Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шағир яҙмышы Ғүмер уҙған һайын ижад донъяһына килгән саҡтарыбыҙ, бигерәк тә уҙған быуаттың 60-сы йылдары йышыраҡ хәтергә килә, һағындырып иҫкә төшә. Башҡорт әҙәбиәтенең гөрләп үҫкән алтын дәүерҙәре!
Нәҡ ошо осорҙа көслө тулҡын булып башҡорт әҙәбиәтенә, айырыу­са шиғриәтенә яңы көстәр килде. Һүҙ оҫталығына яңы юғары талаптар ҡуйған ошондай күтәрелеш заманында һәр ижадсыға, бигерәк тә йәштәргә үҙ һүҙен уҡыусылар иғтибар итерлек, яңы күренеш булып баһаланырлыҡ дәрәжәлә әйтеүе еңел түгел ине, әлбиттә. Яңы шағирҙарҙың байтағы матбуғатта сыҡҡан тәүге әҫәрҙәре, беренсе китаптары менән үк үҙҙәренең һәләттәрен аса алды һәм был быуын башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген билдәләрлек ышаныслы алмаш булып өлгөрҙө.

Хәсән Назар башҡорт шиғриә­тендәге ошо ижади яңырыуҙың үҙәгендә булды. Уның “Бөркөттәр төйәге” тигән тәүге йыйынтығы 1971 йылда баҫылып сыҡты һәм юғары баһаланды. Бер рецензиянан өҙөк килтерәм: “Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ғына әйткем килә: Хәсән Назаровтың был моң-хискә бай, бик тә кешелекле һәм талантлы йыйынтығы үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан йәш шағирға ҡарата ҙур өмөттәр уята. Ә шағир юлы, уйлаһаң, башлана ғына әле”.
Тәүге китабы сыҡҡас та “талантлы” тигән һүҙҙе ишетеү бәхете бик һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшә. Ә инде шулай тип һәр саҡ принципиаль ҡарашлы Рәми Ғарипов үҙе яҙған икән, тимәк, Хәсән Назар беренсе китабында уҡ ҡабатланмаҫ моңон, тапҡыр һүҙен тапҡан.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: был мәҡәләһенә тиклем үк Рәми Ғарипов китаптарын бүләк иткәндә автографтарында Хәсән Назарға бик йылы һүҙҙәр арнаған, береһенә “Хәсәнемә оло ышаныс, үҙенә ошо ышаныстан да олораҡ мөхәббәт менән – Рәми ағайың. 09.01.70” тип яҙып ҡуйған. Рәми ағайҙың көндәлектәрендәге: “Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәммәтем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар... (Рәшит кенә ауырыу, зато – гений). Юҡ, минең 18 йылым, бәлки, ул тиклем бушҡа ла үтмәгәндер” тигән юлдар 1968 йылдың 14 июнендә – Хәсәндең тәүге китабы сыҡҡансы уҡ теркәлгән.
Был йылдар күптән инде тарихта ҡалды. Яҙмыш йомғағын һүтә-һүтә, Хәсән Назар бына етмеш бишенсе артылышына артылды. Мин мәҡәләмдә шағир ижадын бәйнә-бәйнә байҡауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Уның әҫәрҙәре хаҡында Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ғайса Хөсәйенов, Әхиәр Хәким, Нәжиб Асанбаев, Рәшит Солтангәрәевтәр – оло һүҙ оҫталары яҙҙы. 90-сы йылдар башында мин дә үҙ һүҙемде әйткәйнем. Бынан һуң ҡәләмдәшемдең ши­ғыр­ҙарын һәм “Яҙмышты яҙам”, “Шәмсыраҡ”, “Асманға ашыу”, “Хаким­лыҡта” тигән поэмаларын уҡығанда күңелемдә күпме тәьҫораттар тыуҙы, байтаҡ уй-кисерештәр тупланды. Шуларҙы әле уҡыусыларыбыҙға еткермәксемен.
Хәсән Назарҙың өйрәнсек миҙгелен мин хәтерләмәйем. Гәрсә һәр ижадсы тәүге тәжрибәләр һәм кемдәргәлер эйәреүҙәр, башҡаларҙы ҡабатлауҙар юлын үтһә лә, таланттар, зирәктәр был юлда оҙаҡ тотҡарланмай. Өҫтәүенә уларҙың һүҙгә талапсанлығы, ижадсы бурысы һәм намыҫы әле өлгөрөп етмәгән әҫәрҙе уҡыусыға тәҡдим итергә юл ҡуймай.
Хәсән Назар беренсе китаптан уҡ шиғриәттә үҙ урынын алды. Артабан уның “Шоңҡар сөйәм” тигән йыйынтығын ҡулға алып ҡыуандыҡ.
Ғүмерен һүҙ сәнғәтенә арнаған һәр кем өсөн һәр китап – уҡыусылар алдында оло һынау үтеү ул. Тәүге йыйынтығыңды күреү – автор өсөн ҙур шатлыҡ. Был шатлыҡ уҡыусыларҙың да ҡыуанысына әйләнһә, яуаплылыҡ нығыраҡ арта, сөнки үҙенең һәләтен күрһәтә алған яңы исемгә халыҡ ҙур өмөт бағлай: киләһе әҫәрҙәрендә ул үҙен нисек күрһәтер, ышанысты аҡлармы? Нимә генә тиһәң дә, беренсе йыйынтыҡҡа яҙғандарыңдың барыһын да тиерлек барлағандан-һайлағандан һуң иң лайыҡ­лылары инеп бөтә. Шуға ла икенсе китап – айырыуса ҙур һынау. Хәсән Назарҙың икенсе йыйынтығын сығармайыраҡ тороуы, бәлки, шул яуаплылыҡты үтә ныҡ тойоуҙан да киләлер.
