Йәмле Урал тауҙары ҡосағында һыйынып ҡына ултырған ауылыбыҙҙа берҙән-бер мәҙәни усаҡ – клуб. Әҙме-күпме әһәмиәтле барса сара – йыйылыш-фәлән, байрам тантаналары шунда уҙғарыла, кино күрһәтелә, һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла район үҙәгенән, бәғзелә хатта баш ҡаланың үҙенән килгән ысын әртистәр сығыш яһай. Ә йома, шәмбе, йәкшәмбе кистәрендә клуб тулыһынса йәш-елкенсәк ҡарамағында. Ҡояш байып, ҡараңғы төшә башлағас та, үрге һәм түбәнге остарҙан, өҫкө урамдарҙан береһенән-береһе матурыраҡ итеп кейенгән, биҙәнгән-төҙәнгән ҡупшы ҡыҙ-ҡырҡын, күлдәк-салбарҙары шып-шыма итеп үтекләнгән дәртле егет-елән, төркөм-төркөм булып та, берәмләшеп тә клубҡа киске уйынға юллана. Бында улар таң атҡансы тип әйтерлек күңел аса – бейешәләр, йырлашалар, таҡмаҡ әйтешеп тә алалар. Офоҡ яҡтыра башлағас ҡына таралышалар.
Киске уйында иң мөһим кеше – гармунсы. Шуғалыр ҙа төпкөл ауылыбыҙҙа гармун тартып маташмаған малай-шалай һирәк – улдары үҫкән һәр йортта тип әйтерлек бар был мөғжизәле музыка ҡоралы. Ҡыҙҙар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә иһә мотлаҡ рәүештә мандолина һатып алырға тырышалар. Егеттәр, ҡыҙҙар, бер-береһенән уҙҙырырға тырышып, ярыша-ярыша шул инструменттарҙа уйнарға өйрәнә. Клубта иһә йәштәрҙе, ғәҙәттә, иң оҫта гармунсы бейетә.
Етенсе класты тамамлағас, мине лә тиҫтерҙәрем клубҡа әйҙәй башланы, әммә мин унда бик ынтылып торманым, сөнки бәләкәстән һәр буш минутымда китап уҡырға ярата инем. Берәй аулаҡ мөйөш табып алам да әкиәт йә хикәйә, повесть, роман геройҙарының мауыҡтырғыс донъяһына сумам. Йәй иһә китапты күберәген һарай башында уҡыйым. Ҡайһы саҡта атайымдың баҡсабыҙ тәңгәлендә генә бәйле торған кәмәһен ысҡындырып алам да яҡындағы тыныс күлгә йөҙөп китәм. Күл уртаһында ыҡсым ғына түңәрәк утрау бар. Шунда туҡталам, яйлы ғына итеп урынлашып алам да башкөллө яратҡан шөғөлөмә түңкәреләм. Бында шундай рәхәт! Һис кем ҡамасауламай. Утрауҙа үҫкән ағас-ҡыуаҡтарға ҡунаҡлаған ҡоштарҙың һайрашыуы күңелгә һиллек кенә өҫтәй.
Был утрау бер минең генә яратҡан урыным түгел. Юҡ-юҡ та, айырыуса ял көндәрендә, унда йәштәр йыйылыша. Ғәҙәттә, бер нисә кәмәгә ултырып, төркөм-төркөм булып баралар. Тәүәккәлерәктәр үҙҙәре лә йөҙөп барып етә. Усаҡ яғалар, балыҡ ҡармаҡлайҙар ҙа һурпа бешерәләр, сәй ҡайнаталар. Сит-ят күҙҙәрҙән алыҫыраҡ булырға ынтылған ғашиҡ йәндәр ҙә әлеге утрауҙы хуш итә.
Киске уйынға тәүге тапҡыр үҙемдән бер ни тиклем өлкәнерәк Рәүиә исемле ҡыҙ менән юлландым. Өйөбөҙгә килеп, клубҡа саҡырҙы. Инәйем дә:
— Гел ҡағыҙға текәлеп ултырма, күҙеңде боҙоп бөтәһең бит инде, бар бер аҙ сығып йөрөп әйлән, — тине.
