Һынлы сәнғәт донъяһы, һәр сәнғәт төрө кеүек үк, бер ҡараһаң, шундай ябай һәм тәрән кисерештәр сағылдыра, һис көтөлмәгән фекерҙәр уята. Икенсенән, ул асылмаған сер төҫлө. Бигерәк тә бөгөн. Һынлы сәнғәт донъяһында әллә нисәмә төрлө йүнәлеш, һис көтөлмәгән табыштар, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер картиналарға күҙ һалһаң, туҙҙырылған донъялыҡты хәтерләткәндәй. Был нимә һуң? Рәссамдарҙың кәйефе сағылышымы? Әллә ысынбарлығыбыҙ шулай буталсыҡмы? Әллә кешеләр мөмкин тиклем аңламаҫлыҡ нәмәләр һынландырып, бөйөклөктө раҫларға тырышыумы? Хәйер, ниндәй генә ҡатмарлы һүрәттәр сәнғәт донъяһын баҫып бармаһын, кешеләр барыбер ҙә “ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән әйтемгә тоғро ҡалып, картиналарҙан матурлыҡты, ысын оҫталыҡты сағылдырған теүәллекте, гармонияны эҙләй. Зауыҡ төшөнсәһе лә бик сағыштырмаса нәмә бит: хатта профессионалдар араһында ла йыш ҡына бәхәстәр сығып тора, әммә шуныһы көн кеүек асыҡ: сәнғәт ул фән түгел, унда ребус сисергә кәрәкмәй, киреһенсә, ҡараның, тыңланың, уҡының – ул һине үҙенең эске энергетикаһы менән ялмап ала!
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбировтың картиналары менән Интернет селтәрендә таныштым. Дөрөҫөрәге, мин уларҙы һүрәт тип уйламаным, ә фотолар икән тинем, сөнки тормошта нисек бар, кеше нисек күрә, тойомлай, ана шул рәүешле һынландырылған рәсемдәр тормоштоң аныҡ күсермәһе ине. Бер ҡараһаң, бер ниндәй ауырлығы ла юҡ – тот та барыһын да нисек бар, шулай һүрәтлә. Шул уҡ ваҡытта нисек өлгәшкән һуң автор бындай гармонияға? Башҡорт мөхитен, башҡорт тарихын һүрәтләгән Рәшит ХӘБИРОВ менән яҡындан танышыу теләге ана шунан яралды.
– Рәшит ағай, һеҙ ни өсөн һүрәт төшөрәһегеҙ?
– Һәр кемдең эске ынтылышы, теләге була бит инде. Бына минең бала саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫлегем булды. Рәссамдарҙың рәсем эшләүен күреп, мине был шөғөл шул тиклем ылыҡтыра торғайны, хатта мауығып китеп уларҙың һүрәтләүҙәрен күҙәтә инем. Ете йәшемдә үҙемдең рәссам буласағымды белә инем инде. Әлбиттә, башта теләгем бер ни тиклем башҡасараҡ булды: скульптор һөнәре ине ниәтем.
Телевидениела балалар өсөн 2-се художество мәктәбе асылыуы тураһында иғлан ишетеп ҡалдым. Мин инде өҙмәнем дә ҡуйманым, атай-әсәйемә шунда алып барыуҙарын һораным. Килдек, тик унда скульптура буйынса ваҡытлыса уҡытыусы юҡ ине. Улар миңә ҡәләм менән һүрәттәр төшөрөргә тәҡдим итте, бик оҙаҡ көттөм мин скульптура буйынса белгесте. Башҡа балалар буяуҙар менән һүрәттәр төшөрә, миңә лә был шөғөл оҡшап китте. Бер йылдан һуң көткән педагог килде лә бит, әммә мин рәсем төшөрөү менән ныҡ мауығып киткәйнем.
Шунан инде китапханала “Московская художественная школа” тигән бер йыйынтыҡ күреп ҡалдым. Унда хатта уҡыусыларҙың эштәренең репродукциялары бирелгәйне. Бик оҡшап китте миңә был һүрәттәр һәм атай-әсәйемә артабан уҡыуымды тик шунда дауам итергә теләүемде әйттем. Улар Мәскәүҙәге уҡыу йортона рәсми һорау ебәрҙеләр, беҙгә яуап килде. Унда имтихандар бирергә кәрәклеге, ваҡыты әйтелгәйне. Шулай итеп, ҙур теләгемде ғәмәлгә ашырыу өсөн баш ҡалаға алып сығып киттеләр. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, В.И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институты эргәһендәге художество мәктәбенә уҡырға индем. Унда Башҡортостандан башҡа егеттәр ҙә бар ине: шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың улы Рамаҙан да шул мәктәпте тамамланы. Мәскәүгә барып интернатта йәшәй башлағас, иң беренсе осратҡан кешем ул булды. Был уҡыу йортонда СССР-ҙың төрлө төбәктәренән белем алдылар. Артабан В.И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институтына уҡырға ингәнемдә, Рамаҙан уны тамамлай ине.
