Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “КҮҢЕЛЕМДӘ ТЫУА БЫЛ МОҢДАР”
“КҮҢЕЛЕМДӘ ТЫУА БЫЛ МОҢДАР” Уның йырҙары халыҡ араһында киң таралған. Бигерәк тә популяр йырсы Радик Юлъяҡшин башҡарған “Яралар”ҙы яратып тыңлайҙар, ҡотлауҙарҙа тапшырыуҙы һорайҙар, хатта телефондарына яҙҙырып алып, шылтырау сигналы урынына ла файҙаланалар. Концерттары ла ойошторолғаны бар. Ә шулай ҙа кем һуң ул республикабыҙ йыр сәнғәтенең күренекле шәхестәре – Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева менән Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, композитор Юлай Үҙәнбаевтарҙың бер туғаны Флүрә Үҙәнбаева? Юҡҡа ғына бер ғаиләнән өс моң эйәһе тыумағандыр. Флүрә ханым менән ошолар һәм 30 мартта Өфөлә үтәсәк концерты хаҡында һөйләшәбеҙ.
– Һеҙ ниндәй мөхиттә үҫтегеҙ? Кем­дәр улар йыр сәнғәтендә таныл­ған, күренекле шәхестәр үҫтергән атай менән әсәй?
– Беҙ Мәләүез районының Ағиҙел буйында урынлашҡан Түләк ауылында үҫтек. Тыуыуын Смаҡта тыуғанбыҙ, әммә бала саҡ, үҫмер йылдары үткән ер беҙгә бик яҡын. Атайыбыҙ Хәмиттең гармунда уйнағанын, әсәйебеҙ Раузаның йырла­ғанын тыңлап үҫтек. Моң эсендә тәрбиә­ләндек беҙ. Әсәйҙең тауышы бына әлегеләй хәтеремдә: әгәр мөмкинлек булһа, ул Фәриҙә Ҡудашева һымаҡ халыҡ араһында танылыр ине. Йырҙы күкрәгенә һалып, иркен тын менән башҡара тор­ғайны. Атайҙың “Һарытау” гармунында уйнаған көйҙәренә ҡушылып йырлап ебәрер һәм ошо рәүешле бик күп табындарҙы йәмләр булдылар.
Бөгөн мәжлес өсөн махсус тамада яллайҙар, ә улар үҙ теләге, ниәте менән күпме табындарҙы моңландырҙы. Беҙгә ҡунаҡҡа килһәләр, мейес башынан өлкәндәрҙең матур итеп йыр аша аралашҡандарын ҡарап, иҫебеҙ китеп тыңлап ята торғайныҡ.
Ғаиләлә алты бала үҫтек һәм өсәүе­беҙҙең йыр менән яҙмышын бәйләүе атай менән әсәйҙең асылынан киләлер, тим. Иң өлкәнебеҙ – Салауат ағай. Шунан Башҡортостанда ғына түгел, туғандаш милләт вәкилдәре йәшәгән Рәсәйҙең һәр төбәгендә танылған халыҡ артисы Тәнзилә апайыбыҙ килә. Фәрит абзыйымдан һуң мин тыуғанмын, унан һуң тағы ла бер һеңлебеҙ Венера. Ә инде иң төпсөгөбөҙ – моңло ҡустыбыҙ Юлай.
– Флүрә апай, һеҙ көйҙәр ҙә яҙа­һығыҙ. Иң беренсеһен ҡасан ижад итте­геҙ? Нисек тыуа ул моң?
– Бәләкәйҙән йырлағым килә бит инде, ә йырҙар белмәйем, шуға тотам да үҙем ижад итәм. Әсәйем башҡарған йырҙарҙы йырлай алманым. Ҡаршытауға менеп, ауылдағы өйҙәрҙе халыҡ тип күҙ алдыма килтерәм дә үҙемә оҡшаған йырҙар сығарам, башҡарам. Ул ваҡытта ижад ителгәндәрҙең күбеһе хәтерҙә лә ҡалмаған инде, ә бына бөгөн көйҙәр яҙыу бик уңайлы. Күңелеңә килгән моңдарҙы шунда уҡ диктофонға яҙҙырырға була, улар юғалмай. Ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле, тәрән кисерешле мәл булһа, көй ҙә тыуа. Диктофон менән эшләү, ысынлап та, уңайлы, сөнки көйҙө аҙаҡтан эшкәртеп, матурлап яҙып бөтөрәһең, ә иң мөһиме — уның моңо теркәлеп ҡала.
Иң тәүге көйҙө 2007 йылда яҙҙым. “Ян, усағым!”, “Толпарым”, “Ҡолон” кеүек йырҙар менән ижад итә башланым, халыҡ араһына сыҡтым. Тәүгеһенең шиғыр авторы – шағирә Фәүзиә Рәхимғолова. Йырсы Дилара Ҡәйүмова “Ян, усағым!” менән “Гәлсәр һандуғас” конкурсында еңеп сыҡты. “Ҡолон” йырын бик күп райондарҙа ансамблдәр башҡара.
– Һеҙ ниндәй һөнәр эйәһенә уҡы­нығыҙ?