Барырға булдым. Ауылдағы иң сибәр ҡыҙҙарҙың береһе үҙе артымдан килеүе миңә мәртәбә өҫтәгәндәй, бәҫемде күтәреп ебәргәндәй, сөнки мин үҙемдең төҫ-ҡиәфәтемде, буй-һынымды мөрхәтһенеп бөтмәйем. Ныҡ йәмһеҙмен, битемде тотош ваҡ һипкел баҫҡан. Былтыр үлем сигенә етеп ауырып терелгәйнем, шунан һуң сәсем ҡойолоп, һирәкләнеп, “шып-шыйыҡ” ҡына булып ҡалған. Ҡаҡ һөйәктәремде тире генә ҡаплаған — үтә ябыҡмын. Ә Рәүиәгә һоҡланып ҡарап туйғыһыҙ! Ап-аҡ йөҙлө, сөм-ҡара күҙле, ҡара, ҡуйы, оҙон сәсле ул. Өҫтәүенә көләкәс тә үҙе. Кәүҙәһе иһә ҡойоп ҡуйғандай. Һәр хәрәкәте килешле уның.
Клубта эскәмйәләрҙе дүрт стена буйлап теҙеп ҡуйғандар. Икеһендә — егеттәр, икеһендә ҡыҙҙар теҙелешеп ултырған. Айырым ултырғыста гармунсы – миңә туған тейешле Нил ағай. Ниңә алыҫ Африка йылғаһы атамаһын уға исем итеп ҡушҡандарҙыр инде – кем белһен. Исеме сәйерерәк булһа ла, үҙе ифрат һөйкөмлө ул. Мыҡты кәүҙәле, зәңгәр күҙле, ерән сәсле. Үҙе тағы шуҡ, күңелсәк тә. Башын һулға ҡырынайтыбыраҡ ултырып алған да гармунда һыҙҙыра ғына! Бөгөн бигерәк тә шәп, берсә дәртләнеп-ҡанатланып, берсә ярһып-һағышланып уйнай ул! Беҙ тупһа аша атлап кергәс, мине күрҙе лә ихлас итеп йылмайып ебәрҙе, күҙ ҡыҫып та алды: “Һин дә киске уйынға йөрөрлөк булып үҫеп еттең инде” тип әйтергә теләүелер, моғайын.
Үҙемсә мин уны бик яҡшы аңлайым кеүек. Атайһыҙ үҫә ул. Инәһе алтын приискыһында эшләй. Ҡарт ҡәртнәһе күптән түгел үлеп ҡалды. Яңғыҙына күңелһеҙҙер инде – ул көноҙоно беҙҙә була, өйҙәренә йоҡларға ғына ҡайта ла иртәнсәк тағы килеп етә. Атайым менән инәйем уны бик ярата, “улым” тип кенә торалар. Бер туған ағайым Вәрис һәм ҡустым Рәфис менән күлгә балыҡ тоторға баралар. Ә минең менән ул шахмат, шашка, домино уйнай. Шым ғына серләшеп тә алабыҙ. Мин уға үҫкәс уҡытыусы булырға хыялланыуым хаҡында әйтеп һалдым. Ул миңә үҙенең командир булырға теләүе тураһында һөйләне.
— Офицерлыҡҡа уҡығанда курсанттарҙы бушлай ашаталар икән, — тине ул. – Улар кейеп йөрөгән матур, килешле формалар өсөн дә бер тин дә түләтмәйҙәр, тиҙәр.
Был кистә ифрат моңланып уйнауының сәбәбен дә беләм – ул иртәгә Дондағы Ростов ҡалаһындағы юғары хәрби училищеға уҡырға китә. Үҙенең инәһе сменаһынан ҡайтып өлгөрмәй, шуға ла уны алыҫ сәфәргә минең инәйем оҙатырға тейеш. Өлкәндәр алдан шулай килешеп ҡуйған. Инәйем быға бөгөн үк әҙерләнә лә башланы – шифоньер башынан ҙур көрән сумаҙаныбыҙҙы алып төшөрҙө, саң-туҙанын һөрттө лә, эсенә таҫтамал, һабын, теш порошогы кеүек ваҡ-төйәк һалды. “Ас йөрөмәһен, иртәрәк тороп, юлына әҙме-күпме ваҡ бәлеш тә бешерермен” тип ҡамыр баҫып та ҡуйҙы.
