Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зыянһыҙ зыялылар, йәки Аҡмулланың көйгәне
Зыянһыҙ зыялылар, йәки Аҡмулланың көйгәнеНиндәй дәүерҙә, ниндәй йәшәү рәүеше алып барыуына ҡарамаҫтан, милләттең көсө, именлеге, даны һәм дәрәжәһе, беренсенән, дәүләтле булыуында, икенсенән, йәмғиәт ағзаларына лайыҡлы йәшәү шарттары уларҙың рухи, мәҙәни, иҡтисади үҫешен тәьмин итә алыуында, фәнни, ижтимағи ҡаҙаныштарында, милләттәштәрҙең үҙ ҡәҙерен белеп, башҡа халыҡтар араһында үҙенең бәҫен, көсөн таныта һәм ихтирам иттерә белеүҙәрендә.
Дәүләт кимәлендә был мөһим эшмәкәрлекте кем алып барырға тейеш? Әлбиттә, был ил етәкселәренең иң тәүге бурысы! Ләкин милләттең бөгөнгөһөн, иртәгәһен хәл иткән эштәрҙе дәүләт чиновниктарына ғына тапшырыу һәм ниндәйҙер өлгәштәр көтөү — ғәфү ителмәҫлек вайымһыҙлыҡ. Чиновник төп асылында — үҙ вазифаһын ваҡытлыса ғына атҡарыуға тәғәйенләнгән кеше. Ә милләт, дәүләт именлеге һәм үҫеше һағында үҙ бурысын фиҙаҡәр атҡарған юғары үҫешкән үҙаңлы, камил рухиәтле милләтенең, иленең патриоты — шәхес булырға тейеш! Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә ундай шәхестәребеҙ бармы? Булһа, улар күпме һәм ышаныслы көсмө? Беҙ уларҙың ил тормошона тәьҫирен тоябыҙмы? Ундай һорауҙар ҡуйыу урынлы, сөнки халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған власть (өҫтәге власть тарафынан тәғәйенләнгәндәре лә) үҙе раҫлаған закондарҙың кеше хоҡуғын яҡлап, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә алмаған осраҡта, юғары власть алдында милләттәштәрҙең фекерен кемдер кәүҙәләндерергә, ихтыяжын кемдер хәстәрләргә тейештер бит?
Ил тормошон ыңғай яҡҡа йә власть, үҙенең уңайлыҡтарын юғалтып булһа ла, үҙгәртә йә үҙгәртеп ҡороу дилбегәһен халыҡ үҙ ҡулына ала. Ул ваҡытта нимә килеп сығасағы беҙгә билдәле. Торғонлоҡ ҡапҡанына эләккән власть үҙгәрергә теләмәй, тимәк, донъябыҙҙың именлеген тәьмин итәбеҙ тиһәк, власть менән халыҡты уртаҡ юлға йүнәлтеүсе көс кәрәк. Ил яҙмышы хәл ителгән мәлдә ябай халыҡ менән власты берләштереүҙә зыялыларҙан да ышаныслы көс юҡтыр. Әйткәндәй, зыя ғәрәпсәнән “нур, яҡтылыҡ” тигәнде аңлата. Ябай халыҡ, шуның нурына һоҡланып, һыйынып йәшәй. Мәҙәниәттә, мәғрифәттә, рухиәттә һеҙҙән дә көслө йә тиңләшерлек заттың булыуы мөмкин түгел. Халыҡ һеҙҙе ихтирам итә, өмөтләнә, ғәмәл, уй-тойғоһон һеҙгә сағыштырып баһалай. Зыялы булыу — арҙаҡлы, атаҡлы, дан-шөһрәтле булыу ғына түгел, бәлки, илең, халҡың өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеү, үҙеңде хөрмәтләүсе, күтәреүселәрҙең мәнфәғәтен хәстәрләүгә бағышлауҙыр. Бөгөн ундай шәхестәребеҙ бармы? Барҙыр. Бер ҡулдың бармаҡтары менән генә иҫәпләрлек булһа ла, барҙыр, тип ышанғы килә, ләкин Р. Фәхретдинов, Ш. Бабич, Зәйнулла, Байым ишандар һ.б. кеүек халыҡ өсөн эскерһеҙ хеҙмәт итергә теләүсе зыялылар юҡтыр. Улар йәшәгән дәүерҙәрендә ауыр тормошҡа, илдәге ҡатмарлы хәлгә һылтанмай, үҙ теләге менән төпкөл ауылдарға йөрөп, унда оҙаҡ йылдар йәшәп, үҙ аҡсаһына мәктәп, клуб, китапхана, мәҙрәсәләр асып, белем, мәҙәнилек орлоҡтары сәскән, белем, мәҙәниәт усаҡтары эргәһенә ылыҡтырып, берләштереп, милләттәштәрен үҙ кимәленә тиклем булһа ла үҫтерергә тырышҡан. Әүәлерәк тома наҙан халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып барыусыларҙың һәр береһен заманының зыялыһы тип ҡыйыу атарға була, сөнки улар йәмғиәткә рыяһыҙ хеҙмәт итеүҙе үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләгән. Эйе, фәндә, мәҙәниәттә, сәнғәттә, етәкселектә танылған, билдәле кешеләр, һирәк булһа ла, халыҡ алдында сығыш яһай, ләкин әлегә уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыусы юҡ, сөнки сығыштары — инаныуҙары, күңел кисерештәре түгел, ә вазифаларына күрә ниндәйҙер тейешлекте генә атҡарыу. Ғәмәлдә, күптәр барыһын да үҙ аҫтына көрәү менән мәшғүл.
