Светлана Фәрит ҡыҙы Хәкимова (Маликова) Әлшәй районының Иҫке Ҡайып ауылында тыуған. Дим-Һарайтау (Иҫке Ҡайып ауылының мәктәп исеме) башланғыс, Раевкала 1-се башҡорт мәктәп-интернатын тамамлағас, Раевка мәҙәниәт һарайында эшләй һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала. Һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. 1991 йылдан – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Шул дәүерҙә дүрт тиҫтәгә яҡын образ ижад иткән. Башҡортостан Республикаһы кимәлендә уҙғарылған “Актер йыры-94” конкурсы лауреаты. “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Үҙе башҡарған йырҙарын туплап, “Моңдарым булып ҡал”, “Йөрәк сере” аудиодисктары сығарған. Ире Хәмиз Хәниф улы – музыкант. Ике ул үҫтерәләр: Рәмис – юғары белемле музыкант-баянсы, Ильяс — мәктәп уҡыусыһы. — Актриса булам тигән уй башыма ҡасан килде, тиһегеҙме? – Светлана Фәрит ҡыҙы саҡ ҡына уйланып тора ла, – бәләкәй саҡтан уҡ иң ҙур хыялым йырсы йәки спектаклдәрҙә уйнаған артистка булыу ине, — ти, көлөмһөрәп. – Сәнғәткә ҡарата һөйөү орлоҡтары ҡандан да киләлер, әсә һөтө менән һалынғандыр, моғайын, сөнки әсәйемдең дә әсәһе, өләсәйем, шул тиклем матур йырлар ине. Өй эштәрен башҡарғанда үҙ алдына ғына көйләгәнен дә күрше апайҙар инеп тыңлап торор ине. Әсәйем Лидия Мөҙәрис ҡыҙы менән ике туған апайым да йырларға ярата, туғандарымдың да тауышы моңло, тыуған йортҡа йыйылғанда, табындарҙа күмәкләп йырлашып ултырабыҙ. Тик минән башҡа берәү ҙә сәхнә һөнәрен һайламаны.
Күҙҙәренән нурҙар һибелеп торған илгәҙәк, отҡор ҡыҙыҡайҙың йыр-моңға ынтылышына, икенсе ролгә инергә тырышыуына тәүге укытыусыһы Люциә Фәтхи ҡыҙы Сәйетғәлина ла иғтибар итә.
Светлана класс сараларында бик теләп ҡатнаша, мәктәптә өйрәнгәндәрҙән тыш та бик күп йыр белә. Ә инде фигуралы шыуыуҙы бары тик ул саҡтағы аҡ-ҡара төҫтәге телевизорҙан ғына күргән баланың боҙҙа быймаһы менән шыуып өйөрөлөп, төрлө хәрәкәттәр яһап йөрөүен нисек аңлатырға? Балалығына бара, тиер инең, бөтә уҡыусылар ҙа улай уйнамай ҙа...
– Был бала сәнғәт кешеһе булыр, моғайын, – тип фараз итә, һәр уҡыусыһында ниндәйҙер үҙҙәренә генә хас һәләт күреп, уны үҫтереү өсөн шул йүнәлештә эшләргә күнеккән уҡытыусы.
Светлананың шиғыр һөйләргә лә әүәҫ икәнен күреп, дәрестә үткәндәргә өҫтәп, яңы ҡыҙыҡлы шиғырҙар ятларға бирә. Тиҙ ятлап алыуы өҫтөнә, тасуири итеп уҡый ҙа әле ул!
Дүрт балалы колхозсы ғаиләһендә Светлана икенсеһе була. Ауыл балалары кесе йәштән эшкә ылығып үҫә. Йәй көндәре бесән эшләмәгән, утын әҙерләмәгән, баҡса, колхоздың гектарлап бүлеп бирелгән сөгөлдөрөн утамаған ғаилә булмай. Балаларҙың да һәр береһе ҡулынан килгән эштәрҙе башҡара. Уларҙың береһе лә ҡыҙ өсөн ауыр ҙа, ялҡытҡыс та булмай, сөнки уның күңелендә үҙе уйлап сығарған әкиәт донъяһы йәшәй. Унда барыһына ла үҙе хужа бөтә эштәрен дә еңел генә башҡара ала торған тылсымлы ҡыҙыҡай. Уның әкиәт донъяһында һәр саҡ яҡты, йылы, күңелле. Шуға күрә Светлана өйҙәге, ҡырҙағы көндәлек эштәрҙе һәр саҡ ҡанатланып, илһамланып, үҙен күңелендәге көслө, изгелекле һылыу итеп тойоп башҡара. Шуға ла арымай, арыһа ла, һис көйөнмәй. Эй, хыялый ҡыҙыҡай, ниҙәр көтә икән һине алдағы йылдарыңда?!
