Ерен-һыуын данламаған ир-уҙаман буламы икән? Юҡтыр. Бигерәк тә башҡорт үҙ еренә йәбешеп ятыусан. Ул ошо ерлектә тыуған, аяҡҡа баҫҡан, ошонда ата-бабаларының нигеҙен һыуытмай, ереккән имәндәй ныҡлы аяғында тора, аҫаба башҡорт булып тоҡомон, зат-ырыуының ҡотон, ырыҫын арттыра. Уның затының булмышы, ҡеүәте, ҡөҙрәте, йәшәү мәғәнәһе – тамырҙарынан һут алып йәшәү, ер-һыуын данлау.Китаптары саң туҙҙырып ятмай...1774 йылда батша ғәскәренә ярҙамға ебәрелгән язалаусылар отряды тарафынан яндырылып ер йөҙөнән юҡ ителеп, икенсе урынға күсереп нигеҙләнгән Һаҡмарбаш ауылы тураһында тарихи романды тыуҙырған Иҙрис Ноғманов ошо ергә нигеҙ ҡорған төп геройы Биксәнтәй байҙың ейәне тиһәк, һис тә яңылышмайбыҙ. Яҙыусы – романдың төп геройы ырыуынан, биксәнтәй затынан.
Ул, урыны үҙгәргәндән һуң, Түңгәүер ырыуының биксәнтәй Әхмәтйән старшина хөрмәтенә аталған төпкөл ауылында донъяға килгән. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта әллә күпме роман, повестар яҙып, үҙ еренең топонимикаһын яҡшы үҙләштергән Иҙрис Ноғмановтың бала сағы тураһында булыр һүҙем.
Бер урамлы тыуған ауылының иң осонда күп балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған (Ринат тип йөрөтәләр ине үҙен), биксәнтәйҙәргә хас булғанса, теремек, ике атларын бер баҫып, һәр саҡ ауыҙы ҡолағына тиклем йырыҡ, шат күңелле малай күберәген Фәүзиә өләсәһе ҡулында үҫте. Әле генә сабып килеп Ҡаран күленә сумғанын, Һаҡмар йылғаһында балыҡ тотҡанын, Тимәшәү тауы буйында тиҫтерҙәре менән кемуҙарҙан баҫтырышҡанын, кистәрен Һаҡмар буйында аттар эргәһендә сыуалғанын күрәһең дә – йүгереүҙән бушамай, атлай беләме икән, тип хайран ҡалаһың.
Ауылдарҙа элек-электән башҡорттар ара-ырыу булып бер урында төпләнеп, ойошоп көн күргән. Биксәнтәйҙәр ҙә ауылдың осонда төпләнеп, ошо ерҙәргә хужа булып йәшәй. Ошо ҡотло, бәрәкәтле ергә хужа булыуҙарына сикһеҙ ғорурланып, ер-һыуын һаҡлап тотоп, ҡәҙерләп донъя көтә улар. Башҡа араларҙан егәрлелектәре, белемгә ынтылыштары менән айырылып торалар. Йылғаларға бай ауылда һәр кисеү аша күпер һалыусылар, ошо ерлектең топонимикаһын биш бармағы кеүек белеүселәр, бер һүҙ менән әйткәндә, Урал буйына, Һаҡмар башына, Һаҡмар йылғаһына табыныуҙары, шул ерҙәрҙең төп хужалары икәнлектәре һиҙелә ине. Улар араһында мөғәллимдәр, табиптар, инженерҙар, агрономдар, һунарсылар, фольклорсылар, ижад кешеләре күп.
Уралдың һыуығында ла башлап помидор үҫтереүсе, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүсе лә, ер-һыу атамаларын өйрәтеүе менән бер рәттән ауылдың тарихын да өйрәтеүсе Иҙрис ағайҙың атаһы Мөҙәрис Хәйервара улы, тимен. Әҫәрҙәрендә лә яҙыусы улына ошо байлыҡты мәңгелек ҡомартҡы итеп ҡалдырған һәм уны, үҙ сиратында, Иҙрис уңышлы ҡуллана һәм беҙгә, ауылдаштарына, топонимика, тарихи серҙәрен аса. Низам ҡаяһы, Гөлзәйнәп, Гөлбикә йылғалары, Бабай һаҙы, Көмөшташ, Сәүкә таш, Ҡәнифә юлы, ике үркәсле Шүрәле һырты, Суҡтал... Урал һыртының бөтмәҫ-төкәнмәҫ сер йәшергән ерҙәре. Серле лә, ғәжәйеп тә...
