Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ләйсән ямғыр” тәьҫире
“Ләйсән ямғыр” тәьҫире“Бәрәкәтле төбәк” тигән һүҙ бар халыҡта. Әллә “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек милләтебеҙҙең мәшһүр эпосы яҙылған ерҙең ҡото шулай һәр заманға күсә, әллә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың һуңғы йылдарында тап ошо яҡта йәшәп, ижад итеүе тәьҫире, әллә Дәүләкән районы Бөрйәндән төшкән килененән – йорт-музей директоры Гөлүзә Арыҫланованан уңды, әммә был яҡта ижадсыларҙың эшмәкәрлегенә, уларҙа һүҙ сәнғәте ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләләр. Яңыраҡ Дәүләкән районы мәҙәниәт йортонда үткән өс телдә нәшер ителгән “Ләйсән ямғыр” китабының исем туйында ошолар хаҡында һөйләнем.
Сараны асып, район хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов китаплы булғандарҙы яңы йыйынтыҡ менән тәбрикләне, киләсәктә лә ошондай рухтағы байрамдар булырына һис шикләнмәүен бел­дерҙе. “Дим” әҙәби берекмәһе – Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың башланғысы. Яҙыусы үҙе йәшәгән осорҙа һәр сара танылған ижадсылар, Әхиәр Хәкимовтың ҡәләмдәштәре ҡатнашлығында үтә ине. Быныһына ла Дәүләкән ере менән, Әхиәр ағайҙың тормошо, ижады менән таныш булған, әҙәбиәт өлкәһендә танылған шәхестәрҙе саҡырҙыҡ: шағирәләр Лариса Абдуллина, Тамара Юлдашева, шағир Хисмәт Юлдашев, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева, шағир, тәржемәсе Сергей Янаки байрамыбыҙҙы уртаҡлаша”, – тип яҙып сыҡты аҙаҡ “Бәйлә­нештә” социаль селтәрендә Гөлүзә Арыҫ­ланова.
Башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә ижад итеүселәр төркөм-төркөм булып сәхнәгә күтәрелде һәм тамашасыларға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Тәнзилә Юсеева, Гөлшат Саматова, Миң­зәлә Хәлилова, Фәнүр Низаметдинов, Зөләрәм Снегирева, Фәрбиҙә Муллабаева, Амур Юнысов, Гөлүзә Әхмәҙиева, Нәйлә Тәүлийәрова, Земфира Атанғолова башҡортса тыуған яҡ, ауыл, мөхәббәт тураһында шиғырҙар яҙа. Гөлшат Саматованың был китапҡа башлыса “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан хикәйәләре ингән.
Урыҫ төркөмөнән Александр Бондаренко, Вера Скрипникова, Владимир Родин, Тамара Скороткина, Ольга Шелест, Елена Мигунова, Зинаида Норкина, Анатолий Васютин, Семен Кошеленко исемдәре район халҡына яҡшы таныш. Мәскәүҙә үтәсәк әҙәби фестивалгә Александр Бондаренконың саҡырылыуы ла юҡҡа түгел. Уның тәрән тойғоло әҫәрҙәре республика һүҙ сәнғәтен баһалаусылар араһында ла танылыу тапты, урыҫ телле баҫмаларҙа донъя күрҙе. Әйткәндәй, халыҡ-ара әҙәби сараға был төбәктән шағирә Миңзәлә Хәлилова ла саҡырылғайны.
Татар телендә ижад иткән Клара Әғзәмова, Рәзилә Әсәҙуллина, Наил Хәмитов, Нажиә Мәғәсүмоваларҙың яҙмалары ла үҙ уҡыусыһын табыр, моғайын.
