Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һалам төтөнөҺалам төтөнө аҡ була. Ул мөрйәнән сыҡҡан төтөн шикелле күккә үрләмәй, ә ығыш һыйыр һымаҡ әкрен генә ҡуҙғалып, ҡамылдан һоро төҫкә ингән ҡыр өҫләп һуҙыла. Уны ун-ун биш саҡрымдан да бик яҡшы күрәһең. Яҙ билдәһе ул. Хужаһыҙлыҡ билдәһе. Ауыл хужалығының ни өсөн ғүмер баҡый хәйерсе булыуын аҡыллы кеше ошо афәт рәүешендә ҡырға һуҙылып ятҡан аҡ төтөнгә ҡарап белә ала.
Закирҙың йөрәге һыҡтап ҡуй­ҙы. Уның ҡыҫҡа ғына ғүмерендәге күпме хәтирәләр ошо һалам төтөнөнә бәйле бит. Хәтирә тип, хатта хәтерләп тороу ҙа кәрәкмәй, былар йөрәк әрнеүенә әйләнеп ҡалды түгелме һуң?
Бер йылды Закирға һәм унан берәр йәшкә кесе Алмас менән Сабирға бригадир һалам янды­рырға ҡушты. Уның йомошон егет бигүк аңлап етмәне, төшөп ҡал­ған, ҡалдыҡ-боҫтоҡ һаламды янды­рырға кәрәк, тип уйлағайны, ә ғәмәлдә эш башҡаса икән, былар эҫкерт яндырып йөрөргә тейеш. Беренсе эҫкерт, ҡышҡы ҡар­ҙы һәм яҙғы ямғырҙарҙы һең­дер­гәнлектән, бик ауыр яна баш­ла­ғас, Алмас менән Сабир ҡыуа­ныстарынан ни эшләргә белмәне, ҡыҙыҡ ине уларға. Һалам ни ҡә­ҙәр дымлы булһа, шул ҡәҙәр ны­ғыраҡ төтәй. Закир, иптәштәренә ҡарап: “Их, һеҙ, диуаналар! Нимә эшләгәнегеҙҙе үҙегеҙ ҙә белмәй­һегеҙ”, – тип үртәлде. Былтырғы ваҡиғалар күҙ алдына килде. Атаһы Муллайән, көҙ нәҡ бына шул һалам эҫкертләгәндә һыуыҡ тейҙереп, ғүмерлеккә таҙалығын юғалтты. Өлгөрәйек тип инде, ашығып. Йән-фарман эшләгәндә кейемдәрен сисеп атҡандар, унан һуң ямғыр башланған. Эҫкертте сылатмайыҡ, ослап өлгөртәйек тип эштәрен дауам иткәндәр. Һалҡын ямғыр, көҙгө ел оло кешегә етә ҡалған. Кем белә, бәлки, Закирҙың атаһы бына ошо эҫкертте өйгәндә сирләп киткән­дер, ә хәҙер уның улы, ҡулына шырпы тотоп, атаһының хеҙмә­тен юҡҡа сығарырға, аҡ төтөнгә әйләндерергә тейешме?
Муллайән ағай өсөн һалам бәләһе бының менән генә бөтмәне әле. Ҡыш, бер эҫкертте йолҡҡолап, арҡаһына йөкмәп, һалам алып ҡайтып килә был. Урлашыу оят, ләкин күңелде өмөт йылыта, шулай һирәк-һаяҡ ҡына барһа ла, быҙауын, бәлки, яҙғы үләнгә сығара алыр ине. Унан тағы бер ҡыш сыҡһа, һыйыр була бит инде ул. Һалам ташыу яҙыҡ түгел, баҫыу тулы ул, шулай ҙа кеше күҙенең күрмәүе хәйерле­рәк. Их, уныҡынса булманы шул, ауыл урамынан уға ҡаршы Хәрәмов килеп сыҡты. Погонлы әҙәм – беҙҙә император инде ул, нимә эшләһә лә, тулы хоҡуғы бар, һин уға бер нәмә лә аңлата алмайһың. Билдәле инде, участковый протокол төҙөнө, штраф һалды. Муллайән ағайҙы дәүләт милкенә ҡул һуҙған бур тип атаны. Ғәрлеге ни тора! Муллайән ғүмер буйы ошо колхозда эшләне, көсөн йәлләмәне, маҡтау грамоталары алды, хәҙер килеп бер мәл эсендә ул әшәке әҙәмгә әйләнде лә ҡуйҙы.
