Таң атып килә. Ауыл халҡы күптән инде аяҡ өҫтөндә. Рәүилә лә ҡош-ҡортона ем һалып, һыйырын һауып, көтөүгә ҡыуҙы ла ауыл күренешенә тәү күргәндәге кеүек бер талай ҡарап торҙо. Бигерәк матур шул был яҡтар! Еҙем өҫтөнән шыйыҡ томан күтәрелә. Армыт-армыт тауҙар ҙа тап ошо төбәктән баш ала. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, егерме йәшендә генә ошо ауылға эшкә килгәс, был тиклем дә хозур ер булыр икән тип әҫәрләнеп ҡарап торғаны бөгөнгөләй хәтерендә уның. Ошонан һуң дүрт тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтеп тә киткән. Эй, ғүмер тигәнең! Әле генә һымаҡ ине. Уйҙарының йомғаҡ осо үҙенән-үҙе йәшлек йылдарына барып тоташты. Ғәжәп был яҙмыш тигәнең: уйламағанда уны Ғафури еренә килтерҙе лә, ошо ерҙә Мансур атлы егетте юлына сығарып, ғүмерлеккә үҙендә ҡалдырҙы. Туйҙа ата-әсәһенең: “Балам, төшкән ереңә таш булып бат, ҡатын-ҡыҙ өсөн үҫкән ерҙән төшкәне яҡыныраҡ булырға тейеш”, – тигән теләктәренә ул саҡта әллә ни әһәмиәт биреп бөтмәһә лә, бөгөн уның ни тиклем ҡәҙерле һүҙ икәнлеген яҡшы аңлай.
Ғүмер үтә килә әҙәм балаһы үткәндәр хаҡында күберәк уйлана тигәндәре лә хаҡ икән. Рәүилә лә шулай. Һуңғы осорҙа ул йыш уйға бирелә. Юлында изге күңелле кешеләр тап булыуына ҡыуана, бәхетле яҙмышына шөкөр итә. Тағы шуныһы ғәжәп: уның ғүмер юлы бәләкәйҙән әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыған, шиғырҙарын сәхнәнән һөйләп, халыҡтың күңелен әсир иткән күренекле шәхестәр, билдәле яҙыусылар тыуған төйәк менән йәнәш бара. Үҙе әҙәбиәтебеҙгә Ибраһим Абдуллин, Зарема Әхмәтйәнова кеүек әҙиптәрҙе биргән Шаран районының Ерекле ауылында буй еткерһә, хикәйәләр оҫтаһы Шакир Насировтың тыуған төйәге Ибраһимға килен булып төштө.
Рәүилә һөтөн сепарат аша үткәреп, тамаҡ ялғап алғас, ауылдан ике километр самаһы алыҫлыҡта ятҡан Еҙем-Ҡаранға ашыҡты. Бына ун биш йылдан ашыу Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылындағы мәҙәниәт йортона етәкселек итә ул.
Юлда ла уйҙары йәнә йәшлек юлдары буйлап тәгәрәне. Ибраһим – йөҙҙән ашыу хужалығы булған ауыл. Эшсән, йыр-моңға маһир, дәртле халыҡ йәшәй бында. Ул килен булып төшкәндә мәҙәниәт йорто шөҡәтһеҙ генә бер бинала ине. Халыҡтың күңелен күтәрә, тормошон йәмләй торған берҙән-бер усаҡ балҡып торорға тейеш тигән маҡсат менән Рәүилә дәртләнеп эшкә тотондо. Бер ҡараһаң, тәүәккәл дә булған бит әле. Үҙе лә тик тора белмәне, шуны эшләйек, быныһы кәрәк тип башҡаларға ла тынғы бирмәне. Район етәкселәренең ишеген шаҡырға ла ҡыйынһынып торманы. Шунһыҙ булмай шул. Уныһы юҡ, был насар, тип илаулап йөрөгәндән генә бер нәмә лә үҙгәрмәй. Һорарға, ныҡышырға кәрәк, үҙеңдекен раҫлай белеү ҙә таһыллыҡ талап итә.
