Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижады күңелгә яҡтылыҡ өҫтәй
Ижады күңелгә яҡтылыҡ өҫтәйУның әҙәбиәткә килеүе көтөлмәгәнерәк булды, тиеүселәр ҙә бар. Минең өсөн иһә Лира Яҡшыбаеваның иртәрәк яҙыша башламауы ғәжәберәк, сөнки бынан егерме йыл самаһы элек, уның тәүге хикәйәләре менән танышҡас, ҡәләменең тослоғо, тормоштағы ябай ғына күренештәрҙе лә иҫ киткес образлы, мауыҡтырғыс итеп еткерә белеүе һоҡландырғайны. Уның “Ауыл бисәһе”, “Этле ҡунаҡ”, “Ала ҡаҙ” хикәйәләрен оҙаҡ ҡына онота алмай йөрөүем хәтеремдә. Тап шул осорҙа күренекле прозаик, хикәйә оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтең Лира Әхмәт ҡыҙының хикәйәләренә бик юғары баһа биреүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Уның Сибай яҙыусылар ойошмаһы исеменә яҙған хатында башҡорт әҙәбиәтенә бик талантлы прозаик килә тигән юлдары иҫтә ҡалған. Һуңғараҡ ғалимдар Р. Аҙнағолов, Р. Шәкүр, Ғ. Бүләкова һәм башҡалар бик матур һүҙҙәр әйтте, Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм үҙнәшер менән сыҡҡан китаптарын халыҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый башланы — яҙыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкинме һуң?!
Тәбиғәте менән һуштарҙы алырлыҡ Ғафури районының Сәйетбаба ауылында донъяға килгән ҡыҙыҡай бәләкәстән матурлыҡҡа ғашиҡ булып үҫә. Ҡарауыл һәм Йәнекәй тауҙары, ауылды икегә бүлеп аҡҡан гүзәл Мәндем нескә күңелле ҡыҙҙың йөрәгенә тәүге шиғри орлоҡтар һала. “Эх, урман эсендә өйөм булһын ине, шунда ҡоштар тауышын тыңлап ҡына йәшәр инем”, — тип хыяллана ул. Мәктәптә гел яҡшыға ғына уҡыған Лира күңеленән төрлө һөнәрҙе барлап ҡарай: агроном булғыһы ла килә, геолог та... Улар тәбиғәткә бәйле, ғүмерҙәре ялан-ҡырҙарҙа үтә. Тик бер ваҡытта ла табип булырға теләмәнем, тип көлә ул. Һәм мин уны аңлайым: һәр нәмәне йөрәге аша үткәргән сабый әрнеү-һыҙланыуҙарҙы, ҡанды күрә алмай. Һуғыштан офицер булып ҡайтҡан атаһы мәктәптә уҡытып йөрөй, Лира күберәген әсәһенең әсәһе Хәйерниса инәйгә һыйынып үҫә. Миһырбанлыҡ, намыҫ кеүек сифаттарҙы ла ҡыҙҙа өләсәһе тәрбиәләй.
— Бишенсене тамамлаған йылда райондан бер үҙем Өфөгә пионерҙар фестиваленә килдем, — тип хәтерләй әҙибә. — Мәрйәм апай Гәрәева уҡыта ине, үҙе Өфө ҡыҙы, мине ул оҙатып килде. Өйөнә алып ҡайтты. Ҙур баҡсаны, ундағы еләк-емеште күреп, хайран ҡалдым. Үҙемдең дә шундай баҡса үҫтергем килде...
Насип була уға аллы-гөллө баҡсалар үҫтереү. Урта мәктәпте, унан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Яҙмышы уны ир аҫылы Вахит Яҡшыбаев менән осраштыра. Гел юғары урындарҙа эшләгән ире Лираға ла, балаларына ла ел-ямғыр тигеҙмәй. Үҙе һайлаған һөнәр буйынса 35 йыл самаһы уҡытыусы булып эшләгән Лира Әхмәт ҡыҙы гөрләтеп баҡсаһын үҫтерә, йорт-ҡураны тәртиптә тота, татлы аш-һыуы менән ғаиләһенең күңелен күрә. Тик йәненә тынғылыҡ тапмаған мәлдәрендә: “Ә бит мин тағы ниҙер эшләргә тейеш”, — тигән уй килә уға. Тормошо тағы ла тулыраҡ булһын өсөн нимәлер етмәгән кеүек... Тәүге хикәйәһен яҙғас, ғәжәйеп бер тойғо кисерә: бына ул, уның йәненә дауа булыр һөнәр!
Сибай ҡалаһында уҡытып йөрөгәндә Лира Әхмәт ҡыҙының балаларҙы хикәйә һәм шиғыр яҙырға өндәүе, төрлө конкурстар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, ижад кисәләре үткәреүе хәтеремдә. Юҡҡамы ни бөгөн ул уҡытҡан йәштәр араһында әҙәбиәт уҡытыусылары ла, театр тәнҡитселәре лә, ғүмерҙәрен ижадҡа арнаусылар ҙа етерлек.
