Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҫәрҙәрендә — заман һулышы
Әҫәрҙәрендә — заман һулышыҠыҙыл эңер ҡанат йәйә урамда.
Моңһоу уйҙар өйөрөлә эргәмдә.
Милләтемә тоҫҡап атҡан гильзалай
Буш шешәләр аунап ята сирәмдә.
(М. Ямалетдинов)
Һәр яҙыусы үҙ уйҙары, хыял-маҡсаттары, тормош тәжрибәһе менән килә әҙәбиәткә. Әҙәбиәт — әҙип өсөн ысын көрәш майҙаны ул. Сал тарихҡа күҙ һалғанда ла, шуны уҡ күҙәтергә мөмкин. Халҡыбыҙ быуаттар дауамында ил-йорт, тыуған ер өсөн көрәшеп, күп ҡорбандар биргән, юғалтыуҙар кисергән. Әҙәбиәт һәм заман да — яҙыусы өсөн бер бөтөндө тәшкил итеүсе төшөнсәләр. Ижадсы уларһыҙ йәшәй ҙә, юғары зауыҡҡа өлгәшә лә алмай.
Төрлө жанрҙағы 20-гә яҡын китап авторы Мәүлит Ямалетдиновтың ижады хаҡында фекер йөрөткәндә, үткән быуатта йәшәгән күренекле яҙыусы Әмир Гәрәев әйткәнсә, “...ул халыҡтың этик, эстетик тәжрибәһенән сығып, донъя, тормош, матурлыҡ, изгелек, яманлыҡ тураһында һүҙ аса икән, күп кенә етди уйланыуҙары хатта уйһыҙҙарҙы ла уйландырырлыҡ, моңһоҙҙарҙы ла моңландырырлыҡ”. Әҫәрҙәренең исемдәре лә ябайҙан түгел, минеңсә. Улар халҡыбыҙҙың үткәне, инаныу-ынтылыштары, йәшәү рәүеше тураһында һөйләй кеүек: “Ыҙан”, “Һаумы, зәңгәр һауа”, “Ай ҡыҙы”, “Таң йондоҙо”, “Ҡот”, “Ҡуласа”, “Бүләк”, “Һомай ҡош”, “Бала ҡарға”, “Тал бәпкәләре”, “Ирәмәл”, “Һуңғы йот”, “Ҡорбан”, “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” һәм башҡалар. Был атамалар халҡыбыҙ тормошонда булған, уны ҡанатландырған йәки борсолорға мәжбүр иткән ниндәйҙер бер осорға, ваҡиғаға, мәсьәләгә барып тоташа, уның юлын яҡтыртыусы таң йондоҙона әүерелеп, ҡуласа ише әйләнеп тороусы ғүмер-миҙгелдәрҙең ҡото булған зәңгәр күккә, Ай ҡыҙына, күкһел Ирәмәл һыртына ҡабат-ҡабат күтәрелеп ҡарарға мәжбүр итә. Эйе, бөгөнгөгә килеп етеү өсөн халҡыбыҙ бик күп ҡорбан биргән, күп фажиғәне башынан кисергән. Улар ғүмер ыҙанына яуҙа аҡҡан ҡан, хеҙмәттә түгелгән тир менән бергә ҡуша һеңгән һәм, тал бәпкәләре кеүек бөрөләнеп, был донъяға баҡҡан.
Үрҙә һанап үтелгән әҫәрҙәр араһында “Ҡорбан” повесы иһә үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙҙө тоташтырып тороусы бер күпер кеүек. Үткәнебеҙ һоҡланырлыҡ һәм бер үк ваҡытта йөрәкте һыҡрандырырлыҡ тарих булһа, милләтебеҙҙең бөгөнгөһө тағы ла аяныслыраҡ. Халҡыбыҙ яу яланында түгел, ә тыныс тормошта ҡырыла: араҡы һаҙлығына батып, унан сығыу әмәлдәрен таба алмай, эсеүҙе лә ғәҙәти бер хәл-күренешкә әүерелдереп, үҙен аҡларға һәм яҡларға тырыша, ә унан ҡотолоу тураһында уйламай (“Бер-ике йотомдан ни булыр тиһең?”, “Ирҙәр белмәй эсмәй икән дәһә!”, “Берҙе генә эсһәң була инде, һине бында кем күрә?”, “Эсһен, эсһен, аяғы өшөгәндер, түгеп китһәң, әрәм була”, “Яңы әйберҙе шул рәүешле “йыуыу” урыҫтарҙың йолаһында ти бит, баш тартһаң, йә үпкәләр” һәм башҡалар).
Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар өс образ (Ҡорбанғәле, уның ҡатыны Бибинур һәм белештәре Виктор) аша асылып, илебеҙҙәге Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ваҡиғаларға барып тоташа. Әҫәрҙә ҡулланылған әйтем-мәҡәлдәр, повестың идея-тематик йөкмәткеһенә үҙенсәлекле төҫ биреп, геройҙарҙы тулыраҡ һүрәтләргә мөмкинлек тыуҙыра: “Мартта — тырт та мырт”, — тип белмәй әйтмәгәндәр инде”, “Алты ай — алты көн түгел. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә”, “Өйөм тар ҙа күңелем киң”, “Эткә — эт үлеме”, “Кинйә артында — донъя”, “Араҡы эсеп үҫтергән буй юҡ”, “Йәне теләгән йылан ите ашаған”, “Аптыранған өйрәк арты менән һыуға сума”, “Ахырызаман етһә, кемде уйлаһаң, шул килер”, “Кейекте лә ризыҡ йөрөтә”, “Бер йыл — бүҙәнә, бер йыл тартай һимерә”, “Ҡомарланһа, кафырҙың нәфсеһе ҙур була торған”, “Бүләге-бүләк, уға миндә лә теләк. Белешегеҙҙең килеүе яман түгел, аҙҙырыуы яман”, “Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым”, “Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә”, “Донъя көтөүгә аяҡ мишәйт итмәй” һәм башҡалар.
Һынамыш-юрауҙар иһә әҫәрҙең халыҡсанлығын тағы ла арттыра. “Боронғолар әйтә торғайны: “Яҙғы сыуаҡ менән көҙгө һыуыҡ — бөтөн сырхауҙарҙың сәбәбе”.
Әҫәрҙә Һиҙиәт ҡарт һөйләгән һунарсы тураһындағы хикәйәттә лә образдарҙың холоҡ-ҡылыҡтарын баһалау буйынса ым-ишара тойолоп ҡала. Әгәр ҙә бөркөттөң йомортҡаһын урлап, ҡаҙ аҫтына һалып, моронлатып алһаң, көсөк донъяла тиңе юҡ һунар эте була, имеш. Шуның ише сит милләт вәкиле булған Виктор ҙа Ҡорбанғәле менән һунарға йөрөгәндә ҡоралай атыу менән генә хушһынмаҫ төҫлө. Хикәйәттә мең бәлә менән ҡулға төшөрөлгән этен һунарсы үҙенең иҫәрлеге арҡаһында һәләк итһә, Викторҙың иҫерткес эсемлегенә, күҙ ҡараштарына, бүләк итеп килтергән шәленә, ҡала күстәнәстәренә арбалған Бибинурҙы ла әлеге хикәйәттәге Аҡкөсөк яҙмышы көтмәҫ, тимә. Йәғни ваҡытлыса мауығыуҙарҙың яҡшылыҡҡа килтермәйәсәге, Бибинурҙың Викторға ғүмерлек йәр булмаясағы ла көн кеүек асыҡ. Унан да бигерәк яу яланынан үлем менән күҙмә-күҙ осрашып, дошманына бирешмәй, яраланып, еңеүсе ҡиәфәтендә ҡайтҡан Ҡорбанғәле әҫәр аҙағында ике стакан араҡынан еңелеп, үҙен үҙе белмәҫ хәлгә етә. Әгәр ҙә әҙгә генә уянып күҙен асһа, үҙенең ниндәй хурлыҡлы хәлгә төшөүен аңлар ине, бәлки.
