Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салт Ҡиблаға китеп барыуҙарым...”
“Салт Ҡиблаға китеп барыуҙарым...” Ваҡыт толпарында елеп-сабып,
Уҙып китһәләр ҙә йылдарым,
Килер заманда ла күкрәр өсөн
Уралымда ҡалыр моңдарым!
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Ошо шиғри юлдарға туҡталған һайын, үҙем дә һиҙмәҫтән, эргәмдән елдереп уҙып киткән йәшлек хәтирәләренә сумам…
…Студент йылдары. Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты, рус-башҡорт бүлегендә уҡып йөрөгән саҡ. Мәрхүмә әхирәтем, ул саҡтағы курсташым-төркөмдәшем Рәсимә Әхмәтйәнова (аҙаҡ Ураҡсина булып китте) шиғри күңелле, яҙышырға, нимә булһа ла тәржемә итергә (үҙе конькиҙа уҙышыу буйынса спортсы, гел генә күнекмәләрҙә, өҫтәүенә – эшләй ҙә) тырышып торған тиктормаҫ йән менән I курстан уҡ дуҫлашып киттек. Шулай булмай ни: икебеҙ ҙә Дим буйында үҫкәнбеҙ, Рәсимә – Дәүләкән, мин Әлшәй районынан. Рәсимә мине йыш ҡына, ваҡыт-мәле, яйы сығыу менән, Матбуғат йортона көсләшеп тигәндәй алып китә. “Пионер” йә “Ағиҙел” журналы, “Совет Башҡортостаны”, “Ленинец”, “Ленинсы” гәзиттәренең әҙәбиәт бүлектәренә һуғылабыҙ. Иң иҫтә ҡалғаны: “Ағиҙел” журналы һәм унда эшләгән (улар 7-се ҡатта ине) шағир һәм яҙыусы абзыйҙар: Булат Рафиҡов, Абдулхаҡ Игебаев һәм башҡалар.
Рәсимәнең ҡәләм тибрәткәнен улар белә. Ә мин – “эшкинмәгән” бер студентка: шиғыр ҙа, хикәйә лә яҙмайым. Икенсе, өсөнсө тапҡыр Рәсимәгә эйәреп барғанда, түңәрәк аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙҙәренән ниндәйҙер ихлас ярҙамсыллыҡ бөркөлөп торған йомшаҡ ҡарашлы, хатта йәлләүсән ҡарашлы тиер инем (эш һорап асығып килгән студенттар тип уйлағандыр, бәлки) мыҡты ғына кәүҙәле абзый өндәшә ҡуйҙы: “Булат, һин был ҡыҙҙарға руссанан тәржемә биреп ҡара әле, мәҡәләме, хикәйәме шунда. Рус-башҡорт бүлегендә юҡҡа ғына уҡып йөрөмәйҙер улар”.
Булат ағай тигәне ябыҡ, ҡаҡса кәүҙәле, өҫтәлгә эйелеп эшләп ултырғанғамы, өлпө бөҙрә сәстәре маңлайына уҡ төшөп тора. Беҙгә ҡараштарын күтәрҙе әлеге абзый. Бер ҡулы менән өлпө сәстәрен йәтеш кенә итеп өҫкә күтәреп “бәрҙе” лә, беҙгә ентекләп, һынап ҡарап торғандан һуң, (әллә бик “ас” ҡиәфәтле булғанбыҙ, ул да беҙҙе йәлләне шикелле) “Ниңә, була ул, Абдулхаҡ, эшләп ҡараһындар, бәлки, киләсәктә беҙгә уларға ҡарап ултырырға тура килер”, – тине. Әле уйлайым да хайран ҡалам: ике мәшһүр әҙип: шағир һәм яҙыусы, (Булат Рафиҡов, аҙаҡ белеүемсә, журналдың баш мөхәррире лә булған икән, мин, диуана, шуны ла белмәгәнмен) оло шәхестәр, дан-шөһрәттәре уҡыусылар даирәһенә киң билдәле булған әҙиптәр, ябай ҙа, кеселекле лә, ярҙамсыл һәм ихлас та булырҙар тип. Беҙҙең кеүек “туҡал быҙау” студенттарҙы ҡабул итеүҙәренә мең рәхмәт әле! Миңә, шиғыр яҙмағас, документаль материалдар: әҙәби осрашыуҙар тураһындағы русса мәҡәләләр, Рәсимәгә – әҙәби “нагрузка”: шиғриәт тураһында мәҡәләләр биреп, тәржемә итергә, кире “Ағиҙел”гә килтерергә тип, датаһын әйтеп, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Тәржемә иткән булдыҡ (әллә йүнле булды, әллә юҡ, былай әрләүсе булманы). Тәүге тәжрибә шулай үтеп китте. Журналдың мәғлүмәттәр бирелә торған урынында бер ни тиклем ваҡыт үткәс, материалдарыбыҙ донъя күрҙе. Иң шатлыҡлыһы: беҙгә аҙ булһа ла гонорар түләнеләр. Беҙҙең кеүек “ас күҙҙәргә” ярап ҡалды. Әлбиттә, беҙҙең материалдарҙы үҙҙәре ныҡлап йышып эшкәрткәндәрҙер, быныһына шигем юҡ. Артабан минең “тәржемәүи” хәлдәргә тотоноп китеүемдең тәүге һуҡмаҡтары ла “Ағиҙел”дәге ошо ихлас ағайҙарҙың ихлас ярҙамдарынан, күңелде үҫтереүҙәренән башланғандыр ҙа әле, моғайын.
