Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорт театрына фиҙа йәнем...”
“Башҡорт театрына фиҙа йәнем...”Театр – ул көҙгө түгел, ә ҙурайтып күрһәтә торған быяла, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, әйләнә-тирәләге тормошто тап шул театр икеләтә ҙурайтып, ҡабартып, аңыбыҙ, йөрәгебеҙгә һеңерлек итеп күрһәтмәйме ни?! Был йәһәттән нисәмә йыл тотороҡло эшләп килгән башҡорт театрҙары һәм дә уның ҡабатланмаҫ сағыу артистары менән бәхетле беҙҙең халҡыбыҙ. Ә бит булған шундай заманалар, башҡорт театр сәнғәтен бөтә ил белгән, уның һәләтле артистарын тотош донъя яратҡан... Хәйер, бөгөн дә сәнғәт ғибәҙәтханаларыбыҙ һәм улар аша халыҡҡа матурлыҡты, яҡтылыҡты, дөрөҫлөктө, ғөмүмән, йәшәйеште еткергән артистарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Заманында йәш артистар тулҡын-тулҡын булып килгән бит театрға.
Улар классик спектаклдәр менән үҙҙәрендә ысын һәләт тәрбиәләгән һәм дә милли йәмғиәт тарихында ҙур шәхестәр булараҡ уйылып ҡалған. Әйткәндәй, баштараҡ әйтелгән башҡорт театрҙары исемлегендә бөгөн йәш һаналған М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ла үҙенсәлекле бер урын биләй. Уның асылыуына 28 йыл ғына булһа ла, барлыҡҡа килеү тарихы XX быуаттың 30-сы йылдарынан уҡ башлана. Ваҡытында Республика йәш тамашасы театры булараҡ эш башлаған сәнғәт йортона халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелде. Милли йәштәр театры тип атала ул бөгөн. Башҡорт һәм урыҫ труппаларын туплаған ижади состав республикабыҙҙың иң йәш коллективы һаналһа ла, унда бөгөн үҙенең бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған бай тәжрибәле, аҡһаҡал ҡорона ингән милләттәштәребеҙ фиҙакәр хеҙмәт итә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләгән Мәғәфүр Усмановты ғына алайыҡ. Үҙ ғүмерендә етмештән ашыу спектаклдә төрлө ролдәрҙе башҡарған был сәнғәт оҫтаһы – күптәрҙең яратҡан артисы. Ҡасандыр, бынан тиҫтәләрсә йыл элек, “Ғәлиә” спектаклендәге йәш Заһир уның тәү уйнаған роле булһа, бөгөн башҡорт театрҙарында ҡуйылған классик һәм заманса әҫәрҙәрҙә уйналмаған персонаж ҡалдымы икән? Хәйер, был хаҡта һәм, ғөмүмән, ижад хаҡында Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр УСМАНОВ менән әңгәмәнән башҡорт ирҙәренә хас олпатлыҡ, аҡыл, дәрәжә һәм тыуған ил тойғоһон үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ һәм күңел менән тоябыҙ...
“Башҡорт театрына фиҙа йәнем...”
– Мәғәфүр Мәхмүт улы, күп артистарҙың “Театр – минең бөтә тормошом” тигәнерәк һүҙҙәрен иҫәпкә алғанда, һеҙ ҙә шундай фекерҙәһегеҙ, тип уйлағы килә. Һүҙҙе беренсе ролегеҙҙән башлағас, ошо хаҡта һөйләшеүҙе дауам итәйек...
– Мин студент ҡына инем әле, Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов “Ғәлиә” спектакленә саҡырҙы. Ул спектаклдә уйнаған Азат Нәҙерғоловты армияға алғандар икән. Уйнаған роле ул хәтлем ҙур ҙа түгел, әммә йәш Заһир кәрәк. Ролде миңә тапшырҙылар. Беренсе “сирҡаныс” алыуым шунда булды.