Дүртенсе класҡа тирә-яҡтағы ауыл балалары ете-һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Раевка башҡорт урта мәктәбенә (хәҙерге Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге лицей) йөрөп уҡый. Көн һайын. Ҡышҡы бурандарҙа көрт баҫҡан юлдарҙан, яҙын гөрләүектәр йәйрәп ятҡан ҡарлы-боҙло һыу кисеп, көҙгө ямғырҙарҙа күшегеп...
Йөрөп уҡыуҙың ыңғай яҡтары ла булған икән: оҙағыраҡ саф һауа һулайһың, бер көн дә ҡалдырырға ярамаған иртәнге-төшкө гимнастика. Юлдағы мажаралар, һөйләшеүҙәр, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыуҙар кешеләрҙе яҡынайта. Оҙон юлда хыялдар осҡорораҡ, уйҙар тәрәнерәк, офоҡтар киңерәк, тәбиғәт күренештәре һәр саҡ күҙ алдында. Светлана шиғырҙарҙы гел юлда ятларға өйрәнеп ала. Уҡыуҙан ҡайтҡанда әхирәттәрең менән яңы йырҙар өйрәнеү ҙә юлды ҡыҫҡарта, күңелде байыта.
Талпынып-талпынып мәктәпкә ашыҡҡан сәғәттәр ҡыҙҙы йыш ҡына үҙенең әкиәт донъяһына алып ҡайта. Бына ул — сибәр актриса сәхнәлә йырлап тора, халыҡ уның моңон иҫе китеп тыңлап ултыра. Ә йырсы, уларҙың мөхәббәтен тойоп, илһамланыбыраҡ йырлай. Бына ул төп ролдәрҙе башҡарыусы актриса: ҡош булып та оса, һыуҙа ла йөҙә, бер ҡараһаң – принцесса, икенсе ҡарағанда – иҫ киткес батырлыҡтар эшләгән героиня...Үҙ донъяңда йәшәгәндә ваҡыт та тиҙ үтә, юлда икәнлегең дә һиҙелмәй.
“Барыбер актриса булам мин!” – Бала саҡта ҡабул ителгән ҡояшлы күңел ҡарары шундай көслө һәм ерлекле булғандыр, күрәһең. Бер һайлаған юлдан һис ҡасан тайпылмай буласаҡ сәнғәт йондоҙо.
Мәктәптә уҡығанда уҡ “йырсы ҡыҙыҡай” тигән даны тарала. Өлкән кластарҙа уҡығанда мәктәп кисәләрендә генә түгел, ауыл сәхнәләрендә лә йырлай башлай. Бер саҡ Өфө телевидениеһының “Йәйғор” программаһында тура эфирҙа ла йырларға насип була Светланаға. Был сығыш уның үҙенә булған ышанысын тағы ла нығыраҡ арттыра.
Әхирәттәренең сәнғәт юлын һайларға теләүен тиҫтерҙәре лә белә. Ошолай буласағына икеләнмәйҙәр. Шулай ҙа кемеһелер йөрәккә хәүеф орлоғо һалып ҡуя: “Артистарҙың тормошо тормошмо ни ул, гел юлдалар. Күбеһе йүнләп ғаилә лә ҡора алмай”. Светлана уйға ҡала: ҡайһыһын һайларға һуң? Сөнки уның артист та булғыһы, һәйбәт ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәгеһе лә килә. Күпмелер ваҡыт медицина институтына инеү хаҡында хыялланып ала. Ата-әсәһе лә был хыялды яҡлаған кеүек. Тик икенсе һөнәрҙе күҙ алдына килтергән һайын, ул саҡта сәхнә менән хушлашырға кәрәк буласағын аңлап, йөрәге өҙгөләнә.
Шул осорҙа район мәҙәниәт һарайында фанаттарса эшләп йөрөгән режиссер етәксе Римма Шакирова менән таныша. Ул 1-се мәктәптә лә драма түңәрәге алып бара. Тик Светлана, йөрөп уҡығанлыҡтан, унда ҡатнаша алмай.
