Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп яҡлы ижад балҡышы
Күп яҡлы ижад балҡышы Ошо көндәрҙә Дүртөйлө районының тарихты өйрәнеү музейында режиссер, драматург, прозаик, балалар яҙыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, һәүәҫкәр композитор Мөҙәрис Мөсифуллиндың юбилейына һәм ижадына арналған күргәҙмә үҙ эшен башланы.
Күркәм тантананы асып, райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәмил Хәсәнов: “Дүр­төйлөнөң бәрәкәтле ерен, күп милләтле халҡын данлап, төрлө жанрҙа ижад итеүе уның үҙ иленең ысын патриоты булыуын дәлилләй”, – тип билдә­ләне.
Мөҙәрис 1957 йылдың 25 мартында Дүртөйлө районының Түбәнге Әлкәш ауылында донъяға килә. Буласаҡ яҙыусы менән Исмаил урта мәктәбендә белем баҫ­ҡыстарына бергә үрмәләнек. Мөҙә­ристең мәктәптә тәнәфес ваҡытта­рында, смотр­ҙарҙа, концерттарҙа өҙҙөрөп гармунда уйнап, моңло итеп йыр­лауҙары, дәртле итеп тыпырҙа­тып бейеүҙәре киләсәктә был егет һис шикһеҙ сәнғәт юлын һайлар тигән уй тыуҙыра ине. Ә беренсе хикәйә­ләрен Мөҙәрис хәрби хеҙмәттә сағында яҙа. Тыуған ер төшөнсәһе бала сағынан уҡ мәңгелек хәҡиҡәт булып, уның йөрәгенә һеңеп ҡалған. Шунлыҡтан да әҫәрҙәре ауыл тормошон асыҡлап, халыҡҡа яҡын итеп тасуирлана һәм дә уҡыусылар тарафынан көтөп алына. Уның туғандарын яҡшы беләм. Ишле ғаиләлә тыуып үҫеп, өлгөлө тәрбиә, юғары белем алып, оло тормош тәжрибәһе тупла­ған яҡташым­дың ижад емештәре күп йылдар дауамында шатландыра килә, хис-тойғоларымды яңырта.
Әлбиттә, тынғыһыҙ хеҙмәтендә Мөҙәрискә ярҙам иткән кеше – һөйөклө тормош иптәше, Әбйәлил районы ҡыҙы Әсмә. Өлкән улы Рөстәм, килене Эльза, өс ейәне, кесе улы Илдар дәрт-дарман, илһам биреп тора.
М. Мөсифуллин Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡып, театр режиссу­раһы белгесе булып, Дүртөйлө мәҙәниәт һарайында өс йыл режиссер булып эшләй. Унан һуң йәш белгесте район хакимиәтенә эшкә саҡыралар. Бында ул 21 йыл дауамында мәҙәниәт бүлеген етәкләй, тарихты өйрәнеү музейы фондын тулыландырыуға, экспонаттар туплауға күп көс һала. Бөгөн Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы Дүртөйлө районы мәҙәниәт һара­йының художество етәксеһе вази­фаһын башҡара. Район, республика күләмендә үткән мәҙәни саралар үҙәгендә ҡайнап, төрлө байрамдарға сценарийҙар яҙып, әҙерлек эштәре алып бара. Шул уҡ ваҡытта әҙәби ижад менән дә мәшғүл, пьесалар, хикәйәләр яҙа, балалар өсөн бер нисә китап сығарҙы. Әҫәрҙәре Башҡорт­остан, Татарстан һәм Рәсәй мат­буғатында башҡорт, татар, урыҫ, ма­ри, удмурт телдәрендә даими ба­ҫылып килә. Пьесалары 40-тан ашыу профессиональ, халыҡ театрында һәм үҙешмәкәр драма коллективтарында ҡуйылды.
Мөҙәрис яҙған әҫәрҙәрҙең уңышы нимә менән аңлатыла һуң? Уларға тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалыуы, ғәҙәти үк булмаған, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һүрәтләүе, халыҡсан теле әһәмиәтле роль уйнай торғандыр. Ә бәхетле, матур бала саҡ хәтирәләре, татыу ишле ғаилә, ғүмер баҡый бер-береһен ихтирам итеп, оло мөхәббәткә эйә ҡәҙерле ата-әсәһе, туғандары балалар өсөн ижадында, һис шикһеҙ, яҡты маяҡ.
Мөҙәрис йырҙар ҙа ижад итә. Уның “Тыуған көнөң менән, дуҫҡай”, “Көҙгө йыр”, “Әсәй”, “Фәүзиә ҡайындары” һәм башҡаларын популяр артистар, шулай уҡ автор үҙе лә башҡара.
Мөҙәрис Мөсифуллин – “Урман баһадиры-1995”, “Алтын Урал”, “Аманат” журналының Мифтахетдин Аҡ­мулла исемендәге премиялар лауреаты. Ул Рәсәй Мәҙәниәт министр­лығының “Мәҙәниәттәге уңыштары өсөн” билдәһе, милли мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан һәм Татарстан Мәҙәниәт министрлыҡ­тарының Маҡтау грамоталары, Афған һуғышы ветерандары советының “Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Уның “Ватандаш”, “Майҙан” журналдарында “Тәүбәгә килеү” повесы баҫылды, һәм бөгөн, ошо форсаттан файҙаланып, әлеге әҫәрҙе уҡығандан һуң тыуған уй-фекерҙәремде гәзит уҡыусыларға ла еткергем килә.