Нәшерсе булыу, китаптар мөхите, мажаралы, мауыҡтырғыс ижадсылар донъяһы һәм, әлбиттә, шул мәлдәрҙә үк талантлы шағир, талантлы яҙыусы булараҡ үҙҙәренең бихисап уҡыусыларын табырға, халыҡҡа ижадтарын танытырға өлгөргән Абдулхаҡ һәм Булат ағайҙарҙың ярҙамы менән Әҙәбиәт тип аталған оло йыһанға тәүге аҙымдарым фәҡәт шунда булғандыр ҙа. Күңелгә ҡанат ҡуйырға ла, шул уҡ ҡанатты ҡайырып һындырырға ла бер һүҙ етә бит. Баҙнатһыҙ ғына башланған тәүге аҙымдарым. Дөрөҫ, мин хәҙер ҙә яҙыусы түгел, тик нәшерсе, китаптар сығарыусы ғына. Теге мәлдә Булат ағай Рафиҡовтың әйткәндәре хаҡ булып сыҡты бит: артабан ғүмерем юлдары Башҡортостан китап нәшриәтенә килтерҙе: байтаҡ йылдар (ун йылдан ашыу) нәшриәттең баш мөхәррире булып эшләү бәхете тейҙе. Бөйөктәрҙән-бөйөк мәшһүр яҙыусылар, шағирҙар менән ҡара-ҡаршы ултырып иҫәпһеҙ-һанһыҙ әңгәмәләр, кәңәшмә ҡорҙары ойошторҙоҡ. Улар араһында, әлбиттә, теге ваҡыттағы ике “меҫкен” студентканы әҙәмгә һанап, эш биреп ҡайтарған, беҙҙе үҙ туғаны кеүек итеп йәлләп тә, ышанып та ҡаршылаған һәм хәҙер инде хөрмәтле, арҙаҡлы шәхестәр булған Абдулхаҡ Игебаев менән Булат Рафиҡов та бар ине. Булат ағайҙың әйткән һүҙҙәре Хоҙайҙың “амин” тигәненә тап килгәндер: бар ғүмерем нәшерсе булыуға, яҙыусы-шағир ғали йәнәптәренә хеҙмәт итеүгә арналды.
Иманым камил, бер генә яҙыусыны ла, бер генә шағирҙы ла рәнйетмәнем, тип уйлайым. Китаптарын тематик план буйынса сығара алмаған хәлдә лә, күңелдәрен йыуатып, әле перспектив планға ҡуябыҙ, артабан китабығыҙ, һис шикһеҙ, донъя күрәсәк, тип вәғәҙәләп, өмөтләндереп оҙатып ҡалыр инем. “Мадам-да” тип тә мәрәкәләйҙәр ине ҡайһы берҙәре мине. Хәйер, “бүлгән кеше ожмахҡа эләкмәй” тигән халыҡ һүҙе лә бар бит әле.
...Йәшлек йылдарым, еңемдән тартып тигәндәй, һаман үҙ осорона әйҙәй. Зәңгәрһыу монарым мине йәнә Черниковка биҫтәһенә алып китмәксе, тәки ҡалдырмай. Ғәзиз Матбуғат йортонда эшләгән йылдарыма ҡайтам. Бигерәк тә тәүге етәкселәрем – мөхәррирҙәрем Вәзир Мостафин, дубляж етәксеһе Юлай Кәримов, Марат Әбүзәров, Уйылдан Сәйетовтарҙың йәш хеҙмәткәрҙәргә ҡарата аяулы, ярҙамсыл, изге күңелле булыуҙары, хаталанған, абынған мәлдәрҙә лә ипләп кенә “күтәреп” торғоҙоуҙары, яңынан эшләп китерлек көс-дарман биреүҙәре йөрәгемә бик ныҡ уйылғайны шул. Артабанғы хеҙмәт юлдарымда, бигерәк тә етәксе вазифалар башҡарғанда, гел улар һымаҡ булырға тырыштым.