Һаҡмар буйында эңер төшкәс, һыйырҙарын көткәндә ошо ауыл ҡарты мулла Әхтәм бабай үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләй. Уны йотлоғоп тыңлаған ерән сәсле, һипкел йөҙлө малай киләсәктә тарихи ысынбарлыҡты сағылдырған “Ҡашҡа” повесын яҙыр тип уның башына ла инеп сыҡмағандыр.
Башланғыс мәктәпте бөтөргәс, уҡытыусы ғаиләһе, ауылын ташлап, икенсе ауылдың мәктәбенә күсеп китергә мәжбүр була. Балалыҡ дуҫтары, улар менән бергә ожмахҡа тиң ерҙәр менән дә хушлашырға тура килә уға. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуып үҫкән ерен онотмай, ғүмерлеккә йөрәгенә оялай, сәстәре салланып, олпатланып, ир уртаһы булһа ла, күңелендәге йыр-моңо күкрәк түренән урғылып сыҡҡан йырҙай, “Ғүмерлек һағыш” роман-хәтирәһе ташҡа баҫыла. Әле булһа ер-һыуынан, ауылдаштарынан айырылмай, йыш ҡына барып урамайынса ҡуймай, күңеленә тынғы тапмай, һуғышҡа китеп ятып ҡалған олатаһы нигеҙе, бала саҡ һуҡмаҡтарын тапай. Бөтәһе лә хәтерҙә, бер нәмә лә онотолмаған.
“Ауыл хәтирәләре”, “Әсәйгә бүләк” йыйынтыҡтары, “Яҙлыҡҡан яҙмыштар” романы, “Күк Ирәндек ҡуйынында”, “Ир иткән дә, ер иткән дә...”, “Аждаһа эҙенән” повестары һәм башҡа күп ижад емештәренең прототиптары ауылдаштары, йәнтөйәгендәге булған хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырыуы менән ҡәҙерле. Әһәмиәтле тиеүем шунан ғибәрәт: ошо ауылдың ҡыҙы булараҡ, бығаса асылына төшөнмәгән яңылыҡтарҙы белдем, ғилемем өҫтәлде.
Прозаик Иҙрис Ноғманов тыуҙырған әҫәрҙәр боронғо теле, һүҙ байлығы, хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡороуы, һәр әҫәрен тигәндәй ил тарихына бәйләп ижад итеүе менән уҡыусыларҙы арбай. Яҙыусының повестарын, романын уҡый башлаһаң, әҫәрҙән айырылып булмай, мауыҡтырғыс персонаждары зиһенеңде ялмап ала.
Ижадҡа килеүен яҙыусы үҙе лә ҡыҙыҡ итеп тасуирлай: “...Башлап район гәзитенә шиғыр яҙып ебәрҙем. Унан яуап килде. “Тоҙһоҙ” шиғырҙарыңды ебәрмә”, – тиелгәйне. Әммә нәҫерҙәре, хикәйәләре матбуғат биттәрендә көн күреүе буласаҡ әҙипте дәртләндерә, ижад ҡомарын тоҡандыра, илһамландыра.
Әҙәбиәткә һуңлап тотонһа ла, хаҡлы рәүештә егәрле, киң һулышлы прозаик булып танылды. Әбйәлил районы күгендә билдәле яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, ауылдашы романист Айһылыу Йәғәфәрова, әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәновтар рәтендә, күренекле яҙыусы булыуға өлгәшә алды.
Әҙәбиәттең иң ауыр темаһы – тарих менән бәйләп яҙыуы ижадсының күпте белгәне, күпте кисергәне, күпте күргәне, тормош тәжрибәһенең бай булыуын дәлилләй. Ауылдашы булараҡ, яҙыусының күп әҫәрҙәренең, мәҫәлән “Ҡон” хикәйәһенең төп сюжеты, прототибы таныш. Әммә ошо ваҡиғаны яҙыусының оҫта тасуирлауы мине хайран итте. Әҫәрҙә, хәл-ваҡиғаларҙан тыш, ҡырағай йәнлеккә хас ҡылыҡтарын да белеүе менән алдыра икән ижадсы. Аптырайһы түгел, атаһы ла һунарсы ине.
