Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡ бөрккән моңло яҙмыш юлынан
Яҡтылыҡ бөрккән моңло яҙмыш юлынан Оло яҙмышлы кешеләр осрай. Тәү ҡарашҡа, ошо ябай кешеләрҙең күҙендә – уҡып бөтә алмаҫлыҡ тормош хәтирәләре. Йөрәктәргә яҡын, һоҡландырған, күҙҙәргә йәш алдырған, уйландырған яҡты яҙыуҙар... Ә күңелдәрендә – еңеллек. Тормошто яратыуҙанмы, оло йөрәкле, сабыр булыуҙанмы? Белмәйем... Ундайҙарҙың күңеле еңел. Әйтер һүҙҙәрендә, күҙ-ҡараштарында, тиҫтә йылдар төҫө булып һынланған йыйырсыҡлы ҡулдарында ниндәйҙер бер иплелек, нур, еңеллек һиҙелә. Ошо матурлыҡ – күңел еңеллеге – ихласлыҡ, ябай ҡыуаныс, хәтирәләр ебен тағатҡанда сағылған хис-тойғо, хатта бер йылмайыу, ысын күңелдән шатланыу бөйөклөккә тиң. Беҙ бит күп осраҡта матурлыҡты бөйөклөктә, ә бөйөклөктө ҡайҙандыр юғарынан, бейеклектән эҙләйбеҙ.
Кемделер һөйөндөрөр сәскәнең тәү шытымын, бар донъяны яҡтыртыр ҡояштың иртәнге нурҙарын күреп, бер йылмайыуҙан, бер йылы һүҙҙән кисергән ҡыуаныс... Тағы шуныһы: тормошта беҙ кешеләрҙең ҡылған яҡшы ғәмәлдәрен күреп, тәү сиратта ошо матурлыҡты тормошҡа ашырыусыға ҡарап һоҡ­ланабыҙ, уның кешелекле үҙенсәлегенә ғашиҡ булабыҙҙыр, моғайын. Тап шул кеше һәм уның ябай ғына матур күңел донъяһы матур эштәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәлер кеүек. “Бөйөклөк бейеклектә түгел, ул – ябайлыҡта” тигән бер аҡыл эйәһе. Һәм, моғайын, ғүмер юлында яҡты йондоҙ юғарылығына күтәрелгәндә лә, бормалы тормош һуҡмаҡтарынан артылғанда ла сабыр, ябай һәм асыҡ булып ҡала белгән кеше күңелдәрендә. Күпме ундай кешеләр беҙҙең арала? Атлап барған ғүмер һуҡмағында тап ошондай кешеләр менән осрашыуым өсөн тормошомдоң бер көнөнә рәхмәтлемен...
– Алло, һаумыһығыҙ! Был Ғәлиә апаймы?
Телефондан яғымлы тауышлы бер апай яуап бирә:
– Һаумыһығыҙ. Эйе, тыңлайым.
– Һеҙҙең менән күрешергә ине... Ваҡытығыҙ булырмы икән?
– Ярай, мөмкин булыр. Тик мин әле юлда. Төштән һуң яңынан шылтыратырһың, йәме...
...Өфө урамдарынан үтеп, һөйләшелгән ваҡытҡа әйтелгән адрес буйынса йүнәләм. Йорт ишегендәге төймәгә баҫам.
– Эйе.
Үәт, ҡыуаныс, дөрөҫ килгәнмен, шул уҡ яғымлы тауыш.
– Мин килдем, Ғәлиә апай!
Мине еңел генә баҫып, йүгереп йөрөгән ҡаҡса кәүҙәле мөләйем бер апай һәм һынсыл ғына “Һин кем әле, минең танышыммы-юҡмы?” тигән һынаулы ҡараш ташлаған һоро бесәй ҡаршы ала. Ишектән ингәс тә ошо шатлыҡ тойғоһо менән бергә тыуған тәүге уйым – “дөрөҫ килдемме икән?!” Беҙгә, за­мана көндәрен һанаған быуынға, ихтирамға лайыҡ оло йәштәге ағай-апайҙар менән күрешеү ҡыуаныс. Ҡаршымда – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ғәлиә апай Солтанова. Тимәк, дөрөҫ килгәнмен.
Ихлас сәләмләү һүҙенән бер аҙ уңайһыҙ­ла­ны­уымды еңеп, түргә уҙам. Бүлмәлә ниндәйҙер ябай­лыҡ, бөхтәлек, тыныс һәм яҡты йәнлелек. Был йәм өйҙәгеләрҙең дә йөҙҙәрендә сағыла. Тәҙрә янында пианино, стенала фотоһүрәттәр, матур өҫтәл, китаптар, аудиояҙма йыйынтыҡтары... Барыһы ла үҙ урынында, ыҡсым һәм ябай. Ана, тыныслыҡты үҙ итер бесәй ҙә, танып алғас, беҙҙең әңгәмәне тыңларға кресло башына менеп ҡунаҡланы.
Ғәлиә Солтанова... Минең өсөн бөгөн билдәле, моңло тауышлы йырсы ғына түгел, абруйлы апай, уҡытыусы-остаз, ипле, яҡты күңелле, шул уҡ ваҡытта бар булмышы менән ябай булып ҡала белгән күркәм зат.
Танышып, бер аҙ хәл алғас, һорауҙарымды барлайым. Һигеҙенсе тиҫтә йәнле яҡты яҙын, йәмле йылы йәйен, муллыҡлы шәфҡәтле көҙөн, ҡарлы-буранлы ҡырыҫ ҡышын ҡаршылаған Ғәлиә апай, хәтирәләр ебен тағатып, мине үҙенең ғүмер һуҡмағынан алып уҙа.
1937 йылдың 16 февралендә хозур тәбиғәтле Салауат ерендә бер ҡыҙ бала донъяға килгән. Атай менән әсәй көтөп алған ҡәҙерле сабыйҙарына, бөйөк һәм затлы бала булһын тип, Ғәлиә тигән исем ҡуша...
