Бесән мәле. Был миҙгелдә Белорет яҡтарының хозурлығын әйтеп аңлатҡыһыҙ. Тик Рәмил генә ошо күркәмлеккә һоҡланыр хәлдә түгел. Үлтереп теше һыҙлай уның. Әсәһенең ҡапыл ғына дауаханаға алып барыр әмәле юҡ. Бесәнде йәһәтерәк өҙөргә кәрәк. Бөткөһөҙ донъя мәшәҡәтен үҙҙәре генә тарта шул. Атайҙары мәрхүм булғанда алты баланың иң кескәйе Рәмил бер йәштә генә тороп ҡала. Тау араларында көндәр бер ямғырға китһә, оҙаҡҡа һуҙыла бит ул. Фәүзиә апай улына:
– Мә, ошоно өрһәң, баҫылыр, – тип ҡурай үләнен һындырып алып бирә.
Үҙе тоҫмаллағанса тишектәр уйып ҡурайын быжылдатҡан малайҙың теш һыҙлауы баҫылғандай булһа, икенсенән, өлкәндәр кеүек, ысын ҡурай тауышын сығара алыуы дәртләндерә. Ошо ябай ғына көпшә артабан ғүмерлек юлдашына әүерелер ҙә донъя буйлап сәфәрҙәргә алып сығыр, әллә күпме кеше менән осраштырыр, дуҫлаштырыр тигән уй башына ла инеп сыҡмай.
Аҙаҡ дүртенсе класҡа Белорет интернат-мәктәбенә барғас, Мөхәррәм Сәлимов етәкселегендәге түңәрәктә ҡурайҙа уйнау нескәлектәрен үҙләштерә үҫмер. Татлы ауылы клубында беренсе тапҡыр “Азамат” көйөн башҡарып, халыҡтың гөрләтеп ҡул сабыуын да бөгөнгөләй хәтерләй. Һигеҙенсене бөткәс, сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә инә, Ришат Рәхимовта уҡый.
Үҙенең йәмәғәте Ирина ханым менән дә халҡыбыҙҙың изге уйын ҡоралы осраштыра егетте. Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башы. “Йәдкәр” фольклор төркөмө Ҡаҙағстанға гастролгә йыйына, әммә Ишморат Илбәков ауырып киткән. Ғәли Хәмзин йәш ҡурайсыға:
– Ҡустым, ярҙам ит, әйҙә, беҙҙең менән бараһыңмы? – тип мөрәжәғәт иткәс, бер һүҙһеҙ риза була Рәмил.
Аҡтау ҡалаһында аэропортта уларҙы башҡорт мәҙәни үҙәге вәкилдәре ҡаршы ала.
– Иринаға шунда уҡ күҙ төштө лә хатта һаулыҡ һорашырға оноттом, – ти бөгөн был осрашыу хаҡында Рәмил ағай.
– Ә мин эстән генә, бынау егет бигерәк әҙәпһеҙ, һаулыҡ та һораша белмәй, тип уйланым, – тип хәтерләй ул мәлде Ирина апай.
Ансамбль Ҡаҙағстанда бер аҙна була, концертта Ирина баяғы үпкәһен онотоп, егеткә гөлләмә бүләк итә. Йәштәр телефондарын алмашып, хәбәрләшеп тора. Бер айҙан Башҡортостанға әхирәтенең туйына килгән Иринаға тәүәккәл егет тәҡдим яһай.
– “Йәдкәр” ансамбле менән барып, Йәдкәр исемле уҙамандың ҡыҙын алдым, – тип йылмая ҡурайсы.
Баҡтиһәң, ғаилә бығаса Учалы районының Ураҙ ауылында йәшәгән. Ирина өсөнсө класты бөткән йылда улар Ҡаҙағстанға күсенгән була.
Айырылмаҫ юлдашына әүерелгән ҡурайы менән илдең, донъяның ниндәй генә төбәктәрендә булырға, халҡыбыҙҙың мәҙәни байлығын күрһәтергә насип булмай Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Мәүлит улына. Төрлө халыҡтарҙың үҙҙәренең милли оркестры булыуына, эх, беҙҙә лә ойошторорға ине, тип көнләшеп ҡарай. Егеттең был ниәтен республика етәкселеге хуплап ҡаршы ала һәм уның фиҙакәрлеге менән 2001 йылда Халыҡ ҡоралдары милли оркестры ойошторола.
Коллективҡа 40-тан ашыу музыкант эшкә алынып, йылдан-йыл репертуарҙы байытып, 300-ҙән ашыу әҫәр туплана. 15 йыл оркестрҙы етәкләгән осорҙа коллектив, бихисап урындарҙа республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн күрһәтеп, данға күмелә. Рәсәйҙең беренсе Президенты призына лайыҡ булыу, ике тапҡыр халыҡ-ара конкурста, Рәсәй конкурсында Гран-при яулау – өҙлөкһөҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында, Глинка исемендәге музейҙа яҙмаларын ҡалдыралар. Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Калинин коллективты “донъялағы берҙән-бер оркестр” тип атай. Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары мәлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин, коллективтың сығышына һоҡланып, “уникаль оркестр” тип Рәмил Мәүлит улының ҡулын ҡыҫа.