Бына мәктәп сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың “Йырланмаған йыр” спектакле бара. Иҫе китеп үҙешмәкәр артистарҙың уйнағанын ҡарап ултыра ҡыҙыҡай, күңеленән генә һәр береһенең ролен үҙенсә ҡабатлай. Шул йылда ул, Мостай Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын”, Сибай театры алып килгән “Һыу юлы” драмаларын ҡарап, ҡәтғи фекергә килә: “Юҡ, мин бары тик сәнғәт юлынан ғына китәсәкмен. Медицина институтында унда уҡырға инергә теләгәндәр уҡыһын!”
Тик сәнғәт институтында ла театр бүлегенә ҡабул итеү йылы түгел. Бер аҙ эшләп, өҫ-башты бөтәйтеп алырға, атай-әсәйгә лә туғандарҙы ҡарашырға ярҙам итергә кәрәк. Светлана Маликова Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына ситтән тороп уҡырға инә лә Раевка мәҙәниәт һарайына эшкә урынлаша. Район, республика кимәлендә үткәрелеп торған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, ауыл сәхнәләрендә концерттар менән сығыш яһау үҙешмәкәр артисты тамашасылар менән рухи бәйләнешкә инергә, сәхнәлә үҙеңде тоторға, сәнғәт өлкәһендә була торған сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, тауыш өҫтөндә ентекле эшләргә, мөмкинлегеңә, күңелеңә тура килерлек йырҙар һайларға өйрәтә. Халыҡ Светлана Маликова башҡарыуында шиғырҙар тыңларға ла ярата. “Бигерәк тә Әнғәм Атнабаевтыҡын кинәнеп һөйләй инем”, – ти Светлана Фәрит ҡыҙы.
Ошондай концерттарҙың береһендә ул буласаҡ тормош иптәше Хәмиз Хәкимовты осрата. Сәхнәлә икеһе лә — һөйкөмлө, илһамлы, йәш, сибәр артистар: береһе өҙҙөрөп баянда уйнай, икенсеһе моңланып, дәртләнеп “Иҙел буйы ҡайындары” тигән йырҙы башҡара. Халыҡ уларға һоҡланып ҡарай, мөхәббәт һәм бәхет юрай. Йыр-моңға ғашиҡ йәштәрҙең күңелендә наҙлы хистәр ҡабыныуы һәйбәт күренеш инде. Етмәһә, күрше ауылдарҙа ғына тыуып үҫкәндәр, бәләкәйҙән таныштар. Тик Хәмиз Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатында уҡыған, аҙаҡ армияла хеҙмәт иткән икән, шуға оҙаҡ ҡына осраша алмағандар.
Артабан уҡыу, баш ҡала кимәлендә һәләтен үҫтереү теләге яҡты нур булып саҡыра Светлананы. Артыҡ баҫалҡылыҡ, үҙ мөмкинлегеңә ышанып етмәү икеләндерә уны. “Баш ҡала сәхнәләре өсөн һәләтем етерлекме икән һуң, хыялдарым мөмкинлегемә тап киләме?” кеүек һорауҙар икеләндерә ҡыҙҙы. “Әле тәүәккәлләмәһәм, аҙаҡтан һуң буласаҡ” тигән бик ваҡытлы ҡарарға килә Светлана һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә. Уҡырға инеүселәр исемлегендә үҙенең фамилияһын күргәс, кисергән тойғоларын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Йылдар буйы утлы ҡуҙ булып күңел төпкөлөндә генә көйрәгән, инде һүрелә төшкән хыялдарҙың тормошҡа ашып, дөрләп китеүе була был мәлдәге уй-хистәр.
Күренекле режиссер, сәнғәт белгесе, талантлы һәм талапсан Ғабдулла Ғиләжевтең курсына эләгеүҙе оло бәхет тип ҡабул итә. Ире Хәмиз дә шул уҡ уҡыу йортонда музыкант белемен үҙләштерә.
Һәләтле йәштәр менән бергә уҡыу, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле репетициялар, яңы спектаклдәргә йөрөп, күренекле артистарҙың уйнағанын ҡарап өйрәнеүҙәр, гөрләп торған баш ҡала тормошо Әлшәй йәштәрен тиҙ арала үҙ ритмына, үҙ мөхитенә индерә. Ғаилә булғас, бала тыуыу – тәбиғи хәл. Дәртләнеп кенә уҡып йөрөгәндә Светлана тиҙҙән әсә буласағын белә һәм бер йылға академик ялға китә. Шуға ла ул ике төркөмдәге студенттарҙы ла “курсташтар” тип йөрөтә.
