Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Культура фронтында яңы еңеүҙәргә
Культура фронтында яңы еңеүҙәргә Башҡортостан Октябрь революцияһының XVII йыллығын культура өлкәһендә тағы ла бер ҙур еңеү менән ҡаршы ала. Ҙур капиталь ремонт һуңында Үҙәк китапхана эш башланы. Был – культура фронтында өлкән байрам.
Элек, Өфө дворяндары һәм ҡала сауҙагәрҙәре эске мәжлестәр яһап күңел асҡан урында, хәҙер ҙур культура усағы барлыҡҡа килтерелде. Ремонттан һуң китапхананы хәҙер танырлыҡ та түгел, ул бөтөнләй яңыртылған, таҙартылған. Таҙалыҡ, яҡтылыҡ өҫтөнә майлы буяу менән бөхтә итеп буялған залдар һәр кемде һоҡландыралар.

Бөгөн меңдәрсә уҡыусылар ҙур шатлыҡ менән ғилми китапхана ишеген асалар. Улар асыҡ төҫкә буялған залдарҙы тултырасаҡ – үҙенә кәрәкле бөтә китаптарҙы табасаҡ, китапхана тулы кимәлдә эш башлаясаҡ.
Баштан уҡ өлгөлө таҙалыҡ һәм тәртип ҡуйылған, һары балауыҙ менән шымартылған паркет иҙәндәр ялт итеп торалар. Зал буҫтауҙар менән ябылған өҫтәлдәр, өр-яңы ултырғыстар, гөлдәр менән тәьмин ителгән. Ҙур быяла шкаф һәм кәштәләрҙә китаптар бүлектәргә бүленеп теҙелгән, уҡыусы өсөн кәрәкле бөтә төр яңы әҙәбиәт менән тәьмин ителгәндәр.
Китапханала 185 500 дана китап бар. Шуларҙан урыҫ бүлегендә – 123 мең, башҡорт бүлегендә – 29,5 мең, сит телдәр бүлегендә – 7,5 мең. Ремонт ваҡытында ғына китапхана 26 мең дана китап алған. СССР дәүмәлендә баҫылып сыҡҡан һәр бер яңы китап мотлаҡ алына тора, шул рәүештә бер йыл эсендә генә китапхана 50 мең дана самаһында китапҡа тулылана.
Китапхананың майҙаны ла ҙурайтылған – элек китап һаҡлау урындары 172 кв. метр ине, хәҙер 504 кв. м., уҡыусылар менән эшләү өсөн элек айырым урын юҡ ине, ә хәҙер 400 кв. м. урын бүленгән.
Китапхана хәҙер бөтә эшен уҡыусыларҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ хеҙмәтләндереүгә ҡаратып ҡорған. Бигерәк тә ғилми эштәр менән шөғөлләнеүселәргә ныҡ иғтибар бирелә. Бының өсөн 200 кеше һыйышлы махсус зал билдәләнеп, ғилми эш өсөн кәрәкле бөтә шарттар менән тәьмин ителгән. Сикләнмәгән күләмдә әҙәбиәт, энциклопедик словарҙар, ҡара, ҡәләм һ. б. бөтәһе лә етеш. Залда себен осһа ишетелерлек тыныслыҡ тәьмин ителгән, стеналар бөйөк ғалимдар, әҙип һ. б. рәсемдәре менән биҙәлгәндәр.
Архивты тәртипкә һалыу юлында быйыл ифрат ҙур эштәр эшләнгән: архивтан 145 мең дана китап табылып, рәткә һалынған. Былар эсендә ҡиммәтле әҫәрҙәр табылған, былар эсендә бик һирәк уникумдар бар. Мәҫәлән, элекке помещик Дашков китапханаһы, “Вольное экономическое общество” китапханаһы, тәү баҫма Маркс әҫәрҙәре, үткән быуат баштарында сыҡҡан төрлө журналдар һ. б.
Шулай уҡ башҡорт бүлеге лә эшен йәйелдереп ебәргән. Элекке мәҙрәсәләрҙән, китапханаларҙан һирәк осрай торған китаптар тупланған.
Китапхана быйыл үҙ-үҙеңә белем алыуға ярҙамлашыу эшенә айырыуса иғтибар итә. Айырым бүлектәр (әҙәбиәт, тәбиғәт, техника һ.б.) буйынса махсус консультанттар билдәләнгән, тәнҡит, библиография эшенә лә ҙур иғтибар ителә. Әҙәби-ғилми кисәләр, уҡыусыларҙың конференцияларын, диспуттар үткәреү ҙур урын аласаҡ, массовый эшкә лә ҙур иғтибар ителәсәк.
Китапхана янында китап һатыу киоскыһы, буфет ойошторолған. Түбәнге ҡатындағы уҡыу залы һәр төрлө өр-яңы газета һәм журналдар менән тәьмин ителгән.
Биш ай дауамында ғилми китапханаға 11335 кеше килгән, 21506 дана китап бирелгән, активта 1700 кеше иҫәпләнә.
Һүҙ аҙағында, Октябрҙең XVII йыллығын бына шундай ҙур еңеүҙәр менән ҡаршы алыу өсөн, китапхана эшселәренең ни тиклем ныҡышмалы эш алып барғанлыҡтарын, китапхананы шундай хәлгә килтерә алыу өсөн уларҙың үҙ эштәрен һөйөүҙәре, өлкән энтузиазм кәрәк булғанлығын да иҫкә алмай үтеү мөмкин түгел.
Хеҙмәттәр елгә осмаҫ. Башҡортостан бөгөн культура фронтында тағы ла бер ҙур еңеүгә өлгәште.
Тимкинко.

(“Башҡортостан”, 1934 йыл, 7 ноябрь, № 257).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

–––––––––––
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780