Үҙен талантлы кинорежиссер итеп танытҡан Айнур Асҡаровтың бөгөн халыҡ теленән төшмәгән “Из Уфы с любовью” киноһын барып ҡараным әле. Интернетта төрлө фекерҙәр, бәхәстәр тыуҙырған был киноны, етмәһә, башҡорт киноһын барып күрмәү хилаф булыр ине. Шунан башлайым: кино оҡшаны! Был, моғайын, әлеге мәлдәге иң сифатлы һәм иң яҡшы башҡорт киноһылыр. Нимә генә тиһәләр ҙә, әлегәсә бындай кимәлдәгеһе булманы. Һүҙ юҡ, афарин был ижади процеста ҡатнашыусыларға, афарин ойоштороусыларға!
Фильм, әлбиттә, беҙҙең милли интеллигенция аңына һалынған принциптарҙан ситләшә. Һәм тап ошо хәл уларҙа кире реакция тыуҙырғандыр ҙа. Тик был – ысынбарлыҡ. Беҙ һаман туҡһанынсы йылдарҙа үҙебеҙ яһап алған милли ҡалып формаларында ултырабыҙ. Ысынында, ултырмайбыҙ инде күптән, бары беҙҙең “ултырғыбыҙ” килә, шулай икән, тип уйлайбыҙ һәм башҡаларҙан да шуны талап итеп аптыратабыҙ. Ә бөгөнгө быуын ул күптән үҙ тормошо менән йәшәй, улар заманға яраҡлашҡан йә яраҡлашып маташа.
Киноның төп геройы Урал да — ана шундай быуын вәкиле. Башта ул ауылда өләсәй тәрбиәһендә үҫеп, шул мөхит, барыбыҙға ла билдәле һәм яҡын булған шул тәбиғилек, ябайлыҡ, әҙәп принциптарына таянып үҫә һәм хәл-ваҡиғалар ағышында тормоштоң төрлө боролоштарында ошо төшөнсәләрҙе үҙендә һынай ҙа инде. Мин фильмдың төп идея-тематикаһында ошо менталитет һыҙаты булған үҙенсәлекте күрәм. Егет күңеле теләгәнсә эшләй. Артыҡ ҡаты ла, маҡсатлы ла, хатта аҡыллы ла уҡ түгел ул. Тик нисек булғанда ла, кемдәрҙең һәм ниндәй хәлдәрҙең генә ҡаршылығы булмаһын, үҙенә күпме зыян һәм юғалтыу янамаһын, ул күңеле ятҡан юлды, күңеле ятҡан ҡыҙҙы һайланы. Байлыҡты ла, данды ла, уңайлы һәм мәшәҡәтһеҙерәк тормошто ла түгел. Был башҡорттоң үҙен яһалма тәртипкә һәм ҡанундарға буйһондора алмаған тәбиғи фиғеле инде.
Бында мәңгелек конфликт – йәш быуын менән оло быуын көрәше. Егеттең бөтөн ҡыланыштары — бөгөнгө урбанизация, глобализация күренеше. Өләсәйҙең ҡыланыштары һәм хәбәрҙәре – боронғолоҡто һаҡлап ҡалыу, йолаларҙы тотоу. Был бәрелеш ике быуын өсөн дә юғалтыулы, ауыр, әммә заман уларҙан нисек тә алтын урталыҡҡа килеүҙе талап итә. Күреүебеҙсә, өләсәй дөйөм глобализацияға яраҡлашыуҙы, урбанизацияла перспективаларға ынтылыуҙы милли үҙаңдың үлеүе итеп ҡабул итһә, Урал һәм уның янындағы йәш пар, киреһенсә, артабан үҫешеп йәшәүгә, тереклек итеүгә юл булыуын күрһәтә.
Нисек кенә булғанда ла, тормош урынында тормай, заман үҙгәрештәре беҙ теләһәк тә, теләмәһәк тә, үҙенең тулҡындарында сайҡалта, һәм беҙҙең кеүек бәләкәй милләттәргә ошо оло һыуҙа балыҡ еме булып ҡалыуҙан ҡотолоу өсөн елкәндәрҙе күтәрергә генә ҡала.