Беҙ буш урын табып урынлашыуыбыҙ булды, Нил ағайым “Наза” көйөн уйнап ебәрҙе. Йәштәр дәррәү уртаға сыҡты. Тыпыр-тыпыр килешеп, һәр кем үҙенә пар һайлап алды. Бейей-бейей етәкләштеләр ҙә бер рәткә теҙелештеләр. Бер егет иң алда яңғыҙы тороп ҡалды. Шуҡ ҡына итеп беренсе парҙың ишенә ҡул һуҙҙы. Артабан бөтә парҙар ҙа, үҙенсәлекле “күпер” булдырып, ҡулдарын өҫкә күтәрҙе. Ә теге егет, һайлап алған ҡыҙҙы етәкләп, шул тыпырҙап торған “күпер” аҫтына “сумды”. Яңы пар иң арттан урын алды, ә бер үҙе ҡалған егет үҙенә яңы пар тапты ла “күпер” аҫтына кереп китте.
Был хәйләһеҙ, бер ҡатлы, әммә ярайһы уҡ күңелле уйын оҙаҡ ҡына барҙы. Киске уйынды вальс дауам итте. Ағайым тағы бер бик күңелле көй тартты, йәштәр иһә “Йыланҡай” тигән уйынға төшөп китте. Был уйынды Рәүиә башлап ебәрҙе. Оҫта ғына итеп, өйөрөлөп-өйөрөлөп, уртала бер килке яңғыҙы бейене лә бер ҡыҙ алдына барып тыпырҙаны. Ҡапыл боролдо ла бейей-бейей ҡаршылағы эскәмйәгә йүнәлде. Унан тағы бер ҡыҙҙы артынан эйәртте. Бәләкәй генә рәт хасил булды. Рәүиә уртала ҡалды. Иң арттағы ҡыҙ, ҡапыл боролоп, бер егетте саҡырҙы. Рәт боролоп киткәс, инде уны етәкләгән икенсе ҡыҙ тағы берәүҙе алып сыҡты. Шулай рәт оҙонайғандан-оҙонайҙы ла, йылан хәрәкәтен хәтерләтеп, бормаланып-борғаланып, бейене лә бейене.
Минең ҡаршыма килеп тә тыпырҙанылар. Сөгөлдөрҙәй ҡыҙарынып, баш тарттым. Бөтөнләй бейей белмәйем шул. Ҡолағыма айыу баҫҡан, ахырыһы — йырлай ҙа белмәйем. Ғөмүмән, минең бер ниндәй ҙә һәләтем юҡ. Шуғалыр ҙа артабан да киске уйынға йөрөргә әллә ни әүәҫ булманым. Әммә һирәк-һаяҡ булһа ла клубҡа барғылаштыра торғайным. Тиҫтерҙәремдең ихлас күңел асыуҙарын күҙәтеү ҡыҙыҡ тойола ине. “Йылан” уйынынан арығас, йәштәр бер аҙ ял итеп алырға булды. Ә Нил ағайым илһамланып, үтә лә моңло итеп, “Тыуған ауылым” йырын башлап ебәрҙе:
– Тыуған ауылым минең,
ҡуйыныңда һинең,
Гөрләп үтте үҫмер
йылдарым...