Халыҡ, тел, дәүләт, тип яҙыусылар, һөйләүселәр бихисап. Ләкин күптәренең яҙған, һөйләгәндәре тәмле-татлы йә әселе-сөсөлө ҡоро һүҙ генә. Әтәс кенә, мин ҡысҡырып таң аттырам, тип уйлай. Таң атамы, юҡмы — барыбер, уға ҡысҡырыуы ғына шарт! Кеше шул әтәскә тиңләшергә тейеш түгелдер бит. Халҡының, иленең ысын патриоты үҙенең инаныуҙарын, фекерҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн, көрәш байрағын юғары күтәреп, иң алдынғы рәттә барыусы Шәхес булырға тейеш! Шул осраҡта ғына ул халҡының зыялыһы булып таныла ала. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө йәмәғәтселәр араһында ла ярамһаҡланыу тигән ауырыу киң таралған. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, халыҡ вәкилдәре власть менән осрашҡанда журналистар теләгәнде, хужалар көткәнде түгел, фәҡәт үҙҙәре күргән, уйлағанды еткерһә, ғәҙел булыр ине. Зыялы хакимлыҡҡа зыянһыҙ булырға тырышһа, халыҡҡа зыян, сөнки халыҡ тағы бер ышанған һәм өмөтләнгән яҡлаусыһын юғалта! Хакимлыҡҡа зыянһыҙ булырға тырышыусылар халҡына зыян килтереүен уйлаймы икән? Халыҡ наҙан түгел, ул кемдең ярамһаҡланғанын, кемдең буш хәбәр һөйләгәнен аңлай.
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта арҙаҡлы шәхестәр, замана боларыштарына, тормош ауырлыҡтарына һылтанып, халыҡ тормошонан ситләште. Күптәр өсөн “әҙәм рәтле” донъя көтөү хәстәре рухиәттән өҫтөн. Иманым камил: күптәр уйлана, көйөнә, ләкин фекерен тәғәйен генә әйтергә теләмәй йәки ҡыймай. Һаҡланырға сәбәптәре булыуын да аңлайым: кемдер эш урынын юғалтыуҙан ҡурҡа, кемдер вазифаһында үрләүгә өмөтләнә, кемдер үҙенең тыныслығы өсөн борсола. Бәғзеләр, кемдер килер, бөтәһен дә төҙәтер, донъябыҙҙы әҙәмсә рәтләп ҡороп бирер, тип өмөтләнә. Был да ғәйеп түгел: кемдер фәҡәт шулай уйлап йәшәй һәм үҙенә файҙанан башҡа зыян күргәне юҡ. Белмәгәндең беләге тыныс... Ләкин ҡайҙандыр килгән кеше тормошто үҙенсә ҡорасаҡ! Ышанығыҙ, элек тә шулай булған. Ә көтөп ултырғандар шул тормошҡа, шул ҡоролошҡа ҡулайлашырға мәжбүр! Эйе, Салауат, Батырша, Алдар батырҙар заманаһы күптән үткән: хәҙер халҡына, иленә һөйөү мәнфәғәтендә бер кем дә йәнен фиҙа ҡылырға әҙер түгел...
Тағы ла шуныһы үкенесле: электән дә бик татыу йәшәмәгәндәрҙең бер-береһен кәмһетеүе ғәҙәти күренешкә әүерелде. Хатта “халыҡ ...” исеме йөрөткән әһелдәр үҙ-ара ыҙғышып, бөтә мир алдында бер-береһенең битен йырта. Төбәгебеҙҙең мөстәҡиллегенә, телебеҙҙе ҡыҫырыҡлауға баҫым көсәйгән мәлдә, үҙ-ара ыҙғышҡа сарыф ителгән көс, ваҡыт, киреһенсә, халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләүгә йүнәлтелһә, файҙалыраҡ булыр ине, билләһи! Зыялыларға ла дөрөҫлөк хаҡына ояла белеү һәйбәт һыҙаттыр.
Берләшегеҙ! Һеҙгә мөкиббән ышанғандарға үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтеп, тәрбиәләгеҙ, берләштерегеҙ! Һеҙҙең тауышығыҙҙы өҫтәгеләр ҙә, аҫтағылар ҙа даими ишетергә тейеш! Меңәрләгән кеше йәшәгән ауылдарыбыҙ, эскелеккә батып, тамырҙарынан ҡороп бара! Власть менән йәмғиәткә өмөтөн юғалтҡан йәштәр ҡайҙа һуғылырға белмәй. Артыҡ тәкәббер власты, теләһә, халыҡ үҙе лә өндәшмәй генә күндерә ала. Мәҫәлән, һайлауҙарҙа...
Ниңә арҙаҡлы шәхестәргә берләшеп, власҡа, вазифалы кешеләргә, Рәсәйҙә борондан билдәле ысул буйынса, рәсми һорау биреп, тура яуап талап итмәҫкә? Власть менән ҡуштанлашҡандарҙан власҡа ла, халыҡҡа ла зыян! Зыялыларыбыҙ бер күс, бер көс булып, бөтөн һәләтен милләттәштәренең мәнфәғәтен хәстәрләүгә йүнәлтһә, ябай халыҡ үҙендә берҙәмлек тойоп, намыҫланып уларға дәррәү ҡушылыр, һис юғында, үҙ яҙмышына шул хәтлем битараф булмаҫ ине.
Аҡмулланың көйөнөүҙәрен
Урал МОСТАФИН яҙып алды.
Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779