Ә икенсеһенә килгәндә инде, “Тере мәйет” спектаклендә бер артист сирләп киткәйне, уның урынына алдылар. Шулай итеп, минең профессиональ эшем башланды. Сибай театрында беренсе уйнаған “Аманатҡа хыянат”, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Башҡорт туйы” әҫәрҙәре иҫтә ҡалған.
– Ә хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайһы театрҙа башланығыҙ?
– Мин сәнғәт институтын бөткәндән һуң йүнәлтмә буйынса Сибайға эләктем. 1987–1989 йылдарҙа унда эшләгәс, Өфөгә Олег Закир улы Хановтан ошо театрға саҡырыу алдым. Башҡорт дәүләт академия драма театрынан да артистар бында килгәйне. Шулай итеп, яңы асылған театрға төп ижади көстө тупланылар. Иң мәртәбәлеһе – Әхтәм Абушахманов, Роза Кәримова, Сәйҙә Сираева, Әнфисә Муллайәнова, Шәүрә Дилмөхәмәтова бында эшләне. Тағы бер төркөм – Зифа Дәүләтбаева, Илсур Хәбиров, Нәғим Нурғәлин, Альбина Кашапова, Венер Камаловтар ҙа килде. Хәҙер инде беҙ ҙә өлкән быуын иҫәпләнәбеҙ, арттан бына бер быуын йәштәр атлай. Шулай итеп быуындан быуынға тапшырылып үҫә был театр.
– Һеҙҙең дә сәхнәгә килгәнгә тиклем уның менән ҡыҙыҡһынған сағығыҙ булғандыр? Тамашасы булараҡ, сәхнәлә барған спектакл­дәр­ҙе күреп, ниндәй тойғо кисерә торғайнығыҙ?
– Әлбиттә, мин театрҙы яраттым. Әле артист булмаған ваҡытта ла ныҡ һоҡланып ҡарай торғайным. Ул саҡта һәр бер спектаклгә ниндәй хеҙмәт һалынғанын белмәйһең бит инде, режиссер һәм артистар ҡуйған әҙер күренештәрҙе генә ҡарайбыҙ. Бер ниндәй ауырлығын күрмәй, рәхәтләнеп, күңел биреп күҙәтәһең. Үҙем эшләй башлағас ҡына, уның ауырлыҡтарын аңланым. Мәҫәлән, спектаклде әҙерләгән саҡта төрлө хәлдәр була, ҡайһы ваҡыт бар көсөңдө һалһаң да, бер ни килеп сыҡмай, шунан уйлап-уйлап йөрөйһөң дә, шул килеп сыҡмаған күренеш күңелгә килә, ә иң ғәжәбе – төшөңдә күрәһең. Уянып еткәс, ул ерен шулай эшләргә була бит, тип уйнап ҡарайһың – ысынлап та уңышлы ғына килеп сыға.
– Әйткәндәй, ролгә инер өсөн һеҙ ниҙәр эшләй­һегеҙ? Сәхнәгә нисек әҙерләнәһегеҙ? Ғаиләгеҙгә лә ваҡыт бүлергә кәрәктер... Ғөмү­мән, “ашаған белмәй, тураған белә” тигән әйтемде хәтергә төшөргәндә...
“Башҡорт театрына фиҙа йәнем...”
– Ысынлап та, әҫәрҙең сәхнәгә тиклемге юлы оҙайлы һәм ҡатмарлы. Бына ролгә инер өсөн, әлбиттә, беҙ һәр әҫәрҙе алдан уҡып сығабыҙ. Уҡығандан һуң һәр режиссер, артист үҙенең фекерен әйтә. Шунан һуң, әгәр әҫәр һайлап алынған икән, “түңәрәк өҫтәл” арауығы башлана. Ролдәргә бүленеп уҡыйбыҙ, унан һуң ролдәрҙе бүлешеп алабыҙ. Артабан инде – һүҙһеҙ этюдтар. Һәр спектакль шулай башланырға тейеш – һинең хәрәкәтең менән һүҙеңдең бәйләнештә булыуы мөһим. Һүҙһеҙ башлайһың, йөрөйһөң, ләкин фекерле булырға тейешһең. Һүҙең менән хәрәкәтең тап килмәһә, һин ниндәй артист? Аҙаҡ инде яйлап-яйлап хәрәкәткә һүҙҙәр ҡушыла, шулай фекер туплана. Шулайтып сәхнәлә күп йөрөп, хәрәкәткә һүҙҙәр ҡушыла торғас, текст үҙенән-үҙе иҫтә ҡала, сөнки тик тороп ҡына ярты китап булған тексты ятлап булмай.
