыра башланы, мунса инәбеҙ. Бер көн Лилиә янында ҡунып ҡалдым...
Гөрләтеп туй үткәрҙек. Оҙаҡламай мастер булып киттем. Тормош етеш ине. Ҡатыным бик ипле, тәрбиәле булды, ике бала үҫтерҙек. Тик йәшләй ауырып донъя ҡуйҙы. Балалар ҙурайғайны инде. Туғандар, дуҫтар яңы ҡатын димләй башланы. Бер саҡ телефондан таныш тауыш миңә өндәшә:
– Сәләм! Хәлдәрең нисек? Был Фаягөл, – ти. – Әйҙә осрашайыҡ, – тип тә өҫтәне.
Бер кафела күрештек. Ул элеккесә һылыу, бер ҙә үҙгәрмәгән, буй-һыны зифа. Ире автопаркта эшләй, ике ҡыҙҙары бар икән.
– Теге юлы автобус туҡталышында һин күргән йәш кеше әхирәтемдең егете ине. Улар өйләнеште, – ти Фаягөл. – Фәрит, мин һине онота алманым бит, беренсе мөхәббәтем һин. Ирем барыһын да белә, гел генә берәй нәмә булһа: “Ана, һинең Фәритең...” — тип мине рәнйетә...
Ҡатындың күҙҙәренән йәш тәгәрәне.
– Беҙ һинең менән ниндәй бәхетле булыр инек, – тип өҫтәне.
– Һинең ирең, балаларың бар, һуң инде ул турала һөйләшеү, – тинем хушлашҡанда...

***
– Һуңынан Фаягөлгә өйләндегеҙме әллә? – тип һораным юлдашымдан.
– Эйе. Ире менән асыҡтан-асыҡ һөйләштем. Беренсе мөхәббәт, бер- беребеҙҙе яратабыҙ, тинем. Аңланы шикелле, беҙҙең теләккә ҡаршы килмәне.
– Ә балалар?
– Уның бер ҡыҙы — кейәүҙә, икенсеһе институтта уҡый. Әсәләрен йәлләгәндәрҙер, тормошо шәптән булмаған бит. Минең балалар риза, өйлән, тинеләр. ЗАГС-ҡа индек, ресторанда туй үткәрҙек. Мин ниндәй бәхетле, апай! Беренсе мөхәббәтемде ҡайтара алдым. Тиҙҙән мин уны Мысырға алып китәм, – тип дәртләнде ир кеше.
“Ваҡытында бер-береңде аңлай алмай, юҡҡа ғына үпкәләүҙән күпме яратышҡан йәш йөрәктең юлдары айырыла. Мәңге бергә була алмай аңҡы-тиңке булып аҙашып йөрөйҙәр”, – тип уйланым.
Бер нисә йыл үтеп китте. Ҡала паркынан китеп барам.
– Апай, һаумыһығыҙ! – тигән тауышҡа туҡтаным. Ҡараһам, Фәрит йылмайып тора. Янында 4 йәштәр тирәһендәге малай бар.
– Бына ейәнемде паркка алып килдем, – ти.
Мин:
– Әйҙә, ултырып торайыҡ, – тим. – Фаягөл ни хәлдә?
– Һөйгәнең менән бергә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ икән. Мысырға, Төркиәгә, Кавказға сәйәхәт ҡылдыҡ. Ике бүлмәле фатир һатып алып, уның исеменә яҙҙырҙым. Машина алып бирҙем, уны йөрөтөүгә уҡып танытма алды.
– Афарин, былай булғас, – тим.
– Әммә бәхетебеҙ оҙаҡҡа барманы шул, апай. Бер көн командировканан ҡайтһам, өй буш. Ҡатын әйберҙәрен, яңы йыһаздарҙы алып күсеп киткән. Аптыраным был хәлгә. Шылтыратһам, телефонын алмай. Бер аҙна ваҡыт үткәс, ишеттем: элекке иренә кире ҡайтҡан икән. Аҙаҡ фатирҙы яңынан минең исемгә күсерҙе. Биш йыл тигәндә юлдарыбыҙ йәнә айырылды.
– Ниңә киткән?
– Ни өсөндөр балаларымды баштан уҡ үҙһенмәне. Элекке ҡатыныңдың фотоларын юҡ ит, балаларың йыш килмәһен, тип юҡ-бар сәбәп тапты. Үҙенең дә ҡыҙҙарын яҡынлатманы, гел үҙе генә барып йөрөнө уларға. Ире һаман яңғыҙы булған, икенсегә өйләнмәгән.
– Хәҙер ни эшләйһең инде?
– Ҡатын-ҡыҙға ышаныс бөттө хәҙер, яңғыҙ торам. Әле кисә генә ул телефоныма “Миңә ҡыйын, мин бәхетһеҙ...” тигән смс-хәбәр ебәргән.
Ә мин уға: “Үҙең һайлаған яҙмыш”, – тип яҙҙым. Телефондың номерын да алмаштырҙым.
Ейәнен етәкләгән Фәрит аллея буйлап китте. Мин оҙаҡ уйланып ултырҙым. Бына яҙмыш, ҡатын-ҡыҙҙы аңла инде.
Ә ҡолаҡта йыр яңғырай: “Мөхәббәтем, тәүге мөхәббәтем” йыры ишетелгәндәй... Һин ҡайҙарҙа ҡалдың аҙашып?!.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779