Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көйһөҙ кейеҙ баҫылмай, йәки Яңыртылған кәсептең киләсәге ҙур
Көйһөҙ кейеҙ баҫылмай, йәки Яңыртылған кәсептең киләсәге ҙурАҡҡолайға кейеҙ байрамына саҡырылғас, ғәжәпләнә биреп ҡуйҙым. Беҙҙең Дим буйы төбәктәре оҫталары аллы-гөллө аҫалы балаҫтар һуғыу менән дан алған. Ә кейеҙ баҫыу, кейеҙ туҡыманан тирмәләр, кейем-һалым эшләү Урал аръяғы райондарына хас шөғөл булып күңелгә һеңгән.
Һуңғы йылдарҙа Әлшәйҙә төрлө байрамдар уҙғарылып тора. Аҡҡолайға килерҙән бер аҙна элек тыуған ауылым Һарыштан Дим аша ғына урынлашҡан Ҡыпсаҡ-Асҡар халҡы ауылдың 255 йыллығын уҙғарғайны. Шәп үтте. Кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтҡан, ғүмер, тормош хаҡында уйландырған, уңған­лыҡҡа этәргән, күңелдәргә осрашыу ҡыуаныстары, йөрәк­тәргә йәшәү дәрте, алдағы көндәргә дөрөҫ йүнәлеш биргән изгелекле көс ул ауыл байрамдары. Уларға тәбиғәт тә теләктәшлек белдергән кеүек: ике ай буйына яуған ямғырҙан һуң Ҡыпсаҡ-Асҡар байрамында тәүге тапҡыр көн ҡояшлы булды. Һуңынан тағы аҙна буйына ҡойоп түкте лә Аҡҡолайҙа үткән байрам ваҡытында йәнә туҡтап торҙо.
Июнь уртаһы — тәбиғәттең иң матур сағы. Тирә-яҡ — һутлы йәшеллектә. Ауыл ситендәге байрам майҙаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Башҡорт халҡы тәбиғәте менән ихлас инде ул, ә Дим буйында йәшәгәндәр бигерәк тә алсаҡлыҡтары менән айырылып тора. Был булмыштары уларҙың нурлы йөҙҙәрендә, йөрөштәрендә, һүҙҙәрендә сағыла...
Көйһөҙ кейеҙ баҫылмай, йәки Яңыртылған кәсептең киләсәге ҙурБыл көндө ауылдың олоһо ла, кесеһе лә байрам яланында ине. Яҙғы эштәр тамам­ланған осор. Сәхнәнең ике яғында ҡунаҡтар өсөн тирмә ҡоролған. Майҙанда – аҫалы балаҫтар күргәҙмәһе. Зәкирә Воронцованың балаҫ һуғыуын тиҫтәләрсә кеше һоҡланып ҡарай. Кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр һәм башҡа ҡул эштәре күргәҙмәләре менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп. Оҫталар Мәрйәм Зәйнуллина, Вафира Хәбибул­лина, Мөнирә Кашарская, Гөлназ Фәхретдинова, Гөлирә Латипова, Рәзилә Искәндәрова һәм башҡалар күргәҙмәгә бөтә йөрәк һәм зиһен көсөн һалып, илһамланып әҙерләнгән. Ауыл тормо­шон­дағы иҫтәлекле хәл-ваҡиғаларға, данлыҡлы шәхес­тәргә арналған фото­һүрәттәр таҡтаһынан үҙен һәм яҡында­рын эҙләүселәр ҙә байтаҡ. Сәхнәгә яҡын майҙандағы өҫтәлдә ҡатын-ҡыҙ кейем­дәре өсөн биҙәүестәр күргәҙмәһе ҡуйылған. Уларҙың авторы Гөлсәсәк Вәлиуллина ҡыҙыҡһыныусыларҙы һаҡал эшләргә өйрәтә. Үҙенсәлекле һәүәҫкәр рәссам Фәнүрә Ғәние­ваның ҡорама­ларҙан эшләнеп, рамға ҡуйылған картиналары күҙҙең яуын алып тора.
Ҡупшы милли кейемдәр кейгән ағи­нәйҙәр ҡурай моңо, ҡумыҙ сыңы аҫтында ҡунаҡтарҙы ҡаршылай, егет менән ҡыҙ ҡымыҙ һәм сәк-сәк тәҡдим итә. Баш­ҡортостан, тыуған төбәгебеҙ Әлшәй хаҡында йыр-моң ағыла. Бына балаҫ-ҡапҡалар асылып китә: ҡунаҡтарға юл бирелә. Алыҫ ерҙәрҙе яҡын итеп килгән Учалы, Бишбүләк, Миәкә, Шишмә, Дәүләкән ағинәйҙәре үҙ төбәктәренә хас биҙәктәр менән тегелгән милли кейем­дәрҙә күркәм сәскә гөлләмәләрен хәтер­ләтә. Тирмә өҫтәлдәре аш-һыуҙан һығы­лып тора. Әлшәй табындарына ғына хас телеңде йоторлоҡ ризыҡтарҙы аш-һыу оҫталары Гөлли Әлимғу­жина, килендәш­тәр Фәрзәнә менән Сажиҙә Шәриповалар һәм Розалия Ғәниева әҙерләгән.
