Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы Нурзиә Әхмәт ҡыҙы Әбдрәшитова – ғүмер юлын бары тик ошо сәнғәт усағына арнаған шәхес. Утыҙ йылдан ашыу сәхнәлә ижад иткәне, сағыу образдар тыуҙырғаны, халыҡҡа күрһәткән хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән юғары исем бирелгән.– Минең ғүмерем – ижад юлы, – ти ул. – 60 йәшлек юбилейым хөрмәтенә үҙем менән бергә эшләгән ижадташтарым тураһында һөйләгем килә. Сибай театры күбеһенсә гастролдәрҙә йөрөй. Ауылдар буйлап сәфәр ҡылғанда осраған мажаралар, ҡайһы бер хәтирәләрем менән уртаҡлашыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ, тип уйлайым, сөнки ул ғүмер – кеше ғүмере…
Миәкә. Спектакль ҡуйҙыҡ. “Йән һөйгәнем һин генә”. Әнисә Яхинаның пьесаһы. Минең роль ҙур түгел. Сәхнә артында тәпәш кенә эскәмйә ултыра, шуға барам да ултырам, бер аҙ әйләнәм дә, тағы килеп ултырам, эргәмдән йәштәр үтеп китә. Тирә-яҡ ҡараңғы, сәхнәлә спектакль бара. Мин әбей кейемендә стенаға һыйынып, шым ғына ултырам. Уйлап… Үткәндәрҙе…
Нисә йылдар элек ошо эскәмйәгә беҙ, артистар, теҙелешеп ултырғайныҡ, күмәк инек, йәш инек. Шул уҡ эскәмйә… Хисмәтулла, Әсҡәт, Рәмзиә, Вәкилә, Кинйәкәй, Ҡәйүм ағай Хөсәйенов, Файза апай, Рәсүл Баһауетдинов. “Сәйер йондоҙҙар”, “Төштәге йыр” спектаклдәрен күрһәттек тамашасыға. Улар ныҡ иҫемдә ҡалған.
Йәй. Зал тулы халыҡ. Һауа етмәгәнгә күрә, артҡы ҙур ишекте асып ҡуйғанбыҙ. Райондар буйлап гастролгә беҙҙең менән бергә артист балалары ла йөрөй. Файза апай көлгәнгә тышҡа күҙ һалдым. Баҡһаң, Илгиз улымды тышта ишек ҡаршыһындағы рәшәткәгә бәйләп ҡуйғандар, ул шуға риза, кәзә булып баҡыра йә эт булып уйнай. Уға ике йәш самаһы ине.
Вәкилә ныҡ хәтеремдә ҡалған. Сәхнә түрендә баҫып тора, сәскәле һоро төҫтәге күлдәктән, тулҡын-тулҡын бөҙрә сәс шәлкемдәре маңлайына төшкән, аҡ йөҙөндә һоро күҙҙәре шундай моңло, ниндәй эске тетрәнеү үҙендә, бармаҡтары тәҙрә пәрҙәләрен әллә һыйпай, әллә өҙгөләй. Ошондай тулҡынландырғыс һәм яратырлыҡ образдар ижад итте Вәкилә Ҡалмантаева.
Сәхнә алдында Әсҡәт пәйҙә була. Йәштән Әсҡәт, халыҡ менән йөҙгә-йөҙ осрашып, сәхнәгә сығыу менән тамашасы һөйөүен яулай алды. Уның булмышы, йөрәк тауышы, фекер ағышы йәш саҡтан уҡ халыҡҡа яҡын булды, яраттылар уны. Кумирға әйләнгән Әсҡәт Йәнбәковтың үҙ тамашасыһына әйтер моңо, еткерер нуры булды. Ул бер ваҡытта ла алдашманы, йәштәргә лә талапсан булды.
Ә Хисмәт – уның киреһе! Иркә булды, тиһәм, яңылышмаҫмын. Ул үҙе бер ҙур талант ине. Бөтә үрҙәр еңел бирелде уға. Йәштән халыҡтың һөйөүен тойоп йәшәне ул. Иркәләнә белде ошо хистә. Был һөйөү Хисмәт Дәүләтов өсөн оло һынау ҙа, ҡанатландырған үрҙәр ҙә булғандыр.
Тағы ла ололарҙан Ҡәйүм Мофаззал улы Хөсәйенов шаян, мут, йор һүҙле булды. Ваҡ ҡына ағымдар менән көлөр ине. Шым ғына берәй мәрәкә һүҙ әйтер ине лә, һынамсыл ҡараш ташлап, кешенең реакцияһын көтөр булды… Бер мәл гастролгә китеп барғанда, юлда ул миңә: “Хәҙер анау ағаста бөркөттәр ултырғанын күрерһең!” – тине. Йылайыр менән Ейәнсура араһында булды был хәл. Ысынлап та “Ана, ҡара!” тигәнгә ҡараһам, оло бер ағас, олоно ҙур, үҙе бейек, ә башында – туп-тулы бөркөттәр. Улар оя ҡорған. Шул ағасты бөркөттәр ташламаны. Ағас аҫтынан ғына оло юл үтә, янында ғына ауыл. Ҡәйүм ағайҙың да вафатына байтаҡ инде. Хәҙер ул ағас серегән, әммә ауыл халҡы ул ағасты тапап үтмәгән, төбөн тигеҙ генә итеп киҫеп ҡалдырғандар ҙа, рәшәткә менән уратып, кәртәләп ҡуйғандар. Бөркөттәр ағасы. Ағас – ул һәйкәл, хәтер... Кеше хәтере...