Клуб тип йөрөткән бина тәпәш кенә ине. Уның ҡыйығын һүтеп ала башлағас, ҡуйсәле, юҡ менән булыша бит, үҙ башына мәшәҡәт алып, тип шикләнеп ҡарағандар ҙа булманы түгел. Әммә Рәүилә ярты юлда туҡталып ҡала торған ебектәрҙән түгел. Бинаға йәнә кирбестәр өҫтәтеп, бер аҙ күтәреп, яңынан башын яптырғас, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Нимә генә тимә, мәҙәниәт усағы һәр ауылдың йөрәгенә тиң. Йәһәннәмдән төшкән килендең уңғанлығына, барыбер йырып сыҡты бит әй, тип ауыл халҡы хайран ҡалды. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ул саҡтағы М. Ғафури исемендәге колхоз етәксеһе Рәшит Мөхәмәтйәровҡа бөгөн дә рәхмәт әйтә Рәүилә. Тимер мейес урынына йылытыу торбалары һуҙылды.
Бығаса һил торған мәҙәниәт усағына йән инде. Бер нисә бейеү ансамбле ойошторолдо, ҡурайсылар түңәрәге барлыҡҡа килде. “Театр яҙы” фестивале, яҙыусылар, артистар менән осрашыуҙар йыш үткәрелде. Ибраһим мәҙәниәт йортона егерме йыл етәкселек итте Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы. Тырыш, сәнғәтте мөкиббән яратҡан, үҙен һәләтле ойоштороусы тип танытҡан ханымды унан район үҙәгенә саҡыртып алып, Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортона етәкселек итергә тәҡдим яһанылар:
– Һинең кеүек төплө эшләгән кеше, хужа кәрәк. Тиҙҙән шағирыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың юбилейы. Ошо тантанаға мәҙәниәт усағын ныҡлы әҙерләү мөһим.
Бығаса Ибраһимда тәжрибә туплаған Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы гөрләтеп эшләне лә китте, капиталь ремонт яһатты. Бөгөн Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто үҙенең күркәмлеге, йылылыҡ бөркөп тороуы менән айырылып тора. “Башҡортостандың иң яҡшы клубы” тигән исемгә лайыҡ булып, 100 мең һум грант алыуы күп нәмә тураһында һөйләй түгелме ни?!
М. Ғафуриҙың тыуған ауылында илебеҙҙең төрлө тарафынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, уларға юғары кимәлдә мәҙәни саралар күрһәтеү таһыллыҡ та, үҙ эшеңә ижади ҡараш та талап итә. Сәсәнебеҙ Вәлиулла Ҡоломбәтовтың 100 йыллығын ҡайһылай матур итеп ойошторҙо мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостан автономияһы ҡабул ителеүҙең 100 йыллығына арнап, театрлаштырылған тамаша әҙерләп күрһәттеләр.
Был йәһәттән Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙына ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында режиссер бүлегендә ошо һөнәр нескәлектәренә төшөнөү, бер аҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төплө өйрәнеү ниәтендә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыу ҙур ярҙам була.
Күрше Баҡраҡ, Абдулла, Юлыҡ, шулай уҡ Ҡауарҙы, Сәйетбабаға йыш ҡына концерт программалары менән сығалар. Төптән эшләгәс, уңыштары ла емешле. Һуңғы йылдарҙа халыҡ сәнғәттән алыҫлашты тип һөйләргә әүәҫләнеп алһаҡ та, уға мөкиббән бирелгәндәр, Аллаға шөкөр, бар әле. 2007 йылда Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” тигән драмаһын сәхнәләштереп, “Ҡаран-шишмә” халыҡ театры исемен яуланы. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер яҡтарҙа халыҡты тамашаға хатта түләүһеҙ йыйып булмағанда, бында эркелеп киләләр, хатта һыймайҙар әле.