Бөтә ғүмерем театрҙа үтә, кискә генә ҡайтыла. Беренсе өйөм үҙ йортом булһа, икенсе өйөм театр минең. Ә ғаиләмә килгәндә инде, тормош иптәшем архив хеҙмәтендә эшләй. Балаларыбыҙ үҙаллы тормошта. Улым өйләнгән, “Башҡортостанстат”та эшләй. Нөҙгөл менән Тимур исемле һөймәлекле ейән-ейәнсәргә олатай ҙа мин. Ҡыҙым Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының юридик факультетын тамамланы, диплом алырға йөрөй. Быйыл уны ла башлы-күҙле итеп, ҙурҙан ҡубып туй яһау шатлығы тора.
– Һеҙгә бит инде 55 йәш. Һайлаған һөнә­регеҙгә үкенмәгәнегеҙгә ышанам... Бер уйла­һаң, ярты быуат ғүмер кисергән кеше булараҡ, бәлки, үткәндәргә һығымта ла яһап ҡуйған­һығыҙҙыр, бәлки, әле барыһы ла алда тип үҙегеҙҙе икенсе өлкәлә лә күҙ алдына килтерә торғанһығыҙҙыр?
– Үкенмәйем, әлбиттә! Сөнки мин сәнғәт юлына бәләкәй саҡтан тартылдым. Хәйер, бала саҡтан бейеүсе булырға хыялланғайным. Ваҡытында ошо юлдан китергә ниәт иткәйнем, имтихандың өсөнсө турынан төшөп ҡалдым. Ауыл малайы бейеүҙәрҙе ҡарап үҫмәгәс ни... Ниндәйҙер көслө коллективта шөғөлләнергә кәрәк булған да бит. Бер-ике бейеү менән генә, минеңсә, профессионал булып китә алмайһыңдыр. Тап шул юҫыҡта минең менән шөғөлләнгән кеше булһа, бәлки, яҙмыш та икенсе төрлө килеп сығыр ине. Ә шулай ҙа үкенмәҫлек тормош юлы үттем. Бейергә шулай ҙа белдем, ғөмүмән, сәнғәттең төрлө төрҙәрен асыуға өлгәштем. Сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, вокал менән дә шөғөлләндем, ул да миңә кәрәк булды. Сәнғәт институтында театр факультетын асҡайнылар, шунда уҡырға төштөм. Унда Рифҡәт Вәкил улы Исрафиловтың курсына эләктем. Художество етәксеһе ул булһа, оҫталыҡ курстарынан Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, бейеүҙән Тамара Хоҙайбирҙина, пластиканан Ирина Филиппова, актерлыҡ оҫталығынан Булат Хәйбуллин кеүек шәхестәрҙән белем алыуым артабанғы эшмәкәр­легемдә ҙур роль уйнаны. Ошондай билдәле педагогтар менән яҡындан таныш булыуым, уларҙан театр сәнғәтенә өйрәнеүем менән, ысынлап та, бәхетле икәнемде аңлайым һәм рәхмәтемде еткерәм. Тап улар һалған орлоҡтан әлеге ваҡытта спектаклдәрем, ролдәрем аша халыҡҡа яҡтылыҡты, матурлыҡты еткерәм.
– Килешәм һеҙҙең менән. Ә бөгөн Башҡорт­остандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы исемдәрен лайыҡлы йөрөткән, ваҡытында театр залдарында тамашасы булараҡ ҡына сәхнә сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ булған ауыл малайының тыуған яҡтары хаҡында нимә ишетер гәзит уҡыусылар?