Юғары исемдәргә лайыҡ булған, халыҡ һөйөүен яулаған Нәғим Нурғәлин, Ольга Мусина, Зөлфиә Хәлилова, Рәсүл Ҡарабулатов, Гөлнара менән Алмас Әмировтар, Айгөл Ҡарабулатова, Гөлназ Ирсаева, Юнир Ғәйнуллин, Фәһим Әхмәтйәнов, Зилә менән Алмас Сәйетовтар, Марс Итбаев, Фиҙәлиә менән Илһам Рәхимовтар — сәнғәттә илһамланып хеҙмәт иткән тәжрибәле быуын инде бөгөн. Яңы төркөм етәкселәре һәм уҡытыусылары ла хөрмәтле сәхнә оҫталары була. Рифҡәт Исрафилов, Тамара Хоҙайбирҙина, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичева уҡыта.
Йәш бала менән уҡыуы, ай-һай, еңел булмай студент әсәгә, ләкин өлгөрөргә, тырышырға кәрәк, башҡа сара юҡ. Уҡырға булған теләк кенә түгел, бала саҡтан тәрбиәләнгән түҙемлек, яуаплылыҡ, фиҙакәрлек сифаттары ла ярҙам иткәндер Светланаға үҙенең сәнғәттәге урынын да, ғаиләһен дә һаҡлап ҡалырға.
Өсөнсө курстан башлап төп ролдәрҙе лә ышанып тапшыралар студенткаға. Бер саҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер төркөм артистары Италияға гастролгә китә. Улар араһында “Ғәлиәбаныу” спектаклендә төп ролде уйнаусы ла бар. Ә Өфөлә шул уҡ спектакль репертуарҙа ҡала. “Ғәлиәбаныу ролен миңә тәҡдим иткәс, тәүҙә ышанмай торҙом. Ышанғас, түбәм күккә тейҙе. Режиссер Рифҡәт Исрафилов, шул спектаклдә уйнаған өлкән, тәжрибәле коллегаларым был образды тыуҙырғанда ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға әле лә рәхмәт әйтәм, сөнки тәүге роль килеп сыҡмаһа, бынан һуң төп ролдәр теймәүе лә мөмкин ине бит.
Ә Ғәлиәбаныуҙың ҡул арты еңел булды. Шул осорҙа Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” пьесаһы буйынса эшләнгән спектаклдә Әлиә ролен дә ышанып тапшырҙылар. Беренсе гастролгә, өсөнсө курсты тамамлағас, Хәкимйән Зариповтың “Яуап көнө” спектакле менән сыҡтым. Бында ла ниндәйҙер актриса урынына барырға тура килде. Үҙем инде әсә булғас, спектаклдәге ауырлы ҡатын ролен уйнауы ҡыйын булманы.
Республика ауылдарында 43 көн буйы спектаклдәр ҡуйып йөрөнөк. Шунда белдем инде мин артист тормошоноң ауырлыҡтарын, ләкин күңелем ҡайтманы. Әле лә арыған саҡтар түгел, ә Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәте, ҡыҙыҡлы хәлдәр, донъяһын онотоп спектакль ҡараған, алып ҡайтып ҡунаҡ итергә, хөрмәт күрһәтергә әҙер торған тамашасылар иҫкә төшә”, – тип хәтерләй актриса.
Уҡып бөткәс, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә йүнәлтелеүен дә оло бәхеткә һанай Светлана Фәрит ҡыҙы. Бында бер төрлө яҙмыш, ә башҡа ерҙә башҡасараҡ булыр ине бит инде. Ә сәнғәт яҙмышы үкенерлек түгел актрисаның.
Халыҡ ихтирамын ҡаҙанып билдәлелек яулау, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ булыу – барлыҡ сәхнә әһелдәренең дә иң ҙур хыялы. Светлана Хәкимова был юғарылыҡҡа үҙенең ҡабатланмаҫ таланты, тырышлығы, сәнғәткә тоғролоғо арҡаһында өлгәште. Һөйөклө ҡатын, ике улға ғәзиз әсә булыу ҙа – изге күңеллелек, фиҙакәрлек, түҙемлелек емештәре. Еңеүҙәрҙең еңел бирелмәүен еңеүсе үҙе генә белә.