– Һеҙ күргән иң беренсе һүрәттәр?
– Бала сағымда беҙгә Мәскәүҙән һәүәҫкәр рәссам килеп, Өфө күренештәрен төшөрҙө. Ағиҙел буйында йөрөнө ул, үҙе менән мине лә алды. Өфөлә ҡала советы тирәһендә әлеге һымаҡ бейек йорттар юҡ ине, бәрәңге баҡсалары була торғайны. Шул тирәнән Ағиҙел буйына төшөп, ул этюдтар эшләне. Мин күргән беренсе рәсемдәр ана шулар булды. Сығышы менән Башҡортостандан булған, әммә Мәскәүҙә йәшәгән Ғиниәт ағай Хөсәйенов бала саҡ аңыма шулай уҡ тәьҫир иткәндер, тип уйлайым. Ул минең атайым менән аралаша, беҙгә килеп йөрөй торғайны.
– Кем ул һеҙҙең атайығыҙ?
– Атайым – Солтан Хәбиров, үҙ заманында Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһында хеҙмәт итте. Министрҙың урынбаҫары булып та, прокуратурала ла эшләне, Эске эштәр министрлығы мәктәбендә лә уҡытты. Ул һәр ваҡыт бары тик юриспруденция менән шөғөлләнеү хаҡында хыялланды. Элек бит партия хәл итә торғайны кадрҙарҙың яҙмышын. Юғары судтан эске эштәр бүлегенә ебәргәс, уның илағанын хәтерләйем. Стәрлетамаҡтың енәйәттәрҙе асыу бүлеге начальнигы ла булып эшләне ул. Был ваҡытта әсәйем урындағы “Сталинский путь” гәзитенең баш мөхәррире ине. Әсәйем Шафиҡа Минислам ҡыҙы заманында Шишмә районының Келәш мәктәбе директоры булды, Мостай ағайҙың ҡатыны Рауза апай менән бергә эшләнеләр. Сафа бабай, шағирҙың атаһы, мәктәпкә утын әҙерләргә ярҙам иткән, бергә белем усағын һаҡларға тырышҡандар.
– Ғаиләлә һеҙ нисә бала?
– Беҙ дүрт бала үҫтек. Мин иң кесеһе.
– Арағыҙҙа тик һеҙ генә сәнғәт юлын һайланығыҙмы?
– Эйе. Кеше үҙенең ни өсөн һүрәт төшөрөүен аңлата алмай. Был донъяла күп нәмәгә аңлатма биреп бөтөп булмай, хәйер, быны эшләргә тырышырға кәрәкмәй ҙә. Бына миңә һүрәттәр төшөрөү ҡыҙыҡлы һәм вәссәләм. Ғөмүмән, бала саҡтан миңә буяу еҫе оҡшай торғайны. Күктәр биргән ынтылыш була кешелә. Кемдер бейей, икенсе берәү йырлай, өсөнсөһө шиғыр яҙыуға тартыла. Быны хатта аңлатып та булмай, әммә эске тартылыу барыбер кешенең асылына тәрән йоғонто яһай, уның киләсәген, барыр юлын билдәләй.
– Илһам тигән төшөнсә бармы? Һеҙҙе нимә илһамландыра?
– Үҙемдең беренсе һүрәттәремде иҫкә төшөрөп ултырам. Художество мәктәбендә шөғөлләнә башлағас, Пионерҙар һарайындағы етәксемде урамда осраттым. Ҡулыма рәсемдәр папкаһы тотҡанмын. Һүрәттәремдә башҡорт йыйындарындағы милли кейемдәрҙәге батырҙар, көрәшселәр сағылдырылған. Ул рәсемдәремде ҡараны ла: “Әйҙә, уларҙы күргәҙмәгә ебәрәйек!” – тип үҙе менән алып китте. Баҡтиһәң, ул эштәремде Америкаға конкурсҡа ебәргән. Унда мине 1-се дәрәжә диплом менән наградлағандар икән! Аҙаҡ бик оҙаҡ йылдар ул һүрәттәр Пионерҙар һарайында күргәҙмәлә эленеп торҙо. Художество мәктәбендәге уҡытыусыларым хатта үпкәләп йөрөнө, сөнки мин уларҙан белем алып, һүрәттәрем башҡа ерҙә күргәҙмәгә ҡуйылды. Балалығым менән урамда осратҡан тәүге уҡытыусыларымдың береһенә картиналарҙы биреп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәйер, бының, минеңсә, бер хилафлығы ла юҡ.
