Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәхестәрен онотмайҙар
Шәхестәрен онотмайҙарЙылдың үтә лә мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, февралдә Күгәрсен районы етәкселеге 2011 йылғы Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаттары менән осрашыу үткәрҙе. Делегацияға Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай етәкселек итте. Улар — тел белгесе, ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр, шағирә Әнисә Таһирова һәм Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейын, Хоҙайбирҙин ауылында — Шәһит Хоҙайбирҙин, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында әҙибәнең музейын төҙөү генә түгел, ә уны тулыһынса биҙәү эшен дә уңышлы башҡарған Анфиса менән Наил Шакировтар.
Башҡорт халҡына хас ихласлыҡ менән Хоҙайбирҙинда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наилә Йоносова ҡаршылап, беҙҙе Зәйнәб апай Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәткә алып барҙы. Халыҡ күп йыйылған. Тантана бик күңелле үтте, район хакимиәте башлығы Фәрит Мусиндың яңы лауреаттарға премия тапшырыуы бик тулҡынландырғыс мәл булды. Сирбай мәктәбе балаларының З. Биишеваның “Емеш” романынан театрлаштырылған өҙөк күрһәтеүе күңелгә күркәмлек өҫтәне.
Мәҡсүт ауылы мәктәбендә лә осрашыу уҙҙы. Бигерәк тә балаларҙың ҡунаҡтарҙы Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән йыры менән ҡаршылауы уңышлы килеп сыҡты. Рәшит Закир улының был минуттағы шатлығын аңлатырлыҡ түгел ине. Икенсе көн Мораҡтағы З. Биишева исемендәге гимназияла балалар менән осрашыу — үҙе бер онотолмаҫ ваҡиға. Уҡыусылар З. Биишеваның “Ел, ел, арбам” әҫәренән өҙөк күрһәтте.
Шулай итеп ике көн үтеп тә китте. Яңы лауреаттар киләсәктә исем алыу менән генә туҡтап ҡалмай, ә артабан да З. Биишева ижадын йәш быуынға еткереү, уның әҫәрҙәренең асылына төшөндөрөү эше менән дә шөғөлләнһен ине, тигән теләктә ҡалам.
Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү акцияһын хуплап, ҡултамғалар йыйыу ҙа ойошторолдо. Халыҡ был сараға ихлас ҡушылды.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781