Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижади кешенең яуабы
Күптән түгел “Башҡортостан” гәзитендә педагог Наил Юлдашбаевтың “Ижади конкурс­тар ижади шәхес тәрбиәләйме?” тигән мәҡәләһе (2017 йыл, 28 апрель, № 49) донъя күрҙе. Бәлки, хаталанамдыр, минең аңлауымса, был мәҡәләнең лейтмотивы – олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңгән балаларҙың “ғәҙәти кешеләрҙән” дә (уҡыусылар­ҙан) ышанысһыҙыраҡ граждандарға әүерелеүе бар. Ни өсөн тигәндә, “ижад кешеләре үҙҙәренең яратҡан эше менән шөғөлләнеү өсөн күп нәмәнән баш тартырға мөмкин (бик дөрөҫ, тик “мөмкин” түгел, ә мәжбүри!), хатта иленән дә” … (быныһы инде кешенең үҙ ихтыярында). Ғәмәлдә, был осраҡта илен һатҡан булып сыға, тимәк, дошманға әүерелә. Хәлде тамырынан уҡ (мәктәптән башлап) кисектерергә кәрәк. Был әллә дәүләт сәйәсәтенә тап киләме икән: патриот булһа, ижад кешеһе ундай аҙым яһамаҫ ине. Артабан ошо тезисты иҫбатлау өсөн дәлилдәр килтерә автор. Уларға күҙ һалайыҡ.

1. “Фәнни һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашҡан балаларҙың береһе лә ғалим йәки ижади шәхес булып китмәй. Был сараларҙан ситтә ҡалғандар хатта фән кандидаты дәрәжәһенә эйә була”. Был тезисты статистик мәғлүмәттәр менән иҫбатлау зарур.
2. “Ижади шәхестәр тәү сиратта эш барышынан ҡәнәғәтлек кисерә, ә ғәҙәти кешеләр – хеҙмәт һөҙөмтәһенән”.
Был тезистың киреһе дөрөҫлөккә яҡыныраҡ, минеңсә. Ғәҙәти кешеләр, ғөмүмән, практиктар үҙҙәренең эшендә сәғәт һайын әллә күпме мәсьәләне бөтә аң-белемен туплап хәл итә. Уның аҡылы туранан-тура көндәлек ғәмәли эш менән бәйләнгән, һәм ул туҡтауһыҙ һынау (контроль) аҫтында тора. Шул уҡ ваҡытта ижади хеҙмәт әһелдәренең (теоретиктарҙың) эш һөҙөмтәһе бындай имтиханды айына, кварталға, йылға һ. б. бер үтә. Әммә эш һөҙөмтәһе күп һанлы комиссия, секция, ғилми советтар алдында хуплау тапһа ғына улар ҡәнәғәтлек кисерә, әйтәйек, диссертация яҡлаһа. Бында мин дәүләт программаларына ингән, бюджет аҡсаһына үтәлгән ғилми-тикшеренеү эштәрен күҙ уңында тотам, ә һатып алынған, кандидатлыҡ, докторлыҡ хеҙмәттәрен түгел. Ошонан сығып, шуны әйтергә мөмкин: практик аңға үҙенсәлекле яуаплылыҡ та хас, дәүерҙәрҙең ҡатмарлы заманында ул көндән-көн көсөргәнешле төҫ ала. Эшенән ҡәнәғәтлек тапмаһа, икенсе эш эҙләп сығып китеүгә юл асыҡ.
3. “Ижади шәхестәр эш барышын ашыҡтырмай, киреһенсә, оҙаҡҡараҡ һуҙырға тырыша, сөнки тикшереүҙәрен төрлө яҡтан иҫбатлап, камил итеп башҡарырға ярата. Был кисереш эш барышынан алған ҡәнәғәтлекте, ләззәт тойғоһон оҙаҡҡараҡ һуҙғылары килгәндән тыуа”.
Беренсенән, яратамы, яратмаймы, ул ҡәтғи рәүештә бөтә яҡтан камил интеллектуаль продукт бирергә тейеш!