Был инде уның ауылыбыҙ менән хушлашыуы ине. Быны мин генә беләм. Нил ағайымдың йырына башҡалар ҙа ҡушылды. Шул саҡта мин эргәмдә ултырған Рәүиәнең шым ғына мышнап алыуын ишетеп ҡалдым. Боролоп ҡараһам, уның төпһөҙ күҙҙәре йәшләнеп киткән, ҡараштары иһә, йотоп алырҙай булып, гармунсыға төбәлгән. “Бәй, ағайыма ғашиҡ табаһа был”, — тигән уй йүгерҙе баштан. Бына ни өсөн ул һуңғы осорҙа беҙҙең өйгә йыш килә торған булып киткән икән! Шул саҡта ул йәл дә булып китте хатта, сөнки ағайымдың йөрәге буш түгел – унда уҙған йыл һигеҙенсе класты тамамлағас, ҡалалағы медицина училищеһына уҡырға кергән Мөслимә урын алған.
Был турала ла мин үҙем генә беләм, сөнки Мөслимәләрҙең йорто беҙҙекенең ҡаршыһында, урам аша ғына. Ул һәр шәмбе кис ҡаланан ҡайта. Автобус килер ваҡыт етһә, Нил ағайым тәҙрәнән күҙен алмай. Һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө Мөслимә күренеүе була, ағайымдың йөҙө айҙай балҡып китә. Әллә ни сибәр ҙә түгел күрше ҡыҙы, әммә ифрат һөйкөмлө, ипле, баҫалҡы. Тик ул ниңәлер гел бер үк күлдәкте кейеп йөрөй. Зәңгәр төҫлө, иҫ китмәле матур күлдәк. Әй килешә инде үҙенә! Былтыр ата-инәһе ҡапыл вафат булып ҡалды. Үҙенән бер йәшкә кесе ҡыҙ туғаны һәм өс йәшкә бәләкәй ҡустыһы хаҡында хәстәрлек күреү — хәҙер уның иңендә. Шуға ла гел бойоҡтор инде, шуға ла үҙ-үҙенә йомолғандыр, шуға ла күлдәге лә берәү генәлер... Мөслимә ҡалала уҡып ҡына түгел, эшләп тә йөрөй. Нисек өлгөрәлер инде! Ауылға шәмбе кис килә лә йәкшәмбе кире китеп тә бара. Бер әҙгә генә клубҡа сыҡҡанын беләм. Киске уйындан һуң ағайымдың уны ҡапҡа төбөнә саҡлым оҙатып килгәнен күргеләп ҡалам. Сер генә итеп күҙәтеүҙәремде инәйемә һөйләйем. Унан:
— Ә ниңә ныҡ матур Рәүиәгә әйләнеп тә ҡарамай икән Нил ағайым? — тип һорайым.
Гел мәҡәл-әйтемдәр менән һөйләшергә әүәҫ инәйем:
— Эй ҡыҙым, “үтә сибәр булмай сибәр, йән һөйгән була сибәр” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрен ҡасан да булһа үҙең дә аңларһың, — тип яуаплай...
Иртәгәһенә Нил ағайым алыҫ сәфәргә сығып китте. Уны Мөслимә оҙатып ҡалды. Ә Рәүиә бер нисә көн генә бер ни тиклем бойоғоп йөрөнө лә ҡайтанан көләсәк, теремек һылыуҡайға әүерелде. Бер нисә аҙнанан ауылға минең Йәнғәле исемле ике туған ағайым һалдат хеҙмәтенән ҡайтып төштө. Оҙон буйлы, ҡара күҙле, бик килешле хәрби кейемдә. Был ағайым үтә лә шаян, йылғыр. Өҫтәүенә һәр сибәркәйгә ғашиҡ булыусан. Тәбиғи, Рәүиәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, бер ни тиклем ваҡыт уға албырғап йөрөнө. Уныһы ла ҡайтанан мөхәббәт утында дөрләй башланы.
— Бик яратам уны, — тип серен асып һалды бер көн.
