Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткән юлдар ҡабат саҡырғанда…
1954 йылда Өфөләге педагогия институтын тамамлағандан һуң үҙ теләгем менән ситтә йәшәгән милләттәштәремде күреү һәм уларҙың балаларын уҡытыу өсөн Силәбе өлкәһенә юл алдым. Унда Ҡоншаҡ районының Яңы Бүре ете йыллыҡ башҡорт-урыҫ мәктәбенә эшкә тәғәйенләндем. Күп тә үтмәй, 1957 йылда, Ҡыштым атом шартлауы булып, ул төбәктә йәшәгән башҡорт ауылдары халҡын Ҡоншаҡ районы биләмәһенә күсереп килтерҙеләр. Яңы ауылдар төҙөлә башланы: алты ай эсендә һалдаттар таҡта йорттар ултыртып, әсе афәт күргән ғаиләләр күсерелде. Уларҙың балалары өсөн мәктәп, балалар баҡсалары ла төҙөлдө. Хәлит ауылында ла тиҙ арала 10 йыллыҡ мәғариф учреждениеһы һалынып, юғары белемле уҡытыусыларҙы тупланылар. Мин дә ошо исемлеккә инеп, атом шартлауының ғазаптарын күргән балаларҙы уҡытырға тотондом. Хәлит мәктәбендә тирә-яҡ башҡорт ауылдарынан да уҡыусылар белем ала башланы.
Хәлиткә Ғәлекәй ауылы халҡы күсерелгәйне. Миңә 12 йыл буйы фажиғәгә тарыған милләттәштәремдең ҡанлы күҙ йәштәрен күрергә, ғүмер буйы йәшәгән иленән сығып китергә мәжбүр ителгән халҡыбыҙҙың башына төшкән ауыр ҡайғыһын уртаҡлашырға, улар менән бергә хәсрәтләнергә тура килде.

Ул шартлауға инде 60 йыл булып китте, ә ҡалдырған эҙҙәре һаман кешеләр күңелендә һаҡлана. Әле ошо Хәлит ауылына барып, ярты быуаттан ашыу элек булған фажиғәнән халҡымдың интегеүен тотошлай күҙ алдымдан үткәреп, йөрәгем тертләп китте. Атом ғазабын күргәндәрҙең әҙ-мәҙ генә ҡалған балалары ла инде байтаҡ йәштә. 1957 йылдағы радиация Чернобылдекенән күпкә көслө булыуы сәбәпле балаларҙың, ололарҙың бер-бер артлы үлеүен үҙ күҙем менән күргәндәрем хәтеремдә ҡабат яңырҙы. Ә инде һалдаттар төҙөгән таҡта йорттар ул замандағы фажиғәне һөйләп торған кеүек ине. Күңелем ауыр кисерештәр менән тулды. Бөтәһе лә бөгөн генә булған һымаҡ.
Үткән юлдар ҡабат саҡырғанда…Күптән түгел Өфөләге Ҡоншаҡ яҡташтар ойошмаһы етәкселәре Фидалиә Сәғиҙуллина һәм Эльвира Ишмөхәмәтова райондың Түләк ауылында үтәсәк Оло йыйынға саҡырыу килеүе тураһында хәбәр итте. Хәлит мәктәбендәге уҡыусым Рәшит Зыяевтың күп йылдар ауылында мулла булып тороуы билдәле ине. Бөгөнгө буталсыҡ заманда ул урында мәсет төҙөүе һәм милләттәштәре өсөн йыш ҡына йыйын уҙғарыуы тураһында Өфөлә күптәргә билдәле, башҡорт йәмәғәтселеге әүҙемлеген һәйбәт белә. Шул булмышын һаман дауам итә Рәшит. Йәштәр менән тәрбиәүи эш алып бара, мәсеткә халҡын йыш ҡына йыйып, аяттар уҡый, вәғәздәр һөйләп тора.
Үткән юлдар ҡабат саҡырғанда…

Был юлы ла милләттәштәребеҙҙең именлегенә ҡорбан салып, аят уҡыу ҡорона саҡырыуы тураһында хәбәр алғас, ҙур ғорурлыҡ, ҡыуаныс менән мотлаҡ барырға хәл иттем. Йыйынға ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан вәкилдәр, Силәбенән, Арғаяштан да ҡунаҡтар саҡырған.