Бала саҡтан мине ни сәбәптәндер тик башҡорт милли кейемендә һүрәттәр төшөрөүгә тарта торғайны. Әгәр бөгөн килеп “Любизар” тарихи полкының командиры Илдар Шәйәхмәтовты, йәки танылған бейеүсе Рафаил Амантаевты төшөрәм икән, был әле генә эҙләп тапҡан тема түгел. Үҙемде белә-белгәндән милли тема ҡыҙыҡһындырҙы. Миңә сыуаштарҙың, грузиндарҙың да милли кейемдәре оҡшай. Әлбиттә,үҙебеҙҙекеләр нығыраҡ тарта, ылыҡтыра, уларҙа аңлатып, тойоп бөтмәҫлек тәрәнлек, матурлыҡ, гармония бар.
– Милли кейемдәрҙе ҡайҙан алаһығыҙ?
– Милли музейҙа эшләгәнем булды. Боронғо милли кейем өлгөләре тап музейҙа һаҡлана, уларҙы һынлы сәнғәт аша ла күрһәтергә кәрәк. Ҡайһы бер эштәремде оҫтаханала үҙем картина элементтарын туплап төшөрәм.
Опера һәм балет театрында ла эшләнем. Үҙ заманында миңә Шамил Тереғолов балет тормошон һүрәтләү теләгемде тормошҡа ашырырға ярҙам итте. М. Нестеров исемендәге музейҙа ла һүрәттәр яһағаным булды. Миңә бары тик уңайлы шарттар кәрәк.
– Бына был һүрәтегеҙҙе күргәнем бар төҫлө...
– Һеҙгә шулай тойола ғына. Әле төшөрөп тә бөтмәгәнмен. Бәлки, һеҙгә был картиналағы мөхит таныштыр. Бына балаҫын танышым Юлайҙан алдым. Уның ҡартинәһенең бүләге. Келәм – Рафаилдыҡы. Ҡурайҙы ла бер танышым биреп торҙо. Гранат емеше менән тулыландырылған был картина “Күстәнәс” тип атала, сөнки беҙҙә ул үҫмәй.
– Картинаны тыуҙырғандағы иң төп маҡсатығыҙ?
– Үҙенсәлекле стиле булған рәссамдар бар. Мин үҙ эштәремдә тормошто нисек бар, шулай һүрәтләргә тырышам, нимәнелер алмаштырырға ла теләмәйем. Рәссам булараҡ, ниндәйҙер төҫтәрҙе көсәйтәм, ҡайһы бер деталдәрҙе алып ташлайым, әммә иң төп маҡсатым – тере кешене, әйтәйек, тере кеүек итеп һынландырырға тырышам.
– Һеҙҙең кеүек рәссамдарға беҙҙең заман һыуһаманымы икән? Сөнки хәҙер һынлы сәнғәттә шул тиклем йүнәлештәр күбәйҙе, әммә уларҙы ҡарап, сәнғәт һөйөүселәрҙең генә түгел, балаларҙың да гармония төшөнсәһе юғалмаймы икән?
– Бик күп рәссамдар минең менән килешмәйәсәк, беләм, кемдер көләсәк, икенселәр тәнҡитләй башлаясаҡ, әммә мин тәбиғәт кешене нисек бар иткән, ана шул матурлыҡты күрһәтергә, шул хаҡта йырларға кәрәк тип иҫәпләйем. Нимәнелер һындырырға кәрәкмәй, тәбиғәт – үҙе иң ҙур рәссам! Аллаһ Тәғәлә – иң ҙур ижадсы, иң ҙур оҫта! Ул яралтҡан тәбиғәтте, донъяны төшөргәндә ниңә үҙгәртергә тырышырға? Ошо булған гүзәллекте һынландыра алһаң, бик хуш! Кешене нисек бар, шулай итеп төшөрөргә кәрәк.
