Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » УҠЫП МУЛЛА ПӘНАҺ БУЛМАҪҺЫҢ
Башҡорттарҙа “Уҡып мулла булаһыңмы” тигән әйтем бар. Ҡәрҙәш азербайжан халҡында иһә белем алырға тырышыусыларға “Уҡып Мулла Пәнаһ булмаҫһың” тип әйтәләр. Был һүҙҙәрҙең өс быуатлыҡ тарихы бар. Ул бик бай мәҙәниәтле Азербайжандың милли шағиры Мулла Пәнаһ Ваҡифҡа бәйле. Шиғриәт тарихына исемен яҙҙырған талантлы ижадсы 1717 йылда хәҙерге Ҡаҙаҡ районына ҡараған Сәләхле ауылында ябай ғаиләлә тыуа. Ҡартатаһы – Сөләймән, атаһы – Мәхди, әсәһе Аҡҡыҙ исемле була. Үҙенең исеме – Пәнаһ. Заманы өсөн төплө белем ала, фарсы, ғәрәп телдәрен яҡшы үҙләштерә, астрономия, математика, музыка, архитектура һәм шиғриәтте ныҡлап өйрәнә. Ҡаҙаҡ ҡасабаһында күренекле ғалим Шафиғ әфәнделә уҡыуы билдәле. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Гәнжә менән Тәбриз ҡалаларында ла белем алған тип иҫәпләй. Уҡыуын тамамлағандан һуң Ваҡиф тәүҙә Ҡаҙаҡта, һуңынан Ҡарабағта мәҙрәсәлә уҡыта. Уның уҡымышлы булыуы өсөн юғарыла килтерелгән “Уҡып Мулла Пәнаһ булмаҫһың” тигән әйтем барлыҡҡа килә.

XVIII быуат урталарында Ваҡиф ғаиләһе менән бергә Ҡарабағҡа күсә. Тәүҙә Тертербасарҙа, һуңынан Шешәлә йәшәй, балалар уҡыта, шиғырҙар яҙа. Шағирҙың даны Ҡарабағ хөкөмдары Ибраһим Хәләл ханға барып етә. Ул уны һарайға саҡыра. Был турала төрлө риүәйәттәр бар. Уларҙың береһендә Ваҡиф, фәнгә таянып, ер тетрәйәсәге хаҡында алдан хәбәр итә. Быны ишеткән хан уның менән танышырға теләй. Икенсеһендә иһә ул бер кешенең үтенесе буйынса Гәнжә ханы Жавадҡа хат яҙа. Хатты уҡыған хан яҙған кешенең аҡылына, белеменә хайран ҡала. Шулай итеп, был риүәйәт буйынса Ваҡиф хан һарайына эләгә. Бында ул эске эштәр вәзире (ишек ағаһы), шунан баш вәзир вазифаһын үтәй. Һарай зыялылары араһында ла ул белеме менән айырылып тора. Китапхана йыя, белем алыуын дауам итә. “һәр нәмәне белеүсе” мәғәнәһендәге “Ваҡиф” тигән әҙәби псевдонимы (тахаллусы) уның булмышын дөрөҫ асыҡлай.
Уның вәзирлеге осоронда Ҡарабағ, Грузия, Талыш һәм Эриван ханлыҡтары араһында килешеүҙәр төҙөлә. Рәсәй менән дә дипломатик бәйләнештәр булдырыла. Ул ваҡытта Ҡарабағҡа йыш ҡына Иран ғәскәрҙәре һөжүм итә. 1795 йылда Иран хөкөмдары Аға Мөхәммәд Хан Кажар Шешә ҡалаһын уратып ала. Шаһ, азербайжанса быяла тигәнде аңлатҡан Шешә ҡалаһының исеменә бәйләп, Сәйет Мөхәммәд Ширазиҙың ҡәсидәһенән бер бәйет яҙып ебәрә:
“Күк йөҙөнән таштар яуған саҡта,
Һаҡланмаҫһың быяланың арҡаһында”.
Уға яуап итеп Ваҡиф бәйет сығара:
“Беҙ инанған Хоҙай һаҡлаһа,
Быяланы таштай сыныҡтыра”.
Ваҡиф әйткәндәй, был юлы Шешә ҡалаһы таштай ныҡлы була һәм шаһтың ғәскәрҙәре кире борола. Тик 1797 йылда ҡаланы Ибраһим хандың ике туған ҡустыһы Мөхәммәд бей Жаваншир ҡыҫҡа ваҡытҡа баҫып ала. Ул Ваҡифты һәм шулай уҡ шиғыр яҙған улы Ғәли бейҙе үлтертә. Уның өйөн талайҙар, китапханаһын яғалар.
Был ваҡиға шағирҙың ижади мираҫына ҙур зыян килтерә. Шуның өсөн шағирҙың әҫәрҙәре төрлө ҡулъяҙмаларҙа һаҡланған өҙөктәрҙән, сәсәндәрҙән телдән-телгә күскән үрнәктәрҙән яңынан йыйыла.
Мулла Пәнаһ Ваҡиф – Азербайжандың урта быуаттарҙа йәшәгән иң күренекле шағирҙарының береһе. Уның ижады поэзияның үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ул Көнсығыш әҙәбиәте өсөн хас ғәзәл, тәжнис, мөхәммәс, мөстәзад, мөшағирә, мәснәүи кеүек формаларҙа ижад итә. Шулай уҡ халыҡ әҙәбиәте өсөн хас гошма тип аталған шәкелен дә әүҙем ҡуллана. Әҫәрҙәренең теле ябай халыҡ теленә яҡын булыуы менән айырылып тора. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Ваҡифтың Көнсығыш классик әҙәбиәте ҡанундары буйынса ижад иткән әҫәрҙәре, бәлки, ашығ (сәсән) ижады аша килеп еткәне өсөн халыҡ ижадына яҡынлашыуы ихтимал.
Ул йәшәгән заманы өсөн бик көслө лирик шиғырҙар ижад итә. Уның әҫәрҙәрендә тормоштоң матурлығы, ҡыҙҙарҙың һылыулығы, мөхәббәт, һағыш тураһында йырлана. Күп кенәләрендә ҡыҙҙың күҙе, ҡашы, керпеге, бите, сәсе, ҡулы, аяғы, биле, ҡарашы, йөрөшө ентекләп тасуирлана. Уның ижадында тәрән фәлсәфәүи фекерҙәр ҙә асыҡ сағыла.
Тырышлығы арҡаһында Ваҡиф азербайжан әҙәбиәтендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Күренекле яҙыусы Фәридүн Кочарлы уның ижадын “ысын тормошто яҡтыртыусы” тип баһалай. Икенсе билдәле азербайжан шағиры Самат Вургун “Ваҡиф ижадындағы һылыуҙар, тәрән лиризм, ябайлыҡ һәм халыҡсанлыҡ беҙҙең шағирҙарыбыҙ өсөн иң ҙур шиғриәт мәктәбелер” тип әҙәбиәттә тотҡан юғары урынын билдәләй.

