Был сара уҙғанға апаруҡ ваҡыт та үтте инде, әммә халыҡ яратҡан мәшһүр йырсы Райман Ишбаевтың арабыҙҙан китеүенә ун йыл булған көндәрҙә X. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында хәтер кисәһе ойошторолоуы тураһында республикабыҙҙың төп баҫмаһында һүҙ әйтелмәһә, дөрөҫ булмаҫ ине кеүек. Йырсының туғаны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Сәйҙә Ильясова бының өсөн йөрәк хисен дә, көсөн дә йәлләмәне. Кисә Райман башҡарыуында “Мин ҡабаттан тыуыр булһам” йыры менән башланып китте. Былай ҙа тулышҡан күңелдәге әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һағыш күҙҙән йәш булып ағылды. Ҡалай һағындырған икән Раймандың моңо. Аллаһ Тәғәләгә шуның өсөн рәхмәт: беҙ үҙе иҫән сағында уның ошо йырын ишетеү бәхетенә эйә булдыҡ. Халҡыбыҙға Күктәр Райман моңо тигән күренеште бүләк иткән.
Ә мин уны беренсе тапҡыр Башҡорт дәүләт университетының данлыҡлы 1-се ятағында күрҙем. Коридорҙы яңғыратып берәү йырлап килә, ҡыҙҙар менән йүгереп сыҡтыҡ та тыңлап торабыҙ. Их, беҙҙең бүлмәгә инеп йырлаһын ине тип уйлап ҡына ҡалмайым, ә теләгемдең телдән сығып ысҡыныуын һиҙмәй ҙә ҡалам. Ә Райман ағай ҡыҫтатып та тормай, бүлмәбеҙгә кереп, йырлап ебәрмәһенме! Тәҙрә быялалары сыңлап китте, әйтерһең, бына-бына ҡойолоп төшәсәк, ә тауышы бүлмәбеҙгә генә һыймай, әллә ҡайҙарҙа, әллә беҙҙең күңел төпкөлдәренә инеп юғалды. Бына ошо ябай ғына танышыу артабан Райман моңона ғына түгел, “Райман Ишбаев” тигән башҡорт йыр сәнғәте юғарылығына әйҙәне.
Уның уҡытыусыһы ла бик үҙенсәлекле шәхес. Римма Мөхтәр ҡыҙы Мусина хаҡында әйтеүем. Был кисәлә лә ул беҙҙе үҙенең кеселеклелеге, уҡыусыһына ҡарата берсә талапсан, шул уҡ ваҡытта тәбиғәттән бирелгән тауышын аяп ҡарауы менән һоҡландырҙы ла, тетрәндерҙе лә. Һоҡландырҙы, сөнки ул Раймандың халыҡсан моңон һаҡлаған. Тетрәндерҙе – ул йырсы тауышының асылы тап халыҡсанлыҡта икәнен аңлаған.
Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡолов, замандашы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашып, уның ихласлығына, ябайлығына баҫым яһаны. Эйе, балаларса бер ҡатлы, кешеләр менән күңелен биреп аралашыуын уны яҡындан белгәндәр генә түгел, ваҡытлыса күрешкәндәр ҙә инҡар итә алмаҫ.
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар Флүрә Килдейәрова, Әлфиә Юлсурина, Әлфиә Кәлимуллина, Азамат Тимеров замандаштары хаҡында иң йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, ә һағыштарын йыр-моңға һалды. Ул арала сәхнәнән Райман башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры “Урал”дың тауышы ишетелде. Милләтебеҙҙең гимны яңғырау менән залға йыйылған тамашасы аяғүрә тороп баҫты: бында һәр милләттәш йөрәгендә халыҡ йырына, халыҡ йырсыһына ҡарата мөнәсәбәте лә сағыла ине.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның да әйтер һүҙҙәре күп ине күңелендә. Ул Райман менән бергә эшләгән йылдары, уның журналистика нескәлектәренә өйрәнергә тырышыуы, ауыр мәлдәрендә ярҙам һорауын хәтирәләр аша күҙ алдына баҫтырҙы.
Яҙыусы Әхмәр Үтәбаев йырсыға арнап шиғыр уҡыны, уның менән булған мажаралар, бер ҡатлылығы арҡаһында ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарыуы тураһында ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө. Ләйлә һәм Илшат Ишморатовтар хәтирәләре, ҡурай моңо менән иҫкә алды бергә аралашып ижад иткән йырсыны.
Яҡташтары, Бөрйән районы хакимиәте исеменән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева Ишбаевтарҙың йыр-моңға маһир, алсаҡ күңелле тоҡом булыуы хаҡында һөйләне. Раймандың бер туған ағаһы сәхнәгә күтәрелеп, сараны ойоштороусыларға, ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Раймандың хәләл ефете Лилиә, ҡыҙҙары Камилә менән Айһылыуҙың сәхнәгә сығыуы күптәр өсөн ҡыуаныслы хәл булды.
Бәләкәс ҡыҙҙары Айһылыу 3. Исмәғилевтең “Фортепиано өсөн прелюдия”һын уйнап ишеттерҙе. Ә Камилә, Райман һымаҡ итеп иркен тын алып, башҡорт халыҡ йыры “Киленсәк”те йырлап ебәрҙе. Беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуы, беренсе тапҡыр халыҡ йырын башҡарыуы... Афарин, Камилә! Беҙ һинең сығышыңда атайыңдың тынын ишеттек. Моңдо тойоу, моң аһәңе бар тауышыңда, ҡәҙерен бел. Кем белә, бәлки, һин дә атайың кеүек маһир йырсы булып танылырһың.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың сәхнәләге сығышынан бигерәк “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге яҙмаһы күптәрҙе уйға һалғандыр: “Нимә булды беҙгә? Кемгә әйләндек беҙ? Райман Ишбаевтың хәтер кисәһендә 38 кеше ултыра ине... “Тел бөтә!” – тип туҡтауһыҙ ҡысҡырабыҙ: беҙҙе һәр ваҡыт кемдер ҡыҫа, ситләтә, кәмһетә, рәнйетә... Беҙ һәр саҡ ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, ситтән... ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, дәүләт, хөкүмәт... Тик... Кем беҙгә шул Райман Ишбаевтың кисәһенә барырға ҡамасауланы? Кем? Кем беҙгә “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарына, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәренә яҙылырға ҡамасаулай?!”