...Һуғыштан һуңғы осор. Ҡатын-ҡыҙ баҫыуҙа сөгөлдөр утай. Улар менән бергә бала-саға ла баш күтәрмәй эшкә егелгән. Көндөң үҙәгенә ҡарай тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙыра төшкән ҡояш хәлде ала, сарсата, ҡатын-ҡыҙҙың күңелендәге ауыр тойғоларҙы ҡуйырта... Тап шул мәлдә еләҫ ел ыңғайына әкрен генә ишетелгән моңдан йөрәктәр тертләп китә. “Гөлъямал”!.. Тәүҙә һәр һүҙенән зар тамған йыр, тамаҡтағы төйөрҙө ысҡындырып ебәреп, әсе күҙ йәштәренә юл аса. Әрнеп һулҡылдай яралы йөрәктәр. Ә бер аҙҙан, өмөт ауазын тойоп, күҙҙәрҙә нур баҙлағандай була, әкренләп йөҙҙәргә йылмайыу ҡуна. Оҙон ҡара толомло сибек ҡыҙсыҡ иһә йырлай ҙа йырлай. Кескәй моң эйәһенең шифаһынан йәне имләнгән ҡатын-ҡыҙ йәнә алға ынтыла...Бәләкәйҙән шулай күңелде йырҙары менән әсир итеп үҫә Флүрә. Тетрәндергән, һағышландырған, илатҡан, ҡалҡынырға ҡул һуҙған, көлдөргән, дәртләндергән, ғөмүмән, йәшәткән көс ул моң. Ҡырмыҫҡалы районының төпкөл ауылында көн күргән Ноғомановтар ғаиләһе был хәҡиҡәткә ныҡлы инанған заттан була. Бына күмәк балаларҙы тәрбиәләшкән өләсәйҙәре бәрхәттәй йомшаҡ тауыш менән “Тәфтиләү”ҙе һуҙа. Әсе хәсрәт тә, һынауҙар һындыра алмаҫ ихтыяр көсө лә сағыла был моңда. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күргән, һуғыштан яраланып ҡайтып, урындағы колхозға етәкселек иткән талапсан атайҙары ла, нескә күңелле әсәйҙәре лә бөтөн ҡайғы-һағышын йыр менән баҫып, унан дарман алып йәшәй. “Ҡаһым түрә”, “Еҙ бүртә”, “Һаҡмар”, “Ғилмияза”... Халҡыбыҙҙың ошо мәшһүр йырҙарының фатихаһы менән оло сәнғәт юлына аяҡ баҫа Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы.
– Балаларҙы моң мөхитендә үҫтереүҙең, уны тоя белергә өйрәтеүҙең тәрбиә эшендә өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – ти бөгөн ғүмеренең һигеҙенсе тиҫтәһен аша атлаған ағинәй, танылған йырсы һәм педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова. – Өләсәйемдең, атай-әсәйемдең ошоно аңлап, ҡаныбыҙға һалынған һәләтебеҙҙе ғәмәлдә үҫтереп, күңелебеҙгә ауыр заманда талмаҫ ҡанат ҡуя, ҡаҡшамаҫ рух, ҡара тырышлыҡ һала алыуына хайран ҡалам, һоҡланам. Хоҙайҙан бирелгән моңдоң тормошомда тоғро юлдаш булырына инандыра белгәндәр. Мәғлүм ки, баланың нимәгә һәләтле икәнен билдәләп, шул йүнәлештә үҫтерһәң, ул үҙ көсөнә ышаныусан, фекерле, ҡыйыу булып буй еткерә. Миңә нәҡ шундай сифаттар хас. Атайымды төрлө урынға етәксе итеп тәғәйенләүҙәренә бәйле ғаиләбеҙгә күсеп йөрөргә тура килгәнлектән, туған башҡорт телемдә генә түгел, урыҫса, татарса, сыуашса белем алыуым, был милләт вәкилдәре араһында ҡайнап йәшәүем дә холҡомдо сыныҡтырғандыр. Ниндәй генә хәлгә юлыҡҡанда ла бирешмәҫкә, үҙең булып ҡалырға кәрәк! Бәләкәйҙән шуны белеп үҫтем.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы ғүмеренең һәр осорон күңелендә матур хәтирә итеп һаҡлай. Иҫтәлектәрен барлағанда күҙ алдынан береһенән-береһе фәһемле, мауыҡтырғыс күренештәр үтә. Бына ул, моңло тауышы ғына түгел, оҫта бейеүе менән дә һоҡландырған ҡыҙ, Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-мәғрифәт училищеһы сәхнәһендә һабаҡташы Фәнзил Сөләймәнов менән “Дуҫлыҡ” бейеүен башҡара. Сығышты мәшһүр ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров та ҡарап ултыра. Ҡыҙҙы шунда уҡ үҙ төркөмөнә саҡыра ул, аҙаҡ бер нисә ҡабат телеграмма ла һуға, ләкин Флүрә апайҙың күңелендә йырға һөйөү көслөрәк булып сыға. Талапсан атаһы ла ошо юлдан тайпылырға ирек бирмәй: нимәгәлер тотонғанһың икән – аҙағына тиклем еткер, һөҙөмтәһен күрһәт! Ҡәҙерле кешеһенең был һүҙҙәре Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы өсөн ғүмерлек девизға әүерелә.
Өфө дәүләт сәнғәт училищеһы. Ифрат талапсан педагог Миләүшә Мортазина уҡыусыларына – тауышы өҫтөндә байтаҡ эшләү талап ителгән ауыл балаларына – дәрес бирә. Уларҙың күңеленә тәбиғәттән һалынған һәм эстә “йәшеренеп” ятҡан моңдо тышҡа боҙмайынса сығарыу маҡсатындағы ныҡышмал эш дауам итә.