Яҙыусы тормошта булған ва­ҡиғаны тасуирлап, төп геройын бер ҡараштан ябай ғына алым менән – аҡман-тоҡ­ман бура­нында аҙаштырып “тәүбәгә кил­терә”... Әлеге ғәҙәттән тыш килеп тыуған сетерекле хәл уға үткән тормошон күҙаллап, донъя­ға булған ҡарашын бөтөнләй үҙгәртеп, яңыса йәшәй башлау өсөн бер этәргес булып сыға.
Айнурҙың февраль буранында аҙашып, унан бесән кәбәнендә ышыҡланып, йәнен һаҡлап көндәр, төндәр үткәреүе бер ҙә осраҡлы түгел. Ни өсөн тигәндә, Аллаһы Тәғәлә тормошта аҙашҡан әҙәм балаларын айнытып, аҡылға ултыртыр өсөн ергә аҡ томан менән буранды ебәрә икән. Ә инде яҙмыш һынауҙарын нисек итеп үтәһең, уныһы инде аҙашҡан­дарҙың үҙенән тора...
Ауылдың беренсе һәм иң аҡыллы егете хәтәр аяныс хәлдә ҡала. Ул ҡар буранында ғына түгел, үҙенең тойғо-хистәрендә, тормоштоң ҡатмар­лы юлдарында аҙаша, араҡы зәхмәте аңын бутап, башын әйләндерә. Ни аяныс, айыҡ саҡта бесәйгә лә ҡул күтәрмәгән ир, сәрхүш, аҙғын, хөрәсән затҡа әйләнеп, айный алмай ҡатыны­на ҡул күтәрә, мөхәббәтенә хыянат итә.
Әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәлә яр­ҙамы менән Ер йөҙөндә барлыҡҡа килгәндән бирле ғүмер баҡый тормош, йәшәйеш мәғәнәһенең асылына төшөнөргә тырышҡан, көндәлек тормошта үҙен борсоған һорауҙарына яуап эҙләгән.
Айнур ҙа ағаһы Венерҙан ҡалған ҡуйын дәфтәрендә һаҡланған Ғүмәр Хәйәм робағиҙарынан аҙашҡан тормошонда ҡотолоу юлы эҙләй. Ауыл­дың муллаһы булған Хисмәт ағайҙың доғаларын, вәғәздәрен тыңлап, өгөт-нәсихәт, телгеләнгән йәненә иман нуры ала. Аҡ әбейҙең яҙмаларын ҡабаттан уҡып, әлегәсә үҙе өсөн күп йылдар буйы сер булып һаҡланған төйөндө сисеп, тулҡынландырғыс миҙгелдәр кисерә. Нәҫел ебе быуаттар дауамында һуҙылып, бәләкәй улында дауам итәсәгенә шатлана.
Тылсымлы ла, сәйер ҙә, сихри ҙә булған мәңгелек көс – мөхәббәт менән Айнур, ниһайәт, килеп тыуған бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға. Үҙ ғүме­рендә беренсе тапҡыр биттәрен ҡулдары менән һыпырып, “Аллаһы әкбәр” әйтеп, “Аллаға шөкөр, араҡы-хәмергә сарыф ителгән, заяға үтелгән ғүмерем артта ҡалды, юлды таптым – хәҙер туп-тура һеҙҙең янға барам”, – тип ғәзиздәре хәләл ефете Нурия менән улы Саматҡа сафланған күңеленән мөрәжәғәт итә...
Автор повесты бер ултырыуҙа ғына яҙмағандыр. Мөхитебеҙҙә килеп тыуған саралар, сетерекле хәлдәр, ҡатмарлы мәсьәләләр, пробле­маларға Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы һис кенә лә битараф ҡала алмаған­лыҡтан ҡулына ҡәләм алған да инде һәм йылдар дауамында йыйылып килгән уй-хистәрен, кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә күсергән. Шунлыҡтан да заман талаптарына, булған үҙгәрештәргә, ваҡиғаларға тура килеп торған повесть үҙенә йәлеп итә, уйландыра. Төп геройҙың һәм башҡа персонаждарҙың тойғоларын кисереп, киләсәген күҙаллап, яҙмыштарынан фәһем алып, һөҙөмтә яһайһың. Әҫәр һис кенә лә ялҡытмай, уны ҡабаттан уҡып, үҙеңде геройҙар араһында табып, эске халәтеңдә яңынан-яңы асыштар барлыҡҡа килеүен тояһың...
Данлыҡлы Дүртөйлө ерендә тыуып үҫеп, шунда уҡ йәшәп, тормош мәғәнәһен тойоп, йәмен-тәмен татып, йәшәйештең асылына төшөнөп, үҙен­сә фекерләп, ҡоласын йәйеп ижад иткән үткер ҡәләмле әҙипкә ысын күңелдән уңыштар теләйем. Милли мәҙәниәтебеҙ өсөн яңы, мауыҡтырғыс асыштар алып килгән емешле хеҙмәт юлдаш булһын. Моңло, дәртле йыр­ҙары киләсәктә лә халҡыбыҙҙың күңелен тибрәндереп, йөрәк түрҙәренә үтеп инһен ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 636

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 587

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783