Шағирә Тамара Юлдашева үҙ сығышында ижади традицияларға тоғро ҡалыу дәүләкән­дәр өсөн хас һыҙат икәнлеген һәм яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың башланғысын дауам итеүҙе юғары баһаланы. Ул шулай уҡ яҙыусының музейына Хәкимовтарҙың ғаилә архивынан әҙиптең наградаларын, шәхси әйберҙәрен, портреттарын тапшырҙы.
Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлназ Ҡотоева:
– Бөгөн Дәүләкәндә ошо кисә булмаһа, ҡайһылай киң Йыһанда һыуыҡ булыр ине. Беҙ бер-беребеҙҙең ижади усағында йылынабыҙ. Ижади уңыштар һеҙгә, ҡәләм оҫталары, – тине һәм “Дим” берекмәһе етәксе Гөлүзә Арыҫлановаға “Башҡортостан ҡыҙы” журналының алъяпҡысын бәйләне.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева Әхиәр Хәкимов менән Мәскәүҙә булған осрашыуҙарын иҫкә алды, баҫмаға яҙылырға саҡырҙы һәм һуңғы һанда данлыҡлы Башкавдивизия эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың яугирҙәрҙең исемлеген тергеҙә башлауы, һәләк булғандар араһында Дәүләкән районының Мерәҫ ауылынан кесе лейтенант Иршат Сәғәҙи улы Вафин булыуын хәбәр итте.
Урыҫ шиғиры, тәржемәсе Сергей Янаки йыйынтыҡҡа шиғырҙары ингән авторҙарға: “Үҙ ҡаҙанығыҙҙа ғына ҡайнарға кәрәкмәй, киңерәк майҙандарға сығып, ижади лаборато­рияларҙа ҡайнашығыҙ”, – тигән теләк белдерҙе.
Кисәне Гөлүзә Әхмәҙиева, район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары Нина Греценгер, Илһөйәр Мусинаның йырҙары биҙәне.
Быға тиклем Дәүләкәндә “Поэзия Давлеканово”, “Дим тулҡындары”, “Йөрәктәр аһәңе” исемле альманахтар сыҡты. Сираттағы китап – “Ләйсән ямғыр” хаҡында Рәшиҙә Мәһәҙиева “Ватандаш” журналының “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһына яңы йыйынтыҡ хаҡында мәҡәлә көтөп ҡалыуын белдерҙе. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле ижади асмандарҙы барлаусылар, Дәүләкәндә донъя күргән китап үҙенә һөнәри баһа юллай!
Эйе, төбәктә ижад итеүселәр бик күп: Әҙә­биәт йылында ҡәләм тирбәтеүселәрҙең үҙҙәрен күреп быға инандыҡ. Быйыл Рәсәйҙә яҙыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы берләштергән яңы ижади ойошма асыласаҡ. Ул ҡәләм оҫтаһы менән китап һөйөүселәрҙе бер ҡорға туплаясаҡ. Тап ошо китап авторҙары үҙҙәренең ижады менән генә түгел, ә әҙәбиәткә тоғролоғо менән бөгөнгөнө һүрәтләй, киләсәкте уята.
Шиғриәт кемдер өсөн – ижади майҙан, икенселәр өсөн – ышыҡ, өсөнсөләргә – психотерапия, дүртенселәргә – үҙен табыу урыны... Нисек кенә булмаһын, ул бәндәләрҙең инаныстары, үҙ хаталары, үҙ сауаптары менән осрашҡан мәле. Юҡҡа ғына әҙәбиәтте, сәнғәтте Аллаһ Тәғәләгә юлдың бер төрө тимәйҙәр, күрәһең, сөнки ижадсы кеше ҡулына ҡәләм алып һыҙланыуҙарын баҫа, ҡыуаныстарын алҡышлай, башҡаларға үҙе асҡан донъяны тәҡдим итә.