Ғөмүмән, прозаиктың китаптары магазинда саң туҙҙырып ятмай, күренеү менән һатылып та бөтә, етмәй ҡала тиһәм дә, хата булмаҫ. Иҙрис Ноғмановтың әҫәрҙәре тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулап алды. Әбйәлил районының тарихи әҫәр яҙыусыларының йөҙөк ҡашы, тиһәк тә була.
Әҙәбиәткә юлҠуйын дәфтәренән уйланыуҙарын һәм фекерҙәрен уҡығандан һуң, уны әҙәбиәткә илткән юл күҙ алдыма килеп баҫты. Уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килһә лә, ябай ауыл малайы булып үҫтем, тигән. Башҡаса мөмкин дә түгел ине. Бәләкәй генә төпкөл ауылда бер башланғыс белем биреү усағы, ә унда ни бары бер, уҙа барһа, ике уҡытыусы.
Тыуған ауылындағы Әхмәт мәктәбе үтә иҫкергән. Атаһы Мөҙәрис Хәйервара улы (уны ҡыҫҡартып, Мөҙәрис Варович тип мөрәжәғәт иттеләр) ағас йүнләп, ике бүлмәле мәктәп төҙөтөргә тотона. Бының өсөн, ғаиләһендә биш бала үҫтереүгә ҡарамаҫтан, ул үҙ аҡсаһын да һала.
Әлбиттә, уҡытыусылар ғаиләһендә китап – йәшәү мәғәнәһе, тип әйтергә лә булалыр, китап баланың иғтибарын йәлеп итеүе аңлашыла торғандыр. Ғөмүмән, ҡулдарынан гәзит-журнал төшөрмәгән ата-әсәһенең йоғонтоһо һиҙелә. Улар донъяһында кәштәләргә теҙелгән һүрәтле-һүрәтһеҙ китап – рухи хазина. Иҙристең ҡулдары үҙенән-үҙе уларға үрелә. Унда бөтә һорауҙарға яуап табырға була. Тылсым эйәһе китап нимә һөйләйҙер, тиҙерәк белгеһе килә, ундағы яҙыуҙарҙы таныйһы бар. Хәрефтәрҙе танығас та, Насирйән дуҫы менән халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” тигән повесын икәүләп уҡып сығалар. Әҙәби әҫәрҙе уҡыуға башҡаларҙы ла йәлеп итәләр. Повестың төп геройҙары Ҡыҙрас менән Юлдаш мажараларына оҡшап, үҙҙәре лә төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарырға тырышалар. “Мауыҡтырғыс ижад менән бер рәттән Зәйнәб Биишева балаларҙа тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләгәнен аҙаҡ аңланым”, – ти ул. Совет педагогтары уҡыусыларын китап геройҙарына оҡшатып тәрбиәләргә тырыша, уларҙы үрнәк итеп ҡуя. “Бөйөк башҡорт әҙибәһе әҫәрен уҡығас та, миндә ижад ҡомары уянды”, – тип яҙыу серен сискән. Бөйөк әҙибәнең бөйөклөгө бына ҡайҙа күренә?!
Әммә... Әлегә яҙыу тормошҡа ашмаған хыял ғына. Шулай ҙа Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбендә алтынсы класта уҡығанда ҡулына ҡәләм ала. Һәр башланғыс әҙәм алдына һынауҙар ҡуя, тиҙәр бит. Көндәлек-дәфтәрен малайҙар уҡып, көлөргә тотона. Йыр уҡытыусыһы ла “...Көндәлекте улай яҙмайҙар...” тигән ҡарарын сығара. Уның уҡыусыһына ҡарата уйламай әйткән һүҙҙәре, иғтибары, һаҡһыҙ ҡыланышы буласаҡ яҙыусының ҡулынан ҡәләмен ташлаттыра, күңелендә ғүмерлеккә үкенес ҡалдыра. “Бала күңеле – быяла, яңылыш ҡағылһаң, ыуала” тигән аҡыллы мәҡәлде иҫкә төшөрә уҡытыусыһының “тәрбиә” алымы.