Тау-урманлы киңлектән берсә шаулап, берсә тын ғына аҡҡан Әй йылғаһының текә яры буйлап, сөм-ҡара сәстәрен икенән үргән бер ҡыҙ бала йү­гереп килә. Үҙе шундай шат һәм көләс. Күҙҙә­рен­дә­ге был шатлыҡ нисектер таныш кеүек... Бәләкәй Ғәлиәнең кескәй усы әсәһе Маһира апайҙың ҡу­лында. Янында өлкән ағалары, һеңлеләре... Мөһа­бәт кәүҙәле, киң күкрәкле Кәлимулла ағай ҡыҙын етәк­ләгән, икенсе ҡулы менән бәләкәй ҡыҙын ҡос­ҡан. Балалы кеше – бай кеше, тиҙәр. Күңеле, булмышы менәндер, моғайын. Күп балалы ошо ғаиләгә ҡарап һоҡланам. Атай кеше эстән генә Әй баш­ҡорттары йырлаған “Ерән ҡашҡа” йырын һуҙа. Әкрен генә ағылған тәрән моң хозур тәбиғәтле йыл­ға киңлегенә тарала. Бына бәхетле ғаилә Әй буйынан үтеп, тыуған ауылдары Лаҡлыға табан йүнәлә...
– ...Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Атайым бик көслө тауышлы, тәрән моңло кеше ине. Һуғыштан ҡайтҡас, Кәлимулла, йырла әле, тип йыйылыштарҙа ауыл халҡы йырлата ине үҙен. Атайым “Әй буйҙары”н, “Һандуғас”ты йырлап ебәрә, халыҡ ҡул сабып, илағаны илап, шатланғаны шатланып таралыша торғайны. Атайымдың атаһы – Мөхәмәтйән ҡартатайым – сәсән булған, ҡурайҙа ла оҫта уйнаған. Урамда берәй иҫерек-фәлән кеше китеп барһа, шунда уҡ таҡмаҡлап-йырлап шиғыр сығара ла ҡуя икән. Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын – оҙон көйҙәрҙе башҡара торғайны атайым. Халыҡ йырҙарын тыңлап, бишебеҙ ҙә йырлап үҫтек беҙ.
Өс-дүрт йәш булғандыр... Ҡыҙымды йырлатайым әле, әйҙә, ҡыҙым, тип атайым мине ултырғысҡа мендереп баҫтыра... Ҡунаҡ булғанда атайымдар йырлашып ултырыр ине. Шаян һүҙле була торғайны ул. “Эй, ҡыҙым, йырлағанға ғына аҡса бирмәйҙәр шул”, ти торғайны, арҡамдан һөйөп...
Бәхетле бала саҡ хәтирәләренең икенсе йүнәлеш алып китеүе уйландыра... Һигеҙ йәш тигәндә, Ғәлиә апайҙың атаһы һуғыш яраларынан вафат була.
– ...Атайым иртә үлеп китте. Атайһыҙ булһаҡ та, беҙ, туғандар, бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам­лашып үҫтек. Ауыр йылдар ине. Әсәйем береһенән-береһе бәләкәй биш баланы ҡарап аяҡҡа баҫтырҙы...
Бала саҡ хәтирәләрен иҫкә алған Ғәлиә апайҙың әсәһе тураһында һөйләгәндә күҙҙәренә йәш эркелә. Бер мәлгә күңеле тулған, ниндәйҙер ябайлығы менән яҡын апайҙың иңенә ҡулымды һалып йыуатҡым килә... Күңеле яҡты Ғәлиә апайҙың. Ипле генә уның һөйләгәндәрен көтәм.
Ауыл кешеләре шундай ихлас бит ул. Шаян ғына, һылыу апайҙар бәләкәйҙән йырлаған ҡыҙҙы бигерәк яҡын күрә. Ана бөгөн дә, Маһира апай, Ғәлиәне йырлатайыҡ әле, тип сәхнәгә мендереп баҫтырҙылар. Эскерһеҙ балаларҙың йырлауы үҙе үк ҙур ҡыуаныс, бер матур тамаша. Әсәһенең матурлығы, атаһының моңо күскән Ғәлиәнең йырҙарын тыңлап, һоҡланып ҡул сапты халыҡ. Ауылға артистар ҙа бик йыш килмәй шул. Исмаһам, мәктәп уҡыусылары концерттар ҡуйып ҡыуандыра. Ошолай үҙенән-үҙе үҫеш тә бара, тауыш та асыла торғандыр инде, моғайын.
Иртәгәһенә ҡыҙҙар, ғәҙәттәгесә, һыу буйына кәмәлә йөрөргә килә.
– ...Ҡыҙҙар миңә: “Ғәлиәәәү, Ҡапҡаташҡа менеп, ҡысҡырып йырла әле, беҙ ишетербеҙме икән”, – тиҙәр. Мин Ҡапҡаташ бейеклегенә йүгереп менәм дә ҡарайым. Аҫта Әй йылғаһы аға. Шунан үҙем белгән йырҙарҙы ҡысҡырып йырлайым... Ишетеләмеее?.. Ишетеләәә...
Әй буйҙары бигерәк йәмле,
Таллығында һандуғас.
Һандуғастың матур тауышын
Тыңлайым мин яҙ булғас...
Күңел талғын йыр моңонда бәүелә... Ысынлап та, тыумыштан биреләме икән бындай һәләт?
– ...Әсәйем дә йырлаған. Шулай нәҫелдән бирелеп, атай-әсәйемдән килгәндерме икән шул... Хоҙайға рәхмәт, Хоҙай нисек ҡуша бит... – ти Ғәлиә апай.
Үҫкәс үҙенең билдәле йырсы булып китере тураһында уйландымы икән яҡындары янында йүгереп-уйнап йөрөгән бәхетле һәм бик күптәр ише һуғыш йылдарынан һуң яҙмыштың ауыр өлөшөн үҙ иңдәрендә күтәргән сабый, моңло күңелендә киләсәккә яҡты хыялдар йөрөткән ҡыҙ бала? Бәлки, тормош юлдарының үҙ өлөшө булып килгән шатлыҡтар, сабырлыҡҡа һынауҙар, сыныҡтырып, артабан атларға көс биргәндер. Нескә йөрәге менән тормош төйөндәрен тағатҡанда яҙмыш уға яңы, яҡты, затлы юлдар яҙғандыр, бәлки. Күңелдәре тулы моң булған атай менән әсәй ҙә йәндәренең наҙ тулы һөйөү бишегендә бәүелткәндә сабыйҙарына бәхетле тормош юрағандыр.
