Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр ғүмере мәңгелек
Йыр ғүмере мәңгелекАяҡ аҫтарына һары япраҡ түшәп, һауаларҙан ҡаҙҙар сылбырынан һибелеп ҡалған һағыш моңдарына сорнап алтын көҙ килде. Йәшел япраҡтарға тәүге һарылыҡ йүгереп үткән көндәрҙә Ғафуриҙың Еҙем-Ҡаран, Яҡтыкүл тарафтарында йөрөп ҡайтылды. Был төбәккә һуғылдыммы – күҙ алдына башҡорттоң мәшһүр телсеһе, профессор Жәлил Кейекбаев килеп баҫа. Беҙҙең быуын уны күрмәне, әммә шәкерттәре иҫән сағында уның хаҡында гел һөйләне, һоҡланыуын йәшермәне. Үҙемә профессор Марат Вәли улы Зәйнуллиндан бик күпте ишетеү бәхете тейҙе. Атаҡлы телселәр икеһе лә көҙ айында донъяға килә: 25 октябрҙә — Ж. Ғ. Кейекбаев, 5 ноябрҙә — М.В. Зәйнуллин.
Урындары йәннәт түрҙәрендә булһын остаздарыбыҙҙың!


Документаль повестан өҙөк

...1963 йыл, апрелдең дүрте. Аэрофлоттың Өфө—Ҡазан маршрутында Ташкенттан Ҡазанға осоп барышлай Өфө аэропортында туҡталып киткән самолетта, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев һәм уның шәкерте, БДУ аспиранты Марат Зәйнуллин шәһри Ҡазанға ҡарай юл тотто. Был тарихи сәфәр башҡорт тел ғилеме, уның донъя кимәлендә танылыуы өсөн, профессор Ж. Кейекбаевтың Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеген билдәлелек-билдәһеҙлек концепцияһына таянып, теоретик яҡтан иҫбатланыуы һәм тантана ителеүе өсөн ысын мәғәнәһендәге алыш — дискуссия менән бәйле ине. Төркиәт тарихына ул тап шулай булып инеп ҡалды. Икенсенән, Жәлил Кейекбаев төркиәт, татар филологияһы вәкилдәренә тәүге тапҡыр күрһәтергә, таныштырырға тип үҙ аспиранты Марат Зәйнуллинды алғайны. Шәкерте диссертацияһын тел кафедраһына тапшыра, яҡлауға бәйле эштәрҙе хәл итә, ә профессор Ж. Кейекбаев — татар телсеһе Мирфәтих Зәкиевтең докторлыҡ диссертацияһын яҡлауҙа рәсми оппонент. Бынан тыш, татар мәркәз мәҙәниәтен, Ҡазан хандарының мавзолейҙарын, Сөйөмбикә манараһын, Кремлде тамаша ҡылып йөрөүҙәр хыялы бар. Йәнә килеп, туғандаш халыҡтың танылған телселәре, әҙәбиәтселәре һәм йырсылары менән мәжлес ҡороп ултырыу уйы ла юҡ түгел. Баҡтиһәң, Жәлил ағай йыш ҡына был тарафтарға килеп, татар дуҫтары менән һин дә мин ултырҙаш булып, күңел асып йөрөп ҡайта икән. Ҡазандар ҙа өйрәнеп бөткән, килеүен һағынып көтөп торалар. Теләктәре — Жәлил Кейекбаевтың мандолина моңдарын, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуын ишетеү. Уныһы ике яҡ өсөн дә хозур күренеш, күңел талабы, имеш.
