Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк йылыһын устарында тойоп
Йөрәк йылыһын устарында тойопКешегә һәләт (өлөш) тыумыштан бирелә. Юлын табып үҫеп китә аламы-юҡмы — уныһы яҙмышҡа бәйлелер. Башҡортостан — таланттар иле. Айырым шәхестәр генә түгел, тотош ғаиләләре менән маһирҙар бихисап. Ундайҙар эске кисерештәрен шиғыр юлдарына, көйгә һала, киндерҙә рәсем йә һәйкәл итеп һынландыра. Байлығы менән бүлешеп, уртаҡлашып, күңел кисерешенә ауаз таба.
Республиканың йыр сәнғәте тарихында Үҙәнбаевтарҙың моңло ғаиләһе бар. Тәнзилә, Флүрә, Юлай ғүмерен илаһи һөнәргә бағышлаһа, Салауат, Фәрит, Венера туғандары ла — берҙәй талант эйәләре. Бер-береһенең һәләтен баһалап, матур йәшәйҙәр. Нескә тойғоларҙы моң итеп таратҡан композитор — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй.

“Устарыма һал һин йөрәгеңде”, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә”, “Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә”, “Йылғалар төнөн һөйләшә”, “Тыпырҙатып бер баҫмағас, бейеү буламы бейеү!”, тағы әллә күпме йырҙары менән үҙ башҡарыусыһын да, тыңлаусыһын да тапҡан көй сығарыусы ул. Әҫәрҙәренән ихласлыҡ, йомшаҡлыҡ бөркөлөп торған ижадсы Юлай Хәмит улы — тормошта ла бик ипле, кеше йәнле. Уның йырҙарын яратып тыңлаусыларҙың, башҡарыусыларҙың республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә күп булыуының сере лә тап шундалыр.
Хеҙмәт юлын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Йәдкәр” фольклор төркөмөндә концертмейстер булып башлай йәш музыкант. Илһамлы, әммә ныҡышмалылыҡ талап иткән эшкә сәмләнеп тотоноуын йыш иҫләй ул. Һәр береһе ҡабатланмаҫ шәхес булған Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлет­бай Ғәйнетдинов, Миңлеғәле Ханов, Ишморат Илбәков, Редик Фәсхетдинов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Азат Айыт­ҡоловтар менән ысын мәктәп үтә, тәжрибә туплай. Һәләтле баянсы Өфөлә тиҙ танылыу яулай, төрлө урынға саҡырыуҙар, тәҡдимдәр булһа ла, композитор Баймаҡҡа юллана.
Ҡалалағы сәнғәт мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Йырҙар ижад итә, тиҙ арала башҡарыусылары ла табыла, “Ҡош юлы” вокаль- инструменталь төркөмө менән дә ижадташ була. Телевидение, радио эфирҙарында яҙмалары йышыраҡ яңғырай. Шул рәүешле Юлай Үҙәнбаев исемле яңы композитор барлығын белдерә. Күп тә үтмәй йәш музыкантты Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрына саҡыралар. Сәхнә әҫәрҙәрен музыкаль яҡтан биҙәү, спектаклдәргә йырҙар яҙыу уға бөтөнләй башҡа мөхитте аса, уйланыуҙарына өр-яңы тулҡын өҫтәй. Был легендар башҡорт театрының тарихы бай булған кеүек, актерҙар, режиссерҙар составы ла талапсан, эҙләнеүсән һәм иң мөһиме — рухи яҡтан тотороҡло. Театр етәксеһе Дамир Ғәлимов, өйләнгән йәш белгестең ғаилә хәлен аңлап, уларҙың матди тормошона ныҡлы терәк булдыра. Т. Ғарипованың “Төштәге йыр”, Т. Ғәние­ваның “Тамарис”, Б. Исҡужиндың “Һуңғы аҡсарлаҡ”, Г. Әхмәтҡужинаның “Абыстай”, Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса” һәм башҡа спектаклдәр өсөн яҙылған йырҙары хәҙер айырым әҫәр булып, үҙаллы йәшәй.