Ғаилә мәсьәләләренә бәйле “Китап” нәшриәтенә күсеп эшләй башлағас, тәүге остаздарым-ҡарлуғастарым: Абдулхаҡ Игебаев, Булат Рафиҡовтар кеүек, ғөмүмән, оло талант эйәләренә, ижадсыларға ла ихтирамлы, коллектив хеҙмәткәрҙәренә лә аяулы, ярҙамсыл булырға “абынғандарҙы тартып торғоҙорға” ынтылдым. Мин яҡындан белгән әҙиптәрҙең күңел киңлеге, ғорур һәм бәҫле, әммә ябай була алыуҙары, изгелектәре, һәр ғәмәлдә лә матурлыҡты күрергә ынтылыуҙары бар булмышыма һеңгәйне.
...Минең Черниковка биҫтәһендә йәшәп эшләп йөрөгән мәлдәрем. Айгөл ҡыҙыбыҙ бар. Иптәшемә – УМПО заводының иң алдынғы эшсеһенә – “Восьмиэтажка” тирәһенән 12 квадрат метрлыҡ бүлмә биргәйнеләр. Өс хужаға бер кухня, бер ванна һ.б. Бөтә уңайлыҡтары шулар, етмәһә, бүлмәбеҙ ярым подвалда. Ул ваҡыттарҙа Черниковка биҫтәһенән Үҙәк баҙарға тиклем транспорт күп йөрөй, ә мин, йәш балалы ҡатын, ҡыҙымды балалар баҡсаһына илтәм дә күҙгә аҡ-ҡара күренмәй сабам тиҙ йөрөшлө маршрут автобусына. Аэропортҡа бара торғанына. “Матбуғат йорто” туҡталышына 15 – 20 минутта килеп етә, тик ҡиммәт – 20 тин түләргә. Мин инде “апарыу” йәштә, 27-28-ҙәр самаһылыр.
Бер иртәлә туҡталышҡа килеп етһәм, “Ағиҙел” журналында мин күргән ағай баҫып тора. Күптәнге туғанын осратҡан һымаҡ, ҡояш кеүек балҡып, игелекле ҡараштары менән йәнә ҡаршы алды ул мине, һәм беҙ автобусҡа йәһәт кенә менеп ултырҙыҡ. “Ҡояш ағайым” Абдулхаҡ Игебаев та ғаиләһе менән Черниковка биҫтәһендә йәшәй икән. Бына бит, донъя иркен дә, тар ҙа, тиҙәрме, юлдарыбыҙ йәнә бергә, шул уҡ Матбуғат йортона йүнәлде...
Кискеһен иһә “Ҡояш ағайым” тағы шул туҡталышҡа сыға, имеш. Дежур булмаған саҡта мин дә киске сәғәт 6-нан һуң шунда йүгерәм. Абдулхаҡ ағай менән юлдарыбыҙ ҡәҙимгесә Черниковкаға китә. “Ҡиммәтле” автобусҡа мин ултырмаҫҡа тырышһам да, абзыйым, унда һине ирең, ҡыҙың көтә, әйҙә, йәһәт кенә ултыр, тип мине ныҡышып тигәндәй ултырта әлеге “маршруткаға”. Миңә шул тиклем уңайһыҙ, бүтән автобус-троллейбустарға һәр ваҡыт алты тин генә түләп йөрөгән кеше бит мин, бында миңә юлды гел генә әлеге “Ҡояш ағай” түләй. Иртән барғанда ла, кис ҡайтҡанда ла: ә миңә уңайһыҙ. Аҡсаны түләргә теләһәм дә алмай. Мин гел генә уйлайым: йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған был ағай бик бәхетлелер, шуға йомарттыр инде, тим. Уның бик һылыу кәләше Маһиҙә апай, Фәниә исемле ҡыҙы бар, абзый шул хаҡта һөйләһә, автобус эсе нурға сумған кеүек була торғайны.
Ҡасандыр “Ағиҙел”дән башланып, хәҙер “Восьмиэтажка”ға килеп тоташҡан ғүмер юлым бер аҙҙан Башҡортостан китап нәшриәтенә табан ыңғайланы. Их, хәҙер теге “Ҡояш ағай” менән осрашып булмай инде юлдарҙа, тип борсолам. Ни хәл итәһең, яҙмышыма буйһонорға тура килде. 1983 йылдың 1 мартында китап нәшриәтенә мөхәррир булып күстем. Директор Нурислам Нуретдинович Нуретдинов: “Тәржемә буйынса тәжрибәң етерлек, тинеләр, беҙҙең маһир мөхәррирҙәр ҙә һине эш менән һынаны, бирешмәҫһең артабан да”, – тип мине ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакцияһына мөхәррир итеп алды.
Әлеге лә баяғы – тәржемәүи әҙәбиәт. Студент саҡта уҡ әхирәтем Рәсимә менән “Ағиҙел”дә башлап ебәргән тәржемәүи ғәмәлем хәҙер минең ғүмерлек “юлдашыма” әүерелде. Тик нәшриәткә һис күнегә алмайым: “Ҡояш ағай”, тәүге етәксе мөхәррирҙәрем янына, коллективыма – Матбуғат йортона – кире ҡайтҡым килеп тик тора. Бындағы эш – “тимер-бетон”: иртән 9-ҙан киске 6-ға тиклем уҡырға, хатта коридорға сығып, әҙерәк гәп һатып алырға ла ярамай. Гел уҡырға, тимәк, кемдер тарафынан тәржемә ителгән ҡалын-ҡалын ҡулъяҙмаларҙы мөхәррир­ләргә кәрәк. Еренә еткереп! Китап булып сығырлыҡ итеп әҙерләргә! “Таштай-ҡомдай” батырға тура килде нәшриәт “мәхшәриәтенә”.
