Шағирыңды ниндәй һынауҙар алдына ҡуймайһың да ҡайһы тарафтарға илтеп ташламайһың, эй, яҙмыш! Сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынайһыңмы һин шулай ижадсының нескә, һәр иҫкән елгә лә, йөҙгә әсе, өшәнгес һалҡынлығы менән бәргән ырашҡыға ла тетрәнергә торған күңелен? Әллә тормош аяуһыҙлығына күҙҙәрен асырға теләп, уттан – һыуға, һыуҙан утҡа атаһыңмы, Яҙмыш, Шағирыңды? Ә ул һаман донъяға самими сабый ҡарашы менән баға, һинең төпһөҙ сөңгөлдәреңә, әҙәм балаларына битараф, һалҡын күктәреңә ҡарап һоҡлана, хайран ҡала, тирә-йүнгә йөрәк түренән урғылған хис-моңон һибә.
Мин Рәшиҙә Мансурованы күптән беләм. Үҙен күрмәҫ элек үк шиғриәтенә ғашиҡ инем. Уны яҙмыш бик иркәләтмәне, ҡаты-ҡаты һынауҙар алдына ҡуйҙы, әммә шағирәнең рухын, матурлыҡҡа, игелеккә ғашиҡ күңелен һындыра алманы. Алыҫ Чукотканың шыҡырайтҡыс һыуыҡтарында ла сынығырға тура килде Рәшиҙәгә, ҡәләм тотоп, шиғыр яҙырға ғына яралған нәфис ҡулдары иң ауыр, ҡара эштәрҙе лә башҡарҙы, бәндәләрҙең ике йөҙлөлөгө, хаяһыҙлығы менән дә күҙмә-күҙ аҙ бәрелешмәне, әммә һәр даим эскерһеҙ, ихлас, изге күңелле булып, Кеше булып ҡала алды.
Бөгөн ул Нижневаторскиҙа малсылыҡ комплексында эшләп йөрөй. Еңел булмаған тынғыһыҙ хеҙмәтенән йәм таба, киләсәккә яҡты хыялдар ҡора, аҙ ғына буш ваҡыты булһа ла, ижадҡа тотона. Ике шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе лә инде. Шул уҡ ваҡытта балаларына хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә һәйбәт өләсәй ҙә була белә шағирәбеҙ.
Беҙ йыш ҡына кеҫә телефоны аша аралашабыҙ.
– Ниндәй яңылыҡтарың бар? – тигән һорауыма Рәшиҙә был юлы:
– Үҙем барып, ситтән шәп тоҡомло ун бер баш тана алып ҡайттым. Голштейн тоҡомло был һыйырҙар көнөнә утыҙар литр һөт бирә, – тип яуапланы. – Комплексты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырғанда, бигерәк һәйбәт булыр ине лә бит...
Сараһыҙҙан сит-ят Себер яҡтарында “аҡса һуҡҡан” шағирәнең яҙмыш һынауҙарын тормоштағы тәбиғи, ғәҙәти бер үҙгәреш итеп ҡабул итә, шуға яраҡлаша белеүе һоҡландырҙы.
Һеҙгә, хөрмәтле уҡыусылар, Рәшиҙәнең бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәм.
Рәшиҙә МАНСУРОВА.
***
Һағындыра икән
Алһыуланып ҡына атҡан таңдың
Бит кенәһен үбә иркә ел.
Нисек кенә ҡырыҫ, һыуыҡ тимә,
Һағындыра тыуып үҫкән ил.
Ап-аҡ ҡына бәҫтән күлдәк кейгән
Бөҙрә еректәрҙең янынан
Иртә менән генә мәке уйып,
Алып эскән һыуҙы һағынам.
Быйма, толоп...
Күреп саналарҙа...
Байҡап ҡына урман буйынан,
Көмөш таҫма кеүек тағатылған
Ҡышҡы сана юлын һағынам.
Мөрйәләрҙән төп-төҙ генә булып
Күтәрелгән төтөн еҫтәрен
Һағындыра. Йырағайған һайын
Тәрәнәйә икән хистәрең.
Алһыуланып ҡына атҡан таңдың
Бит кенәһен үбә әсе ел.
Тома һағыш менән ситтә үткән
Ғүмеркәйҙең йәше әселер.
Ейәнсәрем
Ғүмеркәйҙең ашығыуы,
Быуындарҙың талсығыуы
Юҡҡа сыға – ҡосаҡлаһа
Ейәнсәрем, тал сыбығым.