– ...Мин күрше Нәсибаш ауылы мәктәбендә уҡыным. Бер ваҡыт беҙ унынсы класта Ғабдулла Туҡайҙың “Батыр егет” тигән әкиәтен сәхнәләштерҙек. Миңә Ай ҡыҙы ролен бирҙеләр. Сәхнәлә Ай ҡыҙы матур итеп йырлай. Ҡотһоҙ Шүрәленән ҡыҙҙы батыр егет ҡотҡара... Бик оҡшатты беҙҙең сығышты ауыл халҡы. Ошонан һуң мине яратып “Ай ҡыҙы” тип йөрөтә башланылар... Тауышың бигерәк матур, һиңә йырсы булырға кәрәк, ти торғайны ауылдаштарым. Кешеләрҙең әйткән һүҙҙәре ҡанат ҡуйғандырмы? Һәм мин, ысынлап та, йырсы булырға хыялландым...
...Тик тиҙ генә әртис булырға мөмкинлек булманы. Ағайҙарым да, һеңлеләрем дә иҫ китмәле матур йырлай. Араларынан йыр буйынса китеүсе бер мин булдым. Ул заманда алыҫ Салауат райо­нынан тура Өфөгә барыу йә икенсе ҙур ҡалаға уҡырға инеү мөмкин дә булмағандыр. Ауылдан поезд юлына сығырға алтмыш-етмеш саҡрым самаһы. Беҙ бит һуғыш балалары, етемлек тә үҙенекен иткәндер инде...
Унынсы кластан һуң йәш ҡыҙ, әҙерәк аҡса эшләп, кейенеп алайым тип, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына сығып китә. Тормош хәтирәләре менән аралашып барған Ғәлиә апайҙың йәш сағындағы фотоһүрәттәренә ҡарап, шул хаҡта уйлайым: ошо йәш кенә, һомғол буйлы буласаҡ йырсы – наҙлы ҡыҙ бала, ҡулдарына ҙур кирбес киҫәктәрен тотоп, иңдәрендә ауыр тормош йөгөн күтәрҙеме икән?.. Иллә-мәгәр, үҙ һуҡмағынан юл алып, Хоҙай насип иткән һәр көндә бәхет ҡорамаһын ҡоралыр әҙәм балаһы. Заводта эшләп, йәшәргә дәрт өҫтәй үҙенә тырыш ҡыҙ. Эшләгәндә лә эстән көйләп, йырлап йөрөй торғайным, тип иҫләй Ғәлиә апай. Һәм, бер мәлдә, яҙмыш килтергән, бәлки, кемдәрҙер өсөн күтәрә алмаҫлыҡ булып тойолған оло һынауҙар, ҡыҙҙы Һатҡы ҡалаһынан алып китеп, яҙмышына яҙылған йыр-моң юлына тағы яҡынайта.
1956 йылда Свердловск ҡалаһындағы П.И. Чайковский исемендәге музыка училищеһына йәштәрҙе йыялар. Күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов туплаған 20 һәләтле баланың конкурсты уңышлы тапшырғандары араһында Фәниә Маннанова, Рифҡәт Вәлиуллиндар менән бергә Ғәлиә Солтанова ла була. Күңелен биреп, яратып уҡый хыялына табан барған, тырыш, моңға ғашиҡ буласаҡ йырсы ҡыҙ. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тик шуныһы – мин батыр булманым, тип ҡуя апай. Әлбиттә, үткерлек, батырлыҡ кәрәк. Шулай ҙа булмышығыҙҙағы ошо иплелек, тыйнаҡлыҡ матурлай һеҙҙе, Ғәлиә апай.
– ...Свердловскиҙа уҡып йөрөгән саҡта радиоға килеп йыр яҙҙырҙым. Ул заманда ҡыҙыҡ бит инде, ауыл апайҙары минең радионан йырлағанымды ишетеп ҡалған. “Маһира, тыңлайһыңмы? Ҡыҙыңды радионан йырлаталар бит”, – тип йүгереп килеп ингән беҙгә бер ваҡыт күрше-күлән. “Их, атайың иҫән булһа, – ти торғайны әсәйем, – ҡыҙым бигерәк матур йырлай тип шатланыр ине...”
Шатланғандыр ҙа, күктән ҡарап ҡыуанғандыр ҡыҙы өсөн уның рухы. Атай кеше үҙе яратып башҡарған оҙон көйҙәрҙең ҡыҙы Ғәлиәнең тауышында сағылыш табыуы, уның күңеленән урғылыуы ла ниндәйҙер быуындан тапшырылған оло ҡөҙрәт бит. Училищены тамамлағандан һуң йәш йырсының, Өфөгә килеп, башҡорт халыҡ көйҙәрен бар тәрәнлегендә, халыҡсан итеп башҡарған ҡурайсы, йырсы, композитор Ишмулла Дилмөхәмәтов менән осрашыуы ла бушҡа түгелдер, моғайын. Ижадыма йүнәлеш биреүсе лә, йыр-моң иленең тәрән серҙәренә төшөндөрөүсе лә, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәүсе ижадташ хеҙмәттәшем дә булды Ишмулла ағай, тип оло хөрмәт менән иҫенә төшөрә Ғәлиә апай. Белем баҫҡыстарынан үтеп, профессиональ сәнғәткә аяҡ баҫҡан йәш йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. Үҙҙәренең айҙар буйы республика райондары буйлап гастролдәрҙә йөрөүе тураһында һөйләй апай. Ул замандағы концерттарҙы күрмәгән йәш тыңлаусы, уйҙарға бирелеп, йәш йырсы Ғәлиә Солтанова менән ошо оло гастролдәр юлынан уҙа.