– Бөтә илдә лә ҡурайҙы ихлас ҡабул итәләр, – ти Рәмил Мәүлит улы. – Эксклюзив ҡоралды күреп, мөкиббән китеп, таң ҡалып тыңлайҙар.
Бер нисә йыл элек ул саҡтағы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Виктор Зубков етәкселегендәге делегация менән Делиға барыуы ла күңеле түрендә матур хәтирә булып һаҡлана. Тамаша ҡылырға ун меңләп халыҡ йыйылған. Бөгөн Рәсәйҙә йондоҙ булып йөрөгән Дима Биланды халыҡ әллә ни хупламаһа ла, Редик Фәсхетдинов менән Рәмил Ғәйзуллинды алҡыштарға күмәләр. Береһе баянда һыҙҙырһа, икенсеһе – ҡурайҙа.
Һуңғы ике йыл ярым арауығында 25-ләгән сәфәрҙә була танылған музыкант. Йыр-моң донъяһына бар булмышы менән бирелгән шәхескә йыш ҡына үҙ аҡсаһына ла йөрөргә тура килә. Башҡорт сәнғәтен таратыуға көс һалған ҡурайсы төркмән, ҡаҙаҡ, үзбәк оркестрҙары менән сығыш яһағанда мотлаҡ башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен уйнай, икенселәрен рус оркестрына һалдыра. Былтыр Төркмәнстанда беренсе тапҡыр дәүләт симфоник оркестрына дирижерлыҡ итә. Ошо көндәрҙә генә танылған музыкант Рәсәйҙең Николай Осипов исемендәге Милли академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының “Донъя турнеһы” проектында сығыш яһап ҡайтты. Бында Рәмил Ғәйзуллин дирижерлыҡ итергә, шул арала ҡурайҙа ла уйнарға өлгөрә. Был уның П. Чайковский залында һигеҙенсе тапҡыр сығыш яһауы. Икенсе йылға ла саҡырып ҡуйғандар. Шулай уҡ Санкт-Петербургка ике сәфәр планлаштырылған. Смоленск, Ҡаҙағстандың Чимкент, Астана тарафтарында, икенсе йылға Ҡалмыҡ Республикаһында ла көтәләр.
Шулай ҙа үҙе ойошторған оркестрҙа ниәт иткән уйҙары теүәлләнмәүенә борсола ҡурайсы.
– Эшләнеп бөтмәгән әйберҙәр ҡалды, – ти ул. – Ундай оркестр Ер шарында юҡ. Ҡурайҙарҙы оҫта менән оркестрға барырлыҡ итеп эшләй башлағайныҡ, өс этап үттек, тағы өсәүһе ҡалды. Шуларҙы урынына еткереп ҡуймаһаҡ, уның ысын милли йөҙө боҙолоуы бар.
Ҡаҙағстан, Татарстан… Бөгөн Рәмил Мәүлит улы республиканан ситтә лә оҫталыҡ дәрестәре алып бара.
– Был юҫыҡта бәғзе бер халыҡтар беҙҙең ҡурайҙы үҙләштерә тигән кире ҡараш йәшәй, – ти ул. – Ҡаҙағстанға барып өйрәткәнем бар. Улар барыбер беҙҙән шәп уйнай алмаясаҡ. Ҡаҙаҡтар ҡурайҙы күпләп уйнай башлаһа, беҙҙекеләргә эш буласаҡ.
Ҙур идеялар, хыялдар менән йәшәй Рәмил Мәүлит улы. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер идеяларҙың үҙебеҙҙә хуплау тапмауына борсола. Мәҫәлән, 2005 йылдарҙа бөтә донъя төрки халыҡтарының оркестрын төҙөү хаҡында ниәт ҡора башлай. Бының өсөн сығым да талап ителмәй. Анкарала үткән бер кәңәшмәлә “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновҡа шәхсән теләген белдерә. Һөҙөмтәлә былтыр ул азербайжан оркестры нигеҙендә ойошторола. Төрлө яҡтан йыйылған музыканттар унда башҡорт көйҙәрен дә башҡара.
Ҡасандыр тамашасылар эркелеп йөрөгән “Йәдкәр” фольклор ансамблен бәғзе берәүҙәрҙең тарҡатыуға юл ҡуйыуына күңеле һыҙлай. Халҡыбыҙ һандуғастары Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева кеүек йырсыларҙы берләштергән төркөмдө бөтә ерҙә ихлас ҡаршы алғандар, алҡышлап оҙатҡандар. Тап шуға ла бөгөн ошо бушлыҡты тултырыу йәһәтенән фольклор ансамбль төҙөү хаҡында хыяллана талантлы шәхес.