– Һынлы сәнғәттәге башҡа йүнәлештәргә ҡарашығыҙ нисек?
– Улар булған, бар, булһындар, әммә һынлы сәнғәттәге ҡайһы бер ҡараштар мине аптырата. Мәҫәлән, ни өсөн йыр сәнғәтендә төрлө йүнәлештәр бар: халыҡ йыры, опера, эстрада, таҡмаҡтар, попса, рок, шансон һәм башҡалар. Әммә улар береһе икенсеһе менән конфликтҡа инмәй. Живописта ла шулай булырға тейеш. Әгәр кемдер абстракт йүнәлештә эшләргә теләй икән – рәхим итегеҙ! Ләкин бер-береңә ихтирамлы ҡараш булырға тейеш. Сәнғәт – ул бит матурлыҡ донъяһы ғына түгел, ә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған ижад!
– Уҡытыусыларығыҙ хаҡында һөйләшеп алайыҡ.
– Бында Яблочкинанан, Ереченконан һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәнергә тырыштым. Мәскәүҙә педагогтар күп булды. Рамаҙан менән беҙ бер үк профессорҙа уҡыныҡ – Цыплаковта.
– Классик стилдә эшләргә улар кәңәш иттеме? Әллә ул тыумыштан һалынған ижади эҙләнеү булдымы?
– Юҡ, уҡытыусылар беҙгә бер ҡасан да бер нимәне лә ҡушып, тылҡып өйрәтмәне, киреһенсә, ижади азатлыҡ бирелгәйне. Кем ниндәй йүнәлештә китеп бара, үҫешә, шул юлда ижад итергә ярҙам күрһәтә торғайнылар. Әлбиттә, академик институт булараҡ, беҙҙә реализм йүнәлеше ҡеүәтләнә ине. Бөтә СССР-ҙан йыйылған балалар уҡыған вузда – һәр кемдең үҙе үҫкән мөхите, хыялы, маҡсатына ынтылышы, мәҙәниәте. Башҡорт сәнғәтен сағылдырырға теләйһең икән, рәхим ит, нимә һүрәтләүҙән бигерәк, нисек һынландырыуға күберәк иғтибар бүленде. Уҡытыусылар беҙҙә һөнәри оҫталыҡты мөмкин тиклем үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны.
– Милли мөхит, башҡорт донъяһы асыҡ сағыла һүрәттәрегеҙҙә. Был Башҡортостанда тыуыу менән бәйлеме?
– Быны аңлатып та булмай. Нисектер бала саҡтан, алдан әйткәнемсә, башҡорт халҡының тарихи үткәнен, милли кейемен төшөрөү теләге ҙур. Әлбиттә, тыуып үҫкән, уратып алған донъяның да йоғонтоһо ҙур. Кем белә, бәлки, ҡандан килгән ынтылыш та барҙыр (көлә). Һис уйламағанда килә бит ул тема. Мәҫәлән, Юлайҙа ошо балаҫты күреп ҡалдым да төшөрөү теләге уянды. Уның йөҙ-һыҙаттарында ла башҡорт халҡының милли асылы сағыла. Үҙенә ҡарап та бер нисә портрет эшләнем.
– Балаҫты балаҫ итеп, әйтәйек, суйынды суйын итеп һүрәтләй алыуҙың сере нимәлә икән, тип ҡарап торам бынау рәсемде...
– Уны аңлата ла алмам, әммә мин – рәссам, һәм иң төп маҡсатым – һүрәт ижад итеү. Ә инде уны баһалау, аңлау – сәнғәт һөйөүселәрҙең эше. Бөтә ижади потенциалымды һалып, тәрән кисереп, тойоп эшләргә тырышам.
– Тәүге күргәндә үк һүрәтләү объекты һеҙгә тәьҫир итергә тейешме?
– Төрлөсә була, әммә, ысынлап та, тәүге күргәндәге кисерештәр нығыраҡ хәтерҙә ҡалыусан. Үҙ-ара бәйләнештәр урынлашып китһә, шулай уҡ ҡайһы саҡ картиналар тыуып ҡуя. Рухи бәйләнеш тигән төшөнсә лә бар бит әле.
– Һеҙҙеңсә, Башҡортостанда кем ул иң ҙур рәссам?
– Һанай китһәң, улар бик күп. Етмәһә, һәр береһенең үҙ йүнәлеше. Шуныһы күңелде төшөрөп ҡуя-ҡуйыуын: күпселек һул яҡҡа бора, йәғни авангардҡа тартыла.
