Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” II милләт-ара асыҡ йыйын үтте. Маҡсаты – йәштәрҙе берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, милли мәҙәниәтте һәм башҡорт халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү.Беҙгә – бер төркөм журналистарға – сара юлға сығыу менән үк башланды. Һөйләшеү темаһы булып телгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡалҡты. Был йәһәттән янымда ултырған Дарья исемле ҡыҙ башҡорт телен өйрәнергә теләге барлығын белдерҙе:
– Ошо ерҙә йәшәгәс, уның төп халҡының телен аңлағым килә. Юғиһә үҙең хаҡында нимә һөйләгәндәрен дә белмәй ҡалырһың, – тип көлөп ҡуйҙы ул. – Ләкин тәүҙә үк уҡытыу методикаһына ҡағылышлы проблемалар тыуҙы. Иң әүәл, тапҡан китаптарым үҙаллы өйрәнеүгә ҡаралмаған, тиер инем. Текстары ла мәҙәниәт, тарих йәки минең өсөн ҡатмарлы башҡа нәмә тураһында. Әлбиттә, уларға ихтирамым ҙур, әммә миңә бит, исмаһам, ябай һөйләмдәр төҙөргә өйрәнергә ине башта... Унан һуң социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен өйрәнергә теләге булған кешеләрҙе эҙләнем. Байтаҡ уҡ йыйылдыҡ. Ләкин дәрес биреүселәр ҡуйған хаҡты ҡараһаң, “Шул уҡ аҡсаға инглиз телен өйрәнеү яҡшыраҡ булмаҫмы икән?” тигән уй тыуа. Йәнә уларға йөрөп тә тейешле кимәлдә белем бирә алырмы уҡытыусы, компетентлығы етерме?.. Был һорауҙарым яуапһыҙ ҡала килә.
Владимир исемле журналист та һүҙгә ҡушылып, фарсы, поляк һәм француз телдәрен өйрәнгән кеше булараҡ, үҙ фекерҙәрен еткерҙе:
– Тәүҙә шуны әйтер инем: мәктәптәрҙә башҡорт телен мәжбүри уҡытырға кәрәк. Унан һуң методика өҫтөндә ныҡлап эшләргә. Үҙем иһә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың бер генә алымын күрәм – стандарттар булдырыу. Әйтәйек, тәүгеһендә һаулыҡ һорашыу, хәл белеү кеүек аралашыуҙың иң ябай ысулдарын өйрәнһәк, икенсеһе яйлап һөйләшерлек, фекерҙе еткерерлек кимәл булырға тейеш. Өсөнсө стандартта иһә телде төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәр, хөкүмәт кешеләре кимәленә күтәрергә. Улар инде ябай халыҡ менән туған телендә һин дә мин һөйләшергә тейеш була. Бынан тыш, сит ил классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итергә кәрәк. Балаға уларҙы өйрәнеү өсөн башҡа телде белеү мотлаҡ булмаһын. Был йәһәттән хатта башҡорт милли кейемдәрен дә заманлаштырыу яҡшы булыр ине, моғайын. Ә телде мәжбүри уҡытырға кәрәклеген йәнә бер ҡат билдәләйем.
Ошо рухтағы һөйләшеү Үрге Йәркәй ауылына барып еткәнсе дауам итте һәм унан һуң да эҙәрлекләне. Сара уҙасаҡ майҙанда беҙҙе “Маяҡ” район гәзитенең баш мөхәррире Рөстәм Хисаметдинов ҡаршы алды. Унан, йыйындың башланыуына байтаҡ ҡына ваҡыт булғанлыҡтан, район үҙәге буйлап сәйәхәткә ҡуҙғалдыҡ.
Бына мәҙәниәт һәм ял паркы, Муса Гәрәев музейы, бина эрәһендә торған самолет... Рөстәм Хисаметдинов әйтеүенсә, район үҙәгендә ун ике меңләп кеше йәшәй. Колхоздары ла әлегәсә гөрләп эшләй икән.