“Салт Ҡиблаға китеп барыуҙарым...”...Тормош тигәнең йәнә “киң дә, тар ҙа”. Нәшриәттә үҙебеҙҙең ижтимағи-сәйәси редакция хеҙмәткәрҙәренән ауыр, етди ғәмәл – тәржемәнең сетерекле серҙәренә өйрәткән Сәүиә Мөхтәрул­линаға, Сәүиә Сәйетбатталоваға, редакция мөдире Рәүеф Хажиәхмәтовҡа һәм башҡаларға оло рәхмәтемде белдергем килә. Йәнә иң оло ихтирамым һәм мәңгелек йылы мөнәсәбәтем “Ҡояш ағай”ҙың “Ҡояш апайы” Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙына! Аптырарһың был ғүмерҙең “тар” юлдарына: Матбуғат йортонда Баймаҡтың Күсей егете Абдулхаҡ ағай гел эргәмдә булһа, инде нәшриәткә беләккә көс туплап, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнә башлаған 34 йәшлек ике балалы ҡатын янына шул уҡ “Ҡояш ағай”ҙың “Ҡояш апайы” – Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы килеп баҫһынсы әле! Ә мин уны белгәнем дә, күргәнем дә юҡ. Мөғжизә түгелме был?! Һылыу Маһиҙә апай (Абдулхаҡ егет кәләште һайлай белгән!) менән бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ, хатта икебеҙ ике редакцияла эшләһәк тә. Күп тә үтмәне, айырылмаҫ ғаилә дуҫтары булып киттек. Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы бик абруйлы, кешелекле, тәрбиәле, тотанаҡлы, бәҫле, үҙ ҡәҙерен үҙе белгән, нимәнең нимәгә торош икәнен яҡшы тойомлай алған, “буй етмәҫлек”, ҡарап-ҡарап та күҙ ҡараштарың талмаҫлыҡ һылыу ҙа, талапсан һәм ғорур ҙа ҡатын ине.
Маһиҙә апай мин “бәхетле”не – йәш нәширҙе – үҙ ҡулдары менән етәкләп тигәндәй китаптар донъяһына алып инде, баҙығыраҡ атларға, кешеләр, яҙыусылар, шағирҙар менән мөнәсәбәттәр ҡорорға, оҫталыҡҡа өйрәтте. Бер ҡатлы булмаҫҡа, ышанып бармаҫҡа ла кәңәштәрен бирҙе. Бәлки, шуғалыр ҙа хәҙер, 30-40 йылдан һуң, “Нәшриәтем рухиәтем ҡәлғәһе булды” тип әйтә алам, сөнки “Ҡояш апай” менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп эшләп, көс тупланым, баҙыҡландым. Осрашып-танышыуға ла бик күп йылдар уҙып бара. Бер генә тапҡыр ҙа үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, ҡырын ҡараш, ситкә тибеү кеүек күңел төшөнкөлөгөнә еткерерлек хәлдәрҙе мин хәтерләмәйем. Моғайын, Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы ла быны хәтерләмәйҙер, сөнки ундай ғәмәлдәргә һис ҡасан юл ҡуйылманы.
“Нәфис әҙәбиәт редакцияһының өлкән мөхәр­рире Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы Игебаеваның, китапҡа хәйерле юл теләп, донъяға сығарырға ҡул ҡуйған илаһи миҙгелдәрен йыйып иҫәпләһәң, айҙар ғына түгел, йылдар тупланыр ине. 43 йыл эш стажы булыуға ҡарамаҫтан, Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендәге бөтә яҙмалар ҙа бер генә ойошмала – ошо “Китап” нәшриәтендә яһалған.
1953 йылдың 17 мартындағы беренсе яҙма – уны нәфис әҙәбиәт редакцияһына эшкә ҡабул итеү тураһында. Ул саҡта Маһиҙә апай Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап ҡына килгән ҡыҙ була. Бәхетенә күрә, тормош тәжрибәһе лә, эш күнекмәләре лә булмаған йәш хеҙмәткәр нәшриәттә аҡыллы, кешелекле һәм кеселекле өлкән остаздарға юлыға. Ул осорҙа әҙәбиәт редакцияһы мөдире булып талантлы журналист, яҙыусы Шакир Насиров эшләй. Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙының коллегалары мәшһүр яҙыусылар Сәләх Кулибай, Хәсән Мохтар, йәшерәктәрҙән Фәрит Иҫәнғолов була. Уларҙың эскерһеҙ, ихлас ярҙамында йәш мөхәррир үҙ һөнәренең нескәлектәренә төшөнә, һүҙ ҡәҙерен белергә, тел баһаһын һанларға өйрәнә. Шул көндәрҙән алып мөхәррир вазифаһы уның ғүмерлек яҙмышына әйләнә.