Хәмзә ағай, Әсҡәт, Хисмәт йәшләй китте. Донъяның рәхәтен күрмәйенсә... Кеше тыуыуын тыуғас, үҙ ғүмерендә эшен атҡарып, олоғайған көнөндә хеҙмәтенең емешен, ҡәҙер-хөрмәтен дә күреп китергә тейештер бит?! Тейештер ҙә ул… Әммә донъя һин уйлағанса булмай икән шул… Әсҡәт менән Хисмәт, шундай сағыу образдар ижад итеп, бөтә күңелдәрен һалып эшләп, йөрәге менән халыҡ тип янып, ҡолас ташлап ижад итеп, донъяның рәхәтен күрмәйенсә үлеп китте. Шуныһы бик аяныслы… Кемебеҙ бар ҙа кемдәребеҙ юҡ…
Кинйәбикә Исламғолова – үткер һүҙле, көслө тойғоло актриса. Беҙ уның менән байтаҡ бергә эшләнек. Театрға яңылыҡтар уның аша инә ине. Буй-һыны шул тиклем килешле, һөйкөмлө булды. Бөгөн Вәкилә лә, Кинйәбикә лә Өфөлә йәшәй. Ул ваҡытта бөтәбеҙ ҙә уҡырға ярата инек, ил хәстәре менән йәшәй белдек. Ватаныбыҙҙы яратып, унан һөйөлөп, оҙон юлдар үтеп, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, тормош юлында туҙан күтәрмәй сабыр ғына ҡартлыҡҡа килеп индек. Әле ижадташтарымды иҫкә төшөрәм дә, “Беҙ халыҡ менән бергә йәшәй белгәнбеҙ икән!” тип оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Ошондай яҙмыш насип иткәненә һоҡланам. Халыҡҡа хеҙмәт итеп, тамашасыны ҡыуандырып, үҙебеҙ ҙә бәхетле булғанбыҙ икән! Халыҡ яратҡан артистарға әүерелгәнбеҙ. Ә халыҡтыҡы булыу өсөн күпме образ тыуҙырырға, күпме роль өҫтөндә эшләргә, ижад итергә кәрәк булды беҙгә!..
Бөгөн театрҙа оҙаҡ йылдар бергә эшләгән ижадташтарым Рәмилә Хоҙайғолова, Марсель Хоҙайғолов, Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова менән әле булһа бергә ижад итәбеҙ, ошо быуын театрыбыҙҙы тотоп килә. Театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы Ғәлимов һәр саҡ беҙҙең менән булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл һирәгәйә барабыҙ, әле күптән түгел Рәдиф Янбаев баҡыйлыҡҡа күсте. Тормош, сәхнә тормошо өмөтлө, ышаныслы йәштәргә ҡала.
***
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әбдрәшитова бөгөн күркәм юбилейын билдәләй. Юҡ, билдәләмәй ул, ә тормош юлында туҙан күтәрмәйенсә, шау-шыу ҡуптармай ғына ғаиләһе менән ейән-ейәнсәрҙәрен ҡосаҡлап тыныс ҡына өй түрендә ултыра. Иң мөһиме – тыныслыҡ һәм сабырлыҡ, ти ул.
Уның ике улы ла театрҙа эшләй. Йәмәғәте Риза Ғакиф улы Әбдрәшитов ғүмер буйы ошо театрҙа водитель булды. Ул, бәлки, ҡәҙерле кешеһенең ижад юлы өҙөлмәһен өсөн һәр ваҡыт уның янында йөрөгәндер. Улар оҙон-оҙон гастролдәрҙе һәр саҡ бергә үтте, иңгә-иң терәп тормош юлындағы ауырлыҡтарҙы бергә күтәрҙе. Егәрле, уңған, тырыш һәм сабыр холоҡло ул.
Ризаның автобусы һәр ваҡыт таҙа, бөхтә, оҙон юлдарҙа артистарҙы имен-һау тәғәйенләнгән урынға еткереү өсөн үҙ бурысын үтәгән, утыҙ йылдан ашыу бер ниндәй юл фажиғәһеҙ йөрөткән тәжрибәле водитель ул. Артистар сәхнәлә уйнаған саҡта балаларын ғына түгел, шулай уҡ спектакль ҡарарға килгән тамашасының да сабыйҙарын ҡарап торған һаҡсы булды. Республиканың ҡайһы төбәгендә генә спектакль ҡуймаһындар, Риза Ғакиф улы артистар тыныс күңел менән уйнаһын, ә халыҡ кинәнеп спектакль ҡараһын өсөн клуб тирәләй һәр ваҡыт тәртип һаҡланы, күҙ-ҡолаҡ булды.
Ошо яҙҙа икеһенә лә 60-ар йәш тулды. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының юбилярҙары Нурзиә менән Риза Әбдрәшитовтарҙы күркәм байрамдары менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Уларҙың гастроль юлдары өҙөлмәһен, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡосаҡлап бәхетле йәшәһендәр, һау-сәләмәт булһындар.