Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өзләүҙең киләсәге өмөтлө
Өзләүҙең киләсәге өмөтлөКүптән түгел З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә танылған музыкант-ҡумыҙсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исемен йөрөтөүсе Роберт Заһретдиновтың “Башҡорт өзләүе мәктәбе” тигән китабы донъя күргәйне. Ошо көндәрҙә иһә Өфө сәнғәт училищеһында оҫтаның ижад кисәһе үтте, “Өзләүҙе тергеҙеү” тип аталған тематик концертта Роберт Абдрахман улы үҙе һәм уның уҡыусылары сығыш яһаны. Шулай уҡ сара сиктәрендә “Башҡорт өзләүе мәктәбе” китабының исем туйы ла үтте.
Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә нәшер ителгән, халыҡ көйҙәренең ноталары менән тулыландырылған, өзләү өлгөләре яҙҙырылған диск менән бергә таратылған баҫма, һис шикһеҙ, сәнғәттең был төрөн үҙ итеүселәр генә түгел, ә башҡорт музыкаһы менән, ғөмүмән, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә ҙур яңылыҡ һәм рухи табыш, сөнки быға тиклем сәнғәттең ошо ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле төрө буйынса дәрестәр үткәрерлек һәм өйрәнерлек бер ниндәй методика булмаған.
Билдәле ғалим, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Ришат Рәхимов баҫма тураһында бына ни тип яҙа: “Китаптың методик бүлегендә өзләү тауыштарын сығарыуҙағы тәүге аҙымдар һүрәтләнгән, шулай уҡ өзләүҙе өйрәнеүҙә эҙмә-эҙлекле күнекмәләр һәм кәңәштәр бирелгән. Китапта тауыш сығарыуҙың төрлө алымдары ла бар: өзләү сәнғәтен башлап өйрәнеүселәр өсөн 65 күнекмә, 40-тан ашыу инструменталь пьеса, 30-ҙан ашыу текслы пьеса, 35 башҡорт халыҡ йыры тәҡдим ителгән. Һис шикһеҙ, дәреслек башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙың традицион сәнғәт төрҙәре араһында иң боронғоларҙан иҫәпләнгән күркәм өлгөһөн пропагандалауҙа, тергеҙеүҙә һәм артабан үҫтереүҙә, квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә мөһим роль уйнаясаҡ”.
Был баһа үҙ эсенә авторҙың оҙаҡ йылдар дауамындағы эҙләнеүҙәрен, асыштарын, сәнғәттең был төрөн өйрәнеүҙе системаға һалыу йәһәтенән башҡарылған оло хеҙмәтенең һөҙөмтәһен алған.
– Дәреслек әҙерләү ихтыяжы 2007 – 2011 йылдарҙа ҡумыҙсылар һәм өзләүселәрҙең төбәк-ара конкурстарын ойоштороуға бәйле осорҙа тыуҙы, – ти Роберт Абдрахман улы. – Ҡатнашыусылар араһында йәш башҡарыусылар бихисап булһа ла, уларҙың башланғыс методик ҡулланмаһы, репертуар материалы һәм фольклор жанрҙарын башҡарыу методикаһы булмауы хафаға һалды. Бәйге үткәргән ваҡытта ҡайһы бер башҡарыусылар, ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ошо мәсьәләне күтәрҙе, миңә мөрәжәғәт итте. Ошонан һуң ҡулланма тупларға тигән фекер тыуҙы.
Роберт Заһретдинов фекеренсә, өзләүҙе үҫтереүҙең төп маҡсаты – фольклорҙың ошо традицион төрөн үҙ эсенә алған халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлау. Был йәһәттән, яңы китап – баһалап бөткөһөҙ рухи хазина. Уны әҙерләүҙә республикабыҙҙың күренекле фән, сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәре ярҙам иткән. Роберт Абдрахман улы баҫманың яуаплы мөхәррире Айрат Әҙиевкә, тарих фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһы академигы, профессор Нияз Мәжитовҡа, сәнғәт фәндәре докторы, профессор Ришат Рәхимовҡа, музыка белгесе Рәшиҙә Сәғәҙиеваға, китапты башҡорт теленә тәржемә итеүсе Гүзәлиә Балтабаеваға, инглиз телендәге вариантын әҙерләүсе Искәндәр Шафиҡовҡа, баҫманы әҙерләп сығарыусылар – “Китап” нәшриәте мөхәррирҙәре Ғәлиә Ғәлимова, Людмила Хәйерова, Ләйлә Бикбаеваларға ҙур рәхмәтен еткерә.
Шулай ҙа баҫманың төп нигеҙен һәм әһәмиәтен, һис шикһеҙ, барлыҡ ғүмерен өзләү һәм ҡумыҙ сәнғәтенә, башҡорт халҡының рухи мираҫын байытыуға бағышлаған Роберт Заһретдиновтың профессиональ тәжрибәһе, төплө белеме тәшкил итә.
Өзләү сәнғәтенең ташҡа баҫылған тарихын, үҙенсәлектәрен берләштергән уникаль баҫманы “Китап” нәшриәте магазиндарында һәм башҡа сауҙа нөктәләрендә һатып алырға мөмкин.
Г. САЛАУАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780