Йылдар үтә, тәжрибә туплана. Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ таныла: хеҙмәт кенәгәһенә маҡтау, рәхмәт яҙмалары өҫтәлә бара, ике тапҡыр Башҡортостан Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына, “Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Матбуғат отличнигы” кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Ә уның мөхәррирлегендә донъяға нәшер ителгән китаптарҙан ярайһы ғына ҙур китапхана туплап булыр ине. Әммә, Маһиҙә апайҙың, үҙе әйтеүенсә, күңеленә иң яҡындары – Башҡорт халыҡ ижады өлгөләренең ун һигеҙ томы. Улар ысын мәғәнәһендә Башҡортостан мәҙәниәтенең мәр­йендәрен – мәңге юғалмаҫ хазинаһын тәшкил итә. Һәм ошо ун һигеҙ томдың да мөхәррире, баҫ­маға әҙерләүсеһе – Маһиҙә апай...” (Д. Мырҙаҡаева, “Нәширҙәр” китабынан, Өфө, “Китап”, 2009).
“Салт Ҡиблаға китеп барыуҙарым...”“Ҡояш ағай” менән “Ҡояш апай”ҙың берҙән-бер ҡыҙҙары Фәниә Абдулхаҡовна уларҙың икеһенә лә терәк, өмөт һәм таяныс булды. Егәрле, тырыш, бик намыҫсан, юғары грамоталы белгес – уҡытыусы. Бәләкәйҙән яҡшы уҡыған Фәниә урта мәктәптән һуң, Башҡорт дәүләт университетында белем ала һәм уны 1977 йылда тамамлай. 1977–1991 йылдарҙа Өфө авиация институтының социология лабораторияһында (Башҡортостандың база соцлабораторияһында) өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Лабораторияға ул саҡта билдәле профессор Н.А. Айытов етәкселек итә. Башҡорт­остан, Татарстан, Төмән өлкәһе, Ямал-Ненец автономиялы округы ҡалалары һәм райондарының социаль-иҡтисади үҫеш пландарын төҙөүҙә ҡатнаша, социаль демография, никах-ғаилә мөнәсәбәттәре мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 1989 йылда Н.А. Айытовтың ғилми етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай...
Фән кандидаты Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы 1991 йылдан бирле Башҡорт дәүләт аграр университетында философия, социология һәм педагогика кафедраһында доцент вазифаһын башҡара. 2016 йылдан – социаль иҡтисади һәм гуманитар дисциплиналар кафедраһы доценты. Магистрҙар өсөн “Эшлекле бәйләнештәр”, “Хеҙмәт мөнәсәбәттәре этикаһы” тигән уҡыу курстары үткәрә. Аспиранттар менән дә эшләй, улар өсөн “Профессиональ-һөнәри бәйләнештәр технологияһы” курсын алып бара. Уҡытыусылыҡ һәм ғилми тикшеренеү эшмәкәрлеген уңышлы ғәмәлгә ашырыуы һөҙөмтәһендә университет профессорҙары, уҡытыусылары араһында рейтинг баһаламаһы буйынса мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультетында туғыҙ йыл рәттән иң алдынғы доцент дәрәжәһендә... Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы – алты коллектив монография авторы. Ғилми һәм уҡытыу методикаһы буйынса 300-гә яҡын хеҙмәте тотош Рәсәйҙә билдәлелек алған. Өҫтәүенә өс электрон уҡыу әсбабы һәм ВАК журналдарында 32 мәҡәләһе донъя күргән.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министр­лығының Почет грамотаһы (2005), Рәсәй Федера­цияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән (2014) наградланған.
Абдулхаҡ ағай менән Маһиҙә апайҙың ғына түгел, ә тотош Рәсәй һәм Башҡортостандың ғорурлығы булған ғалимә Фәниә Игебаева бөгөн дә туған аграр университетында арымай-талмай эшләүен дауам итә.
...Хәтирәләрем – нәшриәттә. Саҡ эшләй башлағанмын. Үтә лә етди коллектив. Ниндәй генә кәңәшмә, оперативка тимә, тик бер маҡсат ҡуйыла: темплан мотлаҡ үтәлергә тейеш! 350-400 исемдәге әҙәбиәт, шул уҡ 3-4 редакция, 2 миллиондан ашыу тираж менән китап сығара. “Башпотребсоюз” системаһы (бигерәк тә Фәүзи Ғарипов ваҡытында) төпкөл райондарға, ауылдарға китап таратырға ныҡ ярҙам итте. Юғарынан талап шулай ине, үтәмәй ҡара! Мин коллектив көс менән ойошторған “Башҡортса йыртма календарь” ғына ла заманында 150-200 мең дана тираж менән сығарылды.
