Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағыныу – ул һөйөү билдәһе
Һағыныу – ул һөйөү билдәһеКүптән түгел “Башҡортостан” гәзитендә Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән күренекле яҡташыбыҙ, ғалимә һәм әҙибә Земфира Сәхипова хаҡында “Атай васыяты” тигән мәҡәлә донъя күргәйне, геройыбыҙҙың ижады хаҡында белешеп, мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.
Земфира Сәхипованың балаларға тәғәйенләнгән һәм лирик шиғырҙары “Аманат”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында һәм “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә баҫылып тора. Уның “Ҡуяндар хәйлә ҡорған” (балалар өсөн шиғырҙар), “Нимә иң матур нәмә?” (рус һәм башҡорт телдәрендә), “Күк япраҡтар” (рус классиктары әҫәрҙәренә тәржемә), “Йәшлекте лә була оҙайтып” (лирика), “Тыуған ерем – туған телем” (балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, мәҫәлдәр, йомаҡтар) тигән китаптарына ингән әҫәрҙәрен әҙәбиәт һөйөүселәр ҡыуанып ҡабул итте. Яҡташыбыҙ – тиҫтәләрсә кластан тыш уҡыу китаптары һәм дәреслектәр авторы. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: “Бәләкәй комплектлы мәктәптә рус теле уҡытыу” (Ленинград “Просвещение” нәшриәте, 1984 йыл), “Күп телле ғаиләлә аралашыу телмәре” (рус телендә, Өфө, “Китап” нәшриәте, 1999 йыл), “Башҡорт мәктәптәрендәге рус теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү” (авторҙаш, Өфө, “Китап” нәшриәте, 1995 йыл), “Рус-башҡорт уҡыу-уҡытыу һүҙлеге” (авторҙаш, Өфө, “Китап” нәшриәте, 2009 йыл).
Күптән түгел абруйлы яҡташыбыҙ Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздарына ҡабул ителде. Земфира Сәхипованы ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, әҙәбиәт һөйөүселәргә уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Гөлфиә ЮНЫСОВА.


Еҙ ҡурайым

Башым баҫып, күҙҙәремде йомоп,
Тыңлайым да ҡурай моңдарын,
Ҡайтам тағы тыуған яҡтарыма,
Күңелемдән урап юлдарын.

Ҡурай уйнай. Һандуғасым йырлай,
Иген баҫыуҙарым сайҡала.
Йомшаҡ елем иҫә. Аяҙ күктә
Йондоҙҙарым итә тантана.

Мин тыңлайым. Ҡурайым моңонда
Халҡым яҙмышының зәһәре.
Киң Уралым, батыр Салауатым –
Тарихтарҙың хәүеф-хәтәре.

Ҡурай тиһәм, башҡорт күҙ алдымда,
Ҡурайһыҙ ҙа башҡорт бар микән?
Халҡым менән йәштәш ҡурайҡайым
Ғүмер баҡый бергә көн иткән.

Һағыныуҙарыма үкенмәйем

Һағыныуҙарыма үкенмәйем,
Һағынып һөйләр бала сағым бар.
Аҡҡан йылғам, һайрар ҡоштарым,
Урал тауым, бөҙрә талым бар.

Һағыныуҙарыма үкенмәйем,
Һағынырлыҡ Тыуған илем бар.
Йүгереп үҫкән ерем, туған телем,
Мәңге атыр сәскән гөлөм бар.

Һағыныуҙарыма үкенмәйем,
Һағынып тыңлар ҡурай моңом бар.
Йән-дуҫтарым, йәштәш, ололарым,
Илһам бирер кәңәш-ҡором бар.

Һағыныуҙарыма үкенмәйем,
Һағынып һөйләр Аҡбуҙатым бар.
Аҡбуҙатта елгән, дошман еңгән
Башын эймәҫ ғорур халҡым бар.

Һағыныуҙарыма үкенмәйем,
Һин көтәһең, һине көтәләр.
Һағыныу һарғайтмай, дөрөҫ түгел,
Һағынғанда өмөт өҫтәлә.

Һағыныуҙарыма үкенмәйем,
Һағыныу – ул һөйөү билдәһе.
Һағышымды, барлыҡ булмышымды
Халҡым шул һөйөүгә тиңләһен.

Дуҫлыҡ күпере

Дүрт быуаттан артыҡ ғүмер иттең,
Баш эйеүҙе бәҫле күрмәнең.
Дуҫлыҡ күперенән ғорур атлап,
Һаман алға, үргә үрләнең.

Мәскәү – Өфө, Өфө – Мәскәү күпере
Ағас түгел, хатта таш түгел.
Ағас һына, хатта таш та туҙа,
Дуҫлыҡ күперенә был хас түгел.

Дуҫлыҡ күпере ағас-таштан түгел,
Тарих ептәрендә нигеҙе.
Рәсәй менән Башҡортостан иле
Күпме ғүмер бергә кисерҙе…

Башҡортостан – шиңмәҫ гөлдәр иле,
Өфө – уның һүнмәҫ йондоҙо.
Тантаналы байрам гөрләп үтһен,
Йырға тулһын төнө, көндөҙө!
(Өфөнөң 425 йыллығына арнап. 1999 йыл).

