Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Иң ҙур бәхетем – ғаиләм”
“Иң ҙур бәхетем – ғаиләм” Нәжиб Асанбаевтың “Рәйсә+Фәйзи”һендә – Зөһрә, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында – Мәхмүзә, Камил Тинчуриндың “Ҡазан һөлгөһө”ндә – Әсмә, Таңсулпан Ғарипованың “Төштәге йыры”нда – Нәркәс, Арыҫлан Мөбәрәковтың “Бисәкәй”ендә – Утлыбикә, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”һендә – Тәңкәбикә, Туфан Миңнуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”ндә – Хәнифә һәм башҡа әллә күпме онотолғоһоҙ образды уйнаған Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова бар ижади ғүмерен үҙенең яратҡан эшенә бағышлай һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында бына инде 40 йылға яҡын тамашасыларын ҡыуандыра.


Бәхетле әсә, яратҡан актриса, хәстәрлекле өләсәй булыу, ай-һай, еңелдән түгелдер. Нурзиә Әхмәт ҡыҙының “Бар көстө мөхәббәттән алам, тап ул йәшәргә көс бирә” тип әйтеүендә лә оло мәғәнә бар. Тыуған еренә һөйөүе, эшенә мөкиббән бирелеүе, тамашасыларын яратыуы, һынландырған һәр образын йөрәге аша үткәреүе, һәр береһенә күңелен һалып, уларға йән өрөүе – уның әйткәндәренә ҡеүәт.
– Нурзиә апай, “иң ҙур бәхетем – ғаиләм” тинегеҙ. Әйҙәгеҙ әле, таны­шыуыбыҙҙы ғаиләгеҙҙән башлайыҡ. Һеҙгә дәрт һәм көс биргән кешеләр кем икән?
– Кеше үҙ йәренә булған һөйөүҙән генә түгел, хеҙмәтенә, балаларына, тәбиғәткә, туғандарына, тыуған төйәгенә булған мөхәббәттән дә ифрат ҙур көс ала. Һүҙемде саҡ ҡына алыҫтан башлайым әле. Мин Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуғанмын. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, 1962 йылда өс балаһын етем ҡалдырып, әсәйебеҙ вафат булды. Уға ни бары 27 генә йәш ине. Атайым тракторҙа эшләне, шунлыҡтан беҙҙе Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Ғәрифә өләсәйем үҙ ҡарамағына алды. Өләсәй тәрбиәһен алыуыбыҙ менән бик бәхетлебеҙ. Тап ул тыуған ергә, тәби­ғәткә, кешеләргә мөхәббәт тәрбиәләне, үҙебеҙҙе етем итеп тойорға мөмкинлек бирмәне.
Өләсәйем фани донъя менән хушлашҡас, беҙ Ҡараталға атайымдың яңы ғаиләһенә күстек. Мәктәп директоры Шәрифйән Ғәҙелшин, беҙҙең артабанғы яҙмышты хәл итеп, Баймаҡ интернатына урынлаштырҙы. Интернат директоры Юнир Самат улына, тәрбиә­селәргә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт­лемен, улар мине мөхәббәтле, маҡсат­лы булырға өйрәтте, оло тормошҡа юл асты.
Мәктәпте тамамлағас, Ҡуянтау тәж­рибә хужалығында бер йыл эшләргә тура килде. Ул ваҡытта Роза Илья­сованың тәҡдиме менән Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға керҙем. Класташым Риза Әбдрәшитовҡа кейәүгә сыҡтым. Ике улға ғүмер бирҙек. Бөгөн улдарым Илгиз менән Илнур ҙа, атаһы ла театрҙа эшләй. Күмәкләшеп, бер ғаилә булып эшкә киләбеҙ, кис бергә ҡайтабыҙ.
– Әйткәндәй, һеҙҙең ғаилә Сибайҙа тәүгеләрҙән булып “Һөйөү һәм тоғ­ролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләк­ләнде. Ниндәйерәк кеше ул тормош юлдашығыҙ – Риза ағай?
– Ышаныслы (йылмая – авт.). Бәхетемдең төп сере – иремдең мөхәб­бәте! Риза эшемдә лә, тормошомда ла ирек бирҙе. Бер ваҡытта уның кире һүҙен ишеткәнем булманы, сәхнәлә уйнаған образдарым өсөн тиргәмәне, дуҫтарымдан көнләшмәне. Нисек бармын, шулай ҡабул итеүе, мине аңлауы, үҫтереүе, күтәреүе менән бәхетле итте. Икенсенән, бергә эшләүебеҙ, бер коллективта булыуыбыҙ ҙа ярҙам иткәндер. Һәр саҡ уның менән бергә гастролдәргә йөрөнөк, ул рулдә булғанда, артистарға юлда боҙолоп ултырам йәки һыуыҡ автобуста барам, тип көйәләнергә тура килмәне. Күп ваҡытта барлыҡ проб­лемаларҙы үҙ өҫтөнә алып, гастролдәр ваҡытында артистарҙы урынлаштырыу, уларҙың балаларын ҡарау кеүек эштәрҙе лә атҡара ине.
