Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәйғор”ҙан һуң тормош йәйғорҙай балҡый
“Йәйғор”ҙан һуң тормош йәйғорҙай балҡый Был шифахана 1984 йылда ойошторола. Тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнә. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр индереүгә өлгәшә. Тиҙҙән бында яңы уникаль ҡорамалдар барлыҡҡа килә.
– Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморрой һәм енси ауырыуҙарҙан дауалағанда айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып килгәндәре бар. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “ANATOMOTOR” тигән сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу ярҙамында уларҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, – ти Альберт Рәшит улы. – Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең башҡа бер шифаханаһында ла осратып булмай. Мәҫәлән, ҡаҡма тулҡынлы терапия аппараты – республикала берҙән-бер. Ул быуындар шешеүенән, үксә һөйәге ауырыуҙарынан арындыра.
Шифаханабыҙҙағы “Гальванованна” ҡоролмаһы ла Рәсәйҙә бер нисәү генә. Ул мускулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйләнешен яйға һала, контузия алған кешеләрҙең хәлен яҡшырта. “Магнитотурботрон” аппараты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәргән магнит тулҡындары организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын алыу һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән ҡотҡара, иммунитетты нығыта.
Шифаханала йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванна, тоҙ шахтаһы, ингаляция, аэрофитотерапия – һауығыуға өмөт өҙгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедураларҙың ҡайһы берҙәре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тултырылған йылы һәм таҙа бассейн – ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нервы системаһы, ҡан тамырҙары ауырыу­ҙарынан, балалар экземаһынан, псориаздан килешә. Тағы ла йөҙөү өсөн ҙур һәм тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.
Шифахананың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау маши­наһы энәһен лазер нурына алмаштырған. Тештәрҙе былай дауалау механик ысулдан күпкә айырыла. Берҙән, ауырттырмай, икенсенән, пломба кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы булғандар өсөн лазер – теш һыҙлауынан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Белгестәр теште ағартыу, уға ултырған таштарҙы алыу, кариесты иҫкәртеү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуҙа озонды бик уңышлы фай­ҙаланалар. Озон терапияһы ярҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һырҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла ошо юл менән ҡан әйләнешен яҡшыртыу, тамырҙарҙы таҙартыу, холестеринды кәметеү уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыуҙарына ҡаршы көрәшәләр.
Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ял итергә теләгәндәр һаны артҡандан-арта: республика ҡала һәм райондарынан, сит төбәктәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Шифахананың белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай интеккән ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. “Хеҙмәт­кәрҙәрҙең барыһы ла яғымлы, иғтибарлы. Нисек йоҡлауыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашып торалар”, – тип һоҡлана ял итеүселәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығытыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” программалары үҙҙәренең юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатлаған.
Шифахананы ҡарағай урманы уратып алған. Ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡоштар һайрауына алмашынған, һауаһы ла башты әйләндерерлек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, “Йәйғор”ҙо баш ҡаланың сағыу һәм мөғжизәле утрауына тиңләрлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779