Әхәт СӘЛИХОВ.


Ниңә яҙмыш шундай тәҡдир яҙҙы...

Зифа буйлым, сыҡ, күрәйем буйыңды,
Фиҙа ҡылайым һиңә мин йәнемде.
Үтә нәҙек, ҡыйғас ҡына ҡаштары,
Фиҙа ҡылайым динем-иманымды.

Ниндәй сибәр, фәрештәнән дә зифа,
Ҡайҙан һиндәй һылыу ҡыҙҙы табырға?
Тиң күрмәйем бер кемде лә мин һиңә,
Кәрәк булған һине күптән табырға.

Ҡараһаң да, туйып булмай күҙенә,
Күңел ҡанмай ҡарай-ҡарай йөҙөнә,
Һөйләшкәндә балдай татлы һүҙенә,
Йәнемде фиҙа ҡылайымсы һиңә.

Ҡына һөрткән ебәк кеүек сәсенә,
Һөрмә тартҡан ҡара ғына күҙенә,
Ниңә яра һалды икән ул миңә?
Был һүҙҙәрҙе әйтмәҫ инем үҙенә.

Һинең кеүек гүзәл, һылыу бик бәхетле,
Яндарында булған саҡта терәге,
Ваҡифтыҡы кеүек булһа йөрәге,
Башҡаларҙың һиңә юҡтыр кәрәге.

* * *

Һис булмаһын бындай хәлдәргә төшөү.
Йәрең менән танышмайса, айырылыу.
Бәхилләшмәй, ҡосаҡлашмай,
дуҫлашмай,
Күңел асып, һөйләшмәйсә, айырылыу.

Белмәйемсе, ни тип әйтергә тағы,
Гүзәл йәрем тәрән ҡайғыға һалды.
Күңелемде ғәфләт, моң солғап алды,
Алһыу битен үптермәне, айырылды.