– Улығыҙ Илгиз бөгөн һеҙҙең ме­нән бер сәхнәлә уйнай. Уның артист булыу теләгенә ҡаршы килмәнегеҙме?
– Юҡ, улар бит сәхнәлә үҫте! Арыҫлан Йәнбәков менән беҙҙең уйнауҙы ҡарап ултырырҙар ҙа, спектакль тамамланғас, үҙҙәре беҙ булып уйнарға тотонорҙар ине. Беҙ, артистар, күмәкләшеп улар янына йыйы­лабыҙ, яңынан спектакль ҡарағандай булып, уларҙы күҙәтеп, рәхәтләнеп көләбеҙ. Балалар күҙлеге аша уйналған образдар өҫтөндә үҙебеҙгә фәһем алырлыҡ урындары килеп сыҡҡы­лай ине. Мәктәпте тамамлағас, Илгиз дә, Арыҫлан да сәнғәт институтына уҡыр­ға керҙе, ҡаршылығыбыҙ булманы, һай­лаған юлдарына ҡаршы килмәнек. Ә бына кесе улыбыҙ Илнур тәүҙә атаһы кеүек водитель булды, әле директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары.
– Һеҙ кәүҙәләндергән ролдәр бихи­сап. Шулай ҙа “Бисәкәй”ҙәге Утлы­би­кә образын уйнауығыҙ менән күп та­ма­шасы күңеленә үтеп индегеҙ. Шул тик­лем оҫта башҡарыуҙың сере нимәлә?
– Был ролгә мин өлгөрөп килдем, тип әйтер инем, сөнки ауылдар буйлап гастролдә йөрөгән саҡта, һәр саҡ мәктәп янында йәки клуб эргәһендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыларҙы ҡарап, ташҡа уйылған яҙыуҙың һәр береһен уҡып, тетрәнә инем. Бер ғаиләнән күпме кеше киткән: атаһы менән улы тиһеңме, йә туған­дары... Шуларҙы оҙатып, аҙаҡ ҡара ҡағыҙ алған әсәнең ни кисергәндәрен тойорға, аңларға тырыша инем. Ни саҡлы түҙемле, сабыр булыуҙарына һоҡлан­дым, уларҙың ныҡлығына хайран ҡалдым.
Йылдар дауамында ошо уй-кисе­рештәр солғанышында йөрөй инем. Аҙаҡ Арыҫлан Мөбәрәковтың “Бисә­кәй”ен сәхнәләштерергә булып, миңә Утлыбикә роле эләккәс, берҙән, ҡыуан­дым, икенсенән, күңелемдә йөрөгән шул апай-инәйҙәрҙең образын тыуҙы­рырға тырыштым, күҙ алдыма һуғыш осоронда бар ауырлыҡты үҙ ҡулдары менән күтәргән көслө рухлы инәйҙәр килеп баҫты. Тап шулар колхоз рәйесе Утлыбикә образын уттай дөрләтеп сәхнәләштерергә ярҙам иткәндер һәм ролде кәрәкле кимәлгә күтәргәндер, тип уйлайым.
– Сибай театрының тарихына күҙ һалғанда, бында эшкә төркөм-төркөм булып килеүҙәре билдәле. Ә бына һеҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, курсығыҙҙан бер үҙегеҙ теләп Сибайҙы һайлағанһығыҙ. Ошо аҙымығыҙға үкенгән саҡтарығыҙ булдымы?
– Юҡ! Бер ваҡытта ла ундай үкенес күңелдә булманы, киреһенсә, Сибай театрында эш башлауым, ошонда хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен. Тамашасы мине үҙ итте, яратты, байтаҡ образ ижад иттем, халыҡ артисы тигән дәрәжәм бар. Ҡасандыр бер үҙем килһәм дә, Сибай ере артабан курс­таштарымды үҙенә тартты: Нәжибә Искәндәрова, Әлмира Ҡыуатова, Байрас Ибраһимовтар беҙҙең ҡалала ижад итте.
– “Сәхнәләрҙә йәшәп, ә тормошта тура килә күпме уйнарға”, – ти шағир Рауил Фәйзуллин...
– Бәхеткә күрә, мин тормошта уйнай, ҡылана белмәйем.
– Тормошта ниндәйерәк ҡатын-ҡыҙ икән ул актриса Нурзиә Әбдрәшитова?
– Иренә хәстәрлекле ҡатын, улдарына һөйөклө әсә, килендәрен яратҡан ҡәйнә, ейән-ейәнсәрҙәренә шуҡ өләсәй.
– Иң яратҡан шөғөлөгөҙ?
– Ҡул эштәренә маһирмын. Буш ваҡытта бәйләргә, сигергә яратам. Бигерәк тә иләргә әүәҫмен. Орсоҡта­рымдың төрлөһө бар. Үҙем иләп ултырам, боронғо йырҙарҙы йырлайым. Ни өсөндөр тап ҡул эштәре менән булышҡанда халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарына мөрәжәғәт итеүсәнмен.
– Матур йәшәй белеүҙең сере нимәлә?
– Юлыңда туҙан күтәрмәүҙә. Сабыр итә белеүҙә, кеше өлөшөнә үрелмәй, барына риза булыуҙалыр, минеңсә.

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779