Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәүҙә иҫтәлекле сара
Мәскәүҙә иҫтәлекле сараОшо көндәрҙә Мәскәүҙең Манеж майҙанында “Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ” партия проектына ярашлы ойошторолған автоуҙышта ҡатнашыусылар менән осрашыу булды.
Автоуҙыш Ҡырғыҙ-Миәкә — Ҡазан — Мәскәү — Климов — Завод, Юхновский районы, Калуга өлкәһе — Ҡарман, Гагарин районы, Смоленск өлкәһе — Великие Луки — Себеж — Смоленск — Брянск — Орел — Курск — Тербуны, Тербуны районы Липецк өлкәһе — Воронеж — Волгоград — Һарытау — Ҡырғыҙ-Миәкә маршруты буйынса үтә. Әлеге акцияның координаторы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов.
Осрашыуҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, офицерҙар – Рәсәй Геройҙары, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге активистары ҡатнашты. Митингтан һуң сараға килеүселәр Александр баҡсаһындағы Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскә һалды.

Гөлсинә Батыршина, Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
— Беҙ 2-се Тербуны ауылында йәшәгән яҡташыбыҙ Замир Ва­хи­тов­тың саҡырыуы буйынса төбәктә ике тапҡыр булдыҡ. Баш­ҡорттарға унда мөнәсәбәт бик яҡшы. Шуға күрә әлеге сара барыбыҙ өсөн дә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Липецк өлкәһенең Тербуны районында эҙәрмәндәр аяғы баҫмаған ерҙәр бар. Тиҙҙән төбәккә Антон Торгашов етәкселегендә төркөм юллана. Улар башҡорт яугирҙәре ерләнгән урындарҙа ҡаҙыу эштәре менән шөғөлләнәсәк. “Аҡ тирмә” клубы ағзалары ла улар менән бергә сәфәргә әҙерләнә. Беҙ эҙәрмәндәргә ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ шайморатовсыларҙы хәтерләгән, белгән өлкәндәр менән осрашырға, бүләк тапшырырға, туғандар ҡәберенә сәскә һалырға ниәтләйбеҙ. Обелискты, һәйкәлде яңыртырға, фамилияларҙы ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Әйткәндәй, Замир Вахитов күптән түгел архивтан 131 фамилияны эҙләп табып, һәләк булғандарҙың исемлеген тәртипкә һалды. Яңы обелиск ҡуйып, тотош мемориал асылһа, бигерәк яҡшы булыр ине лә, тик барыһы ла аҡсаға бәйле.


Автор: А. ХӘЛИЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780