Әммә ижадҡа һөйөү осҡоно әле һүнмәгән, алда – оҙон ғүмер юлы. Шиғыр яҙа. Тиңдәштәре эт, бесәй, әтәс-тауыҡ тураһында яҙһа, ул йәнтөйәге тураһындағы шиғырын “Башҡортостан пионеры” гәзитенә ебәрә һәм ул донъя күрә. Шул уҡ шиғри юлдарҙы район гәзитенә юллай. Ниндәйҙер конкурсҡа. Аҙна-ун көн үтеүгә, гәзит битендә ебәрелгән ижад төрҙәренә тәнҡит мәҡәләһе баҫылған. Тәүге ижади әйбере уны тыуҙырыусыны күктең етенсе ҡатына күтәрергә тейеш тә бит. Юҡ шул! Иҙрис Ноғмановтың беренсе әҫәренә “Тоҙһоҙ шиғыр” мөһөрө тағылған! Яҙҙың шиғыр, булдың шағир?! Ә ни өсөн республика балалар баҫмаһы уны баҫтырған? “Тоҙһоҙ” булғанға күрәме? Күңелемде күрер өсөн генәме? Ижад уның өсөн “ҡара урман” тигәнде аңалата түгелме ни?
Әллә күпме әҫәр ижад иткән, төрлө премиялар лауреаты, яҙыусы Иҙрис Ноғмановтың һүнгән ижад усағының осҡондарын кем дөрләткән, ижадҡа һәләтенә кем ышаныс тыуҙырған? Уҡығандың күҙе икәү тигәндәй, тәүҙә үҙе өсөн генә яҙыша ул. Әлбиттә, китап-журнал уҡыуҙы ташламай. Уҡыу һәр ижадсы өсөн күңел талабы булыуына иманым камил.
Һәр әҙәбиәт һөйөүсе әҫәрҙәрҙе уҡығанда теге йәки был авторға үҙенең баһаһын ҡуя. Мәҫәлән, үҙем яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәрен юғары баһалайым. Кемдер ул авторҙы бөтөнләй өнәмәй. Иҙрис Ноғманов та, үҙе яҙғанса, ҡалын ғына повесты уҡып сыға. Әҫәр шул тиклем ябай, тәьҫирһеҙ була. “Һе, былай ғына мин дә яҙа алам бит”, – тигән уй килә, һәм ул яңынан ижад өлкәһенә сума.
Әлбиттә, Урал буйы ир-уҙаманына тәбиғәт, ер-һыу, урман тураһында темалар яҡын. Ике хикәйәһен “Һәнәк” журналы баҫтыра, аҙаҡ “Йәншишмә” гәзите күтәрмәләп ала. Унда күләмле генә “Әҙертамаҡ”, “Сыбарҡай” исемле хикәйәләре донъя күрә. Республикабыҙҙа популяр гәзит “Йәшлек” “Сатҡы” ярышнамәһе иғлан иткәс, “Ҡон” хикәйәһе беренсе урынды яулай. Шулай итеп, башҡорт әҙәбиәте күгендә тағы бер йондоҙ балҡый. Һәр төрлө еңеүҙәр сәмлелек тойғоһо уята, әленән-әле яңы идеялар тыуҙырырға ҡомар тыуҙыра, ҡәләмен нығыраҡ ослап, күберәк ижад итергә илһам бирә. “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә авторҙың әленән-әле бер-бер артлы хикәйәләре баҫыла, уҡыусыларҙың яратҡан авторына әүерелә. Ниһайәт, ижадсының талантына киң юл асыла. 2002 йылдың яҙында Учалы яҙыусылар ойошмаһының проза семинарына саҡыралар. Ойошманы шағир Фәрит Хәсәнов етәкләй.
– Унда үткәргән өс көнөм артабанғы ижадыма оло, хатта хәл иткес йоғонто яһаны, этәргес булды. Әҫәрҙәреңде китап итеп сығарырға мөмкин, тигән ҡарарҙары ҡанатландырҙы. 19 авторҙың дүртәүһе генә был “имтихан”ды уңышлы тапшыра алды. Һөҙөмтәлә башлап республикабыҙҙың абруйлы Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә “Әсәйгә бүләк” исемле балалар өсөн китабым ташҡа баҫылды, – тип ижад юлын хәтергә төшөрә геройыбыҙ.