Л. СИТДИҠОВА.

Балҡы, ҡояш, йылы яҙҙы килтер!


Эй инәлтеп килә быйылғы яҙ,
Илап ала, ҡайсаҡ нурлана.
Тимәк, тәбиғәттең үҙ көйө бар,
Наҙлы ҡыҙҙар кеүек ҡылана.
Күк көмбәҙен болот ҡаплап алған,
Ҡояш һирәк кенә күҙ һала.
Уның әле керпектәре дымлы,
Йыһан алиһәһе булһа ла.
Ел-егеттәр болоттарҙы ҡыуып,
Ҡояш-ҡыҙҙың битен асалар.
Һылыу балҡып шат нурҙарын һибә,
Ә болоттар елдән ҡасалар.
Балҡы, ҡояш! Йылы яҙҙы килтер!
Яҙ ҡояшын гөлдәр көтәләр.
Шат гөлдәрҙе күрер өсөн генә
Йылы яҙҙар килеп китәләр.


Фәнүр НИЗАМЕТДИНОВ.

Көҙҙәр етте


Бына тағы һыуыҡ көҙҙәр етте,
Үткән кеүек тиле йәшлегем.
Ни тиһәң дә, ғүмер көҙөм етте,
Ҡабатланмаҫ үткән миҙгелем.
Их, һин, ғүмер, ниңә шулай бик тиҙ
Үтеп киттең һиҙҙермәйенсә?
Ҡалған ғүмеркәйем уҙһын ине
Көҙҙән һис тә биҙҙермәйенсә...
Көҙ артынан һалҡын ҡыш та килер,
Ҡыш инде ул һалҡын мәл булыр,
Кеше ғүмере шулай алмашына,
Беҙ киткәс, һуң ерҙә ни булыр?

Наилә ТӘҮЛИЙӘРОВА.

***


Ҡояш күктән бар ғаләмгә
Көлтә-көлтә нурын һибә.
Көләс йөҙҙәр, шаян күҙҙәр,
Ә йөрәктәр йыш-йыш тибә.
Ҡара болот ҡапланы ла,
Күктән эре йәштәр тама.
Әллә янған йөрәктәрҙе
Һары һағыш ялмап ала.
Гелән ямғыр һибәләһә,
Йә гел ҡояш көлөп торһа –
Йәшәү тәмен белмәҫ инек,
Донъя йәмен күрмәҫ инек,
Ҡәҙерҙәрен белмәҫ инек.

Зөләрәм СНЕГИРЕВА.

Аҡ яулығым


Аҡ яулығым остарында
Ынйы-мәрйен сайҡала.
Ҡып-ҡыҙыл миләштәр бешкән
Тау буйында – сауҡала.
Аҡ яулығым талғын елгә
Мәрйендәрен бейетә.
Миләштәр бешкән саҡтарҙа
Тыуған яҡҡа ни етә!
Аҡ яулығым – аҡ бәхетем
Баштарымдан төшмәһен.
Тыуған яҡты маҡтай-маҡтай
Ҡоштар миләш сүпләһен.
Аҡ яулыҡтар бүләк итәм
Сөйөп кенә бәйләргә.
Тыуған яҡтарыма ҡайтам
Миләш бешкән мәлдәрҙә.

Тәнзилә ЮСЕЕВА.

Тәүге һөйөү

Вәғәҙәләр... Ниңә улар?
Һөйгәнеңде былай беләм.
Ҡайнай минең башта уйҙар,
Төшөп китә ҡулдан ҡәләм...
Ниңә яҙҙың миңә шиғыр?
“Һөйәм” тинең миңә ниңә?
Йылға булып күңел ағыр,
Гел ынтылып торор һиңә...

Гөлүзә ӘХМӘҘИЕВА.

***

Юҡ, Илаһым, туйып булмаҫ
Һинең сихри нурыңа!
Иң саф һыуҙан татлыраҡтыр
Ҡайтыуҙар хозурыңа!
Утҡа осҡан күбәләктәй,
Аңым юйып ашҡынам.
Йөрәккәйем түҙһә түҙер,
Түҙер микән башҡынам?

Көнләшәмен сәскәләргә,
Ғүмерҙәре – яҙ ғына.
Таждар менән йылмая ла,
Тик йәшәйҙәр аҙ ғына...

Күҙҙең яуын алалар ҙа,
Хуш еҫтәр менән наҙлап,
Һинең янға ашҡыналар,
Ергә таждарын ташлап...

Амур ЮНЫСОВ.

Мең ырыуы ҡыҙымын

Мең ырыуы ҡыҙы, башҡортомон,
Асылыкүл – тыуған төйәгем.
Гүзәл тәбиғәтле Өйҙөрәктең
Сәсән телле халҡын һөйәмен.