Ауыл хакимиәте башлығы Вил Йома­ғужин, ҡунаҡтарҙы һәм ауыл кешеләрен байрам менән ҡотлап, Аҡҡолай ауылы халҡының берҙәмлеге, хеҙмәт уңышта­ры, ҡыҫҡаса тарихи үткәне, алда торған проблемалары менән таныштырҙы:
Көйһөҙ кейеҙ баҫылмай, йәки Яңыртылған кәсептең киләсәге ҙур– Бөгөн ауылда яңы йорттар төҙөлә, сабыйҙар донъяға килә. Күп балалы ғаиләләргә йорт һалыу өсөн ерҙәр бүлеп бирелде. Юбилей уңайынан район бюджетынан бүлен­гән аҡса ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн тотонолдо. 2016 йылда республика Башлығы Рөстәм Хәми­товтың ҡарары буйынса уҙғарылған “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” про­граммаһында ҡатнашып, еңеп сыҡтыҡ һәм ауыл хакимиәтенә ҡараған Үрнәк ауыл урамдарын рәткә килтерҙек. Әле яңы ғына ауыл биләмәбеҙ тағы ла яңы проектта еңеп, ҡорамалдары менән тәгәрмәсле тракторға лайыҡ булды. Алда торған бурыстарҙың береһе – эскелеккә ҡаршы көрәшеү, икенсеһе – тыуған ере­беҙҙе, күркәм тәбиғәтебеҙҙе саф, таҙа итеп, тәртиптә тотоу. Йәмәғәтселек ойошмалары, шул иҫәптән ағинәйҙәрҙең дә был эштә роле баһалап бөтөр­гөһөҙ. Берҙәм булайыҡ, ауылыбыҙ тәбиғәтен дә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе лә күмәкләп һаҡлайыҡ, яҡташтар!
Район хакимиәте башлығы урын­баҫары Закуан Әхмәтов Аҡҡолай халҡының элек-электән эшкә уңған, файҙалы башланғыстарҙы тор­мошҡа ашырыуҙа әүҙем булыуы, шуның өсөн дә әлеге сараның тап ошо төбәктә үткәрелеүе хаҡында бәйән итеп, бөгөнгө кейеҙ баҫыу байрамы ла, аҫалы балаҫтарҙыҡы һымаҡ, Әлшәй ерендә тамыр йәйеп китеренә ышаныс белдерҙе.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы ауыл муллаһы Иҡсан хәҙрәт, оҙаҡ йылдар район Советы рәйесе вазифаһын баш­ҡарған Солтангәрәй Кирәев, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтовтар ҡотланы.
Өфө ҡунаҡтары Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайынан “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның, йәштәр менән эшләү бүлегенән Марат Ғил­ма­новтың сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының “Ағинәйҙәр”е хәҙер Башҡортос­танда иң эшлекле йәмәғәт ойошмаларынан һана­ла. Улар башланғысында һәр районда тиерлек халыҡтың рухын байытырҙай төрлө тематик саралар уҙғарылып тора. Күренекле шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнано­ваның тәрән мәғәнәле фәлсәфәүи һүҙҙәре һәм илһамлы шиғыр­ҙары байрамға йәм һәм күтәренкелек өҫтәп ебәрҙе.
Бына алдан әҙерләнгән эскәмйәләргә теҙелешеп ултырған халыҡтың ҡул са­быу­ҙары аҫтында Әлшәй ағинәйҙәре, алда һанап киткән райондарҙан килгән ҡунаҡ ағинәйҙәр үтте. Уларҙың вәкилдәре сәхнәгә сығып яҡташтарының ҡотлау сәләмдәрен тапшырҙы.
Көтөп алған мәл дә етте. Аҡҡолай ауылы ағинәйе Миләүшә Яхина сәхнәгә сығып: “Беҙ бында башҡорт кейеҙен баҫыуҙы яңыртыу һәм үҫтереп ебәреү өсөн йыйылдыҡ. Ул – бик боронғо шөғөл. Әйҙәгеҙ, уның серҙәрен үҙебеҙ ҙә өйрәнәйек, йәштәргә лә еткерәйек”, – тип йыйындың төп өлөшөн асып ебәрҙе.