Муйыныма һарылыуы,
Ҡуйынымда тын алыуы –
Һулап туймаҫ һауа ғына,
Йән-тәнемә дауа ғына.
Һәр хәрәкәт, һәр ҡылығын
Ләззәт менән күҙәтәбеҙ.
Был донъяның серҙәренә
Үбеп, һөйөп өйрәтәбеҙ.
Үҫер гөлөм, тәнәйемдең
Бөҙрәләре ебәктәндер.
Тәңрем биргән бүләккәлер,
Ауыҙ һыуы еләктәндер.
Ғүмеркәйҙең уҙыуҙары –
Ейәнсәрем сабыуҙары.
Итәгемә сат йәбешеп,
Үксәләргә баҫыуҙары.
Тырма
Бер тырмаға нисә тапҡыр баҫам,
Бер ҡатлылыҡ – йәндең көйөгө.
Мәкерленең тоҙаҡ һалып көткән
Ҡиммәт тунлы ғына кейеге.
Шулай-шулай, терһәк яҡын да ул...
Маңлайҙа ла оро уңалмаҫ.
Шуны беләм: минең өлөшөмдән
Бер әҙәм дә бәхет ҡоралмаҫ.
Донъя малы өсөн теҙ сүкмәнем,
Юрған еткән ерҙә аяғым.
Тамырымда ҡаным йылы саҡта,
Хәләл генә булыр тамағым.
Был донъяла өлөшкенәм шулай:
Типһән генә ерҙең гөлөмөн.
Тамырҙарға тырма батҡан һайын,
Хаталарым һайын көслөмөн.
Бер кәлимә шиғыр
Бер кәлимә генә шиғыр яҙһам,
Йырҙарымды һалһам ҡағыҙға,
Шишмәләрҙән һыу эскәндәй булам,
Һыуһап ҡайтып тыуған яғыма.
Осоп-ҡунып илһам килгән саҡта
Яҙып һалыр ваҡыт тапмаһам,
Тарала ла китә туҙған малдай
Кәртәһенә илтеп япмаған.
Бер нисә һүҙ генә шиғыр яҙһам,
Фекеремде мәргән аталһам,
Күңел өйөм ҡырып йыуған кеүек,
Түбәһенә шәмдәр аҫалам.
Әсәйемдең һуңғы һүҙенә
Үкенесле үтте ғүмер, тигән
Әсәйемдең һуңғы һүҙҙәре
Телеп-тетеп үтте йөрәгемде,
Юйылманы. Ҡалды эҙҙәре.
Нисә йылдар үтте. Онотолмай:
Табалманым шул саҡ йыуатыу.
Оло ҡайғы телһеҙ итә икән,
Еңел түгел әсәй юғалтыу.
Ҡосағымда һуңғы һүҙен әйтте,
Һуңғы тапҡыр баҡтым күҙенә.
Йыуатырлыҡ һүҙҙәр табалманым.
Шул үкенес ҡалды үҙемә.
Һөйөү бит ул!
(Улым, һиңә әйтәм)
Һөйөү бит ул, бер ҡараһаң,
Баш бирмәҫ дауыл кеүек.
Тормоштоң бар кәртәләре
Йығылып ауыр кеүек.
Бер ҡараһаң, шундай нескә
Ҡылдай сират күперен
Һайлап үтә. Белә: тәнен,
Йәнен ҡорбан итерен.
Һөйөлөр һәм һөйөр өсөн
Бик зирәк йөрәк кәрәк.
Ышанысты һаҡлар өсөн
Шикһеҙ мөхәббәт кәрәк.
Нурың һибеп һуғарғанда,
Гөлдәр булып өй биҙәр.
Тамырынан йолҡоп алһаң,
Ҡамғаҡ булып ил гиҙәр.
Һөйгәнеңде кисереүе –
Түҙеү түгел, ул һөйөү.
Етәкләшеп парлы уҙыу –
Ер түгел, күктән йөрөү.
Табып ҡауышҡан һөйөүҙе
Һаҡла, үлтермә, балам!!!
Һөйөүһеҙ ҡалған тормошоң
Осар түбәнгә табан.
Һөйөүҙең һәр мәсьәләһен
Яҡшылыҡ ҡына еңә,
Ишет, килен, иҫеңдә тот,
Әйтәмен, улым, һиңә!!!
Миҙгелдәрем
Ҡышҡа инһәм, яҙҙы ярһып көтәм.
Яҙын ашҡынамын йәйҙәргә.