Бөгөн әбйәлилдәргә генә лә түгел, тотош Башҡортостан халҡына билдәле шәхестең ижад һандығы һәлмәк: биш йыйынтығы бар, ике китаптың авторҙашы, биш тарихи романы, дүрт тарихи повесы, төрлө абруйлы баҫмаларҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ хикәйәләре, публицистик мәҡәләләре донъя күргән.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай уңышҡа өлгәшкән әҙипкә ни әйтерһең дә, ни һорарһың? Әлбиттә, ни өсөн иртәрәк яҙа башламаның? “Яҙышмаһам да, күңел гелән ижадҡа тартылды, ҡомар һүнмәне, һүрелмәне. Беҙҙән, йәғни яҙыусыларҙан, халҡым үҙенә тәғәйенләнгән әҫәрҙәр көтә бит. Халыҡтың күҙе үткер, алдап булмай. Яҡшы әҫәр уҡыһа, ул да яҙыусы менән бер башҡа күтәрелә, икенсеһен таптырып, эҙләнә башлай. Ижад халыҡ күңелен дауалай, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер”.
Прозаиктан “Бәлки, ижад итергә өлгөрөп етмәгән дә булғанмындыр. Тормош тәжрибәһе тупламай, ыҙаһын-еңелен, яҡшыһын-насарын, изгелеген-боҙоҡлоғон башыңдан үткәрмәйенсә, яҙыуҙан фәтүә юҡтыр, тип уйлайым. Бигерәк тә роман яҙам тиһәң. Башлап яҙыусылар башта ошо хаҡта уйланһындар ине”, – тигән яуап алдыҡ.
Яҙыусы – һәр замандың көҙгөһө, тиһәң дә була, сөнки ул әҫәрҙәрендә шул осорға хас үҙгәрештәрҙе, сәйәсәтте, тарихи ваҡиғаларға шаһит булып, йәшәү рәүеше, ҡаҙаныштар, юғалтыуҙар, ябай халыҡтың көнкүреше, батшаның хакимлығы, социаль-иҡтисади хәле һәм башҡа бихисап күренештәрҙе сағылдырыуы менән дә әһәмиәтле.
Иҙрис Ноғмановтың ижады Екатерина Икенсе батшабикәнең Емельян Пугачев ихтилалы осоронан һуңғы башҡорт халҡын эҙәрлекләүенә, Совет власы урынлаштырылыу дәүеренә, Совет власының ҡолатылып, үҙгәртеп ҡороу сәйәсәттәренә арналған. Ҡайҙан белһен ул әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы, тип яурын һикертеүселәр ҙә бар. Әммә...
Бер аҡыл эйәһе “Үҙ иленең тарихын өйрәнмәгән әҙәм бүтән халыҡтыҡын өйрәнә башлай” тигән. Аптырауға ҡалған уҡыусыларға минең әйтә торған үҙ фекерем бар. Борондан ауыл ҡарттары төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ҡағыҙға теркәр, үрҙә әйтелгәнсә, бала-сағаға һөйләр булған, көндәлектәр тотҡан, яҙмаларын туғандарына ҡалдырған. Әхмәт ауылы халҡы ла үҙ тамырҙарын, тарихын яҡшы белә ине. Иҙрис Ноғмановтың шул факттарға таянып, хәтирәләрҙе аҡ ҡағыҙға төшөрөп, килер быуындарға ҡомартҡы итеп ҡалдырыуын батырлыҡҡа тиңләргә булалыр.
Яҙыусы, ижад донъяһына әйҙәп, уның талантына ышаныс белдергән, барлыҡ баҫмаларға, уларҙың етәкселәренә, ижадҡа ҡомар уятҡан билдәле әҙәбиәтселәр Сабир Шәрипов, Фәрит Хәсәнов, Әмир Әминев, Мәүлит Ямалетдинов, Рауил Бикбаев, Сәлмән Ярмуллин, Артур Дәүләтбәков, Ринат Камал, Дамир Шәрәфетдинов, Рәлиф Кинйәбаев, Рәлис Ураҙғолов, Әхмәр Үтәбай, Гөлфиә Янбаева, Гөлназ Ҡотоева, Марсель Сәлимовтарға рәхмәтле. Ваҡытында уҡытыусы, уҫал тәнҡитсе булмаһа, улар ярҙамында хасил булған тылсымлы ижад донъям булмаҫ та ине, тигән фекерҙә.