Ҡоншаҡ районына юлға сыҡтыҡ. Рулдә Эльвира Ишмөхәмәтова – Түләк ауылы ҡыҙы, әле Өфөлә йәшәй, юрист; Фидалиә Сәғиҙуллина – баш ҡаланың Турбаҫлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы; “Юлдаш” телевидениеһынан журналист, яҙыусы Сәрүәр Сурина һәм мин. Юл оҙон, әммә үҙебеҙҙең хозур тәбиғәтле тарихи еребеҙҙе яңынан күреп, күңел бер шатлана, бер тәрән уйҙарға төшөрә. Ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы йәнен-тәнен аямай һаҡлаған, ҡурсалаған төйәгебеҙҙең сит-яттар ҡулында ҡалыуы үтә лә аяныслы. Шулай ҙа үҙ ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең бөгөн дә аяуһыҙ көрәшеп, йолаларыбыҙҙы, булмышыбыҙҙы, милли аңын юғалтмай донъя көтөүенә, быуынды быуынға бәйләп йәшәүҙәренә шатланаһың. Уларҙағы көслө рухҡа, халҡының тоғро улдары һәм ҡыҙҙары булыуҙарына ғорурланаһың. Йәш быуынға ла ошондай тәрбиә бирергә тырышыуҙары һөйөндөрә. Рухлы урта быуын кешеләренең, бигерәк тә уҡытыусыларҙың тырышлығы менән милли бейеүҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ өйрәнелә, йәшәүен дауам итә.
Үткән юлдар ҡабат саҡырғанда…

Туғыҙ сәғәтлек оҙон юл үтеп, төнләтеп кенә Түләк ауылына килеп еттек. Сәй эстек тә йоҡларға яттыҡ. Иртә менән аҙан тауышына уянып, ишек алдына сыҡтым. Иң тәүҙә алдымда мәсет пәйҙә булды, уны уратып бер нисә өй һалынған. Ҡайын урманы уртаһындағы ҙур аҡланда Рәшит мулла Зыяев, үҙенең дүрт балаһын да эргәһенә йыйып, утар төҙөгән булып сыҡты. Оло ҡыҙы Гөлфиә – Түләк мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, кесеһе Гөлзифа күрше Дружный ауылында педагог, йырға, бейеүгә бик маһир, уҡыусыларына ла ошондай тәрбиә бирә. Уландары Мораҙым, Данил, инде өсәр балалы ғаилә башлыҡтары, ата-әсәһе эргәһендә. Уларҙың дөйөм хужалығында алты баш һыйыр, ваҡ малдары, йылҡылары, ҡош-ҡорттары ла етерлек. Әсәләре Нажиә, ошо утарҙың хужабикәһе, мөләйем йөҙлө, тыныс холоҡло ҡатын. Башҡорт ҡатындарына хас сабырлығы, эшһөйәрлеге, аҡыллылығы күҙ ҡарашында сағылып тора. Килендәрен яҡшы һүҙе, йылы мөғәмәлә менән үҙенә йәлеп иткән ысын ҡәйнә, ә ейән-ейәнсәрҙәренә – һөйөклө өләсәй. Бөтәһе лә әсәләренең күҙ ҡарашынан ни әйтерен аңлап тора кеүек тойолдо миңә. Нажиә абыстай булып ҡына ултырмай, ҙур хужалыҡта етештерелгән һөт-ҡатыҡ, эремсек, ҡаймаҡ, һөт, май, күкәй һәм башҡа ҡала халҡы өсөн танһыҡ ауыл аҙыҡтарын көн дә Силәбегә алып барып һатып, аҡса эшләй икән. “Баҙарҙа үҙемде көтөп кенә торалар. Килеп етеүем була, уратып алалар, ярты сәғәт тә үтмәй, алып бөтәләр”, – тип ҙур ҡәнәғәтлек менән һөйләне ул.
Рәшит Зыяев – балалары өсөн ошо донъяны булдырған төп хужа. Ул ғына түгел, мулла – тирә-яҡ ауылдар халҡын берләштереүсе, милләтенең тарихын еткереүсе, башҡорттоң асылын аңлатыусы, йәштәрҙе дин аша тәрбиәләргә тырышыусы, киләсәк өсөн яныусы халҡыбыҙҙың тоғро улы.
Сәғәт иртәнге 8-ҙә инде ишек алдында ҡорбан ашы өсөн ҡаҙан аҫылғайны. Килендәр туҡмас йәйә, Мораҙым менән Данил мәсет алдындағы сәхнәне рәтләй, өҫтәл, ширлек һ.б. әҙерләй.
Сәғәт 11-гә тирә-яҡ ауылдарҙан күпләп килә башланылар. Ир-егеттәр майҙанды рәтләргә ярҙам итә, ә ҡатын-ҡыҙ килтергән һыйҙарын өҫтәлгә теҙә, ҡул эштәрен күргәҙмәгә элә. Ошо ерлектең үҙенсәлеген сағылдырған эштәр улар.