Элекке йылдар булһа, был Хәрәмов, ысын фамилияһы Мөхә­рә­мов буғай, уны контра тип төр­мәгә яптырыр ине. Ир ке­шенең күҙҙәренә әсе йәш тығылды. Түҙерлекме һуң! Ошо йүнһеҙ быҙау өсөн мир алдында хурлыҡҡа ҡал әле. Ғәрлек, оят һәм асыу ҡайнай ине уның күңелендә. Итеген сисмәй өй эсенә үтте, шкафта кейемдәр артында һөйәлеп торған мылтығын алды ла аҙбар ҡапҡаһын шығырлатып асып ҡуйҙы. Хәҙер был быҙау уға кәрәкмәй инде. Уны-быны аңламаған мал йорт алдына сыҡты, инде хәҙер ҡайҙа барайым, ниңә мине сығарҙылар һуң әле, тигәндәй, туҡталып ҡалды. Ошо ваҡытта шартлау яңғыраны.
Тәскирә еңгә күршеләрендә ултыра ине, мылтыҡ тауышына йүгереп ҡайтһа, ихатаһында берҙән-бер малы тыпырсынып ята. Ярай әле урамда бер ир осрай, бахыр быҙауҙы һуйып өлгөрәләр. Муллайән ағай үҙе был минутта ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап өйҙә ята. Суҡынып ҡына китһен дә был донъяһы, тип ул Хоҙайҙың бар эшенә бәд­доға уҡый. Тик уға башын мен­дәргә тығып, фанилыҡтан ҡасып ҡалырға мөмкинлек бирмәнеләр, участковый килеп ун биш тәүлеккә алып китте. Шулай итеп, хужа бер көндә һуңғы малһыҙ һәм өйҙәге бер ҡиммәтле әйбер – мылтыҡһыҙ ҡалды. Шулай булғас ниндәй хужа инде ул.
Закир бына шуларҙы уйлап алғас, ныҡлы ҡарарға килде:
– Юҡ, егеттәр, мин эҫкерт яндыра алмайым. Ҡайтып китәм.
– Нисек инде ул? Нишләп яндыра алмайһың? – тип ғәжәп­ләнде былары.
Ләкин Закир уларға яуап бир­мәне. Нимә әйтһен, был һаламды йыйғанда күпме көс түгелгәнен, күпме яғыулыҡ сарыф ителгәнен аңлатһынмы? Ферма малда­ры­ның ҡыш буйына туйғансы ашау күрмәгәнен һөйләп торһонмо? Һарыҡ түгелдәр, үҙҙәре аңлайҙыр һәм беләлер. Яндыралар икән – уларҙың эше, ә Закирҙың был мәнфәғәтһеҙлеккә ҡулы бармай.
Иртәгәһенә бригадир Ғәлиулла уны әрләй-әрләй башҡа эшкә ҡушты. Закирҙың үҙен әрләүе генә етмәгән, атаһына ла зарланған, йәнәһе, малайың ялҡау. Бына шулай башланды егеттең тормошо. Колхоз уға төҫ бирмәне, ялҡау исеме алды. Башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә армия ҡотҡарҙы. Унда яҡшы хеҙмәт итте ул, таҙа-һау, зирәк аҡыллы егет өсөн үтәй алмаҫлыҡ эш юҡ ине. Ил һаҡсыһы ярты йыл эсендә яҡшы снайпер ҙа, кинолог та булып өлгөрҙө. Тик бына рота командиры ғына уны яратманы, яйы сығыу менән командировкаға оҙатты. Шәп ине ул “командировка”: яланғас тауҙар, алда – Пакистан, артта – Афған ере, дошмандар йоҡлап ятмай, теләһә ниндәй мәлдә һиңә тигән пуляның мейеңде сәсрәтеп ебәреүе ихтимал. Йәшеренеп, ҡаршылағы киңлектәргә снайпер винтовкаһы аша ҡарап ятҡанда, Закир күп уйланды. Колхоз һаламы кеүек, бында ла күп нәмә әрәм ителә: техника, яғыулыҡ, ҡорал һәм кешеләр. Донъя күреп тә өлгөрмәгән йәш егеттәр...