Мин кем өсөн йәшәйем?

Ашарға ла өйрәттең,
Эсергә лә өйрәттең,
Һөйләргә лә өйрәттең,
Көлөргә лә өйрәттең.

Егәрлегем дә һинән,
Уңғанлығым да һинән,
Тырышлығым да һинән,
Ихласлығым да һинән.

Алдашмаҫҡа өйрәттең,
Урлашмаҫҡа өйрәттең.
Кеше урған уңышҡа
Көнләшмәҫкә өйрәттең.

Кешегә ауыр булғанда
Ярҙам ҡулы һуҙырға,
Олоға ла, кесегә лә
Иғтибарлы булырға,
Ихтирамлы булырға,
Кеселекле булырға,
Мәрхәмәтле булырға.

Өлгәштәр ҙур булғанда ла
Кеше булып ҡалырға.
Үҙ илеңә, үҙ телеңә
Тоғро булып ҡалырға.
Һин биргән нәсихәттәргә
Тоғро булдым, Әсәйем.
Һинең өсөн, халҡым өсөн,
Илем өсөн йәшәйем.


Әсәй, һине тағы төштә күрҙем

Әсәй, һинең йылың ҡояштыҡы,
Йылмайыуың яҡты ай ине.
Әйткән һүҙең йомшаҡ, күңелең алсаҡ,
Теләктәрең изге, бай ине.

Юҡ, әсәйем, һинең йылың
Ҡояштыҡынан да күберәк.
Ҡояш байый, ҡояш тиҙ һүрелә,
Һинең йылың йөрәк түрендә.
Юҡ, әсәйем, һинең йылмайыуың
Яҡты айҙыҡынан яҡтыраҡ.
Ай йылмайһа, тик кисен йылмая,
Һинең йөҙөң һүнмәҫ сатҡыла.

Әсәй, һине тағы төштә күрҙем,
Һин килгәнһең хәлем белергә.
Ҡайғыртаһың әле һаман мине:
“Төшмәгәнме ҡыҙым бөлгөнгә?”

Юҡ, әсәйем, төшмәнем бөлгөнгә,
Рәхмәтлемен һиңә мәңгегә:
Һин теләгән изге теләктәрең
Һаҡлай ауырлыҡтар мәлендә.

Сәхәр сәйе

Офоҡтарҙа һыҙылып таң беленде,
Ҡояш әле һаман сыҡмаған.
Әсәкәйем тороп шәм ҡабыҙҙы,
Һуңлап ҡалмайым тип намаҙҙан.
Шунан ҡуйҙы тапмаҡ самауырын,
Күршеләрен көтөп сәхәргә.
(Улар шулай өйрәнгәндәр ине
Бер ҡалаҡтан ашап йәшәргә).
Әсәйемдең шәм яҡтыһын күреп,
Килеп инде Ғәйниямал инәй.
Сәйҙе аҡландырып эсербеҙ тип,
Бер көрөшкә һөт тотоп ингән.
Әсҡәп инәй ҙә күп көттөрмәне –
Ишек асыҡ, кәрәкмәй ҡағырға.
Һыныҡ икмәк, шаҡмаҡлы шәкәрен
Бисмилла итеп һалды табынға.
Бергәләп эстеләр сәхәр сәйен,
Изге теләктәргә күмелеп.
Улар инде теге донъяла ла
Йәшәйҙәрҙер кеүек күрешеп...

Яҙмышым

Ҡайтһам-китһәм, һорау яуыр ине:
– Йөрөйһөңмө һаман яңғыҙың?
Уйламайһың алдағы көнөңдө,
Осраманымы ни яҙмышың?

– Эй, – тием, – һаман да йөрөйөм,
Күрәһең, шулайҙыр булмышым.
Эштәрем күп, ниәттәрем дә ҙур,
Яҙмыш менән булмай уҙышып.

...Яҙмышыма бер ҙә үкенмәйем,
Яңғыҙлыҡта ғүмерем үтмәне.
Тик булманы парлы ғүмеребеҙ
Икебеҙгә бер тиңә үлсәмле.

Яҙ һайын

Осраштыҡ беҙ матур яҙ айында,
Иҫ китмәле ине айлы кис.
Ғүмерлеккә ҡалды ошо кистә
Күңелдәргә тулған татлы хис.

Хистәребеҙ түгелмәһен тиеп,
Ошо ярға килдек яҙ һайын.
Беҙ икәүҙе тик ай ғына күрҙе,
Дүртенсеһе ине аҡ ҡайын.

Бәхетебеҙ ҡайындай аҡ булды,
Тоғролоҡтан мәхрүм булманыҡ.
Тик ниңә һуң ошо бәхетле яҙ
Беҙгә ғүмерлеккә булманы?..