Оло йыйынға, милләтебеҙ именлеге хаҡына салынған ҡорбан ашына, аят уҡыу сараһына олоһо ла, йәше лә килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Алһыу Сирғәлинаны, Силәбе ҡалаһы ҡоролтайы рәйесе Сәхрәгөл Ғатауллинаны башҡорт батыры булып кейенгән егет һыбай ҡаршы алды.
Йыйын Рәшит мулланың аяты менән башланып китте. Оло ялан уны тын ҡалып тыңланы. Артабан килгән ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. Уларҙың һәр береһе халыҡтарҙың берҙәмлеген теләне, йолаларыбыҙҙы онотмаҫҡа, телде, ерҙе һаҡларға саҡырҙы. Бүләктәр таратылды. Һуғыш ветераны, 92 йәшлек Сибәғәт ағай Яҡуповтың йәштәргә: “Илебеҙҙе, еребеҙҙе хәстәрләү – һеҙҙең бурыс, беҙ инде үҙебеҙгә тейешлеһен үтәнек”, – тип өндәшеүе үҫеп килгән быуынға аманат булып яңғыраны. Төрлө ауылдарҙан килгән үҙешмәкәр бейеүсе-йырсыларҙың сығышы ла халыҡ күңеленә хуш килде. Мәҫәлән, Дружный мәктәбенән Әлфиә Хәйретдинова немец теле уҡытыусыһы, өҫтәүенә хореограф та булараҡ, уҡыусылары менән башҡорт бейеүҙәрен килтергәйне, ә Арғаяш халыҡ театрынан Илдар Хәйретдинов үҙенең йырҙары менән ҡыуандырҙы.
Ҡаҙаҡбайҙан – башҡорт халҡының күренекле шағиры М. Хәйҙең ауылынан – оло йәштәге уҡытыусы Ғәйниямал Күлбаева етәкселегендә Жәнфиҙә Юнысова, Миңһылыу Хәсәнова, Рәмзиә Әхмәтова һәм Шәғәнә Мөхәмәтйәновалар мөнәжәт алып килгән. Улар үҙҙәрендә “Тамсылар” ансамбле төҙөп, ауыл халҡы алдында йыш ҡына сығыш яһай, башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын уҡый, сығыштарында күберәк йәш быуынды тәрбиәләү темаһына өҫтөнлөк бирә, улар менән төрлө юҫыҡта эш алып бара икән. Был – халҡыбыҙҙың әүҙемлеге, киләсәк тураһында ҡайғыртыуы өлгөһө.
Өҫтәлдәрҙә милли аш төрҙәренә өҫтөнлөк бирелгән: буҙа, айран, ит, һалма, бәлеш… Башҡа бер төбәктә лә әҙерләнмәгән, тик Силәбе башҡорттарына ғына хас әүмәлә лә урын алғайны (яңы ҡаймаҡта он менән болғатып бешерелгән аҙыҡ).
Өҫтә һаналған бөтә эштәр ҙә бар ерҙәге кеүек бер төрлө күренһә лә, маҡсат юғары – онотолоп барған йолаларҙы, йыр- бейеүҙәрҙе күрһәтеү, йәш быуынды милли юҫыҡта тәрбиәләү, халыҡты берләштереү, танышыу, аралашыу. Бындай оло йыйындар булмышыбыҙҙы, милли аңыбыҙҙы юғалтмаҫҡа, боронғо кәсеп-һөнәрҙәребеҙҙе, холоҡ-фиғелебеҙҙе дауам итергә өндәй, халҡыңдың ысын вәкиле булып ҡалырға саҡыра. Рәшит мулла Зыяевтың башҡорт ауылдарында, етмәһә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында алып барған эше баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.
Түләктәге йыйындан һуң кисләтеп кенә Хәлит ауылына киттек. Алтмыш йыл элек аяҡ баҫҡан фажиғәле ерҙе күрмәй ҡайтыу яҙыҡ булыр төҫлө тойолдо. Һалдаттар төҙөгән урам иҫкергән, инде күл яғында яңы ауыл барлыҡҡа килгән, ул ваҡытта ашығып ҡына төҙөлгән мәктәп тә юҡ хәҙер… Шулай ҙа ауылға барып ингәс тә ул осорҙағы ауыр кисерештәр күңелдә яңынан ҡалҡып сыҡты, кешеләрҙең ҡайғылы йөҙө күҙ алдыма килеп баҫты, әйтерһең дә, улар миңә сәләм бирә ине. Бындай афәттәрҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабат күрһәтмәһен.

Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780