– Атай-әсәйем мәктәптән һуң мине Мәләүездәге төҙөлөш техникумына уҡырға ебәрҙе. Унда белем алып, штукатур-маляр булып сыҡтым, әммә унда эшләргә насип булманы, сөнки күңелем барыбер йырға тартыла ине. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамланым: күп халыҡ ҡатнашҡан саралар режиссеры һөнәрен үҙләштерҙем. Мәләүездә автоклубта мәҙәниәт бүлеген етәкләнем, төрлө концерттар ойоштороп, ауылдарҙа, күрше райондарҙа сығыш яһап йөрөнөк. Ғ. Әлмөхәмәтов, Й. Иҫәнбаев исемендәге халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурстарында ҡатнашып, еңеп сыҡҡаным булды. Татарстанда үткән йырсылар ярышында ла миңә уңыш йылмайҙы: тәүге урындарҙың береһен яулап ҡайттым. Йәнә лә халыҡ йыры менән Мәскәүгә барып эләктем һәм халыҡ-ара кимәлдә уңышҡа өлгәштем. Уның үҙенә күрә файҙаһы ла бар, бөгөн ул пенсияға аҙмы-күпме өҫтәмә бирә. Эш араһында туйҙар, төрлө юбилей саралары ойошторорға насип булды. Ҡайһы берҙәре өсөн махсус йырҙар ҙа яҙҙым. Бына ошо рәүешле бала саҡ хыялыма әйләнеп ҡайттым.
– Композиторҙар конкурсында ла ҡатнаштығыҙ бит әле һеҙ?
– Эйе, Ф. Абдраҡов исемендәге компо­зи­торҙар конкурсы Мәләүез ҡала­һында ойошторолдо. Унда мин 1-се урынды яуланым.
– Ҡустығыҙ Юлай Үҙәнбаев көйҙә­ре­геҙгә ҡарата фекерен әйткәне бармы?
– Бар, әлбиттә. Ул хуплап тора, кәңәш бирә. Йырҙар ижад итһәм, иң беренсе уға тыңлатып ҡарайым. Ул миңә: “Апай, һинең күңелле йырҙарың матурыраҡ сыға, шуларға өҫтөнлөк бирергә тырыш. Уларҙы күптәр яҙа алмай”, – тине. Мин уның һүҙенә ҡолаҡ һалам. Әммә күңел төшөнкө саҡта моңһоу, һағышлы йырҙар ҙа тыуып ҡуя. Уларҙың күбеһе хитҡа әйләнеп китте: “Яралар”, “Бала илай”, “Ике балам”, “Беҙ бит күктә йәрәшелгән”, “Бәхетле ғүмерҙәр” кеүектәрен халыҡ бик яратып ҡабул итте. Радик Юлъяҡшин башҡарған “Яралар”ҙы урамда ла ишетеп ҡалам, табындарҙа яңғырап тора.
– Тағы ла кемдәр башҡара йырҙа­рығыҙҙы?
– Хәниә Фәрхи алты йырымды халыҡҡа еткерҙе, Фәрүәз Урманшин, Фирүзә Париж, Артур Ҡунаҡбаев, Раил Өмөтбаев, Римма Амангилдина, Венера Юлгилдина, Әхмәт Мөхәмәтйәнов, Эльвира Асҡаровалар йырҙарымды башҡара. Концертыма уларҙың барыһы ла саҡырылған. Аллаһ насип итһә, йырлы кисәлә осрашырбыҙ, йырлашырбыҙ тип торабыҙ. Йәш йырсы­ларҙы ла алдым концертыма, сөнки уларға ла башлап китеү өсөн майҙан кәрәк. Әйҙә, үҫһендәр, уларҙы халыҡ күрһен.
Концертымда үҙем дә йырлаясаҡмын. Өс тапҡыр сығасаҡмын, Аллаһ бирһә, тамашасы алдына. Бер сығышым тик халыҡ йырҙарынан ғына торасаҡ. Тәнзилә апайыма рәхмәтем ҙур: ул кәңәш итте шул әҫәрҙәргә тотонорға. “Халыҡ йырын башҡармайынса беҙҙең халыҡтың күңеленә үтеп булмай”, – тине ул.
– Әйткәндәй, ҡустығыҙ һеҙҙе хупла­ған, ә бына апай кеше – Башҡор­тостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева нимә тине һуң, һеҙ йыр яҙа башлағас?
– Апайым башта аптырап ҡалды, нота белмәгән кеше нисек йыр яҙһын, тине. Әммә Юлай ҡустым асыҡлыҡ индерҙе был һорауға: “Композиторҙар араһында профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр бар. Флүрә апайым үҙешмәкәр ижадсылар исемлегендә. Ул күңелендә тыуған йырҙарҙы ижад итә, шуға ла уның яҙғандарын тамашасы яратып ҡабул итә. Төрлө стилдә яҙа белә”, – тине.
– Йырлауығыҙға ҡарата апай кеше­нең фекере нисек? Ул бит үҙе иҫ киткес башҡарыусы. Юғары нота­ларҙы ана нисек ала бит Тәнзилә апай!