Ҡазанда мосафирҙарҙы бик йылы ҡаршы­ланылар. “Ҡазан” ҡунаҡханаһының иркен бүлмәләрен әҙерләткән иртәгә үҙенең докторлыҡ диссертацияһын яҡларға йыйынған фән кандидаты, доцент Мирфәтих Зәкиев. Күрше бүлмәләрҙә Мәскәү ҡунаҡтары — Тел белеме институты директоры, СССР ФА-ның ағза-корреспонденты Борис Александрович Серебренников, ошо уҡ институттың төрки телдәр секторы мөдире, профессор Елизавета Ивановна Убрятова. Ғалимдар бер-береһен яҡшы белә. Шуға күрә кистән үк гәпләшеп ултырҙылар. Жәлил Кейекбаев үҙенең Урал–Алтай телдәре ҡәрҙәшлеген раҫлаған концепцияһын тамамлағайны инде. Уға хәҙер илебеҙҙең арҙаҡлы төркиәтселәренең фекер-ҡарашын белеү мөһим. Баскаков, Кононов, Серебренниковтар ни тиер, ҡабул итерҙәрме, әллә бөтөнләй инҡар итеп ташларҙармы... Кистән профессор Кейекбаев Мәскәү ҡунағының ҡылын сирткеләп ҡараны, уныһы, юлда йонсоуына һылтанып, бәхәстән ситләште. Бөгөн М. Зәкиевтең татар теленең синтаксисын тикшергән диссертацияһы яҡланасаҡ. Иртәнге сәй эселгән, бер аҙ ял ителгән. Борис Александровичты итәғәтле генә итеп үҙ янына саҡырҙы башҡорт профессоры, әңгәмә тиҙ ялғанды:
— Бына, һеҙ, Борис Александрович, минең менән бергә уҡығанда уҡ бик күп телдәрҙе белә инегеҙ, хәҙер һеҙ — СССР-ҙа иң танылған полиглоттарҙың береһе. Теория яғынан да беҙгә уҡытыусы булырлыҡ. Һеҙ Урал–Алтай телдәренең бик боронғо осорҙа бер нигеҙ телдән килеп сығыуы тураһындағы фекергә нисек ҡарайһығыҙ?
— Джалил Гиниятович! Мин алтай телдәренең үҙенә бер нигеҙ телдән, Урал телдәренең башҡа нигеҙ телдән яралғы алып таралып китеүҙәрендә шикләнерлек урын юҡ, тип уйлайым, шуға күрә һеҙ тәҡдим иткән Урал-алтаистиканы иҫбатланмаған әле, тип ныҡлы әйтә алам.
Ана бит нисек, тимәк, Тел институты директоры Б. Се­ребренников төп оппонент­тарының береһе булмаҡсы. Урал-алтаистика концепция­һын ҡабул итмәһә, тик ул ғына ризалашмаҫ. Ике ғалим араһындағы дискуссия әлегә ҡылдарҙы тартҡылау ине. Йәнә бер нисә сәғәт­тән оҙаҡ ҡына Ғилми советта ултыраһылары бар. Шуға күрә Кейекбаев үҙен тыныс тоторға тырышты, бер киҫкәнсе, ете үлсәү кәрәклеген хәтеренән сығарманы. Икенсе яҡтан, Ҡазанға шул уҡ Борис Александрович менән алыш — дискуссия буласағын һиҙенеберәк килгәйне. Яуапһыҙ ҡала алманы.
— Ә бына мин Алтай телдәре үҙенсәлектәрен Урал телдәрендә лә таба башланым. Шуға күрә Урал телдәрен өйрәнәм. Беҙҙәге бик күп грамматик формаларҙың барлыҡҡа килеүенә Урал телдәре асыҡлыҡ индерә ала. Шулай булғас, Урал-алтаистикаға кире ҡайтып тикшереп ҡарарға кәрәк тип иҫәпләйем.
— Профессор, мин һеҙҙән айырмалы, шундай ҡарашты яҡлайым: был телдәрҙең формаль оҡшашлығы, беренсе сиратта, уларҙың бик оҙаҡ дәүер бер ареалда йәшәүе менән генә аңлатыла. Уның киреһенсә булыуына шикләнеп ҡарайым...
Ж. Кейекбаев профессор Б. Серебренниковтан башҡаны көтмәгәйне, шуға кәйефе ныҡ ҡына ҡырылды. Бүлмәһендә яңғыҙ ҡалғас, тәмәке артынан тәмәке тоҡандырҙы. Һалҡын һыу эсеп алғас, тыныслана төштө. Уға кәйефенең бөгөнө яҙғы иртә кеүек аяҙ, ҡояшлы булыуы кәрәк. Татарстан коллегалары, дуҫы, профессор Латиф Жәләйҙәр уны юҡҡа ғына Мирфәтих Зәкиевтең докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға рәсми оппонент итеп саҡырмаған. Үҙе лә ҡыуанып йөрөй, һуңғы ваҡыт башҡорт һәм татар зыялылары араһында дуҫлыҡ ептәре нығый бара. Шуны артабан үҫтерәһе, нығытаһы тип, Марат Зәйнуллинды алып килде. Вәли Псәнчинды ла бында яҡлатмаҡ уйы юҡ түгел. Шуға күрә бөгөн уға формала булырға, виртуоз (яратҡан һүҙе) сығыш яһарға кәрәк буласаҡ.