Был ағайымдың холҡо билдәле булғанлыҡтан, мин уға нимә тип әйтергә лә белмәй баҙап ҡалдым, сөнки әрмегә киткәнгә тиклем үк әле ул беҙгә, инәйемдәр менән таныштырырға тип, күрше-тирә ауылдарҙан бер-бер артлы өс-дүрт ҡыҙҙы эйәртеп алып килгәйне. Тора-бара Рәүиә Йәнғәле ағайыма өмөт бағлау файҙаһыҙ икәнен үҙе лә аңлап ҡалды, унан ваз кисте һәм иғтибарын үҙенән бер йәшкә өлкән егеткә – минең тағы бер ике туған Айрат ағайыма йүнәлтте. Ә унда әлегә ҡыҙҙар ҡайғыһы юҡ. Клубка бик һирәк сыға. Гармуны ла юҡ. Ауылда бер уның ғына гармуны юҡ шикелле. Китап уҡырға ярата ул. Шиғырҙар ҙа яҙа. Ҡайһы берҙәрен беҙгә лә уҡып ишеттерә.
Шиғырҙарынан күренеүенсә, Айрат ағайҙың ҡасандыр күңел сафлығы, рух ныҡлығы, тоғролоҡ кеүек сифаттарға эйә, хисле лә, наҙлы ла, ғорур ҙа, тыйнаҡ та ҡыҙҙы осратырға хыялы ҙур. Ә Рәүиәнең ҡылыҡ-фиғеле шиғри йөрәкле, тормошта кеше үҙен гел дөрөҫ тоторға тейеш тип инанып, шуға ынтылып йәшәгән был кәрәгенән тыш етди холоҡло ағайымдың күҙаллауҙарына бөтөнләй тап килмәйҙер шул. Рәүиә юғалып ҡалманы – класташы, минең бер туған ағайым Вәрискә күҙ һалды. Уның яңы хыялы ла селпәрәмә килде – был ағайым ул саҡта үҙе күрше ауылда йәшәгән Зәлифә исемле бер сибәркәйгә мөкиббән китеп ғашиҡ булып йөрөй ине. Ниңә сибәрҙәрҙең дә сибәре тип танылған үткер ҡыҙ гел минең ағайҙарымды һайлай икән? Бер уйлаһаң, ағайҙарымдың һәр ҡайһыһы ла бынамын тигән бит. Нил – оҫта гармунсы. Йәнғәленең теле телгә йоҡмай, ул хәбәр һөйләүгә маһир, һәр кемде ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуя ала. Айрат етди ҙә, хисле лә булыуы менән айырылып тора. Ә Вәрис – шәп спортсы, йүгереү, саңғыла уҙышыу буйынса һис кемде алдына сығармай.
Рәүиәнең үҙенә лә ауылдағы башҡа шәп-шәп егеттәрҙең һәр ҡайһыһы тип әйтерлек күҙ төшөрөп йөрөй. Нисек кенә шулай булмаһын инде – уның ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡара ҡаштарына, бөгөлөп торған оҙон керпектәренә, ҡояштай балҡып торған нурлы мөлдөрәмә ҡара күҙҙәренә кем битараф ҡала алһын инде! Ә ынйылай ап-аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп бер йылмайып ебәрһә, Рәүиә алдында туң йөрәк тә ирер, таш бәғер ҙә йомшарыр. Әммә әлегә ауылыбыҙҙың көләкәс һылыуҡайы уларҙың береһе менән дә аралашырға ынтылып тормай.
Класташым Рәхимйән дә Рәүиәгә үлеп ғашиҡ. Ул беҙҙән ике йәшкә өлкәнерәк. Беренсе класҡа Рәүиәләр менән бергә барған ул. Бер класта икешәр йыл ултырыуы уның дәрестәрҙе үҙләштереү кимәленә лә, тәртибенә лә бәйле түгел. Бик һәләтле, бик тотанаҡлы малай ул. Иғтибарлы. Яғымлы. Тик бына бер нисә йыл элек уның ғаиләһе тәрән ҡайғы кисерҙе: атайҙары фажиғәле рәүештә ваҡытынан алда яҡты донъя менән хушлашты. Йәштәше Фәйзулла менән ауыл малын көтә торғайнылар. Бер көн ауылда ҡот осҡос яңылыҡ таралды: “Көтөүселәр, нимәлер бүлешә алмайынса, һуғышып киткән, Фәйзулла Иҫәнгилдене балта менән сабып үлтергән”... Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды был хәбәр. Бығаса шаян, үткер Рәхимйән шул ваҡыттан алып ҡырҡа үҙгәрҙе: үҙ-үҙенә бикләнде, тиҫтерҙәре менән уйнамаҫ булды, әҙ һүҙлегә әүерелде. Уҡыу ҡайғыһы ла юҡ ине унда.