Бында тағы ла бер ҡыҙыҡ фекер бар. Беҙ башҡортлоҡ ауылда ғына йәшәй һәм шунда ғына һаҡлана ала тип фекерләйбеҙ бит инде. Һәм фильм ана шул беҙҙең ҡалыптарҙы емереп һалды. Ул ҡалала ла башҡортлоҡ бар һәм йәшәй икәнен асты. Әйтеп ҡуялар бит хатта: “Бында ярты Өфө — ауылдыҡылар”, — тип. Үҙенә күрә бик заманса, артыҡ бәйләнмәй, ҡыҫтамай ғына ҡулланылған матур алым булды был. Режиссер менән сценаристың ҡыйыулығы, тип уйлайым.
Иң оҡшағаны артистарҙың уйнауы булды. Һөйләшеүҙәре һәйбәт. Нисек һәйбәт? Яһалма түгел, пафослы ҡысҡырыу юҡ, интонациялар дөрөҫ ҡулланыла. Урыҫса ла, башҡортса ла акцентһыҙ таҙа аралашалар. Тап ана шул, тамашасының беренсе ҡабул иткән йәки итмәгән тел мәсьәләһе ыңғай хәл ителгәс, артабанғы күренештәрҙе лә анализлай алаһың бит. Ә тел ҡытыршы һәм һөйләш яһалма булғанда, һин инде сюжетҡа яғылмайһың, ишеткәндәреңә көйөнөп тик ултыраһың. Бында ул бәлә булманы, шөкөр.
Интернеттағы фекер алышыуҙарға ҡарағанда, ҡайһы бер гүзәл заттың зитына тейгәне кинолағы ауыл ҡыҙының тышҡы ҡиәфәте, холҡо, намыҫһыҙ ҡыланыуы булған икән. Был осраҡта, иң беренсе, фильмдың комедия жанрына ҡарауын да иҫтә тоторға кәрәк. Икенсе яҡтан, ә нимәһе дөрөҫ түгел? Тышҡы ҡиәфәте башҡорт ҡатын-ҡыҙының төп типтарының береһе. Ә ҡыҙҙың ҡылығы ул милли һыҙатты белдереүсе үҙенсәлек түгел.
Тағы ла киң публикала ҡулланыу тыйылған, әҙәпһеҙ һүҙ ҙә булды, тинеләр.
Киноны ҡарағас, мин ни хаҡында һүҙ барғанлығын аңланым. Тик бында ла артыҡ ҡурҡынысын күрмәнем. Был беҙҙең оло быуын телендә ҡулланылып, хәҙерге заманда фәндә агрессив фразеологизм атамаһы аҫтында ғына ҡалған һөйләү телмәре ул. Уйлап ҡараһаң, ниндәй тос һәм мәргән әйтелгән һүҙ. Күп һөйләп, әрләп, аңлатып тороу урынына бер ауыҙ һүҙ менән һеңдерҙе лә ҡуйҙы өләсәй үҙенең асыуын. Тик... бер “тиге” булды, ғәҙәттә, “ауыҙыңа төкөрәйем”, тиҙәр. Ә кинола әйтелгәнендә “күҙеңә шулайтайым” булырға тейеш ине. Был бәлә түгел, әммә туған телебеҙҙәге насар һүҙҙе дөрөҫ ҡуллана белеү ҙә ҡамасауламай.
Тағы ла бер-ике урында бер аҙ шелтә бар. Мәҫәлән, эскелектең йыш булыуы. Бәлки, был ысынбарлыҡтыр, әммә теләһә ниндәй ижади эштең дә иң беренсе сиратта тәрбиәүи роль уйнарға тейешлеген онотмайыҡ әле. Йәштәрҙең саҡ ҡына ауырлыҡ килеп тыуғанда ла рюмкаға ҡул һуҙырға тороуынан тыш, ахырҙа, өләсәй менән уның мөхәббәте булған бабай ҙа шешәле өҫтәл артына ултырып ҡуйҙы. Мине ошо күренеш кенә борсоно. Кино төшөрөүселәр был хәлде норма тип ҡараймы икән, тигән һорау тыуҙы.
Унан һуң, тағы бер шелтә: йырҙар урыҫса булды. Төрлө романтик, хисле, тантаналы күренештәр мәлендә тоттолар ҙа урыҫса йыр ҡуйҙылар. Ҡайҙа үҙебеҙҙең эстрада йырҙары, мөхәббәт дуэттары һәм башҡалар. Күҙ алдында башҡорт йөҙҙәре, ә йырҙары сит моңда, сит телдә. Аңда контраст тыуҙыра.