— Миләүшә Ғәли ҡыҙы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ошо ауыр бурысты ҙур фиҙакәрлек, намыҫ менән атҡарҙы, – тип остазына ғүмер буйы рәхмәт уҡый Флүрә Ноғоманова. – Мин – уның тәүге уҡыусыларының береһе. Һәр ҡайһыбыҙ менән эште “аҡ ҡағыҙҙан” башланы тиерлек. Күңелдәре моңдо тойоп, ишетеп, уны тышҡа сығарыуға бөтөн күңелен, һәләтен йәлләмәйенсә һалды. Тәбиғи тауышыбыҙҙы боҙманы. Ә был – йырсылар әҙерләгән педагог алдына ҡуйылған иң ҙур талап. Медициналағы “Зарар килтермә!” тигән принцип кеүек. Һоҡланғыс талант эйәһе Миләүшә Ғәли ҡыҙы беҙҙе шулай хайран ҡалмалы оҫталыҡ, түҙемлек, тынғыһыҙ хеҙмәт аша юғары уҡыу йортона инерлек кимәлгә еткерҙе. Рәхмәтем, ихтирам-хөрмәтем ҙур остазыма. Аҙаҡ үҙем уҡыта башлағас, һәр дәресемдә уның алымдарын файҙаландым, өлгөһөнә таяндым.
Артабан Ҡазан консерваторияһында белем алыу, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләү... Урынды вазифа түгел, кеше биҙәй тигәндәй, һәр ерҙә яҡты эҙен, данлы исемен ҡалдыра Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы. Тура һүҙлелеге, фекерен гелән шартлатып әйтеүе, үткерлеге, ҡыйыулығы, ялағайлана белмәүе сәбәпле, ауырлыҡ һәм ғәҙелһеҙлектәрҙе лә күп күрергә тура килеүенә ҡарамаҫтан, асылына хыянат итмәй, үҙе булып ҡала ул. Бер генә миҫал. Композиторҙар союзы кәңәшмәһе бара. Берекмә ағзалары үҙ-ара уҙышып маҡтана, ҡаҙаныштары хаҡында ҡат-ҡат белдерә, бәләкәй генә уңыштарын да ҡабартып ебәрә. Түҙмәй быға Флүрә, трибунаға сығып баҫа. “Ә һеҙ ниңә алмаш әҙерләү кәрәклеге тураһында онотаһығыҙ? – тип белдерә ул союз ағзаларына. – Барығыҙ ҙа – тиҫтерҙәр, өлкәнәйеп бараһығыҙ. Ниңә берегеҙ ҙә уҡыу йорттарында белем бирмәй? Йәштәр тураһында уйларға кәрәк тәбаһа”.
– Был сығышымдан һуң, әлбиттә, миңә күп юлдар, мөмкинлектәр ябылды, ләкин һис тә үкенмәйем, сөнки уҡыу йортонда оҙаҡламай композиторҙар әҙерләү бүлеге асылды. Унда бихисап музыка оҫталары белем алды. Мәҫәлән, Рим Хәсәнов, Морат Әхмәтов, Рафаэль Ҡасимов, Нур Дауытов һәм башҡалар, – тип һөйөнә Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы.
Эйе, дөрөҫлөктө яратыу, ғәҙеллек, башҡаларҙы хәстәрләү – уның холҡон билдәләгән төп сифаттар. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡытҡан сағында ауылдан имтихан тапшырырға килеп, уңышһыҙлыҡҡа осраған әллә күпме һәләтле балаға ярҙам итеп ебәрә. “Тауышы юҡ” тип мөһөр һуғылған байтаҡ йәш кешене эске һиҙемләү менән яңынан тыңлап ҡарап, ҡайтырға әҙерләнгән еренән кире бора. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы ошондай фиҙакәрлеге, уҡытыусылыҡ бурысына намыҫлы ҡарауы, йәш быуын, төбәк киләсәге алдында яуаплылығы арҡаһында республика сәнғәте күгендә яңы “йондоҙ”ҙар ҡабыҙыуға тос өлөш индерә.
– Уҡыусыларымдың күбеһе ныҡ тырыш булды, – тип һөйөнә ул. – Мәҫәлән, “Таштуғай”ҙы йырлап килеп ингән һылыу ҡыҙҙарымдың береһе ғәжәп ныҡышмалылығы менән айырылып торҙо. Буш йөрөгәнен күрмәҫһең, һәр ваҡыт белемен арттырыу өҫтөндә. Йырының ҡайһылыр ере килеп сыҡмаһа, илап та ебәрә. Училищены тамамлағанда иһә классик арияларҙы, романстарҙы, халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара ине инде. Ошо уңған, талантлы уҡыусым хәҙер – киң танылған шәхес, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова.
Ауырып киткән саҡтарында ла, уҡыуҙы тамамлағас та хәстәрлектән айырмаған Флүрә Ғәлимйән ҡыҙын уҡыусылары әле лә ихтирам-хөрмәттән өҙмәй, хәлен белешеп тора. Ә остаздары һаман да дәрт-дарманлы, барыһына өлгө күрһәтеп, ярҙам һорағандарға көсөнән килгәнсә булышлыҡ ҡылып, кәңәш биреп, тотош республиканың, айырым кешеләрҙең, ауылдарҙың, милли сәнғәттең, мәғарифтың яҙмышы өсөн янып-көйөп йәшәй. Үҙе башҡарған һоҡланғыс, һәр юлы, һүҙе тарих һөйләгән, уйландырған, аҡыл биргән халыҡ йырҙарының моңо кеүек аһәңле, ғәжәп киң күңеленә уның, гүйә, бөтөн донъя һыйған.