– Ул бер ҡасан да күңелең булһын өсөн генә әйтмәй, тураһын ярып һөйләшә. Мин апайыма ҡайһы саҡ йырҙарымды тыңлатырға ла ҡурҡам. Ул юғары сәнғәт күҙлегенән сығып фекер йөрөтә, кәңәш бирә. Шундай яҡын кешем булыуы менән сикһеҙ бәхетлемен, сөнки апай беҙгә лә юғары маҡсат, юғары планка ҡуя. Әгәр инде уға өлгәшмәһәң, үҙеңә үпкәләйһең (көлә).
Сәмләнеп китеп, мин дә халыҡ әҫәренә тотондом һәм “Баяс”ты өйрәндем. Апай тәнҡитләй-тәнҡитләй өйрәтте миңә уны, әммә килтереп сығарҙым. Ғәлинур Юламанов менән бергә эшләнек был йырҙы сәхнәгә сығарыр өсөн. Аллаһ насип итһә, уны концертымда башҡарырға тип торам.
– Балаларығыҙ ҙа сәнғәт юлын һайланымы?
– Беҙ ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ҙурыбыҙ Альбина — инглиз теле уҡытыусыһы, кейәү менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Бәлә­кәсебеҙ хәрби кешегә кейәүгә сыҡты һәм бөгөн Кавказда йәшәйҙәр. Заманында Мәскәүҙә М. Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамлағайны ла бит, әммә яҙмыш сәнғәт юлынан китергә насип итмәне. Береһенән-береһе бәләкәй өс балалары бар, әле уларҙы ҡарап өйҙә ултыра. Кейәүҙәребеҙ көслө, шуға ҡыуанам, күҙ теймәһен. Балаларыма арнап та йыр яҙғанмын.
Бәләкәй ҡыҙым һағынам тип яҙа торғайны, шул тиклем Башҡортостанды юҡһынып бер булды. Шулай һөйләнгәс, йөрәгем әрнеп, әсенеп, бер көй яҙҙым, әммә һүҙе юҡ. Шағирҙарға мөрәжәғәт иттем һәм Белореттан Сәйфулла Ғайсин “Бала илай” тигән шиғыр яҙып бирҙе. Йырҙы ижад иттем дә ҡыҙыма һалдым. Ул аҙаҡ апаһына: “Әнейемдең йырын тыңлап, төн буйына илап сыҡтым. Ҡайтмайым, нисек ошонан һуң һағындым тип кенә тыуған ереңә ҡайтып китәһең. Ғаиләне, балаларҙы уйларға кәрәк”, – тип әйткән. Был йырҙы Ғәлинур Юламанов та, Раил Өмөтбаев та башҡара, үҙем дә йырлайым. Хитҡа әйләнеп китте.
– Бына был концертығыҙҙан нимә көтәһегеҙ? Әллә тамашасы алдында һынау тотоумы?
– Илле йәшкә тиклем мин, бөтәһе лә алда әле, тип уйлай торғайным. Баҡтиһәң, йылдар елеп кенә үткән дә киткән икән. Илленән һуң тырышып, етеҙлек, дәрт менән янып ижад итә башланым. Көйҙәр яҙам, клиптар төшөрәм, аранжировкалар эшләтәм. Эйе, мин затлы кейемдәр артынан ҡыумайым, ҡиммәтле тундар тип тә иҫем китмәй, йыл һайын ял йорттарына йөрөмәйем, әммә аҡсам килеп кереү менән йырҙарымды яҙҙырып ҡалырға тырышам. Яҡшы мәғәнәлә “йыркоман”ға әйләндем инде. Улар кешеләргә ҡала, балаларым тыңлап ҡыуаныр.
Был концертым – тамашасым, үҙем алдында отчет тотоу. Аллаға шөкөр, хиттарым бар, халыҡ яратҡан йырҙарым күп, ошо күңелемде йылыта. Байтаҡ йырҙарым Татарстандың моң һөйөүселәре алдында ла яңғырағаны бар. Концертыма халыҡ йырҙарын, халыҡсан көйҙәрҙе яратҡан барлыҡ тамашасы йыйылыр, тип өмөт итәм. Ҡулымдан килһә, һәр башҡорт кешеһе өйөнөң ишеген шаҡып, саҡырып сығыр инем. Тулы залдар алдында сығыш яһауҙан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ ижадсы өсөн! Ай аҙағына тиклем ваҡыт бар, шуға күрә йыр-моң кисәһендә көтөп ҡалам барығыҙҙы ла.
Бары шуны ғына әйткем килә: афишаға, саҡырыуҙарға, билеттарға тамашаның урыны – Балалар филармонияһы тип яҙылған. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына барып, аҙашып йөрөмәһендәр ине. Балалар филармония­һы – ул элекке резина-техник изделиелар һарайы бинаһы, йәғни “Өфө” универмагы” туҡталышындағы тамашалар залы. Йөрәк йырҙарымды һалған концертымда көтөп ҡалам һеҙҙе, хөрмәтле дуҫтар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780