Инәһе ҡулында дүрт бала тороп ҡалды улар. Рәхимйән — уның берҙән-бер таянысы. Иң ҙуры ир бала булғанлыҡтан, ауылдағы бөтә ауыр эш хәҙер уның иңендә. Өлкәндәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышып, бесәнен дә саба, кәбәнен дә һала, утынын да быса. Ә уның үҙенең берҙән-бер серҙәше – атаһынан ҡалған баяны. Бәләкәстән шәп уйнарға өйрәнгән. Ул хатта Нил ағайымдан да күпкә оҫтараҡ, моңлораҡ төҫлө. Шуға ла, Нил ағайым ауылдан ситкә сығып киткәс тә, киске уйындарҙа йәштәрҙе Рәхимйән бейетә башланы. Урта буйлы, ныҡлы кәүҙәле, моңһоу ҡарашлы үҫмер егеттең маһирлығына хайран ҡалмаған кеше юҡ ине. Бармаҡтары баян телдәре буйлап йүгерә, ә төпһөҙ даръяны хәтерләткән зәңгәрһыу күҙҙәре туҡтауһыҙ Рәүиәне эҙләй. Күреп ҡалһа, осҡонланып, балҡып китә, ә баяны һандуғастай һайрай башлай. Рәүиә иһә уны бөтөнләй күрмәгән дә кеүек. Ул да һуңғы осорҙа ныҡ ҡына үҙгәргәйне шул – тәкәбберлекте хәтерләткән ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килгәйне унда. Нисек кенә алсаҡ, күңелсәк күренергә тырышмаһын, сибәр ҡыҙҙың булмышындағы был яңы сифаттарҙы тойомламау мөмкин түгел ине.
Яҙҙарҙы – йәйҙәр, көҙҙәрҙе ҡыштар алмаштырҙы. Тормош үҙ ағышы менән барҙы ла барҙы. Кемдер төрлө ҡалаларҙағы урта йә юғары уҡыу йорттарына уҡырға керҙе, кемдер хәрби хеҙмәткә китте. Ә ял кистәрендәге киске уйындар йылдан-йыл дауам итте. Ниһайәт, беҙҙең дә мәктәптә сығарылыш имтихандарын тотоу мәлебеҙ яҡынлашты. Төрлө тарафҡа таралышыр алдынан күмәкләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә булдыҡ. Май аҙағындағы һуңғы шәмбе ине. Көн шундай матур!
Түбән оста йыйылдыҡ та күлгә йүнәлдек. Юлыбыҙҙа атайым осраны.
— Балалар, бәлки, бөгөн бер ҡайҙа ла бармаҫһығыҙ, радионан көндөң боҙоласағын, дауыл ҡубыу ихтималлығын хәбәр иттеләр, — тине ул.
— Күк йөҙө ап-аяҙ, ус аяһындай ҙа болот әҫәре юҡ бит, — тип ҡаршы төштөк беҙ. – Бер йыйынғас, барабыҙ инде.
— Йәшһегеҙ шул әле, өлкәндәрҙе бик тыңлағығыҙ килмәй, алдығыҙға алғанды ҡылаһығыҙ инде барыбер, тик, зинһар, абайыраҡ йөрөргә тырышығыҙ инде, — атайым шулай тип үтенеп тороп ҡалды.
Күл ярында өлкәнерәк йәштәгеләр урынлашып, усаҡ яғып та өлгөргәйне, шуға күрә беҙ яҡындағы тау битләүендәге йәш ҡайынлыҡ араһындағы бәләкәй аҡланда туҡталырға булдыҡ. Тиҙ генә үлән өҫтөндә табын ҡороп ебәрҙек. Урталағы ашъяулыҡҡа өйҙән алып килгән ризыҡтарыбыҙҙы теҙҙек. Сәй ҡайнаттыҡ. Күңелле генә итеп һөйләшеп-шаярышып ултырабыҙ. Рәхимйән туҡтауһыҙ баян уйнай, көй артынан көй һуҙа.