– ...Хеҙмәт юлымды Илфаҡ Смаҡов, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Зәки Мәхмүтов, Ишмулла Дилмө­хәмәтов, баянсы Зөфәр Солтанов менән бергә башланым, бергә эшләнек... Концерттар бик матур үтә торғайны, республика шифаханаларында сығыштар яһайбыҙ. Район-ауыл халҡы беҙҙе бик хөрмәтләп ҡаршылай. Ә залдағы кешенең күплеге!.. Ун-ун икешәр йыр йырлайым... Алҡыштар... Сәхнә артына сығармайҙар, халыҡ һорап йырлата ине. Ҡайһы берҙә билеттарҙы колхоздар һатып ала. Ул саҡтарҙа, сәсеү бөткәс, өс-дүрт ауыл бергә йыйылып, йөк машиналарын бергә ҡуйып, уның башында сығыш яһайбыҙ. Һабантуйҙан да күберәк йыйыла торғайны халыҡ... “Һинең тауышың ынйы кеүек”, – ти торғайны Ишмулла ағай. Ул ҡурайҙа уйнай һәм иҫ китмәле йырлай, Сөләймән Абдуллин үҙе шаҡ ҡатыра. Ә мин улар араһында йәш йырсы, һушым китеп тыңлап торам... Биш-алты йырҙы башҡарғандан һуң, “Таштуғай”ҙы, “Ашҡаҙар”ҙы ҡабаттан һорап йырлаталар. Гастролдәрҙә икешәр-өсәр ай йөрөйбөҙ, өйгә ҡайтып кереү юҡ. 50-60 концерт биреп ҡайтабыҙ ҙа ун көн ял итеп алабыҙ...
Әй ҡыҙы, Әй буйы һандуғасы, халыҡ хазинаһы, тип һоҡланалар, Ғәлиә Солтанованы тыңлап. Райондаштары иһә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер. Уға арнап матур шиғырҙар яҙалар, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Шулай тулы һыулы Әй йылғаһы кеүек ҡеүәтле, моңло йәш йырсының ижад юлы бормаланып, ярҙарынан урғылып йә тын ғына тулҡынланып үҙ юлынан аға. Тере һыуҙай кеше күңелдәренә үтеп, хисләндерә, моңландыра, дәртләндерә, уйландыра...
Мәктәп сәхнәһендәге Ай ҡыҙынан Әй һандуғасына һәм ысын мәғәнәһендә халыҡтың рухи хазинаһына әйләнгән Ғәлиә тормош юлдашын – Зөфәр ағайҙы осратып ғаилә ҡоралар һәм ҡыҙҙары Зиләне үҫтерәләр. Артабан йәш йырсы Мәскәүгә Гнесиндар исемендәге дәүләт педагогия-музыка институтына (хәҙер – Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы) юллана.
– ...Марат Хисмәтуллин, Нажиә Аллаярова, Рима Мусиналар менән бергә тырышып уҡыныҡ. Уҡып йөрөгән саҡтарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үткәрелде. Беҙ, йәштәр, концертта сығыш яһаныҡ. Гнесиндар исемендәге институт студенткаһы Ғәлиә Солтанова тип иғлан иткәндән һуң, Заһир Исмәғилевтең “Мин яратам һине” йырын башҡарҙым. Шығырым тулы зал дәррәү ҡул сапты...
Һине тәүләп күргән сағымда уҡ
Күптән таныш кеүек күрендең,
Ҡыйыр-ҡыймаҫ миңә йылмайҙың да
Ниҙер уйлап шунда һүрелдең...
Юҡ, маһайып та түгел, ә һоҡландырғыс ғүмеренең яҡты иҫтәлектәрен бар күңеле менән бирелеп, тормошто яратып һөйләй Ғәлиә апай. Уның ҡараш­тарында сағылған яҡты күңелендәге бар булмышы менән бергә ошо тормошон яратыуҙан тыуған шат­лыҡ шәмдәре – хәтирәләрҙән йыйылған тормош усағы яна. Ошо сығышынан һуң билдәле йырсы ха­ҡында “Советская культура” гәзитендә Башҡортостан күгендә балҡыясаҡ яҡты йондоҙ тип яҙалар.
Ысынлап та, аяғөҫтө тороп алҡышлауҙан, халыҡ һөйөүе һәм ихтирамынан да ҡәҙерлерәк нәмә бармы йырсы өсөн? Төҙөүсенең эш емеше – матур йорттар, табиптыҡы һау-сәләмәт кешеләр булһа, йырсының ижад емеше, кеше күңелдәренең нескә ҡылдарын сиртеп, уларҙың йөҙҙәрендә тәрән хистәр аша сағылған рәхмәт нурҙарын күреүҙер, моғайын. Һәр йырланған йыр, һәр йөрөгән юл үҙе Хоҙай Тәғәләнең йәш йырсыға ебәрелгән оло рәхмәте булғандыр, моғайын.
Институтты тамамлағас, Ҡаҙағстанға ла, Татарстанға ла саҡыралар Ғәлиә Солтанованы. Шулай ҙа йырына, еренә, халҡына булған мөхәббәте менән бергә яҡындары уны тыуған яҡтарында көтә. Башлаған юлынан тайпылмай, яратҡан ире һәм ҡыҙы янына – Өфөгә ҡайта һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында эшен дауам итә. Төрлө йырҙар, төрлө ерҙәр менән үрелгән моң юлынан бара Ғәлиә апай. Башҡортостандан тыш, ул саҡтағы СССР-ҙың бөтә илдәрендә, Ҡаҙағстанда, Финляндияла, Монголияла, Урта Азияла, Германияла ла сығыш яһай. Һәм, әлбиттә, һәр йөрөгән яңы юл үҙенсә төрлө ваҡиғаларға, яңылыҡтарға, матур тәьҫораттарға бай була.
– ...Сәмәрҡәнд ҡалаһында халыҡ-ара форумда ҡатнаштым. Башҡортостандан бер үҙем самолетҡа ултырып остом. Сарала сығыш яһаусыларҙы һигеҙ илдән тәржемә менән тыңлап ултырҙылар. Мин башҡорт халыҡ йыры “Таштуғай”ҙы йырланым. Тәржемәселәр хайран ҡалып, ниндәй тауыш был, тип һоҡланып ултырҙы.
Италияға барһаң, итальяндарҙы таң ҡалдырыр инең, тип әйтә торғайны Хөсәйен ағай Әхмәтов. Италияла булманым, шулай ҙа һәр йөрөгән юлым төрлө илдәге халыҡтың яҡты йөҙҙәре менән йәмләнде.
Финляндияға барып сығыш яһаныҡ. “Кейек ҡаҙҙар” йырын башҡарҙым.
Ҡаңғылдашып болоттарҙа
Йырлашалармы икән ни?
Тыуып үҫкән ил ҡала тип,
Илашалармы икән ни?..
