Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙ ҡәҙерен тойоп
Һүҙ ҡәҙерен тойоп Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар – бөгөнгө башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән шәхестәрҙең береһе. Уның “Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” кеүек китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итһә, оло быуын әҙиптәре юғары баһаһын биреп, матбуғатта сығыш яһаны. “Ауыҙ тултырып әйтергә була: Хәсән Назар – кешеләрҙе шиғырлы итер өсөн, тимәк, иманлы итер өсөн килгәндәрҙең береһе”, – тип яҙғайны заманында Башҡортостандың халыҡ шағиры
Назар Нәжми.

Хәсән Назарҙың 75 йәшлек олпат юбилейы уңайынан “Һайланма әҫәрҙәр”енең донъя күреүе әҙәбиәтебеҙ өсөн үҙе бер һөйөнөслө ваҡиғаға әүерелде. Был һәлмәк йыйынтыҡҡа әҙиптең 1960 – 2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған.
Ошо уңайҙан З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала китаптың исем туйы үтте. Шағирҙы ҡотлау өсөн ҡәләм оҫталары, әҙәбиәт һөйөүселәр килгәйне.
– Хәсән ағай – башҡорт әҙәбиәтендәге Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек абруйлы һүҙ оҫталарының береһе, – тип телмәрен башланы шағирә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова. – Ул үҙ ижадына ла, бүтәндәрҙекенә лә юғары талап ҡуя. Шуға ла уның кәңәшенә һәр саҡ ҡолаҡ һалдыҡ, ә инде ыңғай баһаһын алһаҡ – шатлыҡ кисерҙек. Хәсән Назарҙың шиғырҙары ҡабатланмаҫ образдары, һүҙ мәргәнлеге менән алдыра. Уның дүрт юллыҡ шиғырҙары байтаҡ. Замандашыбыҙ ана шул дүрт юллыҡта ҡайһы берәүҙәр поэмаға һыйҙыра алмаған фәлсәфәләрҙе асып һалған.
Йомабикә Ильясова, әҙипте яңы китабы менән тәбрикләп, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡотлау хатын тапшырҙы.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин да ҡәләмдәшенә ихлас теләктәрен еткерҙе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек шағирҙар ошо йәшкә етә алмай, – тине танылған прозаик. – Ә Хәсән дуҫым олпат йәштә лә үҙен егеттәрсә тота, яңы әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙы һөйөндөрөп тора. Уның матбуғатта баҫылған һәр шиғырын, мәҡәләһен уҡып барам. Шунда уҡ шылтыратып, фекеремде лә әйтәм. Һан артынан ҡыумай, сифат өсөн яҙа ул. Киләсәктә “Һайланма әҫәрҙәр”енең дауамын да ҡулға алырға яҙһын.
Хәсән Назарҙы ҡотларға теләгәндәр бихисап ине: Гөлфиә Юнысова, Ринат Камал, Нияз Сәлимов, Марсель Сәлимов, Тамара Юлдашева кеүек әҙиптәр замандашыбыҙға йылы теләген белдерҙе. Таңсулпан Ғарипова менән Айгиз Баймөхәмәтов иһә йырлы күстәнәсен тапшырҙы.
Ә инде автор тәрән мәғәнәле, донъяға фәлсәфәүи ҡараш менән һуғарылған, заманыбыҙ заңына сорналған шиғырҙарҙы үҙе уҡығанда һәммәһе лә кинәнеп тыңланы.
“Бал” тип ҡабатлауҙан ауыҙҙа татлы тәм барлыҡҡа килмәй. Шуға ла шағирҙың оҫталығы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, берәй шиғырын килтермәй булмаҫ.
Мин беләмен гүрҙә ни булырын –
Ерҙә күргәндең ул нисбәте.
Фәрештәләр һинән китмәйме тип,
Йәнем ҡайтыр, бәлки, кисләтеп.
Ҡайтһам, һин тойорһоң: нурҙар тулыр
Күңелеңә, гөлөңә, көйөңә.
Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын
Йылы биреп һинең өйөңә.
Был тетрәндерерлек шиғырға өҫтәп тағы ни әйтәһең?! Күңелдәрҙе һиҫкәндереп ебәрерлек һүҙҙәр бит!
Йә иһә ошо дүрт юллыҡты алайыҡ:
Һанаһаң, һанамаһаң да,
Иҫәпкә йондоҙ тулмай:
Бәхетһеҙҙәр араһында
Бәхетле булып булмай.
Шиғриәт байрамына әүерелгән сара ҡунаҡтарға күтәренке кәйеф бүләк итте. Ысын шағир һүҙе бер ҡасан да мәртәбәһен юғалтмай. Хәсән Назарҙың ижады – быға асыҡ дәлил. Юбиляр иһә үҙ сиратында З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә, Милли китапхана хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780