Артабан бер өй эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Бында тауис аҫраған Бибинур Сөләймәнова инәй йәшәй икән. Сәстәренә сал ҡунған, мөләйем йөҙлө инәй яңыраҡ 85 йәшен тултырған. Өй-ҡаралтыһы ла йөҙө кеүек – ниндәйҙер бер һөйкөмлөлөк менән ҡаршы ала. Беҙ инеүгә тауис та үҙенең ҡойроғо менән маҡтанып алды. Инәй әйтеүенсә, уларҙы матурлыҡ өсөн үрсетә. Ләкин ҡайҙан һәм ни хаҡҡа алыуын сер итеп ҡалдырҙы.
Район гәзитенең редакцияһына ла юл төштө. Ҙур ғына коллективтың татыу эшләп ятҡан мәле. Тик бүлмәләр буйлап экскурсия үткән мәлдә кәйефте ҡырған хәбәр ишетергә тура килде: беҙ барған көндө гәзиттең башҡорт бүлеге ябылған, 30 июндән эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Артабан сара уҙасаҡ яланға йүнәлдек. Барып етеүебеҙгә форум да башланды. Байрам тантаналы асылып, байраҡтар күтәрелгәс, сабыш аттары һыҙыҡҡа баҫты. Был бәйге биш урауҙа үтте, унда утыҙлаған ат ҡатнашты. Араларында Татарстандан килгәндәр ҙә булды. “Ҡара юрға” ат-спорт комплексы тренеры Динар Хафизов хатта өс номинация буйынса еңеү яуланы. Халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, тәүге урындарҙы алған кешегә был артыҡ ҡыйынлыҡ та тыуҙырмағандыр, моғайын. Шуны ла әйтергә кәрәк: иң йәш ҡатнашыусы һигеҙенсе класты тамамлаған Айҙар Ғәлимов булды.
Ат сабышы бөтөүгә халыҡты “Йәштәр аңы – Башҡортостандың киләсәге” тип исемләнгән майҙансыҡтар көтә ине: асыҡ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, шәхси үҫеш тренингтары уҙғарылды.
Салауат Хәмиҙуллин менән Искәндәр Сәйетбатталов “Глобалләшеү шарттарында Башҡортостан халыҡтарының рухи мираҫы: ҡаршылыҡтар, хәүефтәр һәм яңы мөмкинлектәр” майҙансығында эш башланы. Ә икенсе урында “ЛидерЭко” экологик-биологик үҙәк директоры Оксана Кудринская, WorldSkills Төбәк координация үҙәге етәксеһе Илшат Рәхмәтуллин проект эшмәкәрлеге, гранттар тураһында һөйләне. Өсөнсөһөндә иһә “Үҙ эшеңде башла – уңышҡа табан атла!” темаһы күтәрелде.
Беҙ иһә артабан йүнәләбеҙ. Киләһе палатканың ишегенә “Нисек уңышлы булырға?” тигән яҙыу эленгән. Яуап эҙләп эскә үткәндә, Гөлбикә Хәйрелүәрина телмәр тота ине:
– Исламда намаҙ ғына түгел, шулай уҡ тормошто күркәм алып барыу, ғаиләне яҡшы ҡарау һәм башҡа изге ғәмәлдәр ҙә – ғибәҙәт. Кешенең үҙ энергияһын ҡайһы тарафҡа йүнәлтеүе бик мөһим. Көнләшеүҙән, яуызлыҡтан ары торорға кәрәк. Юғиһә көсөң шулар кеүек юҡ нимәгә китәсәк.
Бер урында философия фәндәре докторы Айһылыу Хөсәйенова телмәр тотто. Ул үҙ сиратында шулай уҡ телгә ҡағылышлы проблемаларҙы күтәреп: “Башҡорттарҙың әлифбаһында 42 хәреф юҡҡа ғына түгел. Был беҙҙең байлығыбыҙҙы күрһәтә. Башҡаларҙа булмаған өндәрҙе алған халыҡтың аң тәрәнлеген дә билдәләгән күренеш ул”, – тине, телде һаҡларға өндәне.