Һалам тигәндәй, йәнә иҫкә төшә. Май урталарында кинәт кенә ҡар яуҙы. Булыр-булмаҫ меҫкен ҡар түгел, ә төн буйы ябалаҡлап яуҙы, иртәнгә инде тубыҡҡа тиклем тәрәнлектә ине. Ферма яғынан килгән йөҙләгән баш ас һыйырҙың имәнес үкереүе Ҡиәмәт көнө ауаздарын хәтер­ләтә ине. Колхоз, бар булған йөк машиналарын ашыҡ-бошоҡ әҙерләп, Ҡаҙағстанға оҙатты. Һалам алырға! Бына шунда Закир бригадирҙы осратып әйтте:
– Күрҙегеҙме инде?!
Уныһы күҙенең ағы менән ҡараны ла өндәшмәне, ары атланы. Бына хәҙер Закир күрә, аңлашылмаған тәртип бер ауыл хужалығында ғына түгел икән, “тимер” тәртибе менән маҡтанған армия ла тотошлайы менән башбаштаҡлыҡ сире менән сырхау икән. Кем кем менән һуғыша, нимә өсөн, нимә бүлешәләр? Иң мөһиме, беҙ бында ни эшләйбеҙ һуң? Кемдең ҡумыҙына бейейбеҙ ҙә кемдең боғаҙын сәйнәргә килгәнбеҙ? Бер аҙ хеҙмәт итеүгә миҙаллы булды Закир. Шатланды кеүек. Атаһының “Хеҙмәт ветераны” миҙалы бар, олатаһының “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалдары һаҡлана. Тимәк, Закир – ата-бабаһына лайыҡлы егет.
Лайыҡ ҡына түгел, хатта арттырып та ебәрҙе әле ул, сөнки бер аҙҙан орден уҡ алып ҡуйҙы. Һуғыш ветераны булған олата­һының ордены юҡ, ғүмер буйы колхозда тир түккән атаһыныҡы юҡ, ә бына Закирҙыҡы бар. Хәйер, булмаһа, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине. Боевиктарға был төбәктәге берҙән-бер юлды бикләп торған “шуравиҙар”ҙы алып ташларға кәрәк ине. Ҡояш та сығып өлгөрмәне, уларҙың бер нисә төркөмө төрлө яҡтан һөжүмгә ташланды. Китте атыш: автомат, пулемет, гранотомет – бөтәһе лә эшкә егелде. Тау һыртына ҡунаҡлап алған бер төркөм, өҫтән аҫҡа атып, беҙҙе­келәргә ысын бәлә тыуҙырҙы. “Яҡшыраҡ урын һайлап, ҡаршы ут асырға кәрәк”. Шулай уйлап бер таш артына йүгереп кенә үтәм тиһә, Закирҙың ботон эре калибрлы пуля тишеп үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нәҡ һөйәккә эләккән, уны талҡан иткән. Дауаланылар табиптар, тик уға ҡарап аяҡ яңырманы – ике сантиметрға ҡыҫҡа булып ҡалды. Шуның әжеренә – орден. Аяғың аҡһай, күкрәгең балҡый! Ҡыуан, егет, хәҙер һин ысын ветеран! Пионерҙар алдына сыҡ та батырлығыңды һөйлә. Эйе, фәлән ҡәҙәр кешене шулай-шулай үлтерҙем, тиң. Маҡтан!
Тик пионерҙары бөттө бит әле. Пионерҙар ғына түгел, башҡаһы ла юҡ инде уның хәҙер. Ауылда һаламды көҙ йыйып, яҙын ут төртөп яндыралар, оҙон аҡ төтөн сығаралар, ә армияла мал аҙығы түгел, кешеләр үҙҙәре яна, тик ҡара төтөн сығарып. Уныһы болоттарға аша. Закир ҙа унда булды. Көлә ине ул үҙенең дуҫы Сабирҙан. Уныһы алты-ете йәшлек сағында фермалағы тиреҫ соҡорона ҡолап төшкән. Ярай кемеһелер тартып сығарған. Малай соҡорҙа батып үлмәһә лә, тонсоғор ине. Эйе, көлә ине Закир Сабирҙан, ә хәҙер бына дуҫы уны ҡыҙғана, сөнки Закир нәжес тулы соҡорға башы менән, үҙе кеүек меңләгән һалдат менән, ил менән бергә төштө. Һәм аяғы сатан, рухы ғәрип булып сыҡты. Ә Сабирҙан тиреҫ еҫе сыҡмай, күптән онотолған, аҡһаҡ-туҡһаҡ түгел, гөрләтеп йәшәп ята ул, магазин асҡан. Алмас дуҫтары ситтә төпләнгән, ауылға хат яҙмай, ти. Шулай итеп, һалам яндырған өс егеттең береһе лә ауыл хужалығында эшләмәй бөгөн.