Икенсенән, үҙ тәжрибәмә таянып әйтә алам: ғалимдарҙың, ысынлап та, төрлөһө була. Ыңғай баһалауығыҙға ишара итеп, тормошомдан бер нисә дәлил килтерәм. Минең “портфолиола”, ғилми тәржемәләремде лә ҡуш­ҡанда, ташҡа баҫылған 650 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30 уйлап табыу танытмаһы һәм патенттар, алты китап, МДУ-ның дипломы, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары, 150 ҡулъяҙма отчёт ята. Ә бит 1967 йылда, әле аспирантурала уҡый ғына баш­ла­ғанда, Өфө телеграфында Мәскәү­ҙәге ғилми етәксем, өс тапҡыр Сталин премияһы лауреаты, профессор В. М. Сенюковҡа шылтыратырға торғанда, балалар йортондағы яратҡан тәрбиә­себеҙ: “МДУ-ла алған белемегеҙ етмәнеме ни?” – тип мине йәлләп ҡуйғандыр тим. Ә аспирантураға инергә хыялланып йөрөгән, “Башнефть” компанияһында бергә эшләгән коллегам: “Юҡ, минең кәләш бындай телефондан һөйләшеүҙәргә риза түгел”, — тип яуапланы. Шул йылдарҙа Союзда ғына түгел, донъяла беренсе үҙебеҙ уйлап тапҡан нефть сығарыу технологияһына Башҡортостанда уңышлы һынау үткәрҙек, артабан ул республиканың 22 һәм Көнбайыш Себерҙәге алты нефть ятҡылығында киң ҡулланылыу тапты. “БашНИПИнефть”, “КогалымНИПИнефть” институттарында, “Союзнефтеотдача” ғилми-етештереү ойошмаһында, Союзда беренсе үҙ йүнәлешемдәге ғилми лабораториялар һәм бүлектәр асырға насип булды. Ангола халыҡ республи­каһының Нефть министрлығында баш инженер, Башҡортостан Геология дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаларын башҡар­ҙым. Педагогтар эше менән дә әҙме-күпме танышмын: 2002 – 2007 йыл­дарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры вазифаһында студенттарға белем бирҙем. Шуны билдәләр инем: бөтә ғилми хеҙмәттә­рем СССР-ҙың Нефть министрлығы, Фән һәм техника буйынса дәүләт комитеты, халыҡ-ара Иҡтисади булыш­лыҡ советы программаларына ярашлы башҡарылды. Һорау тыуа: “үтәргә тейешле бурыстарымды “ашыҡмай, һуҙырға тырышып” ултыра ала инемме?” Юҡ, әлбиттә. Мәҫәлән, “БашНИПИнефть” институтында алты ғилми лабораториянан торған бүлек мөдире булараҡ, 12 тема буйынса алып барылған эштәргә етәкселек итергә һәм туранан-тура ҡатнашырға тура килде.
Әгәр мин уйлап тапҡан 30 техно­логияға һәм составтарға лаборато­рияларҙа, скважиналарҙа һынау үткә­реп, авторлыҡ танытмаһын яҡлаһам, ҡайһы бер “ғалимдар” ғилми эшенең һөҙөмтәлелеген нефть сығарыу сәнә­ғәтендә тикшереп ҡарауҙан ҡурҡып, яңынан-яңы өҫтәмә үҙләштереүҙәргә ваҡыт һәм сығым сарыф итеп, те­ма­һында ултыра бирә. Уҡыусылар алды­на ҡуйырлыҡ идеал шулмы беҙҙең?!.
Кемдәргә таяна автор?
Д. Дьюиның “ижад барышы ни тиклем оҙаҡҡараҡ һуҙыла” тигәне ғалим­дарҙың ижадҡа һәләтле тормош осоро, ижади ғүмере төшөнсәһен аңлата.
Ч. Дарвин. 1809 йылда тыуған. Илле йәшлек юбилейын билдәләгән мәлдә “Тәбиғи һайланыш…”ы донъя күрә. Дарвин ғилми эшмәкәрлегенең беренсе яртыһын башлыса геологияға бағышлай. ХIХ быуаттың 30 – 40-сы йылдарында Бөйөк Британияның иң күренекле геологтарының береһе була. Профессор Седжвикка яҙған бер хатында ул төньяҡ Уэльс геологияһының бер ниндәй ҙә икенсе аҡыл шөғөлөнә алыштырғыһыҙ ҡыҙыҡһыныу тыуҙыр­ғаны тураһында хәбәр итә. Бөйөк ға­лимдың был комплиментына мин сик­һеҙ шатмын. “Тәбиғи һайланыш…”ының икенсе бүлеге тулыһынса тиерлек геологияға бағышлана. 1982 йылда профессор вафат була. Ләкин уның эштәре сәбәпле сыҡҡан ғауғаның бөгөнгә тиклем тынғаны юҡ. Дарвин әлеге хеҙмәтен 22 йыл буйы яҙғандан ҡәнәғәтләнеп, ҡул ҡаушырып ултыр­маған икән. 1859 йылдан һуң да уны ҡабат-ҡабат яңы дәлилдәр килтереп, биш-алты мәртәбә баҫтырып сығарған. Бына нимә ул ижади ғүмер! Холҡо менән профессор үҙе йомшаҡ күңелле, итәғәтле, оялсан һәм аҫыл затлы кешеләрҙең береһе булған.