Туя алманым йәрҙең балдай теленә,
Наҙлы, татлы алһыу ирендәренә.
Ап-аҡ йөҙө, талдай нәҙек биленә,
Ҡыйын икән, ҡосаҡламай, айырылһа.

Ваҡифым тип һуҙылмаҫ инде ҡулы,
Һис юйылмай күңелемдән күҙ нуры.
Ниңә яҙмыш шундай тәҡдирҙе яҙҙы,
Һылыу йәргә ҡауыштырмай, айырҙы.

* * *

Гүзәл буйлы, гүзәл йәнле, гүзәл йәр.
Бик гүзәлһең, нәзәкәтле кейенгән.
Гүзәл күҙең ҡыя һирпеп ҡараһа,
Гүзәл итеп гүзәл йәнеңде ала.

Гүзәл һыны, гүзәл муйын, гүзәл йөҙ,
Һиндәй булмаҫ гүзәл, булһа тағы йөҙ,
Гүзәл йәне генә түгел, гүзәл йөҙ,
Гүзәлдәрҙән гүзәлерәк һылыу ҡыҙ.

Гүзәл буйлы, гүзәл итеп аҙымлай,
Гүзәллеккә гүзәл күҙ менән ҡарай,
Тирә-яҡҡа гүзәл ҡараштар ташлай.
Бигерәк гүзәл, гүзәл баҡса гөлөндәй.

Шундай һылыу, гүзәл һынлы, гүзәлкәй,
Яҡтың минең йөрәгемде, гүзәлкәй,
Гүзәл йәнле, гүзәл тәнле һылыуҡай,
Һәр гүзәлдән һылыуыраҡ гүзәлкәй.

Береһенең аҫыл йәре булырһың,
Булһын асыҡ киләсәктәге юлың.
Һинең өсөн, гүзәлкәй, Ваҡиф ҡолоң
Һәр саҡ риза фиҙа итергә йәнен.

* * *

Ҡап-ҡара күҙҙәре, хәнйәрҙәй керпеге
Алдында теҙелгән мең егет кеше.
Йылмайып ҡараған ҡара күҙҙәргә
Бирергә әҙер йәндәрен үҙҙәре.

Ҡашың аҫтында нур һибә күҙҙәре,
Тора һығылып бик зифа буй-һыны,
Ике тиҫтә миләүшәләй алһыу йөҙөнә
Төшкән һуҙылып сәсенең бөҙрәһе.

Сәстәре хуш еҫле, райхан гөлөндәй,
Йәндәрен бирергә мең егет теләй.
Күрергә бик теләй хури ғилманда,
Фәрештәләр теҙелешкән алдына.

Ваҡиф ҡорбан була донъя малына
Татлы йылмайыуы, нурлы йөҙөнә.
Ғашиҡ булһаң бындай һылыу ҡыҙҙарға,
Һәр аҡшам торорһоң өйөнөң алдында.

* * *

Күптән инде айырылдыҡ йәр менән
Осрашҡас та, танышмайса айырылдыҡ.
Ҡалды йәндә йәшеренгән мөхәббәт.
Бер һүҙ ҡушып һөйләшмәйсә,
айырылдыҡ!

Ғәжәпләнеп, аптырашып торғайныҡ,
Йәнһеҙ кеүек һалҡын ғына ҡараштыҡ.
Әйләнеп тә ҡарамайынса киттек,
Ғишыҡ утын татмайынса, айырылдыҡ!

Ярты сәғәттәй ҙә бергә булманыҡ,
Ғишыҡ утын йәнебеҙгә һалманыҡ.
Ялбарып та йәр күңелен алманыҡ.
Тиктомалдан, ҡауышмайса, айырылдыҡ!

Ул заманда әшнәлекте ташланыҡ,
Ят теленә төшөрбөҙ тип ныҡ ҡурҡтыҡ.
Аралағы бәхет ҡошон өркөттөк,
Бер генә һүҙ ҡушмайынса айырылдыҡ!

Ваҡиф һөйөүен әйтмәй, күңеле фиҙа,
Бушҡа китте бөтә кисергән яфа,
Осрашҡанда кисермәй кәйеф-сафа,
Ҡосаҡлашмай, ҡауышмайса,
айырылдыҡ!

* * *

Ғәжәйеп гүзәлде күрҙем урамда,
Һирәк осрай бындайҙар һәр илдә,
Һылыуҙың йөҙҙәре яҡты нур сәсә,
Яратҡандыр Хоҙай изге сәғәттә.