“Ҡуңыр буға” ойошмаһы һәм яңы һулышБыл ойошма тураһында яҙыусы Иҙрис Ноғманов: “Ойошма кемдеңдер шәхсән мәнфәғәтен ҡайғыртыу файҙаһына барлыҡҡа килмәне”, – ти.
Әбйәлил районындағы “Йәйғор” ижади берекмәһе тарҡалыу хәлендә ине. Был, әлбиттә, ижадсылар юҡ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, яңынан-яңы башлап ижадҡа сумыусылар артҡан, әммә район үҙәгендә ҡулъяҙмалар тикшерелмәй. Электән Учалы яҙыусылар ойошмаһына ҡараһа ла, эштәр ыңғай ине, ваҡытында транспорты, юл сығымы табылды.
Үҙгәртеп ҡороу бәкәлгә һуға. Ул яҡтарға сәфәрҙәр ҡырҡа ҡатмарлаша. Тормош ҡатмарлана барған һайын, ул яҡ ойошмаһы ла Әбйәлил яҙыусыларына ҡарата һалҡыная. Илдәге төрлө сәйәси үҙгәрештәргә ниндәйҙер көрсөк тыуыуы мотлаҡ булғандай, кемгәлер үҙ һәләтен асып, ижадсыларҙың эшен юлға һалырға кәрәк, әлбиттә. Кемдеңдер ижады күңеленән урғылып-ташып торалыр, әммә тәртибен, башҡа юлдарын белмәү бәкәленә һуға.
Әбйәлил “Йәйғор” ижадсыларын “Ҡуңыр буға” ойошмаһына ойошорға саҡырыусы табыла. Иҙрис Ноғманов яңы ойошма етәксеһен “мәҙәни революционер” тип атаны. Республикала киң билдәле, әүҙем, өлгөр прозаик, драматург, шағир, диндар Мәүлит Ямалетдинов башлап та, күптән яҙыусы булып өлгөргән ижадсыларҙы ла, балаларҙы ла үҙ ойошмаһына ылыҡтырҙы һәм район ижадсыларының эше алға тәгәрәне. Ойошма ағзалары күбәйгәндән-күбәйҙе.
Һәр ерҙәге түңкәрелештең яҡлаусылары, ҡаршылары табыла. Әле лә шулай. “Минеңсә, ойошмаға ҡаршы сығыусылар уның маҡсаттарын, сәбәбен дә аңлап еткермәйҙер. “Йәйғор” ижади берекмәһе әле лә үҙ эшен дауам итә, ижад итә, киреһенсә, Учалы әҙәбиәтселәре менән эшлекле аралашыу даирәһе киңәйҙе. Мәүлит ағай гөрләтеп ебәргән “Ҡуңыр буға” әүәл мөмкинлеге булмаған күптәргә ижади киләсәк асты. Ойошма бигерәк тә йәш һәм башлап яҙыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү юҫығында ифрат күләмле эш башҡара. Ойошманы һанға һуҡмай маташҡан яҡташтарыма: “Ойошма кемдеңдер араһын болғап, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыуҙы, бүл дә етәкселек ит тигән маҡсаттарҙы алдына ҡуймай. “Ҡуңыр буға” тик әҙәбиәт өсөн йәшәй һәм ижад итә. Уның киләсәге бар, тип әйтер инем”, – тигән. Һуңғы йылдарҙа ойошма сафына Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаларының һаны һиҙелерлек артыуы тап ошо хаҡта һөйләй ҙә инде.
“Ҡуңыр буға” берлеге үҙ асылына тоғро ҡала. Әҙәбиәт һөйөүселәргә дөрөҫ юл күрһәтә, әҙәби дөрөҫ йүнәлеште асыҡларға булыша – ошоноһо иң мөһиме түгелме ни? Әҙәби майҙанда төрлө имеш-мимеш һүҙҙәрҙе, тартҡылашыуҙарҙы бөтөрөргә саҡырам. “Ҡуңыр буға” төркөмөнә ҡараймы, башҡаһынамы, һәр кемдең үҙ ихтыяры. Тик әҙәбиәтебеҙгә зыян килмәһен”, – тип үҙ фекерен әйтә хәҙер инде үҙе лә киң билдәле әҙип, ошо ойошманың ағзаһы.