Улының әрнеүҙәрен һиҙгәндәй, атаһы Муллайән дә йөрәк яраларына тоҙ һалып ҡуйҙы:
– Улым, ниңә ул былай, ҡара­ле, олатайыңдың документтарында фотоһүрәте бар, ә һине­кендә юҡ! Ни орден, ни миҙал таныҡлығыңда. Һуң фотоһыҙ документ яраҡлы буламы ни? Ниңә улай?
– Их, атай, атай, һуң беҙ бит кеше үлтереүсе! Кеше үлтереү­сенең йөҙө буламы ни? Кино ҡарайһың бит, улар баштарына каска кейә, йөҙөнә маска ҡуя ла тишектән ҡарап йөрөй. Юҡ ул кеше үлтереүсенең йөҙө!
Шулай тине лә егет биш мөйөшлө орденын усына ҡыҫты, тимер остары уның ҡулына батып инде. Ауыр уйҙар йөрәген әрнетте: “Бына был биш мөйөш биш кешене үлтергән өсөн. Мин биш тапҡыр, кешенең күкрәгенә төбәп, винтовка тәтеһенә баҫтым. Беләм, уларға тейҙерҙем, яраламаным, ә үлтерҙем. Мин улар­ҙы белмәйем, күргән кешеләрем түгел, шулай булғас улар миңә дошманмы? Ҡайһыбыҙға зыяндары тейгән ине һуң? Уларҙың ата-әсәһе барҙыр, балалары ла булғандыр, бәлки. Хәҙер ата-әсәләре мине ҡарғай, балалары етемлек йәштәре түгеп үкһейҙер. Әсә ҡарғышы, бала йәштәре минең башҡа ҡаза булып төшмәҫ тиһеңме ни?! Кешеләрҙе үлтереү өсөн күп тырыштым, ә улар йәшәһен, бәхетле булһын өсөн ниҙәр генә эшләнем үҙ ғүмерем­дә?! Их, шунда башты иҫәргә һалып, колхозда һалам ғына яндырып йөрөйһө ине лә бит...”
Улай тиһәң, хәҙер колхозы ла, малы ла юҡ. Ауыл халҡы банк бүлексәһенә аҡса һалып, шуның процентына ғына йәшәмәй, мал менән йәшәй ине. Шатлығы ла, байлығы ла, ашар ризығы менән киләсәге лә мал булды. Шуны Мәскәү бөтөрөргә ҡушты. Һәм бөтөрҙөк. Закир Афған-Пакистан сигендә кемделер үлтерһә, ауыл халҡы үҙенең киләсәген үлтерҙе. Нимә ҡалды? Закир был һорауға яуап бирә алмайынса ян-яғына ҡарап алды. Күҙенә һыҡтаған йәнен имләгән нәмә салынманы һәм ул әсе уйын дауам итте. Ҡалған икән, ана, тояҡ тора, аҡһаҡ аяҡ ярҙамсыһы һәм биш мөйөшлө орден – яңылыш донъя таныҡлығы.
Закир ауыр күтәрелеп ҡапҡа­нан сыҡты, урам юлына аяҡ баҫты. Ҡайҙа бара һуң ул? Аҡһаҡ илдең аҡһаҡ һалдаты барлы-юҡлы аҡсаһына арзан араҡы алыр өсөн магазинға бара, тағы ла ҡайҙа булһын. Тормошто яндырҙылар, ә бына магазинды яндырмағандар әле, һаман да эшләй. Әллә инде утта янып бөтмәй ҡалған йән көйөктәрен шайтан һыуында батырып тонсоҡторорға кәрәкме икән ул магазин?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780