Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағирҙар үлмәй
Улар бары үҙҙәре яҙып ҡалдырған шиғыр юлдарында йәшәүен дауам итә. Был – ябай, әммә сәпкә тейгән хәҡиҡәт. Йәнә шуны өҫтәп әйтер инем: шағир, яҙыусы, ғөмүмән, халҡының бөйөк шәхестәренең икенсе ғүмере – тағы ла уларҙың балаларында. Оҡшаш ҡараш, оҡшаш йылмайыу, яҡты хәтирәләр...
Рәми Ғариповтың тыуыуына быйыл 85 йыл тулыу айҡанлы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында шағирҙың ҡыҙы Гөлнар Рәмиевна менән осрашыу быға тағы ла бер тапҡыр инанырға мәжбүр итте.
Оҙаҡ һөйләне атаһы тураһында Гөлнар Рәми ҡыҙы, шиғырҙарын да уҡыны, тере тауышы яҙылған аудиотаҫманы, ағаһы, шағирҙың уртансы улы Азамат Ғарипов башҡарыуында моңло йыр тыңлатты.
“Ғаиләбеҙҙә гел ижади мөхит хөкөм һөрҙө, – тине Гөлнар Рәми ҡыҙы, бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып. – Әсәйем йырлай, атайым уны ихлас тыңлай. Үҙе әсәйемә гелән шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һәр юлын тәржемә итеп, аңлатып бирер ине”. Ата-әсәһенең нисек танышып, дуҫлашып китеүҙәрен һөйләгәс, хәтерҙә утлы һыҙыҡтай уйылып ҡалыр фекер әйтте Гөлнар Рәми ҡыҙы: “Шағир ҡатынынан үҙе иҫән сағында ғына түгел, ә үлгәс тә уңырға тейеш”. Хаҡ һүҙҙәр бит! Ижад кешеһен аңлап, уның донъяһын ҡабул итеп йәшәү еңелдән түгел, ә үлеменән һуң шул ижади ҡомартҡыларын һаҡлау, уларҙы ташҡа баҫтырыу, шағир исемен мәңгеләштереү үтә лә сабырлыҡ һәм тәүәккәллек талап итә. Был уңайҙан Рәми Ғариповтың ҡатыны Надежда Васильевнаға тәрән ихтирам уяна: башҡорт әҙәбиәтендә изге, үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙан һаналған Рәми көндәлектәрен уҡыусыға алып барып еткереү өсөн күп көс һала ул.
Гөлнар Рәми ҡыҙы менән осрашыу бик йәнле барҙы. Студенттарға был шәп мөм­кинлекте бүләк иткән уҡытыусыбыҙ Зәки Арыҫлан улы Әлибаев һәр ваҡыттағыса Рәми Ғарипов тормошона ҡағылышлы иҫ киткес хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы, хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ тәрән фекерҙәр әйтте. “Бер генә кеше, шәхес тотош халыҡ тураһында фекер тыуҙыра”, – тине ул, шағирҙың Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарын билдәләп. Ундағы башҡа милләт вәкилдәренең Рәми Ғариповҡа ҡарата һоҡланыуҙары, ихтирамдары тотош башҡорт халҡына ла күскән.
Тағы ла шағирҙың тәғәйен бер шиғыр яҙыу өсөн генә лә сәйәхәт итеп, төрлө тарихи урындарҙа булыуы студенттар өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡ булып яңғыраны. Зәки Арыҫлан улы һөйләп тетрәндергән ваҡиға шулай ҙа Рәми Ғариповты һуңғы юлға оҙатыуға бәйле ине: ул баҡыйлыҡҡа күскән көндә, 20 февралдә, баш ҡалала йәш яҙыусылар семинары уҙған. Шағирҙың торғонлоҡ ҡорбаны булыуы, ул йылдарҙың ауыр шауҡымы бер кемгә лә сер түгел: Рәми Ғариповты артыҡ шау-шыу ҡуптармай ғына ерләргә йыйынғандар. Әммә ауыр хәбәр билдәле булғас, семинар барған Актерҙар йортонан алып Мосолман зыяратына тиклем (күпме кеше, уйлап ҡарағыҙ!) оҙатырға халыҡ йыйылған...
Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, йәғни 12 февралдә “Рәми Ғариповҡа — 85 аҙым” сараһында ла күмәкләшеп, Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһынан алып уның һуңғы төйәгенәсә шиғырҙарын ятлай-ятлай барыр өсөн шағир исеме байтаҡ кешене йыйҙы.
Осрашыуҙа шулай уҡ студенттар ҙа күп һорау бирҙе Гөлнар Рәми ҡыҙына. Шағирҙың үҙенсәлекле, бик бай архив яҙмалары менән дә ҡыҙыҡһындылар. Миңә иһә Гөлнар Рәми ҡыҙының хәтирәләренә уйылып ҡалған шағирҙың атай булараҡ һынланышы хаҡында күберәк белеү тынғы бирмәй ине. “Хәтерегеҙҙә һаҡланған Рәми Ғариповтың атай һыны менән әлеге ваҡытта бөтәһе лә ҙурлаған халыҡ шағиры һыны үҙ-ара нимәһе менән айырыла?” – тип һораным.
“Алдан әйтеп үтеүемсә, өйҙә гел генә ижади мөхит хөкөм һөрҙө. Атайым көндәлек тормошта ла тынғыһыҙ ижад итте, айырыуса төндәрен эшләй торғайны. Тәмәкеһенән сыҡҡан төтөн еҫенә тиклем миңә шул тиклем ҡәҙерле ине. Уның эш бүлмәһенә ағайҙарым рөхсәтһеҙ аяҡ баҫырға артыҡ ҡыймай торғайны. Ә миңә бөтәһе лә мөмкин ине, шуға күрә Азамат менән баҫтырышһам, унан ҡасырға атайҙың эш бүлмәһенән дә уңайлы урын булмай торғайны... Атай мине тубығына ултыртыр ҙа С. Есениндың шиғырын һөйләр ине: “Поет зима, аукает...” Шунан уны шунда уҡ башҡортсаға тәржемә итер ине... Үҙе китһә лә, мин гел уның йылыһын тойҙом, ул һаман да янымда ҡала килә: ауыр саҡтарымда ҡурсалай, йыуата... Артыҡ күп һүҙле лә булманы ул. Әммә шул тиклем дә асыҡ күңелле ине. Бөтәһенә лә һәм барыһына ла...”
Осрашыуҙа бер төркөм студент Рәми Ғарипов ижадының иң аҫыл өлгөләрен яттан уҡып ишеттерҙе, ә факультетыбыҙ деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова Гөлнар Рәми ҡыҙына ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
“Башҡорт халҡы йәшәгәндә Рәми Ғарипов та йәшәйәсәк”, – тине Гөлнар Рәми ҡыҙы. Иң тәү сиратта, шағирҙың “күҙем ҡаралары” тип ҡәҙерләгән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уны ҙурлап йәшәгәндә, шундай йәнле осрашыуҙарҙа Рәми Ғарипов хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡ­лашҡанда, әлбиттә, бөйөк шәхесебеҙҙең рухы мәңге үлемһеҙ булып ҡалыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781