Залда тып-тын, сит ерҙәрҙә йәшәгән яҡташ­тары­быҙ аяғүрә баҫып, күҙ йәштәрен һөртә... Яҡташыңды күреү, туған телеңдә һүҙ ишетеүҙең, тыуған ереңдең оло ҡәҙерен сит ерҙәрҙә йөрөгәндә аңлайһың шул...
Монголияла концерт бирҙек. Концертты башта сопрано тауыш менән рус телендә башлайым, икенсеһе – башҡорт халыҡ йыры “Таштуғай”, унан еңел генә иттереп “Гөлнәзирә”не ике телдә йырлайым. Өсөнсө йыр – композитор Ват Сухтың “Гаахмора”һы. Редик Фәсхетдинов гармунда уйнай, мин монголса йырлап ебәрәм... Йырлап бөтөүгә, тотош зал тороп алҡышлай... Бер, ике сығып баш эйәм. Тауыш яңғырап тора... Тәнәфестә тамашасылар яныма йүгереп килеп инә. Монгол телендә һөйләйҙәр. Ә мин аңламайым бит... “Я больше ничего не знаю”, – тим. Шулай тәьҫир иткәндер инде туған телдәрендә башҡарылған был моңло йыр...”
...Ҡайҙандыр күңелдең тәрән төпкөлөнән ҡурай моңо ағыла. Уйландыра... Ниндәй моң һуң ул? Ана, ялан ғына ерҙән сәсен икенән үргән бер ҡыҙ йүгереп килә. Ҡайҙалыр ашыға, үҙе кемделер көтә... Ошо ҡурай моңона ҡушылған бик алыҫтан килгән һәм бик тәрәндән ишелеп көсәйә барған илаһи тауыш йөрәктәргә үтеп инә... Тетрәндерә... Ирекһеҙҙән күҙҙәр йомола... Йәштәр эркелә... Был тарихты ила­майынса ғына тыңларлыҡ түгел. Күңелдән моң, күҙҙән йәш булып ағыла башҡорт халыҡ йыры “Таштуғай”... Беҙ ҡарап ултырған видеояҙмала Әмир Абдразаҡов төшөргән “Таштуғай” фильмынан өҙөк.
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды
Сор ҡурайҡай итеп тартайым.
Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ,
Үҙ ерҙәремә мин ҡайтайым...
– ...Бер ваҡыт Әмир мине саҡырып алды ла: “Ғәлиә, миңә тауышың оҡшай, бик матур йырлайһың, “Таштуғай”ҙы йырлап ҡара әле”, – тине. Тауыш яҙҙырыу бүлмәһенә индем дә боронғо халыҡ йырын һуҙып ебәрҙем. Беренсе куплетты йырлап бөттөм. “Моңлораҡ иттереп йырла әле, Ғәлиә. Ул ҡыҙ бит тетрәндергес яҙмышлы”, – тине.
...Йырлайым. Һәйбәт, әйҙә хәҙер икенсе куплетты... Йырлайым. “Тағы берҙе йырла”, – ти Әмир. Дүрт, бишенсе тапҡыр... Юғары ноталар... “Ялан ғына ерҙе күҙ алдына килтер әле. Бер ҡайҙа ла бер нәмә лә юҡ... Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ... Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым”. Шунан мин күҙ алдына килтереп йырлап ебәрәм... Шулай “Таштуғай” фильмы барлыҡҡа килде. Башҡортостан телевидение­һының алтын фондына ингән “Халҡым һағышы” (“Песня моего народа”) тигән тәүге төҫлө башҡорт фильмы 1969 йылда төшөрөлдө. Ленинградҡа алып барҙылар, бөтә кинотеатрҙарҙа барҙы ул саҡта фильм. Бөгөн фильмды Әмир Абдразаҡовтың тыуған көнөндә күрһәтәләр.
“Таштуғай”ҙы йырлағанда миңә утыҙ ике йәш ине. Шул саҡта ирем фажиғәле вафат булып ҡалды...
Ғәлиә апайҙың күңел тәрәнлегенән ағылған “Таштуғай” моңо уның яҙмыш зары менән ауаздаш булғандай тойола шул саҡ. Йырҙы бары тик шундай зар-һағышты кисергән, тәрәндән тойған, йөрәге аша үткәргән кешеләр генә башҡара алалыр, моғайын. Ә “Ашҡаҙар”... Күпме халыҡ яратып тыңлаған, концерттарҙа ҡабаттан һорап йырлатҡан “Ашҡаҙар”ҙы бынан күп йылдар элек тап Ғәлиә Солтанова башҡарыуында ишеткәнмен... Тауышы, ысынлап та, матур шул Ғәлиә апайҙың. Аһ-зарға тулы йөрәк моңо менән ҡушылған, ысын тетрәнеүҙәр, яҙмыш һынауҙары менән ауаздаш бик һирәк һәм тәрән, нескә тойоусылар ғына башҡара алыр башҡорт халыҡ йырҙарылыр был. Моңло тауышлы һәм матур йырлағандар бар. Шулай ҙа ошоғаса йәшәп, Абдулла Солтанов һәм Ғәлиә Солтановалар кеүек үҙенсәлекле, тәрән моңло, һоҡландырырлыҡ көслө тауышлы халыҡ йырын башҡарыусыларҙы осратҡаным булманы.
Яҙ һайын яңырыуға, йәнләнеүгә һәләтле булған тәбиғәт үҙе һәм кешеләргә тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт – мөғжизәлер, моғайын. Ер йөрәге­нән урғылып сыҡҡан саф шишмә кеүек моң, йөрәк йыры ла илаһи бер көскә эйә. Ҡаршылыҡтар булған һайын үҙ юлынан тағы ла яңы көс менән урғылып аға, сабырлыҡтар менән үткән ауырлыҡтар ҙа кешене көслө итәлер, күрәһең.
Ғәлиә апай ҙа ауырлыҡтар алдында баш эймәй, бар булғанына шөкөр итеп, йөрәгендәге моңо менән йыуана, дәртләнә, кешеләргә күңеле тулы йырҙары менән рухи көс-ҡыуаныс өләшә. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп йөрөгән сағында уҡ музыка училищеһында балалар уҡыта. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма теат­рына ла барып дәрестәр биреп өлгөрә, сәнғәт инс­ти­тутының театр бүлегендә йыр буйынса дәрестәр үткәрә. Яратып башҡарған эшенә ҡарата булған күн­дәмлеге, тырышлығы, уңғанлығы менән коллега­лары һәм уҡыусылары араһында абруй ҡаҙана ул.