Тыуған яғын нисек кенә өҙөлөп яратмаһын, Лира Әхмәт ҡыҙына ғүмерен ситтә үткәреү насип була. Етенсе кластан һуң уға, ауылын, яратҡан уҡытыусыларын, туғандарын ҡалдырып, Стәрлетамаҡ балалар йортона китергә тура килә. Сәйетбабаны, бергә уйнап үҫкән дуҫтарын сикһеҙ һағыныу тойғоһон тырышып уҡыуы, әҙәбиәткә булған һөйөүе менән баҫырға тырыша ҡыҙыҡай. Университетта уҡыған осорҙа ике йыл үҙенән олораҡ Заһира Ғәзизова менән бер бүлмәлә йәшәү уның артабанғы тормошона ыңғай йоғонто яһай. Ғөмүмән, бөгөн яҙыусы үҙенең тормош юлында осраған һәм артабан йәшәүгә аҙ ғына булһа ла йүнәлеш биргән һәр кемгә рәхмәтле. Игелек һәм яуызлыҡ, намыҫ һәм хаяһыҙлыҡ, эскерһеҙлек һәм көнсөллөк араһындағы мәңгелек көрәш уның “Инә бөркөт”, “Аҡтырнаҡ”, “Ҡатындар”, “Туҙбаш йылан” һәм башҡа хикәйәләрендә, “Бөтәбеҙгә бер Ер шары”, “Вәрәҙекүл аҡсарлағы”, “Һылыубикә” һәм башҡа повестарында төп урынды тиккә генә биләмәйҙер. Уҡыусылар Л. Яҡшыбаеваның “Аҡ күгәрсен булып осоп килдең”, “Ырыҫлы тау ыласыны”, “Фиҙаҡәрлек хаҡы”, “Аҡһаҡалдар аҡылы”, “Сливалар бешкәс ҡайтырмын”, шулай уҡ мистик темаларға яҙылған “Ҡайтарыу”, “Бер төндә ике йән” хикәйәләрен, тормошобоҙҙағы һәр төрлө кире күренештәрҙән әсе көлгән “Орден”, “Этле ҡунаҡ”, “Һемәйтеү”, “Төрлөһөнән ашатты”, “Йәғикә” сатирик әҫәрҙәрен яратып ҡабул итте. Балалар өсөн ижад ителгән хикәйәләрен “Исеме Салауат булһын” исемле йыйынтыҡҡа тупланы әҙибә. Үҙенең тәүге “Һылыу ҡарағас” исемле китабы менән уҡыусының иғтибарын яулап өлгөргән автор артабан ижад дилбегәһен көтөлмәгән яҡҡа тартты: әүлиәләр, изгеләр хаҡында документаль әҫәрҙәр яҙа башланы. Был, минеңсә, башҡорт әҙәбиәтендә сиҙәм аҡтарыу менән бер ине. Бығаса берәү ҙә күтәрергә баҙнат итмәгән темаға тотоноу — үҙе бер ҡаһарманлыҡ, сөнки был эш совет заманында атеизм тәрбиәһе алған кеше тарафынан башҡарылды.
Үҙең аңламаған күренеште инҡар итеүе һәр саҡ еңелерәк. Һис юғы аңларға тырышыу өсөн дә бит билдәле дәрәжәлә аҡыл көсө, рухи көсөргәнешлелек талап ителә. Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла яҡтары өсөн генә түгел, бөтә Советтар Союзында билдәле бер шәхес ине, тиһәк тә хата булмаҫ. Уны атеистар, милиция, дингә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәт ҡайһылай ғына кире ҡағырға тырышмаһын, хәҙрәт хаҡындағы яҡты хәтирәләр һаман да халыҡ күңелендә йәшәй. Заманында әүлиә тураһында билдәле әҙиптәребеҙ Рамазан Өмөтбаев, Аҫылғужа Баһуманов, Гәрәй Исхаҡов та яҙырға ниәт ҡылған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрмәгәндәрме, башҡа сәбәптәнме, яҙыу насип булмаған. Ниһайәт, беҙ Лира Яҡшыбаеваның бер нисә китаптан торған “Мөжәүир хәҙрәт” исемле әҫәрҙәр йыйынтығын ҡулға алдыҡ. Тәүге китап 2006 йылда донъя күреп, унда халыҡ табибы Мөжәүир Сиражетдинов хаҡында хәтирәләр тупланғайны. 2011 — 2012 йылдарҙа әҙибә үҙнәшер менән хәтирәләрҙең тулыландырылған баҫмаһын, шулай уҡ хәҙрәттең тормош юлын тасуирлаусы әҫәрен, кәрәмәттәр тупланмаһын баҫтырып сығарҙы. Әйтергә кәрәк, китап сыҡты. Һәр төрлө конференцияларҙа, Мөжәүир хәҙрәт иҫтәлегенә бағышланған сараларҙа авторға йәки ул сығарған йыйынтыҡтарға ла һылтанып тормай, Лира Әхмәт ҡыҙының уй-фекерен үҙ итеп ҡабатлайҙар икән, тимәк, әле аталған китаптар ысын-ысынында халыҡтыҡы булып китте, тиергә лә мөмкин. Бөтәһенең дә күңеленә ятҡан йырҙар менән дә шулай була бит.