...Игебаевтар менән ғаилә дуҫтары булып киттек: төрлө байрамдар, бигерәк тә тыуған көндәр, юбилейҙар иҫтә ҡалырлыҡ булыр ине. Бәхетле йылмайышып фотоларға төшәбеҙ. Төрлө мәҙәк хәлдәр ҙә булғылай торғайны. Йышыраҡ беҙ дүртәү: Абдулхаҡ ағай, Маһиҙә апай, Фәниә һәм мин осрашабыҙ кис эштән һуң, әлбиттә, гел Игебаевтарҙа, хатта минең тыуған көндө лә улар үткәрә. Вәт рәхәт! Матур, мул табын. Бар әҙерләнгән ризыҡ – телеңде йоторлоҡ! Бер мәл оҙаҡ ҡына гәпләшеп, иҫтәлекле көндәрҙе, ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп ултыра торғас, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. Миңә маршрут автобусына сығырға кәрәк. Ваҡыт та һуңлап киткән. Таксиға бер үҙемде генә ултыртып ебәреүгә ҡаршы төштө Абдулхаҡ ағай. Әйҙә, бергәләп автобус туҡталышына барып, ултыртып ебәрәбеҙ, тик ҡайтҡас та шылтыратырһың, тип киҫәтте абзыйым. Ярай, әйҙә бергәләп сығайыҡ. Кейенә лә башланыҡ. Бәй, аптыраҡ хәл: минең аяҡҡа туфлиҙарым һыймай. Нимә эшләргә? Магазиндар бикле, Маһиҙә апай менән Фәниәнең аяҡтары бәләкәй ҡурсаҡ тәпәйе тиерһең. Мин: “Абдулхаҡ ағай, һинең аяғың нисәнсе размер ул?” – тип һорарға мәжбүр булдым. Уның йөҙө ҡояш кеүек балҡып китте: “Мин дә шуны баянан бирле әйтә алмай ыҙалап торам, аяғым 39-40-сы үлсәмдә. Как раз һиңә ярай!” Вәт, бер мәрәкә: “Ҡояш ағай”ҙың ап-аҡ ҡупшы импорт туфлиҙарын кейеп (әлдә салбарҙамын, күлдәк кейгән булһам, ғөмүмән, бик мәҙәк күренеш булыр ине) иркенләп атлап, туҡталышҡа сыҡтыҡ. Аҙаҡ аҡ туфлиҙар хужаһына имен-аман кире тапшырылды.
Абдулхаҡ ағай минең йөрәгемдә томбойоҡтай уйсан, баҫалҡы, баҙнатһыҙ (әҙәбиәт донъяһы киң бит: үҙәккә үтерлектәре лә етерлек булды) әҙип булып уйылып ҡалды. Китабымды сығар, тип ныҡышып йөрөгәнен хәтерләмәйем. Мин белә-белгәндән бирле халыҡ яҙмышы хаҡында тәрән уйланып яҙыр ине, ил хәстәре, ил ғәмдәре менән янып йәшәне, заман менән бергә һулыш алды. Шиғриәтендә Еребеҙ моңдары, тыуған яҡ, тыуған тәбиғәт моңдары бигерәк асыҡ сағылыр ине. Уның йырҙары ла байтаҡ ине бит әле: “Тәүге һөйөү”, “Йәшермәсе, иркәм”, “Тыуған яҡтарым”, “Арыштарым”, “Ләйсән”, “Йәнгүзәлем”, “Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр”, “Әсә һағышы”, “Ғүмерҙәр уҙа икән”, “Әлдә дуҫтар бар әле”, “Йәшәп һыуһын ҡанманы”, “Йөрәгемдә һайрай һандуғас”, “Ата йорто”, “Күңелкәйем һине уйлайҙыр” кеүек йырҙары халыҡ йырҙары уҡ булып китте.
Ә ҡобайырҙары һуң? Абдулхаҡ Игебаевтың тәрән хафаланыуҙар, борсолоуҙар менән тулы “Оран һала Ер-әсә” патетик поэмаһын Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә уҡығаны хәтерҙә ҡалған. 481 юллыҡ поэма! Яттан һөйләй. Бер юлын яңылышһасы! Вәт һөйләй, исмаһам! Залда себен осҡан тауыш та ишетелмәй. Шағир шиғыры менән тотош залды бер үҙе сорнап-сихырлап алған! Шул тиклем дә хәүефле-хафалымы икән ни һуң Еребеҙ, тип уйлай һәр кеше. Залда тәрән тынлыҡ һәм ярһыу йөрәкле Шағир! Әйтерһең дә, поэмалағы хәүеф-хәтәр хәҙер үк тамашасының йөрәгенә, уйына, мейеһенә урғылып барып инер ҙә, залдағы халыҡ эркелеп, Ер-әсәне ҡотҡарырға сығып йүгерер кеүек!