Мирфәтих Зәкиевтең докторлыҡ диссертацияһы бик юғары кимәлдә үтте. 34 йәшлек докторҙың триумфы бер үк ваҡытта татар тел ғилеменең күкрәп сәскә атыу тантанаһы ине.
Жәлил Кейекбаев һәм Марат Зәйнуллин — был көндәрҙә шәһри Ҡазандың атлы ҡунаҡ­тары. Бер-ике сәғәт Мирфәтих Зәкиевтәрҙә ултырҙаш булдылар. Лена ханымдың яҡты йөҙөнән, татлы аштарын, татар халҡының тәмле ризыҡтарын ауыҙ итеп, маҡтай-маҡтай кинәнес кисерҙеләр. Кәйефтәр арыу уҡ күтәрелгән профессор һәм өр-яңы фән докторы икеһе лә тәбиғәттән музыкант булып тыуған заттар ине. Тост күтәреүҙәр йыр-моң менән аралашып барҙы. Стенала элеүле торған мандолинаны алып, күкрәген тултырып тын алғандан һуң, Жәлил ағай үҙенә хас тембрлы тауыш менән иң яратҡан йырҙарының береһен йырлап ебәрҙе:
...Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр генә күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...
— Жәлил Ғиниәт улы, беләһегеҙме, һеҙ “Азамат”ты йырлағас, атайым иҫкә төштө. Ул ошо йырҙы башҡарғанда тауышы күрше ауыдарға ишетелеп торған, тип һөйләйҙәр. Йәш ғалим шулай уй-фекерҙәре менән бүлешкәс, ҡулына тальянкаһын алды ла үҙәктәрҙе өҙөрҙәй таныш моңдарҙы һыҙҙырып ебәрҙе, әле бер, әле икенсе көйҙө уйнап, табындағыларҙы тағы ла иләҫләндерҙе. Зәкиевтәрҙең фатирында ихлас аралашыу, хәтерләүҙәр байтаҡ ҡына дауам итте. Ике халыҡтың атаҡлы ғалимдары татар-башҡорт мәҙәни бәйләнештәре араһындағы салауат күперен тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ итеп ултырҙы был минуттарҙа. Ике ғалим араһындағы был йылылыҡ артабан, 1968 йылдан һуң, Кейекбаевтың аспиранты Марат Зәйнуллин менән дауам итте, бөгөн дә ваҡыт һынауҙарын үтеп, дәртле йыр ихлас йәшәй бирә. Ә Кейекбаев һәм Зәкиев дуҫлығы атаҡлы татар телсеһенең шәхси архивындағы 34 хатта һаман да һүҙмә-һүҙ һаҡлана. 90-ды ҡыуған академик Мирфәтих Зәкиев әленән-әле хат юлдарын уҡып ала.
1963 йылдың 5 апрель кисендә “ҡыңғыраулы пар аттар, тальян моңдарын яңғыратып” Өфө ҡунаҡтарын татар халҡының йәнә бер арҙаҡлы шәхесе, филология фәндәре докторы, профессор Латиф Жәләй ҡорона алып килде. Профессорҙың фатиры иң ҡәҙерле, тел һәм әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре менән илдә шөһрәт яулаған арҙаҡлы зыялылар менән ҡайнап тора ине. Барыһы ла Жәлил аға менән ултырҙаш булмаға һыуһаған, ике халыҡтың мәҙәниәте, йыр-моңо хаҡында һөйләшеүгә сарсаған икән.
Был тиклем зыялыларҙы Мараттың тәүге күреүе, һүҙ-лөғәттәренә иғтибар итеп ултыра, татар зыялыларының үҙ-ара мөнәсәбәтенә таң ҡала, нәзәкәтле ханымдарҙың мөғәмәләһенә хайран ҡалыуы! Ҡазандарҙың шулай булыуын ишетеп белә ине йәш телсе. Әле шуларҙы тамаша ҡылып ултырыуы.