– Ни өсөн был һеҙҙе борсой?
– Бер ни тиклем бының ҡурҡынысы бар, сөнки улар реаль һүрәттәрҙән ситкә китә. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә бара ул был күренеш, абсолют абстракция ысынбарлыҡтан ҡаса. Яңыраҡ М. Нестеров исемендәге музейҙа Кузнецовтың күргәҙмәһе асылды һәм “Салауаттан һорау алыу” тигән киң билдәле картина ла ҡуйылғайны. Ул – реалистик, классик стилдәге әҫәр. Бөтәһе лә уның менән һоҡланды, ғорурланды, әммә үҙ фондында һаҡларға теләүселәр аҙ.
Йәнә, бер абстракционист та портретты нисек бар шулай төшөрөү күпкә ауырыраҡ икәнен әйтергә, танырға ҡыймаясаҡ. Бына шулай күрәм, тип төшөрөүе еңел бит. Ауыр юлдан берәү ҙә барырға теләмәй.
– Реалистик стилдең ауырлығы теүәллектә, гармонияламы?
– Әгәр мин портретты, әйтәйек, авангард стилендә төшөрһәм, берәү ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәйәсәк. Ә реализмда – реаль кешеләр, реаль ваҡиғалар, кейемдәр. Бына, мәҫәлән, был Илдар Шәйәхмәтовмы, түгелме икәне шунда уҡ күренеп тора. Саҡ ҡына яңылышлыҡ булһа ла, ҡараған кеше шунда уҡ айырмаһын әйтәсәк, тәнҡит һүҙе табыласаҡ. Бер билдәле рәссам: “Миңә кешене нисек бар, шулай төшөрөү бер ни тормай. Мин уларҙың күңел донъяһын сағылдырырға тырышам”, – тигәйне. Уның менән килешмәҫ инем, сөнки реаль һыҙаттар аша ла бит кәйефте, эске донъяны һынландырырға була. Киң билдәле әкиәттәге кеүек: “Ә батша бит шәрә!” – тип әйтерлек бала табылмай. Кешеләр күргәҙмәләргә килә һәм бөтөнләй аңлайышһыҙ һүрәттәргә ҡарата һоҡланыу тойғоларын белдерә. Белмәйем, бәлки, заман әҙәм балаларын шулай үҙгәрткәндер, әммә боронғо дәүер булһынмы, әллә бөгөнгөмө – матурлыҡ, сәнғәт барыбер үҙ йөкмәткеһендә ҡала.
– Ижадығыҙҙа ҙур оҫта Әхмәт Лотфуллин менән ауаздашлыҡ бар, тигәндәре юҡмы?
– Әйткәндәре бар. Эйе, Әхмәт ағай – ҙур рәссам. Башҡорт еләнен төшөргән картинам бар бит әле, ундағы ағас эйәр, ҡурай – унан алып торған ҡомартҡылар. Миндә Әхмәт ағайҙың китабы ла бар. Ул бик күп билдәле шәхестәрҙе лә төшөрҙө. Рамаҙанды ла һүрәтләне ул, әйткәндәй.
– Күргәҙмәләрегеҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ.
– Донъя буйынса ла, сит ил, Рәсәй ҡалаларында ла ойошторолғаны булды. Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө сәнғәт һөйөүселәренә лә тәҡдим ителде эштәрем. Башҡортостанда йәмғеһе 12 күргәҙмәм ойошторолдо. Бер ҡараһаң, күп тә түгел, әммә элегерәк бит һан артынан ҡыумайҙар ине. Хәҙер күргәҙмәләр үткәреү еңелдән түгел: физик яҡтан да, матди йәһәттән дә. Беҙгә бит бөгөн бер кем дә ярҙам итмәй. Дәүләт үҙе ҡайһы бер айырым күргәҙмәләрҙе ойоштора. Бына, мәҫәлән, 2018 йылда М. Нестеров исемендәге музейҙа сығыш яһарға тейешмен, әммә унда картиналарҙы алып килергә кәрәк. Бөгөн уларҙың күбеһе Мәскәүҙә һаҡлана. Транспорт сығымдарын ҡапларға кәрәк бит инде.
– Грантҡа дәғүә итеп ҡараманығыҙмы?
– Юҡ.
– Мәскәүҙә нисә күргәҙмәгеҙ булды?