Мин бик күп йылдар Матбуғат һәм китап яҙыусылар мөхитендә эшләгәс, үҙ әҫәрен тамашасыны шул тиклем дә тетрәндерерлек, илертерлек хәлгә еткереп уҡыған шағирҙарҙы һирәк осраттым. Әлбиттә, бөйөк Мостай Кәримдең сәхнәләрҙәге сығыштары үҙе генә ни тора! Ә Рафаэль Сафин нисек шәп уҡыр ине шиғырҙарын! Әнғәм Атнабаев үҙе бер тамаша!
Мин үҙемде бик бәхетле яҙмышлы кеше тип хис итәм. Эшемдән, коллективымдан, бигерәк тә авторҙарымдан уңдым. Уларҙың һәр береһе минең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз туғаным кеүек булды, сөнки белә инем: бер мәҡәлә яҙыу өсөн генә лә күпме ваҡыт, тырышлыҡ кәрәк! Ә поэмалар, роман-повестар ижад итеү? Бикәм Фәниә Хәмит ҡыҙы Ғәлимова (иремдең апаһы, ул саҡта Әлшәй районы Себенле урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире ине) Абдулхаҡ Игебаевтың үрҙә телгә алынған “Оран һала Ер-әсә” поэмаһын республика кимәлендә уҙғарылған сарала яттан уҡып (481 юллыҡ!) беренсе урынды алғайны.
Ер-әсәбеҙ әле ни хәлдә һуң? Таланамы һаман да? Билдәле геолог, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған геологы, оҙаҡ йылдар Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе булып эшләгән Басир Мәһәҙиев Ер-әсәбеҙ хаҡында “Ватандаш” журналының 1997 йылдың 2-се һанында бына нисегерәк яҙа (кем-кем, ул “ер хәлдәрен” башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ белер ине):
“Тәбиғәт серҙәрен сисә-сисә, беҙ, кешеләр, үҙе­беҙ ҙә бер туҡтауһыҙ камиллаша барабыҙ һымаҡ. Бында “һымаҡ” тигән шик һүҙен ҡыҫтырырға тулы нигеҙ бар. Әҙәм заты ниндәй генә ҡатмарлы механизмдар, приборҙар, технологиялар, тағы әллә нимәләр уйлап сығармаһын, үҙенең мөмкин­лектәрен нисек кенә киңәйтмәһен, ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әхлаҡ яғынан бик яй үҫә. Белеме артҡандан-арта барһа ла, ул быуаттар буйы аҡылға ултыра алмай.
Тирә-яҡ мөхитте үҙ белдеге менән уңға-һулға ҡыйратып ташларға ла һәләте бар уның. Донъяны, баяғы әйтмешләй, ыңғай яҡҡа ғына илткән йыһан көстәре, тәбиғәт көстәре – уныһы бер хәл, ә инде кешелектең насар яҡҡа аушайып китә торған ғәҙәте – икенсе бер күренеш. Ер-һыуҙарға, тау-таштарға, мәғдәндәргә ҡарата ла әҙәм балаһы йыш ҡына ҡоротҡослоҡ күрһәтә. Уныһы ахыр сиктә уның үҙ башына бәлә булып әйләнеп ҡайта ла бит, тик хаталарҙы төҙәтергә һуң була шул инде.
Үҙебеҙҙең Башҡортостан ере шуның бер йән әрнеткес миҫалы булып тора. Беҙ бында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында ғына түгел, ә тәбиғәт хазиналарын һәм уларҙың береһе булған ҡаҙылма байлыҡтарҙы һаҡсыл файҙаланыу хаҡында дөйөм һүҙ алып барабыҙ, әлбиттә. Алда беҙҙе нимә көтә? Был турала уйлай башлаһаң, ер аҫты мөлкәт­тәребеҙҙең йылдан-йыл кәмей барыуы, баҡыр-цинк рудаһы эсендәге алтын-көмөштөң һаман әрәм-шәрәм ителеүе кеүек ҙурҙан-ҙур пробле­маларҙы иҫкә төшөрәһең. Уларҙы хәл итеү өсөн беҙ, әҙәм балалары һәм Рәсәй кешеләре, иҡтисади яҡтан, техник яҡтан, әхлаҡи яҡтан әҙербеҙме һуң, тигән һорауға килеп төртөләһең.
Мөһабәт Еребеҙ ҙә, көн дә тапап йөрөгән аяҡ аҫтындағы еребеҙ ҙә беҙҙең яҡлауға, беҙҙең һаҡ­лауға мохтаж. Мәрхәмәтле Еребеҙгә үҙебеҙ ҙә мәрхәмәтле булһаҡ ине. Был йыһанға кеше итеп яратылғанбыҙ икән, бөйөк тәбиғәт донъяһы алдында ла кеше булып ҡалырға тейешбеҙ!”