Лира Яҡшыбаева хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ихласлап ижадҡа тотона алды. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡытта байтаҡ хикәйә-повесть (бәйән) яҙып өлгөрҙө, бер-бер артлы үҙнәшер менән китаптар сығарҙы. Утыҙ биш йыл уҡытыу дәүерендә балалар психологияһын ныҡлап өйрәнгән Лира Әхмәт ҡыҙы киләсәктә башлыса балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыу хаҡында хыяллана ине, әммә яҙмышы уны көтөлмәгән тарафҡа әйҙәне.
– Темалар, тупланған материал шул хәтлем күп, хатта нимәгә тотонорға белмәй аптыранып китәм, — ти әҙибә. — Шундай ҡәнәғәтлек кисерәм яҙғанда. Ун ике әүлиә хаҡында яҙырға тигән идея ла тынғылыҡ бирмәй. Шөкөр, әле бөтәһе лә тормошҡа ашып килә, әүлиәләр хаҡында мәҡәләләрем матбуғатта баҫылып сыҡты. Сабир хәҙрәт тураһында әҙәби-документаль повесть яҙылған, әле китап булып сыҡмаған. “Табын иле изгеләре” китабын баҫыуға әҙерләйем. Ғөмүмән, дин темаһы ҡыҙыҡһындыра. Ул турала күп уҡыйым, хәҙистәрҙе өйрәнәм. Алланың барлығына, берлегенә ныҡ инанғанмын...
Быйыл Л. Яҡшыбаеваның “Ғабдулла Сәйфи” исемле китабы баҫылып сығыу ҙа күренекле шәхестәр тормошон яҡтыртыуҙа оло бер ваҡиға булды. “2009 йылдың 15 авгусында Муллаҡай ауылында үткән йыйын был әҫәрҙе яҙыуға этәргес ваҡиға булды”, — ти автор. Башҡортобоҙҙоң бөйөк шәхесе, күренекле дин әһеле хажи хәҙрәт шәйех Ғабдулла Сәйфиҙең ғәжәйеп яҙмышына бер күркәм байҡау булды Лира Әхмәт ҡыҙының китабы. Улай ғына ла түгел, беҙ әҫәрҙә заманында “алтын королдәре” тигән дан күтәреп, Мәскәү, Ҡазан, Петербург, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Ырымбур кеүек ҙур ҡалаларҙа билдәле сауҙагәрҙәр булып танылған миллионерҙар Закир менән Шакир Рәмиевтәр тормошонан бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә алабыҙ. Белеүебеҙсә, Закир Рәмиев халыҡта Дәрдмәнд атлы шағир булараҡ тағы ла киңерәк танылыу алған. Рәмиевтәр хаҡында Л. Яҡшыбаеваның бик бай мәғлүмәт туплауын беләм, әлеге китапта ул мәғлүмәттең билдәле бер өлөшө генә файҙаланылған. Киләсәктә беҙ, уҡыусылар, унан Рәмиевтәр тураһында ҙур әҫәр өмөт итәбеҙ һәм әҙибә, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, алтын королдәре хаҡындағы романын сығара һалһын ине.
Л. Яҡшыбаева, кем хаҡында ғына яҙмаһын, архивтарҙа ултыра, халыҡ араһына сығып, хәтирәләр туплай, ижад темаһын ныҡлы өйрәнә — быны әле юғарыла һанап кителгән йыйынтыҡтарҙан да, уҙған йыл донъя күргән, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” китабынан да яҡшы күрәбеҙ. “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” атаҡлы төркиәтсе-ғалим, Башҡортостандың беренсе филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
Ҡәләмдәшемдең уңыштары мине һоҡландыра, ҡыуандыра. Уның һәр әҫәре хаҡында тәфсирләп, оҙон-оҙаҡ итеп бәйән итергә ине, тик гәзит бите сикһеҙ түгел шул. Минеңсә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Яҡшыбаеваның әҫәрҙәре айырым өйрәнеүгә лайыҡ. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: әҙибәнең ижады күңелгә бер яҡтылыҡ өҫтәй, йәшәүгә өмөт уята. Һайланған юлың хаҡ, һиңә артабан да тик уңыштар юлдаш булһын, Лира!
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574