Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурайсының бәхет юлы
Ҡурайсының бәхет юлыХәйбулла ҡурайының даны күптән инде бар республикаға киң таралған. Был төбәктә ҡурай уйнамаған кеше юҡ, ваҡытында ҡурай түңәрәктәре барлыҡ мәктәптәрҙә ойошторолған, бер сара ла унһыҙ үтмәгән. Хатта мәҙәниәт йортоноң тамаша залында төбәктең генә түгел, республиканың иң мәшһүр ҡурайсыларының фоторәсемдәре урын алған. Биш йылға бер районда оҫта ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Хәйбулла ере — ҡурайсыларға ҡанат биргән төбәктәрҙең береһе. Бында шулай уҡ Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы уҡыусылар араһында йыл һайын үтә. Атай-олатайҙарының изге аманатын, тылсымлы ҡурай моңон һаҡлай алыуҙары менән бәхетле хәйбуллалар.
Ҡурайсы булып тыуырға кәрәк тиһәләр, ҡурайға уйнарға өйрәтергә, уға һөйөү уятырға, артабан ысын ҡурайсы итеп үҫтерергә мөмкин, тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе менән һеҙҙе яҡындан таныштырмаҡсымын. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Түңгәүер” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, оҫта ҡурайсы, сәсән-йырсы Илдар Юнысов оҙаҡ йылдар балаларға ҡурай серен өйрәтә. Бөгөн уҡытыусы үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала, бигерәк тә Илмир Ҡарабаев, Ислам Илембәтов кеүек йәш ҡурайсыларҙың үҫеп етеүе уларҙың остазына оло яуаплылыҡ менән бер рәттән ғорурлыҡ тойғоһо ла өҫтәй.
Бәләкәй Әбеш ауылында тыуып үҫкән Илдар Әбделмән улының ҡурайға ҡыҙыҡһыныуы Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатына (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) уҡырға килгән йылдарында башлана. Алтынсы класта уҡыған сағында Сәфәрғәле Йәнтүрин уҡыусылар өсөн ҡурай түңәрәге аса. Күңелендә йөрөгән эске бер тойомлаумы, ҡурайға ҡарата ҡыҙыҡһыныумы уны түңәрәккә алып килә. Кәүҙәһенең ҡайһылыр ерендә йәшеренеп торған күҙәнәктәр ҡайтанан терелгәндәй, Илдар Юнысовты нисектер ҡурай моңо үҙен арбай, уны өйрәнеү теләге көндән-көн арта.
Үҙенең был ҡыҙыҡһыныуын туғандарына еткергәс, “Һин уйнамаһаң ҡурайҙа, кем уйнаһын?! Тоҡомоң ҡурайсылар затынан бит!” — тип дәртләндереп тә ебәрәләр. Артабан ҡурай уның көндәлек тормошона, йәшәү рәүешенә әйләнә. Ауыл хужалығы институтына уҡырға кереп, киләсәктә урмансы булырға хыялланған егет бында ла ҡурайын ташламай. Уҡыу йортонда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, ҡурайсылар ансамблендә сығыш яһай.
Ҡулына диплом алып, йәшел ҡалҡанды һаҡларға, ер биҙәге булған урманды яҡларға һәм ҡурсаларға ҡайтҡан йәш белгестең яҙмышы кинәт 180 градусҡа боролоп китеүен үҙе лә, башҡалар ҙа белмәгәндер, моғайын.
1987 йылда Илдар Әбделмән улын район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм бөгөнгө көнгә тиклем ошо өлкәлә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Мәктәптә, артабан сәнғәт мәктәбендә, Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында, район мәҙәниәт йортонда ҡурай түңәрәге алып барыуға ҡарамаҫтан, Илдар Юнысов төрлө республика, төбәк конкурстарында ҡатнашырға өлгөрә, һәр саҡ призлы урындар яулай. Һуңғы йылдарҙа киң үҫеш алған сәсәндәр бәйгеһендә Хәйбулла данын күтәреп кенә ҡалмай, үҙенең сәсән-йырсы, оҫта ҡурайсы икәнлеген йәнә бер ҡат дәлилләй.