А. Игебаевтың күп шиғырҙары һәм әлеге “Оран һала Ер-әсә” исемле поэмаһы рус, татар, украин, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Тимәк, поэманың идеяһы, темаһы бар милләтте лә тетрәндерерлек булған! Был поэманың өҙөктәре артабан “Правда” гәзитендә лә баҫылып сыға. Фәҡәт ошо поэмаһы өсөн Абулхаҡ Игебаевҡа Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тапшырыла.
...Йырҙары йырлана, шиғырҙары халыҡ телен­дә... Халыҡ шағиры ысынында нәҡ шулай булырға тейештер ҙә, минеңсә. Шағир ҙа, шиғырҙары ла бәхетле. “Ҡояш ағай”ым ғына эргәмдә юҡ. Ә “Ҡояш апай” һаман да минең янымда, Фәниә лә. Әленән-әле шылтыраталар, хәлемде беләләр, балаларымды, ейән-ейәнсәрҙәремде һорашалар, саҡ ҡына (бер аҙна самаһы) өндәшмәй торһам, мине юғалтып борсолалар, хафалана башлайҙар.
Ҡасандыр элек, мин бигерәк тә йәш саҡта, Һеҙ уйнап-шаярып ҡына әйткән һүҙҙәрегеҙҙе, хөрмәтле Абдулхаҡ һәм Булат ағайҙарым, бер ни тиклем аҡланым кеүек. Бигерәк тә 10 йыл самаһы дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире булып эшләгән йылдарымда Абдулхаҡ ағайҙың да, Булат ағайҙың да йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәнем: бер-бер артлы китаптарын нәшер иттем, донъя күрә алмай сират көтөп ятҡан томдарын сығарып, бигерәк тә уларҙың үҙҙәрен, уҡыусыларын, туғандарын, моңдаштарын, ижадташтарын шатландырып өлгөрҙөм, тип уйлайым. Булат Рафиҡовтың “Ҡараһаҡал” романын (рус телендәгеһен дә) йәнә “Онотмағыҙ мине” шиғри китабын, үҙенең вафатынан һуң, йәмғеһе туғыҙлап китабын (томдары менән бергә) нәшерләп өлгөрҙөк мәрхүм Лена апай менән бергә. Йәл, байтаҡ әҫәрҙәрен Булат ағай үҙе күрә алманы, уның тормош иптәше Лена апай машинкала баҫып, әҙерләп килтерер ине. Ниндәй фиҙакәрлек менән эшләне уларҙы Лена апай! Булат ағай әйткән булған икән: “Ярай, романдарымды мин яҙа торайым әле, ҡасан да булһа бер баҫылыр, өмөтөм бар”, – тигән. Лена апай сираттағы ҡулъяҙмаһын бер килтергәнендә шуларҙы һөйләгәйне.
“Ағиҙел”дең ике таланты – Абдулхаҡ ағай менән Булат ағайҙың әйткәндәре, нисәмә йыл үткәс, раҫ килде. Күңелем, намыҫым шуға кинәнә: яҙған китаптарын нәшер итергә насип булды.
...Һеҙҙән аҡ фатиха алғанға ла
Салт ҡиблаға ҡарап барыуҙарым,
Йәнегеҙгә сауап булһын әйҙә,
Ғәййәр илдәштәрем, көллөгөҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын, –
тип яҙҙы Абдулхаҡ ағай “Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын” тигән шиғырында. Абдулхаҡ ағай, минең рәхмәт ямғырҙарым да Һеҙҙе ахирәттәге ижади мөхитегеҙҙә сафландырһын, рухығыҙҙы шатландырһын ине.
...Хыялым менән йәнә Черниковка биҫтәһен­дәмен: бер йәш ҡатынҡай, ҡалын толомдарын елберләтә-елберләтә, тағы “Восьмиэтажка” туҡталышына йүгерә. Ул – мин. Унда мине ҡояштай балҡып ап-аҡ күлдәкле, ҡупшы кейемле, эшләпәле, түңәрәк йөҙлө бер абзый көтә, һәм беҙ йәнә Матбуғат йортона тиклем бергә елдерәбеҙ. Мин – киләсәктәге әҙәбиәт мөхитенә, байтаҡ йылдарҙан һуң үҙем осрашасаҡ яҙыусыларым, шағирҙарым янына, ә “Ҡояш ағай”ым тиҙерәк шиғриәт донъяһына, ә, бәлки, шиғриәт даръяһына, сумырға ашыҡҡанбыҙҙыр...
Мәшһүр халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев менән ғүмерлек ғүмер һуҡмаҡтарым шул “Восьми­этажка”ла һалынған булған икән дә! Һөйөклө “Ҡояш ағайым” мине ахирәттәге әҙәби мөхитенән ҡыуанып күҙәтә һәм шатлана кеүек...

Ғәлиә ҒӘЛИМОВА,
нәшриәт ветераны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Б. Рафиҡов исемдәрендәге әҙәби премиялар лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779