– Мин Архангел районының Ҡыҙғы ауылынан. Шунда үтте беренсе класҡа тиклем бала сағым. Унан Тирәкле ауылына күсеп киттек. Өс саҡрым алыҫлыҡтағы Баҡалдының ун йыллыҡ урыҫ мәктәбенә йөрөп уҡыным. Тирәкле – инәйемдең ауылы, унда 70-се йылдарҙа күсеп килдек. Хәҙер ҙә ҡайтып йөрөлә, атайым менән инәйемдең төп нигеҙен нығыттыҡ. Туғандар менән дә йәйге ялдарҙа шунда осрашабыҙ. Нисек кенә булһа ла, тыуған яҡ үҙенә тарта, ауылды, туғандарҙы онотмайым. Тыуған ауылға ла барып ҡайтам, унда өлкән апайым ерләнгән. Атай менән әсәйҙең дә зыяраттарын тәрбиәләп торам, шулай күңелем таҙарына минең. Ғөмүмән, ауылға ҡайтыуым үҙе бер рухи көс биреп тора. Ауыл эше танһыҡ шул, бына йортто бөтөнләй нығытып, яңыртып, тирә-яғын кәртәләп алып, хәҙер инде яңынан мунса ла төҙөп ҡуйҙыҡ. Үҙен ауыл балаһымын тип һанаған ир кешенең ғәҙәти эше инде былар.
– Тимәк, һеҙ ҡайһы бер шәхестәр кеүек тыуған ауылдан ваз кисмәгәнһегеҙ...
– Эйе, 80-се йылдарҙа үҙебеҙҙең Архангел яҡтарынан сығып китһәм дә, унан айырылманым. Бер уйлаһаң, ысынлап та, шул йылдарҙа урта мәктәпте тамамлап Өфөгә килгәне бирле ҡалала йәшәлә.
– Ә Өфөгә һеҙҙе ниндәй уй-хыялдар алып сығып киткәйне?
– Театр менән ҡыҙыҡһыныуымдыр. Хәйер, улай тиһәм дә, ул минең өсөн буй еткеһеҙ була торғайны, сөнки “театр” һүҙе үҙе үк шул тиклем юғары. Шуға күрә, сәнғәттә уҡыу мәле ҡыҙыҡлы һымаҡ тойолһа ла, бик ауыр ҙа булды, әлеге лә баяғы, мин ауыл малайына ундай төшөнсәләрҙе аңлауы еңел түгел ине. Ҡалала йәшәгәндә спектаклдәрҙе күреп үҫәһең бит инде. Ә ауылда беҙҙең заманда ут та булманы, бөтәһенә бер радио ине. Телевизор ҙа ауылға берәү. Ул ваҡыттарҙа “Четыре танкиста и собака” тигән кино сыҡҡайны, бөтөн малайҙар менән шуны ҡараныҡ. Шунда ла күңелгә орлоҡ һалынғандыр инде.
Театр сәнғәтенә ныҡлап ынтылыу Өфөгә килгәс башланды. Ныҡлап тамашаларға йөрөй башланым. Рус театрҙарының, Башҡорт академия театрының бөтә спектаклдәрен ҡарап бөттөм. Ул ваҡытта театрҙар ҙа күп булмай торғайны...
– Әммә көслө булды, хәҙерге менән сағыш­тыр­ғанда...