Бөгөнгө әҙәбиәткә ҡарата яҙыусының фекереҺәр быуатта заманына күрә ижадсылар тыуа торған. Бөйөк Пушкиндар, Толстойҙар, Лермонтовтар, Есениндар, Ахматовалар, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Сыңғыҙ Айытматов, Сергей Аксаков донъяуи әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә. Уларҙың ижады үлемһеҙ, быуаттарҙан быуаттарға аманаттай тапшырыла килә, барлыҡ байлыҡтарға ла алмаштырғыһыҙ онотолмаҫ рухи хазинабыҙ ул.
Элек-электән ижадсылар ҡаурый ҡәләм менән дә, хәҙер авторучка йә иһә компьютерҙа ла баҫып, халҡына үҙ фекерен еткерә. Ҡайһылары уҡылмай ҡый баҫһа, бәғзеләре ҡулдан-ҡулға йөрөп, таушалып, йыртылып, бысранып та бөтә. Тимәк, уҡылған китап халҡының күңел торошона тап килтереп, йәғни уҡыусы психологияһын тәрән аңлап, үҙенсәлекле хис-тойғоға һуғарылып ижад ителгән, тигән һүҙ.
Нисек кенә булһа ла, һәр ижадсы уҡыусы күңеленә үҙенсә юл яра. Беҙҙең геройыбыҙҙың китап баҫтырыу, уның эстәлеге тураһында үҙ фекере бар...
– Бөгөн әҙәбиәтебеҙ иҡтисади ауырлыҡтар кисергәндә ҡәләмгә тотоноу үҙе батырлыҡ, ҡыйыу аҙым тип иҫәпләйем. Биш йылға бер китап сығарыу – аҡылға һыймаҫлыҡ хәл. Уҡымлы әҫәрҙәрҙе ниңә йышыраҡ баҫтырмаҫҡа? Халыҡ араһында популяр яҙыусыларға мохтаждар күберәк түгелме ни? Барыһын бер ҡалып менән үлсәү ғәҙел түгелдер. Шырпы бөртөгө ҡалынлыҡ ике китап өсөн дә, роман, повестарҙан торған ике ҙур йыйынтыҡ өсөн дә берҙәй Яҙыусылар союзына ҡабул итеү – шулай уҡ хата аҙым. Әҙип роман ижад иткән икән, уны союзға автоматик рәүештә ҡабул итеү яҡлымын. Әлбиттә, әҫәрен тейешле урында энәһенән-ебенә тиклем ентекләп тикшергәндән һуң. Ә бына балалар өсөн еләк-емеш, эт-бесәй, кәзә-һарыҡ һәм башҡалар тураһында яҙылған шиғри китаптарҙы арттырыу яғындамын. Мәҫәлән, йыйынтыҡ 10–12 битлек икән, автор дүрт китап сығарһын, шул саҡта ғына союзға лайыҡлылар ҡабул ителер. Ойошмала оло йәштәгеләр күп, ағзалар һаны ныҡ артыҡ тип ҡурҡырға ярамайҙыр. Иң мөһиме – сифат. Күп кенә яҡшы әҫәрҙәрҙе нәҡ оло йәштәге әҙиптәр ижад итә. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе лә ситкә тибергә ярамай. Был тәңгәлдә “Йәштәр тауышы”н өлгө итеп ҡуйырға була. Китапты үҙнәшер менән сығарыуға ҡаршы түгелмен. Тик ул баҫма, әйткәнемсә, сифатлы һәм уҡымлы булһын.
Яҙыусы уйлана, борсола, эҙләнә, ижад итә. Йәмғиәтебеҙ бит бер урында тормай, ул да үҫешә. Заманына торошло әҫәрҙәргә ихтыяж да арта.
Ижад сығанағы ҡайҙан?
Башҡорт һунарға әүәҫ халыҡ...
В.И. Даль.
Яҙыусының Урал төбәгендә тау-урмандар араһында ултырған ауылында тыуған егет ҡорона тулған һәр ир баланың күңелен шул тирәләге ҡыр йәнлектәре һәм ҡоштары үҙенә арбамай ҡуймайҙыр. Иҙрис Ноғмановтың атаһы ла һунарсы ине. Хәйер, шундай төбәктә йәшә лә һунарға йөрөмә. Иҙрис ағайҙың да ҡанында һунарсы ҡомары ауылының һунарсылары йоғонтоһолор тиһәм, һис тә яңылышмам.