— Иң шәп гармунсының тап беҙҙең арала булыуы ифрат шәп тәбаһа! – тине кемдер.
Башҡалар уның әйткәндәрен ихлас хупланы. Рәхимйәнгә ҡарата маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре ишетелде. Ул иһә тыйнаҡ ҡына йылмайып, беҙҙе сихри моң донъяһында тирбәлдереүен дауам итә. Шулай хозур урман эсендәге һиллектә бер ниндәй уй-хәсрәтһеҙ ял итәбеҙ.
Ҡапыл ҡаты ел иҫеп ебәрҙе, тау артынан көтмәгәндә килеп сыҡҡан ҡара болот күк йөҙөн ҡапланы һәм ямғыр ҡоя башланы. Бер үк ваҡытта тип әйтерлек күл яғынан кемдеңдер аяныслы тауышы яңғыраны:
— Ҡотҡарығыҙ!
Минең башымда “Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән” тигәндәре тап шулай булалыр инде” тигән уй йүгерҙе.
Урындарыбыҙҙан дәррәү һикерешеп тороп, ярға табан саптыҡ. Ундағыларҙың һәммәһе лә, аяғүрә баҫҡан килеш, күлгә бағып ҡатып ҡалған.
— Бөгөн, ярҙа ғына ултырһаҡ була ине лә инде, — тип әрнеп әйтеп ҡуйҙы өлкән ҡыҙҙарҙың береһе. — Рәүиәнең бик ныҡ кәмәлә йөҙгөһө килде, ә ул алдына алһа, өҙмәй ҙә ҡуймай бит инде, бер кемде лә тыңламаны...
Бынан бер сәғәт самаһы элек кенә тып-тыныс ятҡан күл ярһып тулҡынлана. Яр менән утрау араһында бер кәмә түңкәрелеп, сайҡалып ята. Өс кеше кәмә эргәһенән ярға табан йөҙөп маташа. Күлдәгеләрҙе тын да алырға ҡурҡып күҙәткән йәштәрҙе йыуатҡандай, ҡойма ямғыр һибәләүгә күсте. Болоттар ҙа таралыша башланы. Күл ҡайтанан тынысланғандай булды. Быға ярҙағылар ҡыуанып бөтә алманы. Кәмәнән ҡолап төшкән йәштәр яйлап ҡына ярға яҡынлашты. Байтаҡ ҡына араны тигеҙ генә йөҙөп үттеләр. Май айы ғына бит әле, һыу йылынып өлгөрмәгән. Әллә өшөнө, әллә арыны, Рәүиә арттараҡ ҡалды һәм бата башланы. Шул мәлдә Рәхимйән һыуға атылды. Шәп кенә батыусы ҡыҙ янына барып етте лә уны ярға табан һөйрәргә тотондо. Уң ҡулы менән генә йөҙә, ә һул ҡулы менән Рәүиәне матҡып тотоп алған. Яр ситенә биш – ун метр самаһы ара ҡалғас, бар көсөнә ике ҡуллап ҡыҙҙы ярға табан этәреп ебәрҙе. Бер нисә егет, һыуға кереп, Рәүиәне һөйрәтеп сығарҙы. Ҡыҙҙар ҡазаға тарыусыны иҫенә килтерергә тотондо. Әҙме-күпме ваҡыттан кемдер арабыҙҙа Рәхимйәндең юҡлығын абайлап ҡалды. Баҡтиһәң, Рәүиәнең хәлен хәлләп, уны бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ икән. Егеттәрҙең бөтәһе лә тип әйтерлек һыуға ташланды. Эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, ауылға йүгереп ҡайтып йылым алып килделәр. Тағы бер кәмә лә табылды. Йылымды ике яҡлап йәйҙеләр ҙә берәүҙәр ярҙан, икенселәр кәмәнән һыуҙы “һөҙә” башланы. Нәҡ балыҡ һөҙгәндәй! Оҙаҡ ҡына маташтылар. Ниһайәт, Рәхимйәндең үле кәүҙәһен һөйрәп сығарҙылар...