Ал яулығын ябынған ул башына,
Затлы елән бик килешкән биленә,
Матурлығын тиңләп булмай һис кемгә,
Һылыуҙарҙың һылыуҡайы үҙе лә.

Ҡара бөҙрә сәскәйҙәре һелкенә,
Үны күргән егеттең күҙе төшә,
Күктән ергә төшкән кеүек фәрештә,
Кеше заты булмай бындай һүрәттә.

Беләге, буйы, һәр бер бармағы гүзәл,
Үргән толомҡайҙары бигерәк оҙон,
Ҡулға көҙгә алып биҙәнде гүзәл,
Ҡиәмәттә күрһәм ине йөрөүен.

Һуҙылып төшкән сикәләге сәстәре,
Аҡ-паҡ гөл япрағындай аяҡ-ҡулы,
Һығылып тора нәҙекәй тәне, биле,
Күргәнем юҡ бындай гүзәл һылыуҙы.

Китһәң ине алып уны иленән,
Кеше юҡта тотһаң ине биленән,
Үпһәң ине балдай татлы иренен,
Белһәң ине уның ләззәтен, тәмен.

Йәш һылыуҙар һәр ваҡыт булһа ғына,
Беҙҙең барлыҡтан да хәбәрҙәр булһа.
Ваҡифтың доғаһы һиңә йәр була!
Ғүмер буйы һине һаҡлаһын Алла!

* * *

Үтә наҙлы, гүзәл йәндәр батшаһы,
Тиңләшмәҫ доңъяның иң һылыуы,
Мөхәббәттән иҫергән ваҡытта ла,
Мөкиббән ҡалам һәр саҡ һиңә.

Йылмайыуы уның шундай татлы,
Нәзәкәте күп ғәжәйеп һылыуҙа,
Буй-төҫөндә тиңдәштәре юҡ,
Хоҙайҙан бирелгән һәр һөнәр уға.

Һүҙ тейҙереп булмай сәсе, битенә,
Маңлайы, муйыны, ҡашы, күҙенә,
Бик матур һылыу икән баштан-аяҡҡа,
Бал да тиңләшмәй, ни шәкәр һиңә.

Нур сәсәһең тулған ай табағындай,
Йәннәт баҡсаһында үҫкән гөл генә,
Фәрештә кеүек йә хур ҡыҙындай,
Әй, һөйөклөм, кеше тип әйтерҙәрме
һиңә?

Күптәр китте, ниңә һиңә килмәҫкә,
Йөҙөм һутын һығырға ла килмәҫкә,
Ваҡиф үлде, нишләп шунда килмәҫкә,
Барып етмәне микән хәбәр һиңә?

* * *

Сәстәренә сәстәремде бәйләнем,
Мәжнүн кеүек юлға төштөм, Фатима!
Күҙҙәренә һөрмә тартып тилертмә,
Күҙҙәреңде һирпеп ҡара, Фатима!

Үҙе мәләк, холҡо-буйы фәрештә,
Һин булған ер әйләнәсәк ожмахҡа,
Көн һайын сығып йөрөйһөң баҡсаңа,
Гөлдәреңә һыу һибәһең, Фатима!

Яфаланған йәнем уттарҙа яна,
Һәр тарафҡа ташҡын һыуҙарҙай аға,
Бер күрәйем, йөҙҙәреңде асһана,
Бөҙрә сәсле, гөл яңаҡлы, Фатима!

Лайыҡ түгелмен микән әллә һиңә,
Һәр кем тиң булырға тейеш йәренә,
Йәнем сыға һине күрмәгән мәлдә.
Китмә инде йыраҡтарға, Фатима!

Ваҡиф, һайлаған һылыуҙар эсендә,
Йәш тумалған гөл сәсәк араһында.
Булмай һөйләшеп кешеләр янында,
Ситкәрәк китәйек әле, Фатима!
* * *

Маҡтанмаһын һис кем, гүзәлмен, тип.
Айырылып торор гүзәлдең хәле.
Көләс йөҙлө, татлы һүҙле, хуш ҡылыҡ,
Балдар тама ирененән гүзәлдең.

Ҡашы ҡыйғас була, уҡтай керпеге,
Ауыҙ, танау, тел, ирене нәҙек,
Балтырҙары тулы, аяғы нәҙек,
Һәр яғы ла һылыу була гүзәлдең.

Ике йөҙө – гөл, сәстәре – йәсмин,
Зифа буйлы, ҡара күҙле нескә бил,
Хәлде белеп, дәрт-ҡайғы уртаҡлашҡан,
Бер кәм ере булмай гүзәлдең.