– Айырым бына беренсе тапҡыр былтыр үтте. Ә былай рәссамдар күргәҙмәһендә күп тапҡыр ҡатнаштым. Башҡортостан мәҙәниәте көндәре ойошторолһа, һәр саҡ картиналарым менән сығыш яһай торғайным. Рәссамдарҙың үҙәк йортонда үткән 2002 йылдағы сарала башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙар һүрәте экспозицияның үҙәгендә урынлаштырылды, халыҡ бик ҡыҙыҡһынып ҡараны.
– Рәссамдар картиналарын ни рәүешле һата?
– Һәр саҡ беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай инде. Мәҙәниәт министрлығы һатып ала, ҙур рәхмәт. Әммә уларҙың да йыл һайын һатып алырға мөмкинлеге юҡ. Улар һәр эш менән дә ҡыҙыҡһына тигән һүҙ түгел. Бер картинаны өс йылға бер яҡынса 60 мең һумға алалар.
– Рәссам ниндәй аҡсаға йәшәй?
– Һәр кем үҙе нисек ҡулынан килә, шулай йәшәй. Килеп картиналарҙы һатып алыуҙары ихтимал, хаҡтары Мәҙәниәт министрлығына тәҡдим ителгәнсә түгел, әлбиттә. Беренсенән, улар менән беҙ һатыу итмәйбеҙ, сөнки М. Нестеров исемендәге музейға алалар, ул һүрәттәр мәңгелек өсөн хеҙмәт итә, дөйөм сәнғәт һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән, даими күргәҙмәләрҙә ҡуйыласаҡ. Ә инде үҙең һүрәтеңде һатҡанда, хаҡтар башҡаса. Шәхси коллекцияларға ҙур булмаған эштәрҙе һатып алалар, шуға хаҡтары сағыштырмаса түбәнерәк була.
– Һеҙ рәсми рәүештә берәй ерҙә эшләйһегеҙме?
– Ғүмеремдә бер ерҙә лә эшләгәнем булманы (көлә). Совет осоронан шулай өйрәнелгән. Үҙ заманында беҙ, рәссамдар, һәр беребеҙ Художество фондының штаттан тыш хеҙмәткәре булып иҫәпләнә инек. Шунда заказ бирәләр, шуны атҡара, гонорар ала инек.
– Ғаиләгеҙ?
– Үкенескә ҡаршы, ғаиләм юҡ. Өйләнгәйнем, әммә кем ирекле рәссам менән йәшәргә теләһен?!. (көлә).
– Беҙ һүҙ менән үҙ ижадығыҙ хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
– Профессионал булараҡ, тыуған илем өсөн ҡулымдан килгән эшемде башҡарасаҡмын. Һынлы сәнғәттә башҡорт мөхитен һынландырып ҡалдырғым килә. Үҙемдән һуң нимә лә булһа тороп ҡалыуын теләр инем. Әлбиттә, картиналарымды ижад иткәндә музейҙар, айырым кешеләр ярҙам итте, уларға ҙур рәхмәт!
– Ижадсы өсөн тыуған илен һүрәтләү мөһимме?
– Әлбиттә! Рәссам Ватанын мотлаҡ һынлы сәнғәттә сағылдырырға тейеш. Минең ынтылышым, эске теләгем дә – Тыуған илемә хеҙмәт итеү. Бөтә рәссамдар ҙа шулай эшләргә, уйларға тейеш, тип әйтә алмайым. Кемдер бөгөнгө Башҡортостанды ярата, икенсе берәү тарихты үҙ итә. Һәр кемдең үҙ юлы. Мин уҙған миҙгелдәрҙең сағылышын, үткәндәрҙәге башҡортто, Башҡортостанды эләктереп ҡалғым килә. Мәҫәлән, Илдар Шәйәхмәтов 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан сотниктың кейемен яңынан тергеҙгән, ә мин уны рәсемгә һалдым.
– Һеҙҙең уҡыусыларығыҙ бармы?
– Юҡ, тиергә лә була. Эйе, мин уҡыттым, әммә был йүнәлеште өйрәнеүе ауыр. Йәштәр стилләштерергә ярата, ә бына тәбиғәт биргән матурлыҡты, камиллыҡты тыуҙырырға ҡыйынһына, ауырһына. Абстрактлы һүрәтләү еңел дә инде: нисек теләйһең, шулай төшөрәһең. Ә бында бик ҡаты талаптар, ҡәтғи һынланыш бар. Пропорцияларҙы саҡ ҡына боҙһаң да, хәҙер үк күренеп торасаҡ.
– Нимә ул илһам?