Татар ғалимының фатиры ярайһы иркен, залы ла байтаҡ ҡына кеше һыйҙырмалы. Ҡунаҡтың түрендә ике арҡаҙаш — тәнҡитсе һәм күренекле тел белгесе Латиф Жәләй һәм башҡорттоң мәшһүр ғалимы, талантлы яҙыусыһы Жәлил Кейекбаев. Ҡунаҡтарҙың күҙе ошо икәүҙә. Латиф Йәләлетдинов күпкә өлкәнерәк. 1894 йылда Һамар губернаһы Мәләкәҫ өйәҙе Иҫке Ҡыҙылһыу ауылында тыуған зат. Ҡатмарлы һәм бай тормош юлы үткән. 1932 йылдан фән менән мәшғүл. Татар теле тарихы, диалектология, орфография, орфоэпия мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнгән телсе. 1954 йылда “Татар теленең урта диалекты” темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Бынан тыш, Латиф Жәләй — татар әҙәбиәтендә поэтик оҫталыҡ мәсьәләләрен өйрәнгән принципиаль ҡарашлы, нескә зауыҡлы тәнҡитсе зат. Эре һөйәкле, тулы кәүҙәле, табағыраҡ битле, әммә йөҙөнән нур бөркөп торған киң күңелле инсан.
Ҡайһылыр яғы менән ике арҙаҡлы ғалим бер-береһен ҡабатлай ҙа шикелле. Йор һүҙлеләр, һүҙ әйтмәктә кеҫәгә кермәҫтәр. Ни өсөндөр икеһе лә бер аяҡҡа аҡһабыраҡ атлай. Булыр икән ошо тиклем дә оҡшашлыҡ! Нимә генә булмаһын, был ике заттың бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы күҙгә ташлана ине. Танышып, исем-шәрифтәрҙе белеп, кем ҡайһы яҡтыҡы икәнен дә асыҡлап, ике халыҡтың, ике мәҙәниәттең дуҫлығын нығытып ҡуйғас, телдәр сиселеп китте. Сөсөләнеберәк аралашыуға күсте халыҡ, хушһыныуҙары йөҙҙәренә сыҡты. Әҙәби тәнҡитсе Латиф Жәләй белә: тап ошо урында дуҫы, мәшһүр телсе, йырсы һәм музыкант Жәлил Кейекбаевҡа дилбегә тоттороу кәрәк.
— Ҡәҙерле йәмәғәт, коллегалар! — тип тантаналы ноталарҙа башланы һүҙен аяҡсы. – Жәлил ҡорҙашты барығыҙ ҙа белә, көтөп алдығыҙ. Дуҫыбыҙҙың бөгөн тарихи көнө. Татар телселәре уның һуңғы асышын хупланы, теләктәшлек белдерҙе. Ҡаршылыҡтар бар икән, Жәлилме һуң уларҙы еңмәҫ ғалим! Фәнде бер аҙ ситкә ҡуйыбыраҡ, әйҙәгеҙ, Жәлилдең йырлауын һорайыҡ!
Инәлтмәне профессор Кейекбаев, дөрөҫөрәге, баянан бирле тамағын сылатҡылап йылы сәй уртлап, тын юлдарын башҡараһы оҙон көйгә әҙерләп, эргәһендәге мандолина­һының грифын ҡулына ҡыҫыбыраҡ ултырыуы ине. Кисәле-бөгөн байтаҡ ҡына йонсоһа ла, иҫәбе — туғандаш халыҡ алдында һыр бирмәү. Тәүҙә ихлас һүҙ әйтмәккә тотондо ғалим.
— Мин был килеүемдә ифрат оло эш башҡарыуым менән бәхетле. Яҡын дуҫым Мирфәтихте фән докторы итеп ташланыҡ. Был ябай яҡлау түгел, ул татар тел ғилеменең сәскә атыу билдәһе ул! — тип һүҙ башланы телсе. – Мин йәнә шуға ҡыуанам: татар һәм башҡорт зыялыларының дуҫлығының да тантанаһы бөгөн. Ул дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итһен, тип үҙемдең иң өмөтлө аспирантымды һеҙгә күрһәтергә алып килдем. Ошо йылдың йәйендә һеҙҙә уның кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға тип торабыҙ. Әйҙәгеҙ, ике туғандаш халыҡ өсөн, ике халыҡтың филологияһы өсөн!..