Ә бит бер түгел, күпселек режиссерҙарҙың спектаклдәрендә төп героиняларҙы уйнауҙы уға, Светлана Хәкимоваға, ышанып тапшырыуҙары тиккә генә түгел. Беренсенән, ул — күп яҡлы талант эйәһе: уйнарға ла, йырларға ла булдыра. Өҫтәүенә артист һөйкөмлө лә булырға тейеш. Эшләй башлаған йылдарҙа бөтәһе лә сибәр була. Тик эске һәм тышҡы матурлыҡты, шул иҫәптән кәүҙә һомғоллоғон оҙаҡ ваҡыт дауамында һаҡлай ҙа белергә кәрәк бит әле.
“Шуға шөкөр итәм, – ти Светлана Фәрит ҡыҙы, – миңә терһәк менән юл ярырға кәрәкмәне. Театрға Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклендә Һандуғас ролен уйнап килеп индем. Студент саҡтан ҡайһы бер спектаклдәрҙә ҡатнашып, аралашып йәшәгәнгәме, өлкән артистар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә яҡын күреп, яратып коллективҡа ҡабул итте. Өлкән коллегаларым — заманыбыҙҙың арҙаҡлы сәнғәт оҫталары Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Шамил Рәхмәтуллин, Муллайән Сөйәрғолов, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Хөрмәт Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова, Рәмзиә Хисамова, Илдар Ғүмәров менән бер сәхнәлә уйнай алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Беҙҙең быуын артистарының һәр береһе сәнғәттә үҙ урынын тапты. Бөгөн улар театрҙа төп көстө тәшкил итә. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙгә алмашҡа һәләтле, сәнғәтте мөкиббән яратҡан, һәр яҡлап белемле, тырыш йәштәр килә. Тимәк, театрыбыҙҙың киләсәге өмөтлө. Егерме ике йыл буйына бер театрға тоғро ҡалдым. Күбеһенсә төп геройҙарҙы уйнарға насип итте, ролһеҙ йөрөгәнем булманы. Коллективыбыҙ татыу, эшлекле, талантлы. Беҙҙе Мәскәүҙә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә генә түгел, донъяның байтаҡ илдәрендә лә яҡшы беләләр, юғары баһалайҙар. Был — театр өсөн оло ғорурлыҡ.
Ижади коллектив булғас, эш мәлендә бәхәстәр ҙә, ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыға. Был — тәбиғи күренеш, сөнки уйланмаған, уңыштар өсөн көрәшмәгән, фекерҙәр сәкәшмәгән коллективта үҫеш булмай. Ә беҙ замандан артта ҡалырға теләмәйбеҙ!”
Үҙе зарланмаһа ла, байтаҡ ҡына ауырлыҡтар кисерергә тура килә тормошта Светланаға. Сәнғәткә хеҙмәт иткән ире һәм мәктәптә уҡыған улы менән ун биш йыл буйы ятаҡта йәшәү еңел булған тиһегеҙме ни?! Иренә музыка ҡоралдарында уйнарға, үҙенә ролдәр өҫтөндә эшләргә, ғаилә өсөн аш-һыу әҙерләргә, кер йыуырға уңайлы шарттар кәрәк. Бала ваҡытында тыныс мөхиттә дәрес әҙерләргә, музыка мәктәбенән ҡайтҡас та өйҙә баян уйнау серҙәренә төшөнөргә, аҙмы-күпме дәрестәрен ҡабатларға, шөғөлләнергә тейеш. Ғаиләһенә, яратып һайлаған һөнәренә булған оло мөхәббәте генә Светланаға ныҡлыҡ, сабырлыҡ биргәндер инде.
Тиҙ арала фатир вәғәҙә итеп, һәләтле актрисаны Стәрлетамаҡ театрына ла эшкә саҡыралар. Әлбиттә, ҡыҫыҡта интегеп йәшәгәндәр өсөн ылыҡтырғыс тәҡдим була был. Тик өйрәнгән коллективты, үҙеңде яратҡан тамашасыларҙы нисек итеп ташлап китәһең?! Етмәһә, театрҙың художество етәксеһе: “Һеҙ бында кәрәкһегеҙ”, – тип тора.
Ошо мәлдән һуң да биш йылдан ашыу дөйөм ятаҡта көн күрергә мәжбүр була сәнғәт әһелдәренән торған ғаилә. Баламдың үҫмер ваҡыты, ә уға баянсы булараҡ кәрәгенсә музыка менән шөғөлләнергә лә кәрәк тип, Светлана Фәрит ҡыҙы саҡырыуҙы кире ҡаға. “Шөкөр, хәҙер уңайлы өс бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Улыбыҙ үҙебеҙҙең театрҙа эшләй, һәләтле аккомпаниатор булып танылды. Үҙе уҡып сыҡҡан махсус музыка колледжында балаларға белем бирә.
Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә Светлана Фәрит ҡыҙының йөҙө яҡтырып, нурланып китә:
– Бер ғаиләлә өс сәнғәт кешеһе, нисек уртаҡ тел табаһығыҙ? – ти ҡайһы берәүҙәр. Бәлки, шулай булған өсөн дә бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңлайбыҙҙыр. Ирем Хәмиз бер ваҡытта ла: “Йә сәхнә, йә ғаилә”, – тип мине ауыр һынау алдына ҡуйманы. Сөнки ул, әгәр ҙә театрҙан китһәм, минең хис-тойғоларым һүнеп, төҫһөҙ-маҡсатһыҙ көн күргән мыжыҡ бер ҡатынға әүереләсәгемде яҡшы аңлай. Актриса булыуымды халыҡҡа, бигерәк тә минең үҙемә кәрәкле хеҙмәт, эш итеп ҡабул итә ул. Үҙе лә ижад кешеһе булараҡ, минең ҡайһы берҙә уйсанланып китеүемде, йә сценарий тотоп, ролгә инергә тырышыуымды ижади процесс булараҡ ҡабул итә. Өлкән улыбыҙҙың да сәнғәт юлынан барыуы уның беҙ һайлаған ижади хеҙмәтте үҙ итеүе хаҡында һөйләй. Ә бына кесе улыбыҙ Ильяс күберәк техникаға тартылған кеүек. Ниндәй юлды һайлаһа ла, күңеленә ятһын, эшенән бәхет табып йәшәһен.
Светлана Хәкимова – киң диапазонлы актриса. Был хаҡта уның ролдәренә ҡарап һығымта яһарға мөмкин. Егерме өс йыл эсендә ул тыуҙырған дүрт тиҫтәгә яҡын образдың береһе лә икенсеһен ҡабатламай, һәр береһен асыр өсөн яңынан-яңы тормошсан миҫалдар, сағыу биҙәктәр, уйылып хәтерҙә ҡалырлыҡ ижади деталдәр табылған.
“Мин яңы образға әкренләп инәм, – ти Светлана Хәкимова. – Ролдең асылына төшөнөргә тырышам, уның яҙмышы ниңә әлеге спектаклдә яҙылғанса булып китеүен төшөнөүҙе маҡсатым итеп ҡуям. Героиняларҙың характерын асыу, әлбиттә, уның ҡайһы илдә, ниндәй осорҙа, ниндәй ваҡиғалар араһында йәшәүенә лә бәйле. Үҙебеҙҙең йәки сит ил авторҙарының классик әйберҙәрен әҙерләгәндә мотлаҡ тарихи китаптарҙан шул осорҙо өйрәнәм. Авторҙың башҡа әҫәрҙәрен дә уҡып сығам. Ә инде бәләкәйҙән кешенең төрлө осраҡта үҙ-үҙен тотошона, яҙмышына иғтибар итеп үҫеүемдең дә образдарҙы асыуҙа ярҙамы ҙур, тип уйлайым. Бөгөн инде ҡыҙыҡлы кешеләрҙең тормошо, килеп тыуған ваҡиғаларға ҡарап уларҙың характерҙары нисек үҙгәреүен күҙәтеү минең ҡаныма һеңгән. Кеше бер ваҡытта ла тыумыштан яман йәки яҡшы сифаттарға эйә булмай. Мин уларҙың характерын асыу өсөн нилектән яман юлға баҫыуын йәки көтмәгәндә батырлыҡ, фиҙакәрлек, изгелек күрһәтеүенең сәбәптәрен эҙләйем, уларҙы күрһәтергә тырышам һәм... күп осраҡта үҙемдең героиняларымды, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡларға тырышам.