Ә зәңгәр күктә ҡайтанан ҡояш йылмайып ебәрҙе. Тирә-йүндә ҡоштар һайрашты. Һыу өҫтөндә аҡсарлаҡтар осто. Күлебеҙ иһә, бер ни ҙә булмағандай, тыныс ҡына йәйрәп ята ине...
...Был кистә лә йәштәр клубҡа йыйылды. Минең күңелем унда һис тартмағайны. Атайым:
— Ғүмерегеҙҙә тәүге тапҡыр оло юғалтыу кисерҙегеҙ, иптәштәрегеҙ менән бергә булығыҙ, бер аҙға ғына булһа ла сығып йөрөп кил, — тигәс, клуб яғына йүнәлдем.
Эскәмйәләр туп-тулы. Гармунсының ултырғысында, гүйә, хужаһын юҡһынып, етемһерәп, Рәхимйәндең баяны тора. Кемдер магнитофон ҡабыҙып маташа, ниндәйҙер моңһоу көй ишетелә. Бейергә төшөүсе лә, йыр башлаусы ла юҡ. Ҡыҙҙар бер-береһе менән бышылдашып ҡына һөйләшеп ултыра. Бөгөнгө бигерәк тә оҙон кеүек тойолған көн эсендәге кисерештәре менән уртаҡлашаларҙыр, күрәһең. Егеттәр иһә бөтөнләй өндәшмәй.
Ғәҙәттә, киске уйын ҡыҙған сәғәт килеп етте. Һис кем урынынан ҡуҙғалмай. Йәштәрҙе һиҫкәндереп, ҡапыл ишек асылып китте лә клубҡа атлығып Рәхимйәндең инәһе килеп керҙе. Һөйкөмлө, күңелсәк Көнһылыу еңгә бер нисә сәғәт эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәреп, ҡартайып, бөкрәйеп киткәйне. Клубта себен осһа ла ишетерлек шомло тынлыҡ урынлашты. Ул тура Рәүиә ултырған тәңгәлгә яҡынлашты. Бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, оҙаҡ итеп уның күҙҙәренә ҡарап торҙо. Ҡыҙ, арбалып ҡалғандай, Рәхимйәндең инәһенә текләп тик ултырҙы. Артабан Көнһылыу еңгә яйлап ҡына эскәмйәләрҙе урап сыҡты. Һәр кемебеҙ алдында туҡталып, һәр кемебеҙҙең күҙҙәребеҙгә ҡарап торҙо ул. Гүйә, сиратлап, һәр беребеҙгә өнһөҙ генә: “Ни өсөн минең улғынам һеҙҙең арағыҙҙа түгел һуң?” — тип әрнеүле һорауын бирә ине. Уның аяҙ күк төҫөндәге күҙҙәрендә ғазаптарының төпһөҙ тәрәнлеген әйтеп бөткөһөҙ. Балаларын һунарсы атҡан яралы инә арыҫландың ҡараштары тап шулай булалыр, моғайын.
Тағы Рәүиәгә яҡынлашты. Йәнә уның күҙҙәренә тилмереп баҡты. Ҡыҙ, керпектәрен дә ҡаҡмайынса, әсәгә тура ҡарап ултыра бирҙе. Көнһылыу еңгә уның алдында бер ни тиклем баҫып торҙо ла, уң ҡулын һелтәп, ҡырҡа боролдо һәм тиҙ генә клубтан сығып та китте. Ә йәштәр тағы бер нисә минут өнһөҙ-тынһыҙ ғына ултырҙы ла берәм-берәм өйҙәренә таралышты...
Мин бүтән клубҡа барманым. Киске уйынға аяғым да, күңелем дә тартманы. Рәүиәне лә башҡа күрмәнем...