“Түңәрәккә килгән һәр баланы ла ҡурайсы итергә мөмкинме?” тигән һорауыма, ҡурайсы йылмайып: “Әлбиттә, теләктәре генә булһын”, — тип яуапланы. Күҙҙәрен бер аҙ ҡыҫа төшөп, ҡурайын ҡулына алып, бер көйҙө уйнап алып: “Ысын ҡурайсы яһап булмай шулай ҙа”, — тине.
— Ҡурай тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек күренә ул. Тишекле көпшәнән нисек итеп моң урғылыуын күптәр аңлап та бөтмәй. Ҡурайға өрһәң, көй сыға, тип уйлаусылар тәрән яңылыша. Һуңғы ваҡытта был музыка ҡоралына иғтибар арта, әммә барыһы ла ҡурайҙа уйнай белә, тип әйтмәҫ инем. Мәҫәлән, йыл һайын түңәрәккә яҙылыусылар араһында барыһын да ҡурайсы итеп сығарыу мөмкин түгел. Милли музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеүселәр менән бер рәттән ҡурайсылар тәрбиәләй алғаным өсөн үҙемде бәхетле һанайым. Ынйы бөртөктәре кеүек ысын ҡурайсы булырлыҡтары килеп сыға, уларҙы үҫтереп, күңелдәренә ҡанат ҡуйып, төрлө конкурстарҙа ҡатнаш­тырып, киләсәктә ҡурайға һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Беҙҙә ҡанат нығытып, артабан улар сәнғәт училищеһын йәки институтын һайлай. Сәнғәт юлын һайламаусыларҙың да, ҡайҙа белем алыуҙарына йәки эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡулдарынан ҡурайҙарын төшөрмәүе ҡыуандыра, — ти тәжрибәле ҡурайсы һәм остаз.
Ҡурай башҡорт халҡының милли мәҙәниәте үҫешендә үҙенең лайыҡлы урынын алды, донъяның бөтә ҡитғаларында ҡурай моңо яңғырай, төрлө ил тамашасыларын үҙенә әсир итә, моңо менән күңелдәрҙе арбай. Илдар Юнысовты ла борсоған мәсьәләләр юҡ түгел. Мәшһүр ҡурайсылар төбәге булараҡ данланған Хәйбулла районы киләсәктә лә ҡурайсылар төйәге булып ҡалһын өсөн райондың бөтә мәктәптәрендә лә ҡурай түңәрәктәре асыу мотлаҡ. Икенсенән, ҡурайсыларҙы сит илдәргә лә алып сығыу кәрәк, беҙҙә һәр саҡ бер нисә ҡурайсынан башҡаны күреүселәр юҡ, төбәктәрҙәге ҡурайсыларҙы ҡайҙалыр алып сығыу, үҫтереү хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Бер район кимәлендә генә үҫешеп булмай, ҡурайсылар ҙа, ҡурайға өйрәтеүсе уҡытыусылар ҙа бер-береһе менән яҡындан аралашырға тейеш. Йәш быуынды ҡурайҙа ауыҙ осо менән генә түгел, халҡыбыҙҙың электән килгән ҡурай сәнғәтенә ярашлы, мәшһүр ҡурайсыларҙың юлын дауам итерлек өзләп, күкрәк менән уйнарға өйрәтергә тейешбеҙ. Шул сағында ҡурай моңо йәшәйәсәк, ти Илдар Юнысов.
Ҡурайға һөйөүҙе мәктәп тупһаларынан башлаған, артабан уларҙы оло сәнғәт донъяһына ҡыйыу аҙымдар яһарға өйрәткән, юл асҡан тәжрибәле уҡытыусы, оҫта ҡурайсы, сәсән-йырсы Илдар Әбделмән улына артабан да ижади уңыштар насип итһен.
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780