– Элек, ысынлап та, театр бик көслө ине. Шул хәтлем дәрәжәле артистар уйнаны, улар бөтөн илгә билдәле булды: Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Ҡудашев, Илшат Йомағолов. Шулай уҡ Гөлли Мөбәрәкова, Зәйтүнә Бикбулатова, уларҙың артынан килгән сағыу йондоҙҙар Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Олег Ханов, Әхтәм Абушахмановтар... Бына ошо плеяданың сәхнәлә уйнағанын ҡарай торғайным. Элек режиссерҙар ҙа күп, драматургия ла көслө ине. Хәҙер драматургтар бик әҙ, тип әйтәйек, өлкән быуын ҡалманы ла тиерлек. Уларҙан көслө-көслө әҫәрҙәр генә ҡалды. Хәҙерге театрҙар башлыса уларҙың әҫәрҙәрен сығара сәхнәгә. Йәш драматургтарҙан, миңә ҡалһа, ул тиклем сағыу әйберҙәр юҡ. Быны әлеге ваҡытта Милли йәштәр театрының төрлө драматургтар менән эшләп ҡарауынан сығып та әйтергә мөмкин. Ысынында иһә ижади төркөмдөң потенциалы бик ҙур, бөтә мөмкинлеге бар, ә әҫәр табыу ҡыйынға төшә. Бында сәбәп, әлбиттә, тик әҫәрҙәрҙә генә лә түгел, илебеҙҙә барған сәйәси хәл-ваҡиғалар, көрсөк тә ҙур роль уйнай бит инде. Шуға күрә әлегә Милли йәштәр театры үҫеш юлында, тип әйтергә мөмкин. Беҙҙең, артистарҙың, һәйбәт, көслө әҫәрҙәрҙә уйнағыбыҙ килә. Мин, мәҫәлән, әлеге ваҡытта үҙемдә етерлек көс бар тип иҫәпләйем, һәр артист үҙенең потенциалын белә. Шуға ла һәр ваҡыт ролдәремә анализ үткәрәм. Яңы роль тәҡдим ителһә, киләсәктә уны булдыра алырмынмы-юҡмы тип уйланам, булдырмаҫтай булһам, йәштәр бар, тип тынысланам. Әйткәндәй, ҡайһы бер спектаклдәр бит тиҫтәләрсә йыл бара, шуға ла ваҡытында һин уйнай алһаң да, тора-бара ул йәштәр ҡулына күсә. Ә ҡайһы спектаклдәр өс-дүрт йыл ғына ҡуйыла. Уныһының инде сәбәптәре лә төрлөсә. Был осраҡта тамашасыға ихтыяж да ҙур әһәмиәткә эйә. Уға тап көслө, заманса әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр кәрәк. Ғөмүмән, театрҙың йөҙөн сағыу тамашалар билдәләй.
– Ә бына төп ролдәргә конкуренция бармы? Йә иһә режиссерҙар үҙҙәре тәғәйенләйме?
– Төп ролгә конкуренция юҡ. Ул режиссерҙың күҙлегенән сығып баһалана. Режиссер әҫәрҙә, ролдә һине нисек күрә, шулай һайлап алына. Бына, мәҫәлән, минең үҙемдең кәүҙәмә, тауышыма ҡарата хас ролдәрем бар. Беҙҙә дублерлыҡ бик мөһим, төп герой ауырып-фәлән китһә, спектакл­дәрҙе өҙөп булмай. Халыҡҡа билет һатылған бит...
– Ә һеҙҙең яратып башҡарған ролдәрегеҙ бармы?
– Ғәмәлдә мин уларҙың бөтәһен дә яратам. Барыһын да күңелемдә тотоп, йөрәгем менән кисереп сығарам. Шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны – ҡаҙаҡ режиссеры ҡуйған “Маянһылыу менән Ҡуҙый­күр­пәс”. Шунан бына Флорид Бүләковтың “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” тигән әҫәре буйынса Азат Нәҙерғолов ҡуйған спектакль. Мин унда Хызыр Ильясты башҡарҙым. Был турала шуны әйтер инем: һәр театрға үҙенең йөҙө булырҙай сәхнә әҫәрҙәре кәрәк. Был юҫыҡта Ҡазандың Камал театрындағы “Зәңгәр шәл” спектаклен миҫалға килтерәйек. Ул бер ҡасан да репертуарҙан төшөп ҡалмай, һәр быуын артистары шул әҫәрҙе уйнап сыға. Театрҙың йөҙө ул “Зәңгәр шәл”.
