Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡ янда ғына
 Матурлыҡ янда ғына Фәниә Ғәбиҙуллина хаҡында һүҙ йөрөткән­дә, иң тәүҙә “өлгөр” тигән аҫыл сифат хәтергә килә. Ысынлап та, бөгөнгө Башҡортостан әҙәбиәтендә ярайһы танылыу яулаған был ифрат үҙенсәлекле шағирә рухи-мәҙәни һәм ижтимағи өлкәлә башҡарған һиҙелерлек эштәре менән был эпитетты тулыһынса аҡланы.
Фәниәнең шәхси тәржемәи хәле заман­даш­тарыныҡынан әллә ни айырылмай: мәктәп, юғары уҡыу йорто, аҙаҡтан республика матбуғатына ал-ял белмәй хеҙмәт итеү. Ә бына уның рухи биографияһы күп ҡырлы әүҙем эшмәкәрлек менән ҡылыҡһырлана. Иң әүәл Фәниә Ғәбиҙуллина – донъяға, тыуған төбәгенә, кешеләргә һөйөү тулы һоҡланыу менән баҡҡан ижади шәхес. Шуға күрә күпсе­лек шиғырҙарының тыуған ер гүзәллегенә, тыуып үҫкән йәнтөйәгенә мәжүсиҙәрсә табыныуға ҡоролоуы һис тә ғәжәп түгел. Ана шул сабыйҙарса һоҡланыу, кендеген киҫкән, тәмле һыуын эскән ерен ихлас һөйөү тойғоһо уның күңеленән төпкөлдәге яҡты һағыш монарына сорналып, илһамлы йыр булып бәреп сыға. Шағирәнең тәбиғәттәге һәр нюансҡа, һәр биҙәккә үтә һиҙгер булыуы, уларҙы үҙенсәлекле образдар рәүешендә күңел торошо менән оҫта үрелдереп бирә белеүе һоҡландыра. Бына улар – күңел һиҙгерлегенә миҫал булыр юлдар:
... Күңелдәргә шифа һалыр
Матурлыҡ янда ғына...
... Тыңлай белһәң, тынлыҡтар ҙа
һөйләй...
... Тып-тын бында.
Хатта мамыҡ ҡарҙың
Ишетелә ергә ҡунғаны...
... Июль айы – гөл еҫенән
Күбәләк иҫергән мәл...
... Күрегеҙсе, тал уянған —
Асҡан күҙ ҡабаҡтарын:
Бөрөләре, нота кеүек,
Һырыған һабаҡтарын...
Бығаса телеграф йә иһә электр сымдарында теҙелешеп ултырған ҡоштарҙы нота­ларға сағыштырған образды осратҡан бар ине. Ә бына Фәниәнең тал бөрөләрен нотаға оҡшатыуы – ысын мәғәнәһендә табыш, үҙенсәлекле яңылыҡ. Йәғни, Назар Нәжмиҙең ҡулланырға яратҡан һүҙҙәре менән әйткәндә, асыҡ ишекте асып инеү. Донъя булғас, уның күңелле мәлдәре менән йәнәш һағыштары ла бар. Ваҡыты-ваҡыты менән был тойғо Фәниә Ғәбиҙуллинаның да күңел ишектәрен ҡаға. Бына ошо халәткә бер нисә миҫал:
... Һулҡылдай ерҙә аҡ ҡар...
... Әсәй һағыштарын йотоп
Һарғайған хат...
... Серҙәреңде йондоҙ итеп
Ғаләмдәргә һиберлек...
... Йәнгә сихәт биргән шишмәкәйҙән
Һыу алырға килеүсе юҡ ниңә?
Һыуҡайҙары әселәнгән, тиҙәр,
Илаҡ талдар һағышынан микән?..

Үҙ иленең патриоты, халҡының тоғро ҡыҙы булараҡ, шағирәнең һуңғы йылдарҙағы социаль тетрәнеүҙәргә, рухи бөлгөнлөккә эсе бошоп, бынау глобаль дөйөмләштереү аша үҙ ҡарашын белдерергә тулы хаҡы бар:
... Сәскә аттыҡ...
Донъя матур ине.
Күп илдәрҙең булдыҡ маяғы.
Баҡсабыҙҙа ғына
Сәскә урынына
Тороп ҡалды шайтан таяғы...

Әммә бөтә тәбиғәте менән оптимист зат булған Фәниә төшөнкөлөккә бирелмәй, матди һәр рухи көрсөктөң дә, донъялағы һәр күре­неш кеүек үк, ваҡытлыса икәнен тә­рәндән аңлап, бар күңелен ижадҡа һәм респуб­ликабыҙ әҙәбиәтенә бәйле эшмәкәр­леккә һала. Был өлкәлә уның һиҙелерлек өлөшө, өлгө итеп ҡуйырлыҡ уңыштары етерлек. Миҫалға Фәниәнең “Яҙмыштар ярында” тигән китабын килтерергә була. Унда шағи­рәнең публицистика жанрында яҙылған әҫәрҙәре тупланған (әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт әһел­дәре хаҡындағы яҙмалар, мәҡәләләр һ.б.). Бындай эш тик хуплауға лайыҡ, сөнки гә­зиттәрҙә донъя күргән материалдарҙың ҡулланылыу мөҙҙәте сикле (шуға күрә ул ваҡытлы матбуғат тип аталалыр). Әгәр был әҫәрҙәр китап рәүешендә донъя күрһә, улар китапханаларҙа, кәштәләрҙә билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем һаҡлана.