Бер ни тиклем тын алғас, халыҡ шым ҡалды. Беләләр, хәҙер Жәлил аға йыр муҡсаһын сисеп ебәрәсәк. Бына ҡасан мәжлестең иң күркәм мәле етәсәк!
Жәлил Кейекбаев галстугын бушатып алды, еңелсә генә тамағын ҡырҙы, ә бер аҙҙан иркен фатирҙа башҡорттоң ифрат моңло, күңелдәрҙең әллә ҡайһы төпкөлөндәге нескә ҡылдарын сиртеп, яландағы еләҫ ел кеүек, бөгөн генә Ҡазанда һибәләп үткән тәүге ләйсән һымаҡ, Урал тауҙарын һынландырыр, ат тояҡтары гөрһөлдәүен ишеттереп, ҡумыҙ телдәрен сыңлатыр яҡын да, ниндәйҙер кимәлдә ятыраҡ та башҡорт көйө ағылды:
...Йылтыр ғына йылтыр уттар яна,
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Шулай ҙа беҙҙең ултырыуҙар
Үҙе генә булыр бер ғүмер...
Өҫтәл дә аҫҡайҙары шул дүртәр ҙә аяҡ,
Өҫтәл дә өҫкәйҙәре шул тулы ла сынаяҡ,
Һай, кем, тулы ла сынаяҡ.
Беҙҙең дә былай гөрләшеп ултырғанды шул
Белә лә микән,
Күрә лә микән,
Ишетә лә микән,
Һиҙә лә микән, тимен мин,
Күрше тирә-яҡ...
Бер килке тын ултырғас, тәрән мәғәнәле йырҙың һүҙҙәренән, көйҙән, оҫта башҡарылған йырҙан әҫәрләндергән тулҡын үткәс, мәжлес бер ыңғайы “гөж” итеп ҡалды:
— Афарин, Жәлил аға!
— Бигерәк шәп башҡарҙың был юлы!
— Башҡорт йырын башҡарыу өсөн башҡорт булыу кәрәк!
— Мең йәшә, Жәлил аға!..
— Әйҙәгеҙ, дәртле йыр өсөн, дуҫтар!
Оҙаҡ хупланы зыялылар Жәлил ағайҙы, ҡыуаныстарының сиге булманы. Хужа Латиф Жәләй ҙә ҡәнәғәт. Көткәндән дә шәп сыҡты мәжлесе. Шаулаша-шаулаша ҡунаҡтар бер-бер артлы тарала башланы. Шунда тағы бер ҡыҙыҡлы хәл булды. Ишеккә еткән Ғүмәр Бәшир, яңынан өҫтөн һалып ташлап: “Жәлил ағай тағы бер йырламай тороп, ҡайтаһым юҡ!” — тип хәбәр һалмаһынмы! Инәлтмәне Кейекбаев, Бәшир яратҡан “Һандуғас”ты һуҙҙы ла ебәрҙе. Йәнә бер шау-гөр килеп алды зыялылар, аяҡтар “хуш аяғы”на күтәрелде.
Биш минуттан фән кандидаты булаһы Марат Зәйнуллинды айырым бүлмәгә һалдылар. “Һин йәш әле, ял ит, ә беҙ тағы бер аҙ ултырабыҙ”, — тине донъя күргән ике арҙаҡлы ғалим. Яҙғы таң һарғая башлағансы әкрен генә йыр тауыштары, дуҫтарса һөйләшеү ауаздары йәш ғалимдың ҡолағына салынып-салынып ҡалды. Ә иртәгәһенә шәһри Ҡазанда мәшһүр башҡорт ғалимының данын ил кимәленә күтәрҙеләр. Һоҡлана ла, маҡтай ҙа белделәр ҡазандар. Әлеге шаулы кисте, оҙаҡ йылдар уҙғас, академик Мирфәтих Зәки улы Зәкиев былай тип хәтерләне: “Марат Зәйнуллиндың бик матур яҙылған диссерта­ци­я­һына һуңынан миңә оппонент булырға тура килде. Жәлил ағаның был аспиранты бик тыйнаҡ һәм үҙ фәнен тәрән белеүе менән беҙҙә, Ҡазан ғалимдарында, яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Уға, күрәһең, Жәлил ағайҙың эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡарыу ғәҙәте яҡшы ғына һеңеп ҡалған”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780