Бына беҙҙең дә йөҙөбөҙ була торған әҫәр рәтендә “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” спектакле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, репертуарҙан алдылар уны. Ә бит уның йөкмәткеһе ниндәй тәрән. Унда Ҡол Ғәле, Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рәмиҙәрҙең яҙмышы сағылдырыла. Хызыр Ильяс уларҙы алға ынтылыш, фатиха биреп оло юлға сығара ла инде, ә тегеләр юлдың аҙағынаса етә алмай. Бабичты атып үлтерәләр, кемдер золом ҡорбаны, кемдеңдер яҙмышы аяныслы, бер Зәйнәб Биишева ғына үҙенең ҡартлығына етә ала... Уйлап ҡараһаң, әлеге ваҡытта балалар бит бөтөнләй китап уҡымай, ә бына был әҫәр үҙе үк тарихыбыҙҙы һөйләй. Китап уҡымаған бала уны ҡараһа, тарихи ваҡиғаларҙы күрер ине, ниндәй шәхестәре булғанын, үҙенең милли асылын аңлар ине. Милләт хаҡындағы әҫәрҙәр театрҙарҙың да дәрәжәһен күтәрә...
– Тимәк, аңлауыбыҙса, һәйбәт әҫәр булма­ғас, артистарға стимул да юҡ?..
– Улай стимул юҡ тип үк әйтергә ярамайҙыр. Шулай ҙа кемдәрҙер театрҙан китә, бигерәк тә йәштәр. Мул эш хаҡы түләнгән икенсе эш эҙләй ҙә ул, ләкин кире ҡайта. Башҡа театрҙарҙа ла артистар күп. Унда эшләү менән бит әле, ролһеҙ йөрөгәндәр ҙә бар. Беҙҙең театрҙа, киреһенсә, егеттәр аҙ, кемдер ауырып китһә, дублер етмәй, мәҫәлән. Тағы шуны әйтер инем: Милли йәштәр театрының, нисек кенә булмаһын, киләсәге бар. Йәштәр беҙҙә бик һәләтле, шуға ла беҙгә үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамай, ситкә сығып, үҙебеҙҙе күрһәтергә, яңы көс-дәрт тупларға кәрәк. Халыҡ яратып ҡараған әҫәрҙәребеҙ ҙә бар бит. Айырыуса комедияларыбыҙ: “Аҡса булһа бер моҡса”, “Ханума”, “Шомбай”, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”, “Өлкән улым”.
– Тимәк, һеҙҙең янып-көйөп ижад итер сағы­ғыҙ?
– Эйе, мин әле үҙемә ышанам, көсөм бар. Ул ҡеүәтте үҙемдә тоймаһам, былай тип һөйләмәҫ инем.
– Ә һеҙҙең характерығыҙға ниндәй ролдәр тап килә?
– Трагедиялыр тип уйлайым. Шундай социаль әҫәр, трагикомедия тип әйтәйек. Һуңғы осорҙа бер нисә тапҡыр комедияла ла уйнаным, тик барыбер миңә трагедия яҡыныраҡ.
Бына ошо урында үҙ ғүмерен милли театр сән­ғәтенә бағышлаған милләттәшемдең баш­ҡорт ирҙәренә хас тәрән асылын аңланым да инде. 55 йәшкә етеп, үҙ буйына башҡорт ханда­рының, тархандарының асылын, йөҙөн һеңдергән Мәғәфүр Мәхмүт улының абруйы һәм олпатлығы алдын­да баш эйерлек. Тормоштоң бар матур­лығын, яҡшылығын, сафлығын, икенсе яҡтан ҡарағанда, бар хәсрәтен, әсе хәҡиҡәтен, ғәҙел­һеҙлеген үҙ йөрәге аша үткәреп, театр әҫәрен бар юғарылығында беҙҙең күңелдәргә үтеп индергәне, бар ғүмерен башҡорт сәхнәһенә фиҙа ҡылғаны менән дә яҡын ул үҙ халҡына. Тимәк, ярты быуат ғүмер юҡҡа йәшәлмәгән... Юҡҡа түгел!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780