Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салауат Юлаев” фильмы нисек тыуҙырылды
(“Салауат Юлаев” фильмының режиссеры искусстволарҙың атҡаҙанған деятеле
Я. А. Протазанов менән беседа)

Ошо көндәрҙә Өфөләге “Октябрь” кинотеатрында башҡорт халҡының героик улы Салауат батыр тураһындағы фильмға просмотр булып үтте. Просмотрҙа булыусылар, барыһы ла, башҡорт тормошонан булған был беренсе фильмды ҙур ҡәнәғәтләнеү менән ҡаранылар.
“Салауат Юлаев” фильмының режиссеры искусстволарҙың атҡаҙанған деятеле иптәш Я. А. Протазанов редакциябыҙҙың сотруднигы менән булған беседаһында түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
— “Салауат Юлаев” картинаһын тыуҙырыу өсөн булған бик күп материалдар менән танышҡандан һуң, — тине искусстволарҙың атҡаҙанған деятеле иптәш Я. А. Протазанов, — беҙ башҡорт иптәштәр менән бәйләнеш тоторға, был фильмда башҡорт артистарын файҙаланырға ҡарар иттек. Беҙҙең был фекергә килеүебеҙ бик файҙалы булды һәм тормошто дөрөҫ итеп күрһәтеү, материалдарҙы дөрөҫ файҙалана белеү өсөн ғәйәт ҙур ярҙам итте.
Тарихи фильм “Салауат Юлаев”ты беҙ документаль-тарихи фильм итеп түгел, ә беренсе нәүбәттә художестволы фильм итеп эшләнек. Сөнки царизмдың политик иҙеүенә һәм рус промышленниктарының халыҡты эксплуатациялауына ҡаршы башҡорт халҡының героик көрәш тарихы тураһындағы бик ҙур фактик материалды һәм был көрәштең юлбашсыһының тәржемәи хәлен бер картинала ғына тулыһынса күрһәтеп биреүе мөмкин түгел.
— Был бик ҡатмарлы мәсьәләне башҡорт артистары менән берлектә ентекләп тикшергәндән һуң, – тип дауам итте иптәш Я. А. Протазанов, — беҙ, үҙебеҙсә, кәрәк булған һәм дөрөҫ булған ҡарарға килдек.
Һәм бына шулай итеп, башҡорт халҡының милли һәм халыҡ геройы Салауат Юлаев тураһындағы тарихи фильмда башҡа “интернациональ” герой – халыҡтарҙың дуҫлығы килеп тыуҙы.
Беҙгә “Салауат Юлаев” картинаһын тыуҙырыуҙа бик ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, партия һәм общественный ойошмаларға, район ойошмалары работниктарына, колхозник иптәштәргә, Ҡыҙыл Армия часының боецтарына һәм командирҙарына, башҡорт халҡы тормошонан булған беренсе картинала ҡатнашыусы Мөбәрәков, Зөбәеров, Бухарский, Сыртланов иптәштәргә һәм картина өҫтөндә эшләүҙә туранан-тура ҡатнашыусы башҡа иптәштәргә матбуғат аша, тағы бер тапҡыр, рәхмәт белдерәбеҙ.
Беҙ, “Салауат Юлаев” картинаһының, унда булған ҡайһы бер етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, үҙенең данлыҡлы көрәш тарихында һәм хәҙерге ваҡыттағы сәскә атып үҫеүендә героик ваҡиғаларға бай булған орденлы Башҡортостан халыҡтары тормошонан буласаҡ башҡа бик күп картиналарҙың беренсе ҡарлуғасы буласағына ышанабыҙ.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1941 йыл, 8 февраль, № 32).


ҠИММӘТЛЕ ФИЛЬМ

Яҙыусы С. Злобин һәм Г. Спевак сценарийы буйынса искусстволарҙың атҡаҙанған деятеле режиссер Протазанов тарафынан ҡуйылған “Салауат Юлаев” картинаһы Башҡортостандың экрандарында күрһәтелә башланы. Фильмдың сценарис­тары һәм постановщигы башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевтың көрәшен, уның героизмын күрһәтә алғандар.
Фильмда байтаҡ көслө, хәтерҙә ҡала торған кадрҙар бар: Салауат рудникта, Салауат Пугачевҡа ғәскәр алып бара, Салауат Михельсонға ҡаршы һуғыша һ. б.
БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Арслан Мөбәрәковтың Салауат ролендә асыҡ һәм бик яҡшы уйнауы фильмда төп нәмә булып тора. Салауат образында героизм, ҡурҡыуҙы белмәй торған, ҡыйыулыҡ, дошмандарға килешмәүсәнлек тупланған.
Бына Салауат Богдановҡа килә. Уны – данлыҡлы бунтовщикты бәйләргә уйлайҙар. Ләкин батыр һалдаттарҙы уңға-һулға ырғыта. Салауат телмәр һөйләй. Мөбәрәков был телмәрҙә Салауат аңының үҫешен дөрөҫ күрһәтә. Ул хәҙер батша заводчиктарына, байҙарға һәм муллаларға ҡаршы көрәшергә кәрәк икәнлекте белә. Бында Салауат массаларҙы ойоштороусы булыуы яғынан күренә. Уға ышаналар, уны тыңлайҙар, восстаниела ҡатнашыусылар уның артынан баралар.
Михельсонға ҡаршы һуғышты билдәләп үтмәй ярамай. Салауат полктың алдында ҡулына ҡылысын тотҡан хәлдә дошманға ҡаршы саба.
Ғөмүмән фильм бик ҡиммәтле, унда Салауаттың көсө, батырлығы һәм героизмы күрһәтелгән. Ләкин шуны әйтергә кәрәк, фильмда Салауаттың хәрби таланты етерлек тиклем сағылдырылмаған. Ә быны күрһәтеү өсөн тарихта материалдар бик күп.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1941 йыл, 13 март, 60-сы һан).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
______________________

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.


Автор: В. АВЕРКИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779