Мөхәббәт уйыны менән мауыҡҡан Бибинурҙың тормошо ла фермала бергә эшләгән әхирәттәренең яҙмышына ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Һуғыш ғәрәсәте арҡаһында йәрһеҙ ҡалған йәш-елкенсәктең, килен-апайҙарҙың ире бар өҫтөнә Виктор менән дә ғишыҡ уйыны уйнауын Бибинурға яйы сыҡҡан һайын әйтеп-төрттөрөп алыуы ғәжәпме ни?! Уларҙың: “Исмаһам, беребеҙҙе белешең менән таныштырыр инең! Урыҫ булһа, ни булған”, — тип әйтеүендә лә мәғәнә бар һымаҡ.
Әҫәрҙә эпитеттар менән метафоралар ҙа ҙур ғына урынды биләй. Улар образдарҙы тулыраҡ, сағыуыраҡ итеп күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Мәҫәлән: “Ул... эргәһенән зыйлап осоусы йәҙрә ямғырына ла иғтибар итмәне, ярһыуы ла шул тиклем ине”.
Эпитеттар әҫәрҙә фразеологик берәмектәр менән аралашып, йәнле бер күренеште күҙ алдына баҫтыра: “Ҡорбанғәле уны эсеүҙән баш тартҡас, әлегене яйлап бер үҙе һемергәнгә күрә башына сыҡтымы, ҡарттың теле сиселгәндән-сиселде”.
Йәнләндереүҙәр ҙә образдарға үҙенсәлекле төҫ биреп торған кеүек: эсенә йылы йүгерҙе, өмөт сатҡылары тоҡанды, биҙгәк ныҡ йәбеште егеткә, муртыҡ ҡар иңрәп ҡала, ҡултыҡ аҫтындағы таяҡтар ыңғыраша, ҡар күҙәнәктәре ҡояш нурында уйнай, Ҡалаҡтауҙың ҡар ҡаплаған киртләстәренә ҡаҡлыҡты (тауыштар), шәлдең сағыу биҙәктәре баҙығыраҡ ялтланы, бит алмаларын, муйындарын нығыраҡ ҡытыҡланы, йәне һыҡраны, утлы һыу йөрәгенә илерткес ялҡын өҫтәне, хис-тойғоларын болартты һәм башҡалар. Ошондай саралар ярҙамында автор Ҡорбанғәле менән Бибинурҙың яйлап эскелек юлына төшә барыуын күрһәтә. Уларға аҙна һайын һунар һылтауы менән килеп йөрөгән Виктор йәш ғаиләне эсергә өйрәтә. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ауыҙына ла алмаған хәрәм эсемлек улар өсөн — күңел асыу сығанағына, Бибинур иһә Викторҙың һөйәркәһенә әйләнә. Бөгөн дә милләтебеҙҙе юҡҡа сығара барыусы шайтан һыуына, уның ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәгенә ишара яһай автор, нәфрәтен белдерә. Кафыр эсемлеген ауыҙына алған милләттәштәребеҙҙең киләсәге өсөн хәүефләнеү әҫәрҙең башынан алып аҙағына тиклем төрлө һүрәтләү алымдары ярҙамында күҙ алдына баҫтырыла. “Араҡы эсеп үҫтергән буй юҡ” мәҡәл-әйтеме лә халҡыбыҙҙың әхлаҡи-эстетик кимәлен сағылдырыусы берҙән-бер сара булып, әҫәрҙең йөҙөн билдәләй. Повестың әһәмиәте лә, көнүҙәклеге лә шунда.
Ғөмүмән, ҡайһы ғына әҫәрен алһаң да, М. Ямалетдиндың һәр яҙғанында заман һулышы, йәшәү дәрте урғылып торғандай.
65 йәшенә аяҡ баҫҡан әҙипкә артабан да ижад ҡомарын һүндермәйсә, уҡыусыларын фәһемле һәм тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп үрҙәр яуларға яҙһын.
Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779