Ололар, балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрендә тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнеше һиҙелә: йәнлектәрҙе, ҡыр ҡоштарын, үҫемлек донъяһын, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡырағай тәбиғәтте унан да яҡшыраҡ белгән әҙип юҡтыр.
Һунарсы булған кешенең, әлбиттә, мылтығы ла бар, ул да ҡыҙыҡһындыра. Башҡортмон тигән кеше һунарсы булмаһын да мылтығы булмаһын?! Хужалығында мылтыҡ ир кешегә дәрәжә лә өҫтәй. Ҡырағай мөхиттең үҙ сере бар. Ауылында яҙын-ҡышын һуйыр алғаны ла, тайыштабанды аулап өйө алдындағы баҡсаһына һөйәгәне лә, бүреһенме, шәшкеһенме тигәндәй, аулағандар күп ине...
Әҫәрҙәрендәге ҡырағай йәнлек-ҡоштарҙы күп белеүе, һунарсылар тураһында яҙыуы ла шул турала һөйләй. Күршеһе биксәнтәй Абдуллин Мозафар ағай мәрхүм үҙнәшер менән сығарған “Һунар күңелгә дауа” исемле повесында Иҙрис ағайҙың атаһы Мөҙәрис Хәйервара улы менән һунарға йөрөүҙәрен бәйән итә.
...Йылҡы түбәһенә улар яҙын һуйырға баралар. Ҡырағай ҡоштоң үҙенә генә хас ҡылыҡтарын белһәң генә юлың уңа икәнлеген шунда уҡ һиҙемләп була. Ҡош уйнағанда яҡыныраҡ барып атһаң да була, сөнки ул был осорҙа ишетмәй-күрмәй икән. Тауышы алыҫтан саҡма таш саҡҡан һымаҡ, ҡараңғыла шаҡылдаған сағында ике-өс аҙым яҡынайырға тура килә, башҡа ҡоштар һайрауынан тимергә тимер һуҡҡанда сыҡҡандағы тауыштан айырырға мөмкин, хатта айыу ҙа уның тауышын урлап тауышлана, мәгәр бер-ике тапҡыр ғына...
Баҡһаң, көҙгө һунар яҙғыһынан айырыла ла икән. Ауылға яҡын урындағы һәр ҡарағас төбөнә алдан йәшеренеп һуйыр аңдырға ҡыуыш ҡорорға кәрәк икән. Ҡарағастың йәшенә ҡарап, ҡыуыштарҙың атай-олатайҙарҙың ҡорғандары ла бар. Улары серей, яңыртырға кәрәк. Йөҙйәшәр ҡарағастар эргәһендәге ҡыуыштар быуындан быуынға күскән. Ҡайһы ағастың төбөндә ҡош тиҙәге, ҡауырһыны күренә, шунда йәшеренергә ҡулайлы урын. Ғәҙәттә, көҙгө һунарға төнөн баралар.
Яҙыусы Иҙрис Ноғмановтың һәр әҫәренән тигәндәй оҫта һунарсы “еҫе” аңҡый. Быйыл “Башҡортостан” гәзите биттәрендә ҡырағай донъя тураһында мәҡәләләрен уҡыныҡ. Тәбиғәт – иң ауыр тема. Унда йәшәһәң генә, мауыҡтырғыс әҫәр ижад итергә булалыр, тип уйлайым. Әҫәрҙәре кешелекте тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәргә саҡырғандай ылыҡтыра, ҡыҙыҡһындыра.
Иҙрис Ноғманов, тарихи яҙыусы булараҡ, үткән осорҙоң шанлы ла, данлы ла тарихын асыҡлап, уҡыусыларҙың ысынбарлыҡҡа күҙен аса. Шул яғы менән дә киләһе быуындарға әҫәрҙәренең әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Прозаик – эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан, төплө кеше. Ғәмәлдә булған тарихты аҡтарып, әллә күпме уҡымлы китап яҙыр әле. Яҙыусы “Һаҡмарбаш” романын ташҡа баҫып, илебеҙҙең әҙәбиәт күгендә үҙен ҙур яҙыусы итеп танытты ла инде. Тарихи романды кино сәнғәте эшмәкәрҙәре фильмын да төшөрһә, был роман – республикабыҙҙың киноэпопеяһының алтын фондын тәшкил итер ине, моғайын.
Әбйәлил районы.