...Быйыл да яҙ килде. Мин яңғыҙым.
Күңел һыҡрай, бойоҡ ҡайын да.
Ай ҙа яңғыҙ, күктә – һоро болот,
Йондоҙҙары янмай янында.

Тик барыбер килдем яр башына,
Ҡайнар күҙ йәшкәйемде түгеп:
Бөгөн һине тәүге тапҡыр күргән
Һәм мәңгегә юғалтҡан көнөм.

Йәшәү йәмле

Эй, Хоҙайым, ҡыҫҡартмасы
Юлдарымды.
Йәшәү йәмле, бутамасы
Уйҙарымды.
Тыуыу туйым шат тормошҡа
Бағышланған.
Ашыҡтырма минең һуңғы
Туйҙарымды.

Айырмасы ғәзиз яҡын
Дуҫтарымдан.
Һүндермәсе дәртен һайрар
Ҡоштарымдың,
Йәшәү йәмле, айыҡ һаҡла
Аңдарымды,
Хәйерле ит һыҙылып атыр
Таңдарымды.
Ҡалдырмасы япа-яңғыҙ
Күршеләрҙән,
Туған-ырыу, бала-саға,
Ейәндәрҙән.
Йәшәү йәмле, айырмасы
Зиһендәрҙән,
Көслөрәк ит бисмиллаһыҙ
Әһелдәрҙән.
Һүндермәсе миңә тигән
Йондоҙомдо,
Терекләнһен хатта яйман
Ҡондоҙом да.
Йәшәү йәмле, яҙҙырмасы аяҡ-күҙҙән,
Азат итсе ҡара ҡарғыш,
Нахаҡ һүҙҙән.

Бүләк итеп ҡабул иттем
Ғүмеремде,
Һаҡлап тоттом, ысҡындырмай
Устарымдан.
Килер бер көн – осоп сығыр
Йән-бүләгем,
Тик, Хоҙайым, яндырмасы
Уттарыңда.

Йөрәк тә бит ҡорос түгел,
Мәңге типмәҫ,
Һулышым да, йөрәк типһә,
Ташлап китмәҫ.
Йәшәү йәмле, бирсе тағы
Бер аҙ ғүмер,
Әҙер түгел үтер өсөн
Сират күпер.
Һин көслөһөң: утың, һыуың,
Ғәрәсәтең.
Өҙөлөп ҡала ниәтләнгән
Сәйәхәтең.
Ҡөҙрәтең киң, тик айырма
Рәхимеңдән,
Ахырымда мәхрүм итмә
Бәхилеңдән.


Һәйкәл урыны

Бәлки, ҡайтыр атайыбыҙ, тиеп,
Көттөк көн дә, иртән, кисен дә.
Һәр ҡайтҡандан барып һорауҙарым
Бөгөнгөләй әле иҫемдә.
– Бер ауылдан киткәс бер һуғышҡа,
Һуғышманығыҙмы ни бергә?
Ҡайҙа ҡалды атай, ниҙәр булды?
Ниңә өндәшмәйһегеҙ бер ҙә?
Ни яуаптар бирһен оло кеше
Һорауҙар яуҙырған балаға:
“Ҡайтыр” тиһә – ялған,
“Көтмә” тиһә,
Тоҙ һибеүҙәр була яраға.
Әле хәтеремдә һырт буйында
Ултырғаным, тубыҡ ҡосаҡлап.
(Итәгемде тартам – ышыҡламай,
Башҡа кейемемдең юҡ сағы...).
Атайымды көтәм.
Һис булмаһа,
Башҡа һалдат ҡайтыр һөйөнөп.
Йүгереп барам тәүгеләрҙән булып,
Өйҙәренә һорап һөйөнсө.
Ғөсмәт ағайҙың да исемен бутап,
“Зәхмәт ҡайтҡан” тиеп йүгерҙем.
Мәрйәм апай ҡосаҡлап алды ла
Минең менән һыртҡа йүгерҙе.
...Ғөсмәт ағайым да атайымды
Осратмаған, бер ҙә күрмәгән.
Эйәреп ҡайттым өйҙәренә тиклем,
Тағы киттем, тауҙан үрмәләп.

Йылдар үткәс, ошо Ғөсмәт ағай
Минең фекеремде һораны:
“Ҡорбандарға һәйкәл ҡуябыҙ, – ти, –
Ҡайҙа уңай булыр урыны?”
“Нәҡ ошонда, ауыл осонда:
Күҙ йәше түгелгән ошонда”.

Өфө – Мәскәү юлдары

Өфө – Мәскәү, Мәскәү – Өфө
Күпме хистәр миңә өйҙө.
Күңелдәрем берсә янды,
берсә көйҙө,
Тик барыбер тыуған яҡты
нығыраҡ һөйҙө.

Сағыштырып ҡарайым да
Өфө – Мәскәү юлдарын.
Мәскәүгә юл оҙон кеүек,
Тыуған яҡҡа яп-яҡын.

Нисә тапҡыр уҙҙым икән
Өфө – Мәскәү юлдарын?
Был юлдарҙы бәйләй, ахыры,
Йөрәгемдең ҡылдары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779