Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асҡындарҙың асылы шундай!
“Кәкүк сәйе” этнофестивале өсөнсөгә үткәрелһә лә, асҡындар унда беренсе тапҡыр үҙҙәрен һынаны. Шуға ҡарамаҫтан, районыбыҙ исеменән сығыш яһаған “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективы әллә күпме конкурста призлы урын яуланы. Фестивалгә әҙерлек, уның нисек үтеүе, уңыштар тураһында коллектив етәксеһе Айгөл Барыева һөйләй:
– Был сараға ике аҙна эсендә әҙерләндек. Эш күләме бик ҙур ине. Иғлан ителгән “Иң яҡшы башҡорт сәйе реце­бы”, “Иң яҡшы кәкүк йыры”, “Иң яҡшы кәкүк костюмы”, “Иң яҡ­шы кәкүк бутҡаһы рецебы”, “Иң яҡшы тотем”, “Иң яҡшы суве­нир” тигән конкурстарҙа ҡатнашырға ҡарар итеп, ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
Фестиваль үтәсәк ерҙә – Нуриман районының “Павловка паркы” тау саңғыһы үҙәгендә – беҙҙе урындағы хакимиәт башлығы һәм сараны ойоштороусылар ҡаршыланы. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Кәкүк сәйе” байрамын күрһәтте. Тамаша сағыу, матур булып иҫтә ҡалды.
“Кәкүк карнавалы”нда һәр район вәкилдәре үҙҙәре тегеп алып килгән кейем өлгөһөн күрһәтте. Беҙгә иһә Йәмилә апай Сәлихова әҙерләгәйне. Ә Фәниә апай Әхмәтова кос­тюмды сигеп, тәңкәләр менән биҙәне. Райо­ныбыҙ атрибуттарын, ырыуыбыҙ тамғаларын ҡулланып эшләнгән күл­дәк үҙенсәлеге, матурлығы менән айырылып торҙо һәм II урынға лайыҡ булды. Уны кейеп бейегән Лилиана Ғизетдинова һоҡланғыс ине.
“Иң яҡшы кәкүк йыры” бәйгеһендә ҡумыҙ сиртеп, мандолинала уйнап, урындағы шағирыбыҙ Альфред Хажимул­лин яҙған таҡмаҡтарҙы йырлап ишеттерҙек. Әүҙем ҡатнашҡаныбыҙ өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр.
“Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы” ла беҙҙеке булды. Был эште Альфред Хажимуллин, Ризида һәм Дим Ғәлимовтарға ышанып тапшырҙыҡ. Улар ҡаҙан аҫып, ике төрлө бутҡа бе­шерҙе. Ҡабаҡҡа тары ярмаһы ҡушып әҙерләнгәне лә, ҡарабойҙайлыһы ла бик тәмле килеп сыҡты. Телде йоторлоҡ итеп балыҡ та ҡурҙыҡ.
Быуаттар төпкөлөнән килгән байрамды “Иң яҡшы кәкүк тотемы” бәйгеһе лә биҙәне. Бында беҙгә район мәҙәниәт йортоноң оҫта ҡуллы рәссамы Наташа Нәбиуллина ярҙамға килде.
Ә иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы Яңы Ҡара ауылынан Мәсҡүҙә Әхмәтованыҡы булып сыҡты. Уның әҙерләгәнен биология фәндәре кандидаты, шифалы үләндәр буйынса белгес Михаил Гордеев юғары баһаланы. Шулай итеп, шифалы сәй өсөн I урын биреп ҙурланылар. Әйткәндәй, Михаил Гордеевтың “Кәкүк сәйе – рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге” семинарында ҡатнашып, бик күп ҡыҙыҡлы, фәһемле мәғлүмәт белдек.
Бынан тыш, “Иң яҡшы сәй йолаһы” тигән бәйге лә ойошторолдо. Уға ярашлы һәр беребеҙ өйөндә ниндәй ҙә булһа милли аш-һыу әҙерләне. Төрлө бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, ҡаҡ һәм башҡа тәмле, файҙалы ризыҡтар менән өҫтәлебеҙ тулы ине. Йырлап-бейеп, ҡымыҙ ҡойоп ҡаршы алдыҡ жюри ағзаларын. Тырышлығыбыҙ, күмәк көсөбөҙ бушҡа китмәне – III урынға лайыҡ булдыҡ.
“Иң яҡшы сувенир” бәйгеһендә өҫтәлебеҙҙә “кәкүк”­тәрҙең ниндәйе генә юҡ ине: тегелгән, сигелгән, бәйләнгән, йәбеш­терелгән, үрелгән… Тағы шуны әйтергә кәрәк: туҙҙан үреү оҫ­таһы Виктор Бычин күп итеп кәрзин алып барғайны, уларҙың барыһын да һатып бөтөрөп ҡайтты. Эштәре халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уятты.
Әүҙемлегебеҙ өсөн коллективы­быҙ Нуриман районы хакимиәте бүләгенә лә лайыҡ булды. Уңыштарыбыҙ “Хазина” төркөмө ҡыҙҙарының, мәҙәниәт йорто хеҙмәт­кәрҙәре­нең, районыбыҙ­ҙың уңған апайҙары һәм ағайҙа­рының көсө, тырышлығы, ижади фантазияһы менән яуланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779