Фәниәнең әһәмиәте яғынан тағы ла бәҫ­лерәк хеҙмәте – “Туған моң илселәре” йыйынтығы. Был күләме буйынса шаҡтай ҡалын китапҡа республикабыҙҙа йәшәп ижад иткән татар яҙыусыларының ҡыҫҡаса биографик белешмәләре һәм уларҙың ижад өлгөләре тупланған. Алфавит буйынса урынлаштырылған һәм Эдуард Әғзәмиҙән алып Ләйсән Яҡуповаға ҡәҙәр һуҙылған исемлектә – барлығы 51 автор. Кемгә нисектер, әммә шәхсән миңә – үҙ ғүмерендә төрлө антологиялар, коллектив йыйынтыҡтар төҙөгән кешегә был эштең ни тиклем мәшәҡәтле, шул уҡ ваҡытта яуаплы икәнлеге яҡшы таныш. Ләкин һуңынан, ошондай изге һәм хәйерле эште атҡарып сыҡҡас, уның ығы-зығыһы менән ҡыйынлыҡтары онотола, күңелде һис бер һүҙ менән аңлатып булмаҫ­лыҡ шатлыҡ хистәре биләп ала. Моғайын, ул ижади шәхестәребеҙгә изгелек өләшеүҙән йән рәхәтлеге һәм илһам алған Фәниәгә лә, йыйынтыҡҡа ингән авторҙарға ла ҡыуаныс ҡына килтергәндер. Бына ошондай илем, рухиәтем, халҡым тип янып йөрөгәндәр күберәк булып, изге эштәребеҙ күберәк атҡарылһа ине.
Һүҙемде Фәниә Ғәбиҙуллинаға хас булған өлгөрлөк тигән сифаттан башлағайным. Ә был өлгөрлөк һәм ҡатын-ҡыҙҙың булмышына һалынған бөтмөрлөк яуаплылыҡ менән йәнәш йөрөй. Уйлай китһәң, был донъяла ҡатын-ҡыҙ иңенә төшкән яуаплылыҡтың иҫәбе-һаны юҡ. Иң әүәл улар ерҙәге тормош­тоң дауам итеүе өсөн яуаплы. Унан бала бағыу, уны тәрбиәләү, йорт ҡотон һаҡлау, хужалыҡтағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш (әйткәндәй, миңә Фәниәнең гөл-сәскәгә төрөнгән йорт-ҡураһын, хужабикә булараҡ, уның иҫ киткес ҡунаҡсыллығын күрергә насип булды).
Бөгөнгө көнитмешебеҙҙә ҡатын-ҡыҙға тағы ла бер оло вазифа – халҡыбыҙҙың рухи торошо, эстетик зауығы өсөн яуаплылыҡ та өҫтәлә бара. Быны һуңғы йылдарҙа әҙәбиәткә дәррәү килгән гүзәл заттарыбыҙҙың күплегенә ҡарап та белеп була. Улар араһында милли мәҙәниәтебеҙгә мөкиббән бирелгән, һәр саҡ ихлас һәм алсаҡ күңелле, йөҙөнән илһам нуры китмәгән Фәниә Ғәбиҙуллина ла бар.
Әҙәбиәт, рухиәт тип бөгөн дә арымай-талмай Башҡортостан Яҙыусылар союзында хеҙмәт иткән Фәниә Ғәбиҙуллинаның ғәмәлдәге йәшен атарға тел әйләнмәй. Был сетерекле өлкәлә ҡатын-ҡыҙҙың йәшен атауҙы яҙылмаған ҡанун да хупламай. Уны олпат һәм күркәм юбилей тип исемләйек. Шул тантана уңайынан бына тигән шағирәгә, арыу-талыу белмәҫ йәмәғәт эшмәкәренә һәм изгелекле әсәгә артабанғы эшмә­кәрлегендә яңынан-яңы уңыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы, ижадында көтөл­мәгән табыштар теләйек. Әле энергияһы йәштәр көнләшерлек булып ташып торған Фәниә Ғәбиҙуллина үҙенең уҡыусыларын һәм республикабыҙҙың ижади интеллигенция вәкилдәрен өр-яңы шиғри күстәнәстәре һәм күп ҡырлы эшмәкәрлеге менән оҙаҡ-оҙаҡ шатландырасағына иманыбыҙ камил.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783