Ашығамын ысын тормошома
Хыялдарҙың осон бәйләргә.
Йәш елкенсәк – яҙым елкендерһә,
Дөрләп кенә янған усаҡтай.
Йәйем – кәләш. Иркәләтеп кенә
Иркә ҡосағына ҡосаҡлай.
Иркәләнеп онотолоп китһәм,
Һиҙмәй ҡалам көҙҙөң еткәнен.
Йәйҙән көнләшепме, әсе-татлы
Йомартлығы менән көткәнен.
Күлдәктәре күҙҙең яуын алыр,
Йәйғор төҫлө, уның ҡарауы.
Күҙҙәреңә ҡарап йылмая ла,
Семтеп-семтеп ала ҡырауы.
Ә ҡырауҙар онотолорға ла,
Оноторға форсат бирмәйҙәр.
Алда көткән ҡыштың – ағинәйҙең
Шелтәһенә гелән тиңләйҙәр.
Ағинәйҙең һынсыл ҡараштары
Шом һалалыр инде күптәргә.
Бер мин генә түгел, барса ғаләм
Түҙемлеккә һынау үткәрә.
Ҡыш бауырын һурып, имен-аман
Күгүләнгә аяҡ баҫҡанда,
Ревизорҙы оҙатҡандай булам,
Хыял-яҙға ишек асам да.
Ғүмеремдең олондары буйлап,
Миҙгелдәрем, сәскә атығыҙ!
Һәр бер көнөм япраҡ булып төшөп
Тамырымды ҡаплап ятығыҙ!!!
Ҡойон
Ҡарағусҡыл ҡойон йотор булып,
Йәнең ҡалһа ҡылдай күперҙә,
Шул афәттең күҙҙәренә ҡарап,
Ныҡ тороуың – бәхет был ерҙә.
Бейәләйҙәй кәүҙәм сүптер,бәлки,
Бәйелһеҙҙәр аҙып китергә.
Бәһлеүәндәй булып үҙе ауғас,
Хоҙай юҡ, тиһеңме, был ерҙә?
Ҡарағусҡыл ҡойон өйөрөлөп,
Йолҡоп китер, олоп килер ҙә.
Хоҙайыңа һәм дә үҙ-үҙеңә
Тоғро ҡалыу бәхет шул ерҙә!
Тере ҡалыу бәхет был ерҙә!
Мин ышанам
Армыт-армыт, киртләс-киртләс
Тау юлынан,
Яҙмыш мине етәкләгән
Уң ҡулымдан.
Киләм әле ҡайғыларға
Ауа-түнә.
Усҡа ҡыҫҡан йәнем генә
Һыҡтай-күнә.
Устарымды бушатмайым –
Йәнем осор...
Яҙмышыма рәнйеп кенә
Минән боҫор.
Булды ҡайсаҡ күҙҙәремдән
Ҡандар тамды.
Йоҡлағанда тешем ҡыҫып
Яңаҡ талды.
Эҙләмәнем. Төңөлмәнем
Килер әле.
Табыр бәхет, бер йылмайып
Көлөр әле.
Мин ышанам, йәнем наҙға
Тулырына.
Сабырлыҡтың төбө алтын
Булырына.
Ғүмерем етһә ине
Сират-сират хыялым бар,
Моратҡа етһәм ине.
Ғүмеремдең балҡыштарын,
Аманат итһәм ине.
Ҡараташтың ҡаяларын
Ҡосаҡлап һөйәһем бар.
Ейәндәремде өйөрөп
Әкиәт һөйләйһем бар.
Ҡаяларға бер һөйәлеп
“Урал”ды һуҙаһым бар.
Үҙем сәскән урмандарҙы
Ҡыҙырып уҙаһым бар.
Тәбиғәттә, сәхрәләрҙә
Ҙур табын ҡораһым бар.
Яңылышҡан яҙмыштарҙы
Юлына бораһым бар.
Күңелемдең осҡондары
Халҡыма етһә ине.
Томлап роман яҙаһым бар,
Ғүмерем етһә ине.
Вариҫым бар
Был донъяла йәшәй-йәшәй,
ни күрҙем мин?
Шатлығын да, ҡайғыһын да
кисерҙем мин.
Намыҫ ҡынам кисеү һайын көс һынағас,
Ауырлыҡты ауыҙлыҡһыҙ кистерҙем мин.
Был донъяла йәшәй-йәшәй,
ни күрҙем мин?
Ил күргәнде йөрәгемдән кисерҙем мин.