Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалдырма, әсәй!
Ҡалдырма, әсәй!-Ильяс, иртәгәгә тиклем түҙәһең инде. Әле Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләштем, һине стоматологка алып барырға күндерҙем. Әйҙә, тағы ла дарыу бирәйем, түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит.
Артыҡ һорау биреп торманым, шым ғына Сәйҙә апай артынан эйәрҙем. Әйтеүе генә еңел — түҙ. Ә һыҙлаған теш менән төн үткәреү — йылдай һуҙыла бит.
Кисен тешем тағы ла нығыраҡ һыҙлай башланы. Хәҙер инде анальгиндың яртыһын ғына түгел, тотош берәүһен ашаһаң да ярҙам итмәй. Быны күреп, “няня” Флүрә апай ҙа нишләргә белмәй йүгереп йөрөй.
— Мәле, ошолайтып һул ҡулыңа һалһаң, һыҙлауын һурып аласаҡ, — тип аңлата-аңлата ҡулыма туралған һарымһаҡ һалды. — Дауаһы тейә ул. — Ҡытайҙар кемгәлер ныҡ асыуланһа, теше һыҙлауын теләй икән. Ярай, бар, ятып ал, — тине лә бүтән бүлмәләр буйлап китте.
Бына һиңә һарымһаҡ! Йүткереүҙән дә ярҙам итә, хәҙер иһә теш ауыртыуын да баҫҡанлығын белдем.
Таңғы алты тирәһендә теге теш йәнә аптырата башланы. Күп шашырға ҡалманы уға. Бөгөн ҡалаға барһам, таҙарттырып, дауалатып ҡайтырмын әле. Бөтәһе лә мәктәпкә киткәндә, мин фойела директорҙың бүлмәһенән сығыуын көтә инем. Машина ла ишек төбөндә генә тора. Хәҙер елдерәсәкбеҙ ҡалаға...
Ниһайәт, ауып барған кәбән кеүек үрелгән һап-һары сәсле Мәүлиҙә Нурғәлиевна сыҡты. Уны күреү менән, ултырған урынымдан һикереп килеп торҙом.
— Һаумыһығыҙ! — тинем, йылмайырға тырышып.
— Һаубыҙ, мунса япрағы! Тәким теш һыҙлай тиһең инде. Сәйҙәне лә ялҡытып бөткәнһең, күҙеңде аҡайтып йүгерәһең дә уға бараһың...
— Ауыртҡас, ҡалайтайым һуң...
— Бөгөн конференцияла ҡатнашасаҡмын, кисһеҙ бушамайым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдирен дә күрәһе бар. Сәйҙә менән икегеҙҙе алып барырға кәрәк, шунан көт сәғәт буйы. Йо-оҡ, улайтып ваҡытымды бушҡа уҙғараһы түгел. Һәр минутым ҡәҙерле.
— Түҙер әмәл ҡалманы, апай!
— Ике көн көткәнде, тағы бер көн түҙерһең әле! Әйтәм бит, теш һыҙлауҙан әле берәү ҙә үлмәгән, — тине лә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ атлап сығып китте. Ике яҡ сикәмде ҡыҫып, ни эшләргә лә белмәй диванда ултырып ҡалдым. Сараһыҙлыҡтан, күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Их, ҡанаттарым юҡ шул... Өмөтһөҙләнеп, кире бүлмәгә киттем.
Класташым Әмилә мәктәптән ҡайтты ла минең бүлмәгә инде. Унда яңғыҙым ултыра инем.
— Ильяс, тешең һаман да һыҙлаймы?
— Эйе, — тинем теләр-теләмәҫ кенә, сөнки күптәр юрамал кеүек ошо һорауҙы бирә. Күрмәйҙәрме икән?!
— Әгәр директор иртәгә лә ҡалаға һине алмаһа, нишләйһең?..
— Әллә...
— Башың бармы шул, юҡмы. Хәҙер бала түгелһең бит, етенсе класс уҡыусыһы булыуыңды әйтәйем инде! Былтыр икенсе төркөмдән теге һары башлы малайҙы нишләтеп ҡуйҙылар? Иҫләйһеңме? Һине лә шул хәл көтә.
Эйе, уны яҡшы хәтерләйем. Өсөнсө класта уҡыған йомро ғына малайҙың да бер мәл теше һыҙлағайны. Ваҡытында алып барманылар ҙа, аҙаҡ һуң булды. Эренләп киткән икән. Операция яһап, битен ҡырҡтылар. Элек гел ауыҙы йырылып йөрөгән малай, бүтән йылмаймаҫ булды. Йөҙөн боҙоп, әле лә тегелгән урындары күренеп тора.