Бына, мәҫәлән, һуңғы ролдәремдең береһе Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” музыкаль драмаһындағы Альбинаны ғына алайыҡ. Уны үҙенең ижади күтәрелеше, тағы ла нығыраҡ билдәлелек алыуы өсөн билдәле сәнғәт оҫтаһына кейәүгә сығып, аҙаҡ уны ташлап китеүен фашлап, тамашасы тарафынан әхлаҡи йәһәттән хөкөм иттерергә лә мөмкин ине. Ә мин тамашасының иғтибарын Альбинаның һәләтле актриса булыуына, уның остазы Зарифҡа, талантына ихлас һоҡланып, уны бәхетле итергә тырышыуына ла йәлеп итергә булдым. Альбина, әлбиттә, ире Зариф кеүек үк амбициялы ижадсы. Ләкин уның ғүмер буйы үҙ һүҙле, тормошонда яңғыҙ ҡалған ауырыу ирен генә ҡарап ултырғыһы килмәй. Бына шундай ҡатмарлы ғына, заманса образ. Бик күптәрҙе үҙ яҙмыштары хаҡында уйланырға, ниндәйҙер миһырбанлы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәлер әле ул, бәлки. Маҡсатыбыҙ ҙа ошо бит инде”.
Эйе, Светлана Хәкимова — эҙләнеүсән, һөнәри үҫеш юлындағы тәжрибәле, популяр актриса. Коллегалары ла, журналистар ҙа, драматургтар ҙа был фекерҙе хуплай. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург Нәжиб Асанбаев уның ижады хаҡында бына ниҙәр яҙып ҡалдырған: “Башҡорт академия драма театрында “Аҡ ҡанатлы хыялым” (А. Островский, режиссерҙары – А. Нәҙерғолов, Т. Бабичева) Өфө тамашасыһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беренсе көндә Регина ролен Светлана Хәкимова уйнаны. Миңә уның күп кенә сәхнә уйындарын күреү насип булды. Актрисаның театрҙағы эшмәкәрлеген иғтибар менән күҙәткәнгә уның амплуаһын һәм актерлыҡ мөмкинлектәрен яҡшы уҡ самалайым. Әле бынан ике йыл элек кенә ул Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ҡарлуғас ролен иҫ киткес оҫта башҡарыуы менән тамашасыны таң ҡалдырғайны. Мин үҙемдең “Яралы яҙмыш” тигән спектаклемдә лә уның уйнауын яратып ҡараным. Ап-аҡ күлдәк кейгән һылыу ҡыҙҙың алыҫ үткәндәрҙән бейей-бейей килеүе лә, тормош ауырлыҡтарынан һығылып төшкән сәхнәләге иренең хәтерендә бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә яҡты образ булып кәүҙәләнеүе лә тетрәткес ине шул...
...Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимова сәхнәлә күренеү менән спектаклгә ниндәйҙер йәм өҫтәлде, ул тағы ла йәнләнә төштө. Уның борсоулы йөҙөндә һаман да шул уҡ беҙ күреп өйрәнгән мөләйемлек, күңелдәрҙе тартып торған зифа буй-һын, аҡыллы күҙ ҡараштары. Регина-Светланала нәфислек һәм лиризм, ғазап һәм һағыш, нәфрәт һәм ҡурҡыу, сарказм һәм ғорурлыҡ кеүек сифаттар уны ябай актрисанан героиня дәрәжәһенә күтәрҙе, һәм ул сәхнәнән сәхнәгә образ булараҡ үҫә барҙы, ваҡиғаларҙың уртаһына ташланды. Ә беҙ, тамашасылар, уға теләктәшлек күрһәтеп, тетрәнеп ултырҙыҡ”.
Ролдәр, ролдәр... Һәр береһенә күпме рухи көс, күңел яҡтылығы һалынған. Хас та балаң кеүек: айҙар буйына үҫешеп, кеше ҡиәфәтенә инеп, актрисанан буй-һын, холоҡ-фиғел алып, айырым образ булып тыуа бит улар. Тыуалар ҙа тамашасының күңелендә үҙ яҙмыштары булған таныш кешеләр булып йәшәй башлайҙар.
М. Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында Агазия, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”ендә Сәрби, “Ай тотолған төндә”лә – Зөбәржәт, Р. Байбулатовтың “Йәрем минең – алиһәм”дә Алла, К. Гальдониҙың “Йәрең көнләп, серең һөйләп” драмаһында Донна Паскуа, X. Ибраһимовтың “Башмағым”ында Сәрүәр, М.Мөсифуллиндың “Тиҫкәре ир, насар ҡатындар” әҫәрендә Гүзәлйән, М. Фәйзиҙең “Аҫылйәр”ендә Ләлә, А. Чеховтың “Туй”ында Дашенька һәм башҡа образдар – Светлана Хәкимованың аҡыл көсө һәм хис-тойғо менән тыуҙырылған ижад емештәре. Актриса: “Геройҙарымдың бөтәһен дә яратып уйнайым”, – ти. Үҙең бар иткән, донъяға сығарған үҙенсәлекле характерлы, үҙеңдең буй-һыныңды, төҫ-башыңды битлектә генә булһа ла ҡабатлаған “кешеләрҙе” нисек яратмаҫҡа мөмкин?!
