Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауаттың мин бит ҡәрҙәше...
Рәйес Батталов 1960 йылда Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылында тыуған. Буранғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Юғары белемле – Стәрлетамаҡ педагогия институтында, Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Бер нисә йыл тыуған районында башҡорт теле менән әҙәбиәтенән һәм тарихтан уҡыта. Магнитогорск ҡалаһында төрлө эш башҡара. Шиғырҙары республика һәм район матбуғаты биттәрендә, “Әбйәлил – ул беҙҙең һөйгән ил”, “Ҡуңыр буға” балҡышы” антологияларында донъя күргән. Әле Асҡар ауылында йәшәй.

Тотҡонлоҡта йәшәү үкенес

Сәскә-гөлдәр тәҙрәм төбөндә
Моңаялар көнөн-төнөн дә.
Үҫкән улар йәмле еремдә,
Хуш еҫ бөркә бөгөн өйөмдә.
Ейәнсәрем йыйған үҙәндән,
Һыу буйында ялан гиҙгәндә.
Йылға буйындағы болонда,
Шул гөлдәрҙе тотоп ҡулында,
Йөрөгәндер ҡыҙым, ҡолондай.
Гөлдән-гөлгә ҡунып, йәүкәләп,
Һағыналыр уны күбәләк.
Үҫеп сығып йәмле еремдә,
Гөлдәр тора хәҙер түремдә.
Торҙо гөлдәр тәүҙә бирешмәй,
Хуш еҫтәре өйҙө ҡапланы.
Бер көн килеп улар моңайғас,
Күңелдәрем тынғы тапманы.
Ел йөрөйҙөр ялан ҡыҙырып,
Гөлдө юҡһыныуҙан һыҙғырып.
Сәскәләрҙе йәлләп эсемдән,
Йәшем тамды ике күҙемдән.
Мин сыҙаммын, ләкин иланым,
Сәскә яҙмыштарын уйланым.
Тәҙрәмдән ҡарай бик бойоҡ –
Ҡыңғырау сәскә менән томбойоҡ.
Бөгөн улар минең хәлемдә:
Тотҡонлоҡта – тәҙрәм төбөндә.
Бал ҡорттары, гөлдө юҡһынып,
Осоп эҙләй микән, уҡ булып.
Янып-көйөп, күктә ут булып,
Ҡояш эҙләй микән, ымһынып.
Гөлдән-гөлгә ҡунып, күбәләк
Сәскәләрҙе ҡосоп үпкәндер,
Елдәр наҙлап һыйпап үткәндер,
Таңдар ынйы-ысыҡ һипкәндер,
Гөлдәр шуға балҡып үҫкәндер.
Ҡош йырҙарын йыйып үҙенә,
Моң һибә гөл бүлмә эсенә.
Ни уйлайҙыр гөлдәр — тотҡондар?
Тәҙрәгә баш терәп тынғандар.
Был яҙыуым түгел тигенгә,
Гөлдө өҙһәң – ғүмере бер көнгә.
Тора улар гәлсәр һауытта,
Тамырҙары ҡалған алыҫта.
Яңы ғына, йәйгә һөйөнөп,
Үҫкәйнеләр ерҙә һөйөлөп!
Өҙөлгән гөл өсөн көйөнөп,
Ятам, күҙгә йәштәр төйөлөп.
...Мин дә шулай, гөлдәй, иректә,
Күкрәнем бит, киреп күкрәкте.
Мин үҙемде кейеккә тиңләнем,
Иңгә-буйға ерҙе иңләнем.
Бәхет ҡошон күктән эҙләнем,
Иркен Йыһан ине гиҙгәнем.
Аҡбуҙатым ауҙы...
Ҡоланым.
Шомло уйҙар мине ҡаманы.
Тотонорҙай терәү ҡалманы,
Теште ҡыҫтым – башты һалманым.
Салауаттың мин бит ҡәрҙәше,
Рухы һынмаҫ ирҙең ерҙәше.
Ауып төштөм – һынды ҡанатым,
Ғазаптарҙан бөттө тәҡәтем.
Телде тешләп, ятам түшәктә,
Тормош китеп бара ишәктә.
Мин ышанам: ҡалмам яңғыҙым,
Кире килер, кешнәп, Аҡбуҙым.
Мин, эйәрләп, уға менермен,
Төпһөҙ Йыһандарҙы гиҙермен!..

Ғүмер сапҡан ат кеүек

Күпме тартып һуҙма, ғүмерҙәр
Бер кемгә лә һис етмәй.
Бер әйләнгәнсе ул юҡ икән,
Тартып өҙөлгән ептәй.

Күҙҙе йомоп асҡан арала,
Ғүмер сапҡан ат кеүек.
Йәшлегем боҙоп офоҡҡа,
Ҡулдарын болғай шат көлөп.

Бала саҡ ул – кисә генә,
Мин талға атланған малай.
Бөгөн тупһала ишек шаҡып,
Ҡартлығым бармаҡ янай.

Тыуған яҡты
һағыныу һағышы


Йыраҡта тыуған ерҙе,
Һағынып иҫкә алғанда;
Тыуған яҡ үҙенә тарта,
Бизмәнгә нисек һалһаң да.

Булыр инем Ҡыҙылымда,
Бер кескенә тамсыҡай.
Тыуған ерҙән булһам йыраҡ,
Һағыныуҙар ҡамсылай.

Тыуған яғымда наҙланып,
Бер таш булып ятырмын.
Юҡ, ал таңдарҙа ҡояштан
Нур-уҡ булып балҡырмын.

Уралымдың тәбиғәтен
Нурым менән ҡосормон.
Юҡ, барса тыуған еремде
Иңләп, буйлап осормон.

Таң ысыҡтағы сәскәгә
Нурҙа балҡып ҡунырмын.
Йыл һайын гүзәл еремдә
Сәскә булып тыуырмын.

Мин әҙер тыуған еремдә
Сүп кенәләй ятырға.
Теләк юҡ, уны һағыныуҙың
Һағышын татырға.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779