– ...Мин уҡыған ваҡытта уҡ уҡытыусы булам ти торғайным. Уҡытырға яраттым. Уҡытыусым да миңә: “Һин бик оҫта уҡытыусы буласаҡһың”, – ти ине. Шуға ла йыр менән бергә күңелем тартҡан юлым булды ул уҡытыу...
Ул арала видеояҙмала Ғәлиә апай башҡа­рыуында башҡорт халыҡ йыры “Гөлнәзирә” яңғырай. Ысынлап та, айырыла шул Ғәлиә апайҙың “Гөлнәзирә”һе. Бер ниндәй ҡатмарлыҡһыҙ, еңел генә башҡарыла йыр, уның еңеллеге көй аҙағында һәлмәк кенә баҫып бейеп киткән йырсының йөрөш-килбәтендә сағыла. Үҙенсәлекле йыр һәм үҙенсәлекле башҡарыу. Тап ошолай башҡарылырға тейеш тә кеүек шул был йыр. Яңылышмағанмын, Ғәлиә апай минең һүҙҙәремде ҡеүәтләй. Бер аҙ һабаҡ та биреп өлгөрә. Ә ул башҡарған йырҙарҙың моңо, ысынлап та, күңелде бәүетә төҫлө.
– ...Бына тыңла әле, еңел генә йырлана йыр. Һин моңоң, тауышың, күңелең, һүҙең, йөҙөң, йөрөшөң менән дә ошо еңеллекте тамашасыға еткерергә тейешһең...
Видеояҙмаларҙы артабан ҡарайбыҙ.
– ...Оҫталыҡ тәжрибә менән килә. Ул йырсыға ла, бейеүсегә лә, йәштәр, һеҙгә лә кәрәк...
Ғәлиә апайҙың кинәйәле һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Уның һөйләгәндәре аша башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ мин дә һабаҡ алам. Аңлайышлы, бик матур итеп һөйләй оло йәштәге уҡытыусым. Минең һораулы ҡарашыма ла яуап табыла: “Ҡайһы бер осраҡта уҡытыусылар ҙур тауышты күрһәтергә тырыша, ә ҙур тауышты бары тик тын алышы дөрөҫ булған саҡта ғына күрһәтеп була, тауышты тынға дөрөҫ итеп ултырта белергә кәрәк...
...Әлбиттә, сәхнә матур, ул йәштәрҙе, батырлыҡты, матурлыҡты ярата. Кеше үҙенең урынын, үҙенең дәрәжәһен белергә тейештер, минеңсә. Ә остаз булыу – бик ҡатмарлы эш ул, сөнки уҡыусыларҙың яҙмышы – уҡытыусы ҡулында...”
Ғәлиә апайҙың уҡыусылары – йырсылар, ҡурайсылар, дирижерҙар... Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы театрҙары өсөн дә актерҙарға йыр буйынса дәрестәр бирә тәжрибәле уҡытыусы. Фидан Ғафаров, Суфия Ҡорбанғәлиева, Лена Гәрәева, Илдар Ғүмәров, Ильмир Әбүбәкиров, Тимур Рамазанов, Йәмил Баймырҙин, Салауат Мөхәмәтйә­ровтар төрлө йылдарҙа Ғәлиә Солтановала йыр буйынса шөғөлләнгән.
– ...Уҡыусыларымдан уңдым мин. Күп йылдар үткәндән һуң да килеп рәхмәт әйтеүселәр бар. Кешеләргә бер йылы һүҙ, яҡты йөҙ кәрәк. Ул саҡтағы һәләтле йәштәр – Нәзифә Ҡадирова, Флүрә Килдейәровалар: “Һеҙ мине концертыма килеп маҡтағайнығыҙ, рәхмәт, Ғәлиә апай, шунан мин тағы ла ҡанатланып киттем”, – тип әйтерҙәр ине...
Эй, Ғәлиә апай, һеҙ илдәрҙе таң ҡалдырған йырсы ғына түгел, Хоҙай тарафынан уҡытыуға оло һәләт бирелгән уҡытыусы ла. Хоҙай тарафынан булған уҡытыусылар, белмәйем, нисектер айырылып тора кеүек. Үҙ иңдәренә тормошсан рухи яуаплылыҡ алған ундай уҡытыусыларҙың, ошо исеме менән генә лә ғүмерлек оло ихтирамға лайыҡ остаздарҙың барлығын тойоп, шатланып ҡуям мин. Әгәр ҙә үҙемдең быуындан алда тыуып йә яңынан йыр сәнғәте юлын һайлаһам, һис шикһеҙ, һеҙҙең уҡыусығыҙ булырға теләр инем, тип уйлайым эстән генә.
Һәр уҡытыусының белем биреүҙә үҙ алымдары, әхлаҡи терәге була. Ғәлиә апайҙың сәнғәт өлкәһен­дәге уҡытыу үҙенсәлектәре менән дә ҡыҙыҡһынам. Йырҙы башҡарыусы һәм йөрәктән сыҡҡан илаһи моң... Ошо бейеклеккә күтәрелер өсөн нимәне күҙ уңында тоторға кәрәк һуң? Бармы икән йырҙың үҙ серҙәре?
– ...Уҡыусыларға йырҙың һүҙҙәре тураһында һабаҡ бирәм. Уларға дәрестәге биргән беренсе һорауым да шул була торғайны... Йырсы бигерәк тә йыр һүҙҙәренең мәғәнәһенә иғтибар бирергә тейеш. Йырҙың һүҙе беренсе урында булған осраҡта халыҡҡа барып етә. Нимә тураһында йырлайһың, нимә тураһында һөйләйһең... Үҙеңдең кисерештә­реңде тамашасыға алып барып еткерергә тыры­шырға кәрәк. Ул һинең уйҙарыңдың яҡтылығын, матурлығын күрергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта филармонияға киләм дә күңелем бошоп китә. Бөгөн йырсылар тауыш менән үтә мауығып, йырҙың һүҙҙәренә иғтибар итеңкерәмәй... Ә йырсы кеше яратмаған йырҙы йырлай алмай, мин шулай уйлайым. Нимә тураһында йыр? Мөхәб­бәт, Тыуған ил, әсә, тормош тураһында... Йыр­ҙың тәрән мәғәнәһенә төшөнөп, күңелдә көйләйем, йыр миңә оҡшай, тип уйлайым. Шунан уны ҡабаттан төбөнә төшкәнсе өйрәнгәс кенә сәхнәгә сығарам. Хәҙер иһә ҡайһы бер йәш йырсылар йырҙың мәғәнәһенә ныҡлап төшөнмәйенсә йырлай. Йырҙың мәғәнәһе лә күренмәй, күҙендә күңел кисерештәре лә сағылмай. Әгәр ҙә патриотик йыр икән, Тыуған илде күҙ алдына килтереп, туғанда­рыңа, тыуған ереңә булған мөхәббәтеңде тойоп йырлайһың.