Бына Ә. Дилмөхәмәтова әҫәре буйынса ҡуйылған “Артур + Нэнси” спектаклендәге Әсә – Светлана Хәкимова башҡарыуында – баланың бәхете өсөн ниндәй генә хис-тойғо кисермәй ҙә ниндәй генә эш башҡармай?! Тамашасылар араһында ла кемдер йәлләй, кемдер аңлай, кемдер ғәйепләй Әсәне, ләкин был образ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тимәк, актриса ла, уның менән бергә спектакль дә маҡсатҡа ирешә. Кешеләрҙе илдәге, беҙҙең аралағы иң ҡурҡыныс проблеманы хәл итергә һәм булдырмаҫҡа, бөгөнгө көн проблемаларына ҡарата битарафлыҡтан арынырға саҡыра.
Сыңғыҙ Айытматовтың “Аҡ пароход” әҫәре буйынса ҡуйылған трагедияла Бикәй образын Светлана Хәкимова ышандырырлыҡ, тетрәндерерлек итеп башҡара. Тамашасы күберәк лирик ролдәрҙә күреп өйрәнгән актриса өсөн бындай роль — үҙенә күрә ҙур һынау. Ул, образды йәнләндереп, бәхет өсөн йән атҡан ҡатындың әкренләп ҡот осҡос аҙымға барыуын тамашасыларҙы шаңҡытып, тетрәндереп асып бирҙе.
Һуңғы йылдарҙа Светлана Хәкимова Ҡол-Ғәли һәм Юрис Сафиуллиндың Таңсулпан Ғарипова әҫәре буйынса эшләнгән “Ҡара юрға...” спектаклендә, Мөҙәрис Багаевтың “Ике төш” драмаһында Гөлшат ролдәрен башҡарып, тамашасыларға яңы ижад емештәрен бүләк итте.
Светлана Хәкимова — йырсы актриса. Уның үҙенсәлекле тембрлы халыҡсан моңло тауышын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Өҙгөләнмәй-сәбәләнмәй генә бәрхәттәй наҙлы, йомшаҡ тауыш менән моң боролмаларын еренә еткереп, талғын ғына башҡарған эстрада һәм халыҡ йырҙарын йыр-моң яратыусылар, мәҙәниәт һарайҙарындамы, радио-телевидение тулҡындарындамы, һәр саҡ көтөп ала. Халыҡ йырҙарынан “Көйөлдө”, “Уйыл”, “Рамай”, “һағыныу йыры”, “Сәлимәкәй”, “Һауаларҙа осҡан...”, “Ауыл көйө”, “Һағынам, дуҫтар”, эстрада йырҙарынан Альфред Яҡшымбәтов ижад иткән “Ауыл ҡапҡаһы”, “Иҙелкәй”, “Ни хәлдәр итәйем”, Роза Сәхәүетдинованың “Ғүмер юлы”, “Әйҙә киттек Дим буйына”, Сара Садиҡованың “Йөрәк сере” һәм башҡа бик күп йырҙар Светлана Хәкимованың илһамлы тауышы менән йыр-моң һөйөүселәр күңелендә һаҡлана.
Йырсыға бер теләгем: йәшерәк саҡта йырҙарҙы күберәк яҙҙырып ҡалырға кәрәк ине. Кеше менән бергә тауыш та үҙгәрә, тоноҡлана бара бит йылдың-йылы, аҙаҡ үкенескә ҡалмаһын.
Сәнғәт киңлектәрендә ғүмере буйы ике ижади ҡанат менән оса Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова: бер ҡанаты спектакль образдары булһа, икенсеһе – йыр-моң. Береһенә лә хыянат итмәй, икеһен дә тиң күреп елпенде, яңынан-яңы бейеклектәргә күтәрелде. Был илһамлы ҡанаттар уны юғары бейеклектәргә алып менде: халыҡ яратҡан, меңәрләгән тамашасыһының ышанысын яулап, дан-шөһрәт алған, ҙур исемдәргә эйә булған күренекле шәхес ул хәҙер республикабыҙҙа.