Һәҙиә Дәүләтшина ла урынһыҙ, аяуһыҙ рәүештә миҫал итеп килтерелә. Әйтерһең дә, ижад кешеһе репрессия­ға дусар ителгән мәлдә лә сикһеҙ бәхетле булып, ләззәтләнеп, 16 йыл буйы (бише – төрмәлә) ошо тойғоно һаҡлап роман яҙған, тимәксеһегеҙ. Көн кеүек асыҡ: әҫәр өстөндә эшләү осоро түгел, ә беҙ – бөйөк Һәҙиәнең романын ләззәтләнеп уҡыусылар – бәхетле.
Һүҙ фәҡәт фәнни һәм ижади конкурста ҡатнашыусы уҡыусылар тура­һында ғына барасаҡ тип алдан иҫкәрт­кәнһегеҙ. Ә Виктор Цойҙың бында ниндәй ҡағылышы бар, ул ҡайһы яғы менән һеҙҙең фекерегеҙҙе көсәйтә?
Тағы бер һорау. Баланың “ижади психика”һы 18 – 20, 30 йәштәрҙә нығы­на тип яҙаһығыҙ ҙа (шулай уҡ һуң буламы икән), мәҡәләнең аҙағында уҡы­тыусыларҙы, шунан һуң ғына балалар­ҙы конкурстарға йәлеп итергә саҡыра­һығыҙ. Поезд күптән киткән түгелме?
Авторҙың уйынса, “ижад барышы” тигән төшөнсә илке-һалҡы ғына ижад итеп, булыр-булмаҫ йүнәлештә ни килеп сығырына хафаланмай, ижад кешеһе мөһөрөн ғорур йөрөтөүме? Ундайҙар әле юҡ түгелдер. Ваҡытында миңә ике фән кандидатынан һәм бер нисә ялҡау, инициативаһыҙ йәш белгестән ҡотолорға тура килде. Ижад кешеһе бер ваҡытта ла һауаланып, үҙ-үҙен онотоп, “ләззәтләнеп”, маһайып ултыра алмай, уның башы тәүлек буйы тип әйтерлек үҙенең фәнни проблема­һынан арынмай. Бәғзеләр кеүек бер йырында 50 тапҡыр “яратам, яратам, яратам…” тип заманының “йондоҙо” булып, аҡса эшләп ултыра алмай.
Мәктәптә уҡыған саҡта радиоал­ғыстар, физика уҡыу приборҙарын эшләү, фотография, кино күрһәтеү һөнәрен үҙләштереү, рәсем төшөрөү һәм стена гәзитен сығарыу, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә, хорҙа, бейеүҙә, физик кабинеттан радиотапшырыуҙар алып барыуҙа ҡатнаштым. Беҙгә, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә, ғөмүмән, башҡа уҡыусыларға кеүек үк, Пио­нерҙар йортомо, Республика йәш тех­никтар станцияһы булһынмы, стадиондар, спорт секцияларымы – бөтәһенең дә ишеге асыҡ ине. Һөнәр һайлауҙа оло ағайҙарым үрнәк булды, икеһе лә – геолог. Йәштән алған бөтә күнек­мәләр ҙә аҙаҡ кәрәкте.
Был йәһәттән уҡыусылар өсөн хәҙерге тормош бигерәк ҡатмарланды. Өҫтәл янында ғына Интернет ҡарап ултырып, физик яҡтан да, аң йәһәтенән дә ҙур уңыштарға өлгәшеү икеле. Бигерәк тә ауыл балалары өсөн ижади яҡтан үҫештең берҙән-бер мөмкин­леге – ана шул олимпиадалар һәм конкурстар. Артабан уҡырға ингәндә лә еңеүселәр льготалар менән файҙалана аласаҡ бит. Уларҙы ысын педагогтар, әлбиттә, беренсе сиратта, балалар мәнфәғәтен һәм шунан ғына үҙенекен ҡайғыртып ойошторорға тейеш, минеңсә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779