Үҙем шул арала интервью биреп торған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалам:
– Быйыл сараға үҙгәрештәр индерҙек, – тине етәксе. – Исемен дә “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” тинек. Дуҫтарыбыҙға башҡа милләт вәкилдәре лә инә бит. Форумда йәштәргә бөгөнгө заман өсөн кәрәкле дәрестәр, лекциялар үткәрәбеҙ. Эш башлағанда Хөкүмәттән ниндәй ярҙам алырға мөмкин икәнен өйрәтәбеҙ. Шулай уҡ ватансылыҡ тойғоһон, рухты күтәреү буйынса эш алып барабыҙ. Йыйында Башҡортостан ерендәге берҙәмлек, халыҡ-ара дуҫлыҡ, йәштәребеҙгә ҡарата иғтибар асыҡ сағыла.
Шул арала үҙемдең һорауымды бирәм:
– Ә форумдың һөҙөмтәләрен күҙәтеп барасаҡһығыҙмы?
– Әлбиттә. Йыйын ике көн менән генә тамамланмаясаҡ. Килгән һәр кешене теркәнек, проблемаларын тыңланыҡ, яҙып алдыҡ. Сараның дауамы булып, 29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында “Йәштәр көнө” уҙасаҡ. Шунда ла күрешәсәкбеҙ, фекер алышасаҡбыҙ. Йәштәребеҙ – республиканың киләсәге, улар күҙ уңында булырға тейеш. Был йәһәттән координация советы төҙөгәнбеҙ, эш даими барасаҡ.
Оҙаҡламай бар халыҡ майҙанға ағылды. Унда башҡорт эстрадаһының концерты көтә ине. Әлегәсә төрлө майҙансыҡтарға бүленгән йәштәр барыһы бергә тупланды. Мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙҙың 36 районынан өс меңләп кеше йыйылған. Сараның тәүге көнө ҙур концерт һәм “Бабич” киноһын күрһәтеү менән тамамланды. Тамашасы алдында Илгиз Абдрахманов, Лиана Хәбибуллина, Раил Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов һәм башҡалар сығыш яһаны.
Йыйындың икенсе көнө “Йәшлек моңо-2017” менән башланып китте. Шулай уҡ төрлө ярыштар ҙа башланды. Берәүҙәр волейбол, футбол уйындарын, милли көрәште ҡараны, икенселәр гер күтәрҙе, ҡул көсөн һынаны. Ә бына һуңғараҡ башланған әйлән-бәйлән уйынына ете йөҙләгән кеше тупланды. Ҡунаҡтар башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари һәм удмурт бейеүҙәрен ҡараны.
Шулай уҡ бер ситтә шәжәрәләр теҙелде. Был бәйгелә Башҡортостандың төрлө яҡтарынан килгән 26 кешенең нәҫел ағасын күрергә мөмкин ине. Араларында, әлбиттә, төрлөләре бар. Берәүҙәр архивтан эҙләп төҙөгән уны, икенселәр иһә китап йә башҡа документтарҙан ҡараған. Шулай уҡ олатай-өләсәйҙәренең һүҙҙәренә таянғандары ла бар. Баһалама ағзаһы төрлө яҡлап ҡараны уларҙы. Был йәһәттән тел дөрөҫлөгө, матурлығы, фотоларының булыуы һәм башҡаһы ла иғтибарға алынды.
Форумдың икенсе көнөндә өзләү, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. “Арғымаҡ” төркөмөнөң сығышы ла тамашасыға ҙур бүләк булды. Ҡайтыу яғына юлда кисерештәр менән уртаҡлашыу, халҡыбыҙға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса һөйләшеү дауам итте. Форумдың маяғын иһә Салауат районы алып ҡайтты, киләһе йылға, Аллаһ бирһә, башҡорт йәштәре үҙенең дуҫтарын шунда туплаясаҡ.
Илеш районы.