Туғандарыма рәхмәт, һәр ваҡыт тартып тора. Мин үҙем дә, туғандарым килә икән, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәм. Районға ҡайтҡанда ихтирам итеп, асыҡ йөҙ, ихлас күңел менән яҡташтарым ҡаршы ала... Яңыраҡ ҡына тыуған яғым Салауат районы Малаяҙ ауылында юбилейымды бик матур итеп ойоштор­ҙолар. Яҡташтарымдың һәр береһе яҡын, ҙур рәхмәт уларға. Шул хәтлем ҡыуанып, яҡташтарым менән ғорурланып, шатланып ҡайттым Өфөгә...
Ул арала Ғәлиә апайға туғаны шылтырата. Тыуған көнө уңайынан яҡындары менән дә ултырып алырға әҙерләнә апай. Күңелдә йәм һәм дәрт барҙа, өйҙә лә йәм була шул. Барыһын хәстәрләп, бәләкәй ҡыҙы Ләйсән менән фатирын да матурлап ебәргән улар. Ни тиһәң дә, быйыл оло байрамын – 80 йәшен билдәләне Ғәлиә Солтанова.
Күңелдәрҙе яҡтыртҡан йәнә бер иҫтәлеген бәйән итә апай.
– ...Аллаға шөкөр, әсәйем оҙон ғүмер кисерҙе. Һөрмә күҙле, ҡалын сәсле, бик һылыу ҡатын ине ул. Мин уны ҡалаға йыш ҡына алып килә торғайным. Ул тышҡа эскәмйәгә ял итергә төшөп ултыра. Бер шулай ике ҡыҙ үтеп бара икән. “Ҡайһылай һылыу инәй! Һеҙ кем булаһығыҙ?” – тип һораған ҡыҙҙар. “Мин бында ҡыҙымда торам”, – тигән әсәйем. “Ә ҡыҙығыҙҙың исеме кем?” “Ғәлиә Солтанова”. “Һеҙ Ғәлиә Солта­но­ва­ның әсәһеме?!” – тип ҡыуанып, яратып киткәндәр әсәйемде. Аҙаҡтан ул миңә, ҡара әле, һине бында сит кешеләр ҙә белә, тигән була. Уның бына ошолай шатланғаны әле булһа хәтерҙә... Үҙе аяҡҡа баҫ­тырған балаларының хөрмәтендә йәшәне әсәйебеҙ.
Оло ағайым йырсы булмаһа ла, иҫ китмәле йырланы. Быйыл 90 йәшендә лә йырлаттыҡ уны. Икенсе ағайым Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек йырлай торғайны, тик ул да йыр юлынан китмәне. Анфиса һеңлем матур йырлай; йыр буйынса халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, ике тапҡыр лауреат булған Венера һеңлем дә һоҡланғыс тауышлы, бер тыңлауҙан кәйҙө отоп алырға һәләтле...
Шулай Салауат районынан сыҡҡан Маһира һәм Кәлимулла Солтановтарҙың ғаиләһе бик моңло була, әле лә ошо моң, ғаилә усағының йылыһы уларҙың күркәм шәжәрә быуындарын ҡурсалап, ғаилә ҡотон һаҡлай.
Ғәлиә апайҙың хәтирәләре, яҡты иҫтәлектәр менән сағыуланып, сабырлыҡты һынаған яҙмыштың бормалы юлдары менән үрелә. Икенсе тапҡыр тормошҡа сыҡҡас, матур ғаиләлә ҡыҙҙары Ләйсән тыуа. Тик бергә оҙаҡ йәшәргә насип булмай ғаиләгә, иптәше үлеп китә. Ғәлиә апайға бынан һуң да әле сабырлыҡҡа һынау үтергә тура килә. Уның һөйләгәндәрен кисермәйенсә генә тыңлап булмай. Тормошоноң һәр көнө ваҡи­ғаларға бай, һәр аҙымы оло әһәмиәткә эйә. Уйландырғаны ла, йылмайтҡаны ла йырлы ижады – тотош тормошо һуҡмағы шул. Оло мөхәббәтен, аһ-зарҙарын, ҡыуаныс-йыуаныс­тарын йыр аша еткерә Ғәлиә Солтанова.
Бөгөнгө көндә ике ҡыҙын оло тормош юлына баҫтырып, ейәндәрен тәрбиәләй Ғәлиә апай. Балаларының бөтәһе лә юғары белемле: Зилә сәнғәт мәктәбендә балаларҙы йыр-моң серҙәренә өйрәтә, Ләйсән иһә психолог һөнәрен үҙләштергән. Ейәндәре Айҙар менән Юлай ҙа инде буй еткереп, эшләп йөрөй, йырлай, гитарала уйнайҙар. Бына шундай ихтирамлы бәхетле әсәй һәм өләсәй ул Ғәлиә апай.
Уның башҡарыуында “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”, “Элмәлек”, “Ғилмияза”, “Тәфтиләү”, “Шәүрә килен”, “Зөлхизә”, “Гөлнәзирә” кеүек башҡорт халыҡ йырҙары, “Һибелә сәсәк”, “Зиләйлүк” кеүек татар халыҡ йырҙары, Заһир Исмәғилев, Роза Сәхәүетдинова, Рим Хәсәнов, Ризван Хәкимов, Рафиҡ Сәлмәнов, Рөстәм Яхин, Илгиз Закиров, Фирзәр Мортазиндарҙың моңло ижад емештәре бар. Радио фондында 160 – 170 йыры тупланған. Бөгөн дә радио-телевидение аша яңғыраған һоҡландырғыс йырҙарын халыҡ оло кинәнес менән яратып тыңлай.