— Минеке лә һыҙларға итә шикелле, — тип дауам итте Әмилә. — Һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен!
— Ә нимә? — Өмөтһөҙлөккә тулған күңелем елкенеп китте, буғай. — Әйтә һал инде...
— Әйҙә иртәгә, — әйтергәме-юҡмы тигәндәй тынып ҡалды. — Әйҙә ҡасайыҡ. Мәктәпкә тип киткән булабыҙ ҙа, шылабыҙ ҡалаға. Стоматологияның ҡайҙа икәнен беләм.
— Юҡ... Директор иртәгә алып барам тине бит. Бөгөн дә алыр ине, ниндәйҙер конференцияла ҡатнаша. Шуға ғына ала алманы.
— Һәр һүҙгә ышанып бараһың, әй! Кәрәк инең һин уға. Әтеү беренсе көн бындаһың. Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн “эйе”, ти, иртәгәһенә, “юҡ”, ти.
— Уйларға кәрәк, Әмилә. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар. Үҙең беләһең.
— Кит, ҡурҡаҡ. Һыҙланғың килмәһә, бараһың инде. Былай һинһеҙ ҙә китә алам мин. Үҙең ҡара. Аҙаҡ әйтмәне тимә...
Бер аҙ уйланғас, ризалаштым. Завуч кабинетында һаҡланған транспортта бушлай йөрөй торған билетыбыҙҙы ла урланыҡ. Әмилә, завучҡа инеп, дәфтәр кәрәк тигән булып, документтар ятҡан шкафта соҡондо. Ә мин был ваҡытта әүрәтеп, хәбәр ҡуша инем.
Тырышҡас — килеп сыҡты. Документтар — беҙҙең кеҫәлә. Үҙебеҙсә план ҡорҙоҡ. Иртәгә иртүк ҡалаға һыпыртасаҡбыҙ. Рәхмәт төшкөрө, ярай әле Әмилә кеүек ҡыҙҙар бар беҙҙә.
Әй, шәп ҡыҙ ҙа инде ошо Әмилә. Һәр кемдең хәленә инеп, ярҙамға килергә ашҡынып тора. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Үҙе ауан, бирешеп бармай. Дөрөҫлөк тип үлә инде. Башҡалар кеүек тәрбиәселәрҙән әллә ни ҡурҡып та бармай. Ни тиһәң дә, ҡала балаһы бит.
Тағы кис етте. Яңынан һул ҡулыма һарымһаҡ һалып ҡараным да ул, әммә ниңәлер файҙаһын тойманым. Бөтәһе лә йоҡларға ятты, мин генә иҫәр кеүек ниҙәр генә уйлап табайым тип баш ватам. Бәләкәй тәҙрәне асып, башымды тығып ҡараным. Еңел булып ҡалды ла ул, тик өшөттөрә шул.
Аптырағандан, һаҡсы ултырған бүлмәгә төштөм.
— Тәмәке тартып ҡарайһыңмы? — тине, шешеп бөткән яңағымды күреп.
— Тартҡаным булманы ла ул, ағай.
— Һе-е... Исмаһам, һыҙлауы баҫылыр. Мә, һурып ҡара, — тип ҡуйы төтөн сығарған сигаретын һуҙҙы.
Төтөндө эскә һурыуым булды, сәсәп, йүткерә башланым.
— Әй, шуға ла эшкинмәйһең. Күптән өйрәнергә ваҡыт. Яйлап һур, — тине “уҡытыусым”.
Йәнә һурып ҡараным. Юҡ, бармай, сәсәтә икән был нәмә... Ә шулай ҙа ҡалай еңел булып китте, быуындарым да йомшарҙы, буғай. Хыялымдағы ҡош кеүек күккә осҡандай хис иттем үҙемде.
Әлдә Әмиләне тыңлағанмын. Иртәнсәк тәрбиәсем “Жигули”ҙың емерелеүе тураһында әйтте. Эй, емерелһен дә! Барыбер, директорҙың ишек төбөнә барып, инәлеп тораһы түгел. Бүтәндәр беренсе дәрестә саҡта, беҙ Әмилә менән автобуста елдерә инек.
(Аҙағы. Башы 55, 58, 59-сы һандарҙа).
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Венера
    Венера от 29.03.2012, 21:38
    вэт мажара!) тизерэк дауамын укыгы килэ!)
    афарин, Айгиз, мауыктыргыс язахын.

  2. Лариса
    Лариса от 29.03.2012, 22:33
    Укыган хайын укыгы килеп кена тора, тагы ла ебарерхен.

  3. Имя
    Имя от 02.04.2012, 17:33
    Дауамы касан була?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779