– Мин һәр саҡ эшләргә, үҙем һайлаған йүнәлештә хеҙмәт итергә тырышам. Әммә илһам тигән төшөнсә лә бар. Нимә һуң ул? Ул эш еңел бара, ағылып ҡына тора, тигән һүҙ. Проблемалар баҫып китһә, эске баланс боҙолһа, эшләүе ауыр. Ни өсөн шағирҙар ҡаланан ситкә, ауыл мөхитенә сумырға тырышҡан? Сөнки улар донъяуи мәсьәләләрҙән арынған, тынлыҡта, илһам менән икәүҙән-икәү генә ҡалып, ижад иткән. Ә бында хатта ябай ғына һөйләшеү ҙә, матди хәл дә кәйефте төшөрөүе ихтимал.
– Рәссамдар һәр саҡ шулай матди яҡтан ауыр йәшәгәнме?
– Юҡ, улай түгел. Совет осоронда беҙҙең хеҙмәт бик юғары баһалана ине, еңел йәшәнек. Беҙгә рәссамдарҙың бик кәрәкле сәнғәт әһелдәре булыуы хаҡында әйтеп тора ине, заказдар йыш бирелде.
Хәҙер беҙ ирекле осошта: теләһәң – ижад ит, теләмәһәң – юҡ. Әммә былар барыһы ла сәнғәт файҙаһына түгел. Хатта кешелек файҙаһына түгел. Америкала ла, Европала ла хәҙер һынлы сәнғәттең ҡәҙере китте. Әлегә беҙ совет дәүеренең емереклектәре, ҡалдыҡтары менән көн итәбеҙ. Рәссамдың ижады берәүгә лә кәрәк булмай башлаһа, бына был инде ҙур фажиғәгә алып килгән осор етеүе хаҡында һөйләйәсәк, минеңсә.
– Шәреҡтә лә шул уҡ хәлме? Уларҙа бит һәр дәүер сәнғәт юғары баһаланған...
– Эйе, Япония, Ҡытай рәссамдар, уларҙың эштәре менән ҡыҙыҡһына, уҡытырға саҡырғандары бар. Уларға беҙҙең реалистик мәктәп оҡшай, әммә унда барып эшләп йөрөмәйем бит инде. Минең өсөн һәр саҡ тыуған ил, уға хеҙмәт итеү тойғоһо мөһим.
– Рәссам үҙе һайлаған юлды ҡотҡарырға тейеш түгелме икән?
– Ойоштороу эше менән шөғөлләнергә тейеш түгел ижадсы. Рәссам бары тик фиҙакәр хеҙмәте, көнө-төнө ижад итеүе менән генә ошо юлды ҡотҡарыу сараһын күрә ала. Беҙҙең дәүергә бер ижадсы ла кәрәкмәй төҫлө. Бер көнөмдө лә әрәм иткем килмәй ниндәйҙер ойоштороу эштәре менән шөғөлләнеү өсөн. Рәссам бөгөнгөгә түгел, мәңгелеккә хеҙмәт итә.
“Салауаттан һорау алыу” картинаһы уҙған быуат урталарында төшөрөлгән. Ул ваҡыт өсөн ҙур эш һаналған, әммә бөгөнгәсә ундай хеҙмәт булғаны юҡ бит.
– Сәнғәтте нисек күтәрергә була?
– Киң билдәле “Боярыня Морозова”, “Утро стрелецкой казни” кеүек картиналарҙы үҙ заманында бары бер кеше күтәргән – Третьяков. Ул һәр картинаны һатып алған. Заказ буйынса түгел, ә рәссам үҙе нимә теләй шуны төшөрә, бары тик һатып алыусы ғына бер кеше. Мәҫәлән, Суриков нимә һынландырһа ла, Третьяков һатып аласағын белгән. Ул киләһе һүрәтен төшөргәнсе шул аҡсаға йәшәй алған.
Мәҫәлән, М. Нестеров “Видение отроку Варфоломею” тигән картинаһын һатҡас, ярты йыл Европа буйлап сәйәхәт иткән, ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙа йәшәгән.
Бөгөн ни өсөн рәссамдар картина төшөрмәй? Сөнки һатып алыусы юҡ. Һүрәтте эшләгән хәлдә лә, ул коридорыңда торасаҡ шунда. Әлбиттә, минең зарланыу мотивына төшөп киткем килмәй.
– Һеҙҙең өсөн бөгөн иң мөһиме нимә?