Бөгөн халыҡ театрына ла Рәүилә етәкселек итә. Үҙе лә бер нисә тапҡыр “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыҡты. Бында шөғөлләнгән төрлө һөнәр кешеләрен бер нәмә – сәнғәтте һөйөү – берләштерә. Гүзәл Шафиҡова үҙе модельер, үҙе рәссам, нимәгә генә тотонһа ла, ҡойоп тигәндәй башҡарып ҡуя. Бөтөн театрға, фольклор ансамблдәренә костюмды үҙе тегә. Уларҙы хатта бүтәндәргә биреп торалар. Матди база бай. Район һабантуйында туғыҙ йыл рәттән беренсе урынды яуланылар. Еңеүсе булғас, әлеге лә баяғы бүләге лә төшөп тора, музыка ҡорамалдары бирелә.
Художество етәксеһе Рита Мөрәсованың ойоштороу һәләтенә таң ҡалырлыҡ. Монтер булып эшләгән Илдар Әбделмәновты бағана башынан тартып төшөрөп тигәндәй мәҙәниәт йортона алып отолманы. Бигерәк уңған егет. Музыкаль яҡтан барлыҡ сараларҙы биҙәй ул. Режиссер Денира Биктимерова иһә ире, балалары менән бергәләп уйнай халыҡ театрында. Талантлы йырсы Динислам Шафиҡовтың яңыраҡ ҡына эштән китеүе йәл, әлбиттә. Нимә генә тимә, мәҙәниәт өлкәһенә иғтибар тейешенсә бирелмәй. Йорт бөтөргән уҙаман Себер тарафына сығып китә. Шулай ҙа сәнғәтте ташламай, ҡайтҡан арала ауылдаштары алдында сығыш яһап, халыҡтың күңелен күтәрә.
Был тиклем уңыштың сере нимәлә һуң? Үҙ эшеңә талапсан булыуҙалыр, моғайын, сәнғәтте яратыуҙалыр.
Аллаға шөкөр, Рәүиләгә быҫҡып йәшәү ят. 2013 йылда “Табын” гәзите редакцияһы тарафынан “Йыл кешеһе” тип билдәләнеүе лә тиккә түгел. “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивален ойоштороуға ла күп көс һалды, район мәҙәниәт бүлегенең почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Яҙмыш… Уны һәр кем үҙенсә яҙа. Ҡасандыр Шаран районы хакимиәтенән өс тиҫтәгә яҡын ҡыҙ һәм егетте Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып киләләр. Уларҙың икәүһенә генә уҡыу йортонда белем алыу бәхете тәтей. Шуларҙың береһе Рәүилә була. Ошо үҙе бәхет түгелме? Диплом алғас, бөтөнләй ят ергә тиҙ ерегеп, халыҡтың һөйөүен яулай ул. Күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән ҡәйнәһен һуңғы көнөнә ҡәҙәр хөрмәт күрһәтеп, бәхиллеген алды.
Тәү ҡарауға йырлап-бейеп, күңел асып йөрөү кеүек кенә тойолһа ла, ауыр, ҡатмарлы юл ул сәнғәт хеҙмәте. Нимә генә тимә, ауыл ерендә халыҡтың тормошон йәнләндереү, байрамдарҙы йәмләү уларҙың фиҙакәрлегенә бәйле. Эйе, фиҙакәрлек. Бөгөн сәнғәткә ғашиҡ булғандар, сәхнәһеҙ йәшәй алмағандар ғына ошо өлкәгә үҙен бағышлай. Йәнә икенсе яртыңдың һинең һөнәреңде хөрмәт итеүе, уның кәрәклеген аңлауы ла мөһим. Был йәһәттән бәхетле Рәүилә. Ире, ғүмер буйы урмансылыҡта эшләһә лә, уға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Теләгенә көс, дәртенә ҡеүәт биреп торҙо. Бөгөн ҡыҙы Олеся, улы Айнур үҙҙәре ғаилә ҡороп, ата-әсәһен уңыштары менән ҡыуандыра.
Бәхетле яҙмыш.