Кейеҙ баҫыу күренешен ҡарарға май­ҙанға ҡыҙыҡһынып кешеләр йыйыла. Ана, тулы һыулы биҙрәләр эленгән кө­йән­тәле ҡатын-ҡыҙҙар баянға ҡушылып йырлап килә. Һыу күп кәрәк шул кейеҙ баҫҡанда.
Өлкән ағинәй һамаҡлап, һарыҡ йөнө ала башларға саҡыра. Башҡалар уға ҡушыла:
– Эшем башы — эш ҡары,
Дошман башы — тышҡары.
Күргәндәр күреп ҡалһын.
Минең ҡулым түгел,
Ғәйшә, Фатима ҡулы...

Ҡыҙҙар ҙа һамаҡлай-һамаҡлай эш башлай:
– Мамыҡтай тетелгән йөндө
Ҡаҡ һикегә һалабыҙ,
Аҡ кейеҙҙе баҫабыҙ,
Биҙәктәргә һалабыҙ.
Аҡ теләктәр теләйбеҙ,
Ҡабул булыр, тип беләбеҙ...

Һарыҡ йөнө алыусылар, уны тетеүсе­ләр, кейеҙ баҫыусылар яурынына яулыҡ­тар һалына. Бер ағинәй эш барышын йәштәргә күрһәтеп, өйрәтеп тора. Кемдәрҙер таҡмаҡ әйтеп, бейеп китә:
– Ебәктәй һарыҡ йөнөнән
Кейеҙ баҫайыҡ әле.
Кейеҙебеҙ затлы булһын,
Бейеп, йырлап, таҡмаҡ әйтеп,
Күңел асайыҡ әле.

Ағинәйҙәр аҡ кейеҙ баҫҡанда изге теләктәрен әйтә. Кейеҙҙә матур биҙәктәр хасил була.
“Аҡ кейеҙгә баҫһам...” тип исемләнгән байрамдың төп өлөшө тамамланғас, оло сәхнәгә бер-бер артлы ауыл үҙешмәкәр­ҙәре күтәре­лә. Уларҙы халыҡ белә, ярата, һәр береһен ҡул сабып, хөрмәтләп ҡаршылай. Сара барышында кү­ңелдәре күтәрелгән сығыш яһау­сыларҙың һаны артҡандан-арта бара.
Балаҫ һуғыу, шәл бәйләү, сигеү-ҡайыу, кейеҙ баҫыу кеүек шөғөлдәр — улар матур йола ғына түгел, ә төшөмлө кәсеп тә. Бер-береһен ҡабатламайынса ижад ителгән үҙенсә­лек­ле ҡул эштәре әйберҙәре бөтә донъя­ла ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Улар үҙебеҙ өсөн дә бик кәрәкле, файҙалы һәм ҡиммәтле хеҙмәт емеш­тәре, ә инде республикабыҙҙа туризмды үҫтереү проблемаһы алғы планға ҡуйылған ваҡытта сит яҡ­тар­ҙан килеү­селәр өсөн Башҡорт­остан халҡының быуаттарҙан быуаттарға күсеп, яңыртылып килгән күңел ынйылары – ошондай ижади хазиналарыбыҙ, милли сувенир, ҡомартҡы сифатында ла, тормошта кәрәкле әйберҙәр булараҡ та баһа­лап бөткөһөҙ иҫтәлекле бүләк була­саҡ бит. Ысынлап та, кейеҙҙән генә лә эреле-ваҡлы, төрлө төҫтәге, төр­лөсә биҙәкле тирмәләр ҙә, уңайлы һәм шифалы кейем-һалым да, баш һәм аяҡ кейемдәре лә, йорт кәрәк-яраҡтары ла, ҡыҫҡаһы, тиҫтәләрсә продукция етештереп була.
Беҙҙең быуын вәкилдәре бала саҡтағы өйҙәрҙе кейеҙ, балаҫһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Ниндәй рәхәт була торғайны ҡышҡы һыуыҡ иртәләрҙә уянғас, иҙәнгә йәйелгән йылы, йомшаҡ кейеҙгә аяҡ баҫыуҙары! Ә инде ил менән бергә ауыр ҙа, күтәренке рухлы ла, ҡатмарлы ваҡиғаларға бай тормош юлы уҙған, киң күңелле, аҡыллы, изгелекле һәм оҫта ҡуллы ағинәй­ҙәребеҙҙең ошондай төбәк-ара сараларҙа ҡатнашып, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, йәштәргә илһөйәрлек, йәшәү серҙәрен өйрәтеп, быуындар бәйләнешен өҙмәй, илһам­ланып эшләүе һәр яҡлап күтәремләүгә һәм хөрмәткә лайыҡ.
Байрам аҙағына яҡынлашҡанда ергә был көндө онотолоп торған ямғыр тамсылары һибелде. Тик улар күңелдәрҙә ҡабынған бөгөнгө байрам ҡояшын һүрәнләтә лә, һүрелтә лә алманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779