Салауат Юлаев һәйкәленең ҡуҙғалып китеүендә (егеттең төшөндә) әллә ниндәй мәғәнә күреүселәр ҙә булды. Мин иһә бында бәйләнер урын тапмайым. Был бит төш кенә, һәм ул төшкә ниндәй ваҡиғалар, йоҡларға ятыр алдынан булған һөйләшеүҙәр сәбәпсе булыуын киноны ҡараған кеше үҙе лә аңлай.
Беҙҙә ҡатмарлы булмағанды ҡатмарлаштырып, унан үҙебеҙ шуға яуап таба алмай ултыра торған ғәҙәт бар. Әлеге фильмдан кришнаидлыҡ, мәжүсилек, милләткә ҡаршы пропаганда, маңҡортлоҡ, динһеҙлек, әҙәпһеҙлек һ.б. күргән һәм шуларҙы тамашасыға ла еткерергә тырышҡандарға йылмайып ҡына ҡарарға кәрәктер. Бында бәхәскә инеү урынһыҙ. Һәр картинала, әҫәрҙә йәки хатта ябай ғына тормош күренешендә лә һәр кем үҙ ҡарашына күренгәнде аңғара. Негатив күрергә теләй икән, ул уны таба. Позитив тулҡындағылар ыңғай яҡтарын күберәк тотоп ала. Ҡыҫҡаһы, кем нимә теләй, шуны күрә. Тап ошо хәл бында ла.
Фильмда тартыныу, сикләү, ҡурҡыу тойолмай. Милләткә хас комплекстар алып ташланған. Дөрөҫөрәге, улар был быуында юҡ та. Шуға ла улар үҙҙәре теләгәнсә йәшәй ҙә, эшләй ҙә ала. Ошоно күрһәтергә теләй әлеге фильм да. Ғәҙәттә, әҙәби әҫәр авторы ла әҫәрендә һүрәтләнгәндәрҙе үҙ эмоцияларын сикләп, һаҡланып ҡына тәҡрирләй икән, уҡыусы уны тоя һәм ҡыҙыҡһыныуы ла кәмей. Яҙылғандар йәки тамаша ҡылынғандар көслө тулҡын кеүек булып килеп япһын, тотошлайы менән баҫып китһен ул уҡыусыны. Ул шунда ғына сифатлы ижад була.
Ә кинолағы Өфөнө күрҙегеҙме! Иҫ киткес матурлыҡ, илаһилыҡ, мөһабәтлек бит. Шул фильм аша ғына ла был ҡалаға ғашиҡ булырға була. Бик отошло тотоп алынған, уңышлы файҙаланылған.
Яңы фильм — беҙҙәге тәүге тулы метражлы һәм киң публикаға сығара алырҙай кино, тип иҫәпләйем. Бит, киноларҙы сығарып та, улар һеҙҙең фекерҙәштәрегеҙгә һәм милләттәштәрегеҙгә генә ҡарарлыҡ һәм бары бер төркөм кешеләргә генә аңлашырлыҡ була икән, уның ғүмере лә шул сама ғына. Ундай фильмдарыбыҙ аҙмы ни? Ҡайһыһын ил, донъя кимәленә сығарып була? Уларға ниндәй тамашасыны арбайһың? Ә был ниндәйҙер уңыш, табыш, беренсе сифатлы эш милли кинематография өсөн.
Шунлыҡтан, хөрмәтле дуҫтар, уңышыбыҙҙы, дөрөҫөрәге, йәш быуындың уңышын күрә һәм күтәрә лә беләйек. Беҙгә туғандаш башҡа халыҡтар бындай киноны күптән күтәреп алып китер ине. Ә беҙ тапап маташабыҙ. Улай булмайыҡ. Күрһәткестәрҙең сифаты өсөн көрәшәйек. Сөнки донъя баҙары өсөн һинең тауарыңды кем етештергәне мөһим түгел, уға үтемле һәм сифатлыһы ғына кәрәк. Ә был фильм – тап шундай тауар.
Әлбиттә, төпкә төшөп китһәң, киноның етдиерәк, милли ҡиммәттәргә бәйлерәк булғанын теләге лә килә, әммә был әлегә башы ғына, бына ошолай, ниһайәт, дөрөҫ юҫыҡтағы башылыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.