Тынғыһыҙ ижадсының ҡәҙерле тормош юлдашы, фекерҙәше һәм тәнҡитсеһе булған Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы менән улы Салауатҡа, ҡыҙы Ләйсәнгә матур тәрбиә биреп үҫтерә улар. Балаларҙы баш ҡалала уҡытыу теләге Үҙәнбаевтарҙы тағы Өфөгә алып килә. Етмәһә, Юлай Хәмит улын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына музыкаль етәксе итеп эшкә саҡыралар.
Театрҙың оркестры менән дә бик тығыҙ эшләй, етәксеһе лә була. Академик йүнәлешле театрҙа спектаклдәрҙе биҙәүгә, концерттарҙа сығыш яһауға, яңы башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек итеүгә мөмкинлектәр асыла. Тәбиғәттән бүләк ителгән ижад итеү һәләте башлыса һиҙемләүгә ҡорола.
Бер-береһен моң аша аңлаған дуҫтары арта Юлай Хәмит улының. Улар инде сәхнә һәм эстрада йондоҙҙары — Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин, Арыҫлан Йәнбәков, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Фирүзә Париж, Венера Юлгилдина, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Рауил Харрасов, Венер Абдуллин, Лилиә Ишемйәрова ғүмерлек дуҫтарына әйләнә.
Салауат дәүләт башҡорт драма, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Өфө “Нур” дәүләт татар театрҙары, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе менән дә оҙайлы ижади хеҙмәттәшлек бәйләй Юлайҙы.
— Драматургтың әҫәрен уҡығандан һуң, бар ижади состав ошо тема эсенә инеп, кемдер роль өҫтөндә, икенселәр кейем, сәхнә биҙәлеше хаҡында уйланып йөрөй. Герой кисерештәрен күңеле аша үткәрә. Ә музыкант бар персонаждарҙы ла өйрәнергә бурыслы, — ти Юлай Үҙәнбаев, – шуға биҙәгән спектаклдәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаһа, күңел була, эшеңдең бушҡа түгеллеген тағы бер ҡат төшөнәһең.
2000 йылда, мәҫәлән, Тамара Ғәниеваның “Тамарис” спектакле төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивалендә “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһында еңеүсе тип табыла. Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” спектакле “Арлекин” Рәсәй милли театр премияһы лауреаты була. З. Биише­ваның “Тылсымлы ҡурай” драматик легендаһы профессиональ театрҙар араһында үткәрелгән “Ҡолонсаҡ” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спектаклдәрҙең 1-се республика фестивалендә гран-при яулай.
Юлай Хәмит улы башҡорт мәҙәниәтен Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә ихлас таныштыра. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә килгәс, ул меңдәрсә тамашасы көтөп алған “Сәң­гелдәк”, “Алтын тирмә” тапшырыуҙарын би­ҙәүҙә лә әүҙем ҡатнаша, “Ашҡаҙар” ра­диоһының моң даръяһын тулыландыра.
Шулай ҙа йырҙар авторы булып популярлыҡ яулай Юлай Үҙәнбаев. Уның ғәжәйеп бер алымы — халыҡ йырҙары милизмына таянып көй яҙа алыуы, минеңсә. Сәнғәтте йылдар менән баһаламаһалар ҙа, 30 йылдан ашыу тәжрибә туплаған, ошо арауыҡта үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы музыкант һәм композитор булып танылған ул. Ул ижад иткән йырҙарҙы Ф. Килде­йәрова, Ф. Бикбулатов, Н. Ҡадирова, С. Фәтхетдинов, Ғ. Сафин, А. Ғәлимов һымаҡ билдәле сәнғәт әһелдәре башҡарыуы менән дә бәхетле кеше Юлай Хәмит улы.
“Исемеңде hалдым йырҙарға” исеме аҫтында ете аудио һәм видео йыйынтығы донъя күргән. Музыка донъяһында ғына йәшәгән, ете нотанан илаһи әҫәрҙәр тыуҙыра алған көй яҙыусының һәр һүҙендә тәрән мәғәнә ятҡан шиғырҙарҙан тоҡанып, халыҡ үҙ итер йырҙары күптер әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780