– Иң мөһиме? Ижади эшләргә мөмкинлек бирһендәр. Мәҫәлән, музейға барып картиналар төшөргәндә, ҡаршы сыҡҡандар булманы түгел. Уларҙан аҡса һорамайым, шарттар талап итмәйем, бары тик шул тарихи картиналарҙы төшөрөргә генә рөхсәт итегеҙ. Мәҫәлән, һеҙ эш хаҡы түләнмәһә лә, көн дә шунда барып рәсем төшөрөргә риза булыр инегеҙме? Опера һәм балет театрына ана шулай ике йыл йөрөнөм. Ә бит рәссамға кеше араһына сығырға ла, кейенергә лә, ашарға ла кәрәк. Әгәр музейҙар үҙҙәрендә төшөрөлгән һүрәттәрҙе үҙҙәре һатып алырға теләй икән, мин ҡаршы түгел. Рәссам ниндәйҙер аҡсаға йәшәргә лә тейеш бит (көлә). Аҡса һоранып йөрөргә теләк юҡ, әммә бына картиналар ижад итеү өсөн мөмкинлек тыуҙырылһа, һис ҡаршы булмаҫ инем.
– Иң ҡәҙерлеһе?
– Күктәр ижад һәләтен бүләк иткән – был минең өсөн иң ҡәҙерле һәҙиә. Һәр көнөмдө ижад менән үткәрергә тырышам. Ваҡыт тиҙ үтә. Күп һөйләргә була, әммә рәссам һүрәтләргә тейеш. Бейеүселәрҙеке кеүек, беҙҙең дә ваҡыт сикләнгән. Белмәйем, Аллаһ Тәғәлә миңә күпме ваҡыт биргәндер, әммә бөгөн һәр минутым ҡәҙерле. Көсөм, теләгем барҙа ижад итеп ҡалырға тырышам.
Заманында Заһир Исмәғилевтең, Зәйтүнә Бикбулатованың, Зәйтүнә Насретдинованың һүрәттәрен төшөрҙөм. Уларҙы фатирҙарында һынландырып ҡалдым.
– Иң ҡурҡынысы?
– Эшһеҙлек. Күҙ алдына ла килтерә алмайым тик ултырыуҙы. Ниәттәрем бик күп, шуға күрә тотонған рәсемемде үҙ ваҡытында тамамларға тырышам. Мәҫәлән, ошо арала был портретты эшләп бөтмәһәм, йәйгеһен минең үҙ пландарым. Эш ҡала икән, өҫтө-өҫтөнә башҡалары өйөлә. Илһам бармы-юҡмы, минең өсөн ул мөһим түгел, эшләргә кәрәк. Хатта кәйеф булмаған хәлдә лә ситуацияны һындырып, мөмкин тиклем ижадҡа сумырға тырышам.
– Ижадты аҡсаға алмаштырғандар барҙыр?
– Әлбиттә, аҙым һайын. Мәҫәлән, минең бер һәләтле танышым салон өсөн эшләй. Өс балаһы бар, ғаиләһен ҡарарға кәрәк, мин уны аңлайым. Әммә шәхсән үҙем салон өсөн эшләй алмайым. Был – минең эске ынтылышым, был – минең юлым. Аллаһ Тәғәлә үҙе ижадсы тип әйттек бит, шуға күрә уның бәндәләренә биргән ижад итеү һәләтен дә ҡәҙерләргә кәрәк.
– Талант нимә ул?
– Репин “Талант – бер, ә 99 проценты эшһөйәрлек” тиһә лә, һәләтең булмаһа, берәй нимәгә ирешеп буламы икән? Юҡтыр. Әгәр инде бына талантлы булып та, ялҡауһың икән, һәләтеңде юҡҡа сығарыуың ихтимал. Эйе, әгәр кеше бик теләһә, уны нимәлер эшләргә өйрәтеп була, әммә уның был ижад төрөнә ынтылышы булмаясаҡ. Талантлы кешенең күңеле ижадҡа ауаз биреп тора. Һәләтлеләргә фанаттарса тырышлыҡ талап ителә. Сәнғәт үҙенә тоғро булып, янып ижад иткәндәрҙе ярата. Мәҫәлән, әгәр күңел йырлап тора, ижад бара икән, мин ҡәнәғәт. Матди мәсьәләләр тураһында уйлағы ла килмәй. Ижадты, уны тыуҙырыу бәхетен, онотолоп китеп сәнғәт әҫәре тыуҙырыуҙы бер ниндәй матди байлыҡ та алмаштыра алмай.