Тормошомда һүнмәҫ илһам бирә
Ҡоръятмаҫтың сағыу ҡырҙары,
Улаҡлытау шишмәһенең сыңы,
Әсәйемдең бишек йырҙары.

Өләсәйҙең сихри әкиәттәре
Байытҡандыр минең телемде.
Тәрән тамыр йәйгән халҡым теле
Һаҡлап ҡалыр тыуған еремде.

Ғәлиә ДӘҮЛӘТОВА.

Ниңәлер бигерәк...

Осрашыуҙарҙан ҡурҡтым,
Наҙлауыңдан ҡурҡтым...
Һиңә ғашиҡ булыуымдан
Ҡурҡтым, ниңәлер бигерәк...
Ҡурҡтым оҡшамауҙан,
Ҡурҡтым асылып һиңә,
Күңелемде бушатыуҙан.
Ҡурҡтым, көтмәгәндә,
Яҡын алып һинең һүҙҙәрҙе,
Һинән айырылып киткәс,
Һағынырға һөйгән күҙҙәрҙе...

Нажиә МӘҒӘСҮМОВА.

Һалҡын миңә

Һинең менән үткән юлдарҙы
Ҡар-бурандар килеп ҡапланы,
Йөрәк яралары ҡуҙланды,
Күңел шишмәләре боҙланды.

Һалҡын миңә: туңам, боҙланам,
Бурандарға инеп ҡарланам.
Сабырлыҡтар һорап ялбарам,
Ҡар өҫтөнән яңғыҙ юл ярам.

Фәрбиҙә МУЛЛАБАЕВА.

Асылыкүлем

Асылыҡай – серле бишек,
Асаһы ла ине серҙәрең.
Елкендерәһең йөрәктәрен
Бөркөт-ыласын кеүек ирҙәрҙең.

Һылыу ҡыҙҙай үҙеңә ҡаратаһың,
Күңел епкәйҙәрен тартаһың.
Ҡайсағында кескәй бәпәй кеүек,
Тыныс ҡына йоҡлап ятаһың.

Асылыҡай! Наҙлы, хисле күлем,
Һине тәрән һөйә күңелем.
Зөбәржәттәй аҫыл ташыһың
Башҡортостан – изге еремдең!

Рәмзилә ӘСӘҘУЛЛИНА.

Төнгө ямғыр

Йәшен йәшнәгәнгә төн йөҙөндә,
Шаҡығанға ямғыр тәҙрәмә
Йоҡоларҙан тертләп уяндым,
Аҫты-өҫкә килә донъяның.
Көслө дауыл ҡыйыҡтарға һуға.
Бар нәмәне тарта, өҙә, йолҡа.
Йәшен шартлай, ялтлай уттары,
Бүлмә эсен тотош яҡтырта.
Шаулап гөрөн аға урамдарҙан,
Йылға кеүек урғый кемуҙарҙан.
Ҡапыл йәшен үтте, туҡтаны.
Төнгө ауыл арып йоҡланы.

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.

Ос, ҡошсоғом

Ҡошсоғом һин минең, йомшағым.
Ус төбөмдә наҙлап үҫтерәм.
Ел-ямғырҙан һаҡлап үҙеңде,
Төн йоҡоларымды ҡалдырҙым.

Ос, ҡошсоғом, ос һин юғары,
Ояңда бит күңелең тарлыға.
Йырла яңғыратып йырҙарыңды,
Ул таралһын бөтә ғаләмгә.

Ҡошсоғом осорға талпына,
Ҡаға-ҡаға ҡанат остарын.
Ҡояш менән бергә тороп, ул
Өйрәнә үҙенең йырҙарын.
Ҡаршы елдәр иҫһә, туҡтама,
Осһаң ғына алға, гел алға,
Ҡанат осҡайҙарың нығына!
Ҡоштарҙың осорға үҙ юлы,
Һәр береһе һайлай үҙ парын.
Батырыраҡ йырла йырҙарыңды,
Башҡаларҙан бер ҙә кәм түгел.

Ос, ҡошсоғом, ос һин юғары,
Ос юғары, ҡояшҡа табан,
Тырышлығың менән табырһың
Хеҙмәтеңдең татлы емешен!

Земфира АТАНҒОЛОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779