– Сит илдәргә күп йөрөгәс, уның нескәлектәрен яҡшы беләм, – тип уй-хистәре менән уртаҡлаша ул. – Фольклорҙы бөтә ерҙә барса халыҡ ҡабул итерлек юғары кимәлдә ойошторорға кәрәк. Бының өсөн артыҡ сығым да талап ителмәй. Беҙҙең филармонияла талантлы артистар етерлек. Бары уларҙы йыйып, халыҡты йәлеп итерлек зауыҡлы, фәһемле программа төҙөү мөһим.
Әҙәм балаһы ниндәй генә дан-шөһрәткә күмелмәһен, халыҡ алдында уны шәхес булараҡ билдәләгән төп уңышы – тәрбиәләп үҫтергән балаларылыр, моғайын. Был юҫыҡта ла йөҙө яҡты шөһрәтле ҡурайсының. Ҡасандыр сәхнә тултырып “Любезники-любизар, маладис, маладис!” тип йырлап йөрөгән малайҙар бөгөн барыһы ла яҙмышын сәнғәт менән бәйләгән.
– Сәнғәткә килеүҙәре үҙҙәренең теләгеме? – тигән һорауыма Рәмил Мәүлит улы былай тип яуап бирҙе:
– Бәләкәй саҡта балаларға йүнәлеш бирергә кәрәк. Мәҫәлән, Японияла етенсе класҡа тиклем бөтәһе лә мотлаҡ музыка буйынса белем алырға тейеш. Нобель премияһына лайыҡ булғандарҙың күпселеге бала саҡтарында музыка менән шөғөлләнгән. Алты айлыҡ сағында мин уландарымдың музыкаль һәләтен тикшерҙем. Көн һайын ҡурайҙы уйнағас, атлай башлағас, эштән ҡайтһам, һөйөнөп китеп ҡурайҙы күрһәтәләр ине. Өс улым да музыка мәктәбендә белем алды.
Бөгөн Айтуған филармонияла эшләй. Ул ретро, халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарыуы менән алдыра. Шамил сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлап, хәҙер уҡырға инергә әҙерләнә. Иҡсан сәнғәт институтында уҡый, һуҡма ҡоралдарҙа уйнай.
– Иҡсан диплом алғанда үҙе айырым концерт бирҙе, бик талантлы кеше, – тип һүҙгә ҡушыла әсәһе. – Бындай хәл булғаны юҡ ине әле, тип уҡытыусылар һоҡлана. Иң тырышы ул. Таңғы алтынан-етенән тороп институтҡа шөғөлләнергә китә, класс буш ваҡытта. Вуздан ҡыуып сығарғас ҡына ҡайта.
– Балаңды иң тәүҙә үҙ һөнәреңә мөхәббәт уятырға, ошо юҫыҡта тәрбиәләргә кәрәк тип уйлайым, – ти егеттәрҙең атаһы. – Уртансы улыбыҙ әле эшҡыуарлыҡ хаҡында уйлай башланы. Бәлки, икенсе юлды һайлар, әммә барыбер сәнғәтте, йырҙы ташламаясаҡ. Күптәр сәнғәт кешеләренең эш хаҡы аҙ тиһә лә, минеңсә, ул – ваҡытлы күренеш. Икенсенән, улар хеҙмәт хаҡына ғына ҡарап ятмай. Мәҫәлән, Иҡсан – универсаль егет, Ҡазанда ла уға эш тәҡдим итәләр. Шул уҡ Мәскәүгә барһа ла, урамда ҡалмаясаҡ.
Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ Ғәйзуллиндарҙың уңайлы фатирында. Йорт хужаһына ихтирам ҙур бында. Атайҙары аш бүлмәһенә ингәндә өс улы ла уны баҫып ҡаршы ала. Әсә тәрбиәһе шулай. Стенала шәжәрә эленеп тора. Фатир төрлө музыка ҡоралдары менән тулған, уларҙың күбеһен алтын ҡуллы йорт хужаһы үҙе эшләгән. “Кеше-оркестр” программаһын төҙөп алған Рәмил Мәүлит улын төрлө урындарға, белем усаҡтарына өҙлөкһөҙ саҡыралар. Полиэтилен тоҡсайҙы ауыҙға ҡабып, стаканға һыу тултырып та көй сығара ул. Бер үк мәлдә әллә нисә төрлө музыка ҡоралында уйнаған музыкант алдында иң киҫекһеҙ балалар ҙа тынып ҡала.
Рәмил Мәүлит улының быйыл филармонияла эшләй башлауына утыҙ йыл тула. Ошо айҡанлы ҙур концерт ойошторорға ниәтләй ул.