Уҡытыусы булараҡ замандың профессиональ йыр кимәле тураһында ла асыҡ фекерҙәрен әйтә Ғәлиә апай.
– ... Беҙҙең заманда профессиональ йырсыларға талаптар юғары ине. Беҙҙән профессиональ композиторҙарҙың йырын башҡарыуҙы талап итә торғайнылар. Репертуарым, ысынлап та, бик бай булды минең. Яратып, оло мөхәббәт менән башҡарҙым йырҙарымды. Элекке композиторҙар йырҙарҙы бик моңло тауыш менән йырларлыҡ һәм йөкмәткеле итеп яҙа ине. Бәлки, шуғалыр ҙа улар халыҡтың күңеленә барып еткәндер... Хәҙер ижад ителгән йырҙарҙы тыңлап, бер аҙ эс бошоп китә шул...
Ғәлиә апайҙың репертуарындағы матур йырҙар менән 75 йәшлек юбилейы айҡанлы төшөрөлгән видеояҙманы ҡарап сыҡтыҡ. Ошо йыр юлдарына һалып, Ғәлиә апай миңә үҙенең тормош юлдары хаҡында һөйләне, уйландырҙы, тетрәндерҙе, дәртләндерҙе, йыуатты, һабаҡ бирҙе. Йөрәге тулы һөйөү хистәре менән һуғарылған һәр йырында үтелгән тормош юлдары, яҡты, йылы, ҡарлы-буранлы хәтирәләр моңо яңғырап ишетелгәндәй булды.
– ...Заманалар шул хәтлем үҙгәрҙе. Кем менән генә һөйләшһәң дә, эх, һеҙҙең заманда ниндәй йырсылар була торғайны, тиҙәр. Мин ҡырҡа киҫеп, заманалар үҙгәрҙе, хәҙер йәштәр икенсерәк, тип яҡлап та ебәрәм. Тик, ысынлап та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса заманына китеп барабыҙ шул. Йырсы тиҙ генә өйрәнеп, йырын яҙҙыра. Ҡай­һы бер каналдарҙы асып ебәрһәң, заман йыр­сыларының тауышы ишетелмәй, һүҙҙәре аңла­шылмай, тын алыуҙың нимә икәнен дә аңламайҙар. Бер-ике тапҡыр сығыш яһағандарҙы йондоҙ тип атап, бик ныҡ осһоҙайтып ҡуя алып барыусылар.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы ижади тормош юлын да оло бер һоҡланыу менән иҫкә ала Ғәлиә апай. Музыкаль спектаклдәр театрҙа ярайһы ғына ҙур урынды алып тора. Театр актерҙары менән йыр-тауыш өлкәһендә лә эшләйҙәр улар, “Зәңгәр шәл”, “Аҫылйәр”, “Ғәлиәбаныу”, “Тиле йәшлек” кеүек бө­гөн­гө көндә сәхнәгә яңынан ҡайтҡан иҫ китмәле спектаклдәрҙәге музыкаль өҙөктәрҙе әҙерләйҙәр. Бында ла Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙының хеҙмәте ба­һалап бөткөһөҙ. Бөгөн ул Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы һәм оло ихтирамға лайыҡ Хеҙмәт ветераны.
“Йәш булып ҡалыуҙың сере нимәлә?” – тип һорайым яҡты йөҙлө Ғәлиә апайҙан. Ихлас йылмайып, уйҙарға бирелеп, матур ғына яуап бирә ул:
– ...Һәр йәштең – үҙ матурлығы, тиҙәр. Уй, мин ҡартайҙым инде, уй, мин сирләйем инде, тип төшөнкөлөккә бирелгән саҡта йәш булып булмай. Алтмыш йәштә минең бер дәртем бар ине, етмештә лә дәрттәрем бар ине йәшәргә, әле лә, Аллаға шөкөр, тип уйлайым. Тормошто, бала­ларыңды туғандарыңды, халҡыңды яратып йәшәү кешенең күңелен йәшәртә. Иртән уянғас, бөгөн дә ҡояшты күрәм, Аллаға шөкөр, иҫәнлегем бар, тип үҙемә дәрт, көс биреп, тормоштоң йәмен-тәмен тойоп йәшәргә тырышам. Мин бер ҡасан да кешеләрҙән көнләшмәнем. Ошоларҙы нисектер бәләкәйҙән аңлай торғайным. Ошондалыр, моғайын, йәшлектең ябай ғына оло сере...
Был да Хоҙай Тәғәләнең бер ҡөҙрәтелер. Йырҙы бар йөрәге менән тойған тәрән моңло йырсылар, үҙ эштәренең нескәлектәрен белгән, бар булмышын биреп эшләгән уҡытыусылар һәм ябай булып ҡала белгән саф күңелле, яҡты йөрәкле һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булһа ине йөрөр юлдарыбыҙҙа. Улар беҙҙең донъяның йырлы нуры булып, хатта йөрәктәрен ҡыҫып түҙгән ауыр мәлдәрен онотоп, үҙ тормош яҡтылыҡтары менән кеше күңелдәрен яҡтырта, йырҙары менән көс-матурлыҡ, фәһем-зи­һен өләшә. Һәм нисә йәштә булыуҙарына, ниндәй дәрәжәгә күтәрелеп, ниндәй һөнәри кимәл юғары­лығына күтәрелеүенә ҡарамаҫтан, бөйөклөктә ябайлыҡты табып йәшәй беләләр һәм һәр беребеҙгә үрнәк булып торалар. Бөйөклөктәге ябайлығығыҙ, сабыр йәнле булыуығыҙ, йөрәгегеҙҙәге мөхәб­бә­тегеҙ менән ысынлап та бай һәм йәшһегеҙ, оло ихти­рамға лайыҡһығыҙ, Әй һандуғасы, затлы ил хазинаһы, үҙ илебеҙҙең аҫыл һандуғасы Ғәлиә апай Солтанова. Артабан да яҡтылыҡ бөрккән моңло яҙмыш юлынан барғанда туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, телегеҙгә булған һөйөүегеҙ һәм халҡығыҙ менән алға барырға, именлектә шатланып йәшәргә яҙһын һеҙгә, Ғәлиә апай.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780