Йылмайыуы гүзәл алһыу йөҙөндә,
Күңеле лә нескә, үҙе лә нескә,
Көн дә һылыулана иҫерткес күҙе,
Ҡулдары ла һылыу була гүзәлдең.

Яттар менән дә булмай эше,
Ҡафия, гәзәлдәр сығара башы,
Ялҡындай уйнай уның күҙе, ҡашы,
Шулай була гүзәлдәрҙең-гүзәле.

Гәзәл булһа, ҡотҡара ул яфанан,
Ләззәт күрә һәр саҡ зауыҡ-сафанан,
Ваҡифмын, ҡасам ихтирамһыҙҙан,
Йәнем фиҙа ихтарамлы гүзәлдән.

* * *

Һары һандуғастар кеүек һайрашып,
Йыйылды Ҡаҙаҡҡа һып-һылыу ҡыҙҙар,
Көҙгөләрен алып, ҡашҡайҙарын һуҙып,
Йөҙҙәрен биҙәне зифа һылыуҙар.

Һәр береһе зифа буйлы, нәҙек бил,
Һеҙгә ҡорбан бөтөн өлкә, бөтөн ил,
Гөл һыуҙары бөркөтөлгән сәстәре,
Һылыу итеп яратылғандар үҙҙәре.

Ҡарағанда уҡтар ата ҡаштары,
Йәнде фиҙа иттерәсәк күҙҙәре.
Шәкәр һүҙле, телдәре балдай татлы,
Барыһын да арбай ала телдәре.

Әй, туғандар, ниңә улар рәнйетә
Ваҡифтың йәнен йәлләмәйсә?
Ҡапыл йыйылып ҡайтып китә,
Һүҙҙәрен ташлап, тотмайынса.

* * *

Әй, Ҡәғбәм, Кәрбәләм, Мәккәм,
Мәҙинәм,
Бер ваҡыт ауылға күрергә киләм.
Ҡибла тип, ҡаштарыңа баш эйәм,
Көнө-төнө һиңә ғибәҙәт итәм.

Ни тиһәм дә, һин рәнйемә һүҙемдән,
Иҫергәнмен, юҡ хәбәрем үҙемдән.
Нескә билең юғалғанда күҙемдән,
Шул саҡ тыуа ҡиәмәтем, мәшхәрем.

Бәйләгәнһең дин-иманды ҡәлбеңә,
Минең кеүек кем хайрандыр үҙеңә?
Тапшырып ҡуйырмын йәнемде һиңә,
Яҡшы һаҡла, был аманатым һиңә.

Һин бит минең көнөм, айым, йондоҙом,
Дәүләтем, көсөм һәм яҙмышым.
Гүзәл йөҙөң, һәр саҡ минең хыялым,
Әйткән һүҙең бит – минең йән аҙығым.

Сәстәренә йәннәт ҡошо ҡыҙыҡҡан,
Татлы һүҙҙәренә теле тотлоҡҡан.
Мин, Ваҡиф, бахырмын һинең
йөҙөңдән,
Һәр кемгә бүлешәм шикәйәтемдән.

* * *

Уйға сумып баҡса буйлап гиҙгәндә,
Ҡыҙарған алмалар күрҙем ағаста.
Зифа буйлы ҡыҙ менән киленсәктә,
Ҡорбан булайым икеһе өсөн дә.

Килен шишмәлә биттәрен йыуҙы,
“Киттек инде”, – тип ҡыҙ уға әйтте.
Ниндәй һылыуҙар ҡулымдан ҡасты,
Ҡорбан булайым икеһе өсөн дә.

Килендең ирене – Тәбриз шәкәре,
Илле-алтмыш мең ҡыҙҙың ҡиммәте.
Шундай һылыуҙар йәннәттең биҙәге,
Ҡорбан булайым икеһе өсөн дә.

Килендең яғаһы – көмөш төймәле,
Һылыуҙың иҙеүе – салыш элмәле.
Бигерәк матурҙар беренән-бере,
Ҡорбан булайым икеһе өсөн дә.

Төшһәсе бәхет минең дә өлөшкә,
Һүҙҙәрем етһәсе йәрҙең йәненә.
Ваҡиф бик теләй: күҙҙәрем күрһә,
Туйғансы ҡарармын икеһенә лә.
Мулла ПӘНАҺ ВАҠИФ





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 563

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 395

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564