Шағирлыҡтың Алла биргән сифат икәнлегенә Хәсән Назарҙың “Шоңҡар сөйәм” исемле яңы китабын уҡып сыҡҡандан һуң уҡыусылар тағы ла нығыраҡ инанғайны. Ошо йыйынтыҡтан һуң быуа йырылып киткәндәй булды. Шағирҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” исемле йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Был баҫмаларға тупланған шиғырҙарҙың һәм поэмаларҙың иң матур яғы – уларҙағы уй-кисерештәрҙең тәбиғилеге, ябайлығы, кешесә булыуҙары. Хәсән телдең бәҫен зирәк тоя, шуға ла һүҙгә талапсан. Шиғриәттә генә түгел, мәҡәләләрендә лә шулай булды һәм булып ҡала. Ләкин айырып әйтке килә: һүҙгә генә түгел, Хәсән Назар үҙенең фекерҙәренә, тойғоларына ла талапсан, шиғырҙарына уларҙы һайлап индерә. Шағир өсөн иң ҡурҡыныс бәләләрҙең береһе булған яһалмалыҡ уға ят.
“Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” – китаптарҙың исемдәре бер ни тиклем ғорур һәм тантаналы, тиер инем. Ләкин ҡайһы саҡта бындай атамаларҙың нисек тә милли һыҙат тыуҙырырға тейешле тышҡы ялтырауыҡ ҡына булып ҡалған­лығын, исемдең есемгә бер ҙә тап килмәгәнлеген аҙ күрҙекме ни? Хәсән Назар тышҡы биҙәктәр менән мауыҡмай, халыҡ рухы, тыуған ер моңо, кеше күңеле уның шиғырҙарында уй-кисерештәренең үҙ заманына, үҙ ерлегенә тамырланыуынан, ил яҙмышын, уның шатлыҡ-хафаларын тәрәндән тойоуынан, йөрәктән кисереп йәшәүенән тыуа. Китаптарының исемдәре бик күтәренке һәм дәртле рухта булһа ла, ҡайһы бер юлдарында яңғырауыҡлы һүҙҙәргә бирелеп китһә лә, Хәсәндең шиғырҙары һөрән һалып тормай, уларҙың күбеһе уйсан, йыш ҡына һағышлы. Шағирҙың “сүкетеп, ер һиңкетеп” менгегә тайҙар өйрәткән, үрәпсеп торған ҡырлас яллы саптарында тау юлдарынан үткән саҡтары ла бар. Тик ул ярһып-тулап бармай, тормоштоң асылы тураһында сабыр уйлана.
Уның шиғриәтендә буяуҙар күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу түгел, әммә һәр береһе үҙ урынында, һәр береһе йәнле. Шуға күренеш, хәрәкәт, тере кисерештәр – ҡыҫҡаһы, тормош үҙе күҙ алдына баҫа. Хәсән тормоштағы иң ғәҙәти хәлдәрҙең, беҙ көн дә күреп күнегеп бөткән ваҡиғаларҙың шиғрилеген күрә белә, күберәк нәҡ шулар хаҡында һөйләй-тасуирлай.
Миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Береһенә генә туҡталам:
Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын
Һары селтәр ер өҫтө.
Ҡояш-өләсәй ҡунаҡтан
Әле ҡайтмаған төҫлө.
Иҫтәлектәргә бирелеп,
Йылға әкрен, тын аға.
Ул йоҡа боҙ-күҙлек аша
Ҡарай хәҙер донъяға.
...Һыуыҡ тип бошонмай донъя,
Ул уға иҫке таныш:
Яңғырап ҡуя ауылда
Һөйләшкән, көлгән тауыш.
Япраҡтар йыя бер сабый
Әллә ни ҙур эш итеп.
Аңлап уны, һөйөп үтәм,
Ҡәҙерле моңдаш итеп.

Тәү ҡарашта тәбиғәттең ҡара көҙҙән ҡышҡа күсә башлаған күңелһеҙ бер мәле тураһында һүҙ барған һымаҡ. Ләкин бындағы һәр күренештән күпме ысын тормош һулышы бөркөлөп тора! Һары селтәрле ер өҫтө, һалҡын болоттар, боҙ-күҙлек аша донъяға ҡарап тын ғына аҡҡан йылға, ауылда яңғырап киткән һөйләшкән, көлгән тауыштар, япраҡтар йыйып йөрөгән бер сабый – улар айырым-айырым йәшәмәй, күҙгә күренмәгән тылсымлы бәйләнештәр аша барыһы бергә тоташҡан, һәр ҡайһыһы бер-береһенең ҡәҙерле моңдашына әйләнгән.
“Усаҡ яна... Яҫҡып төтөн үрләй, шартлап ҡуя уттың быуыны”, “Шул саҡ ҡапыл йәшен ялтлап, уйҙарҙы һүтеп китә, талда элеүле салғымды сыңлатып сүкеп китә”, “Ҡанаттарын яҙып, ҡаҙҙар талпынып ынйы ҡоя”, “Икәү үткән һуҡмаҡ­тарға ауа ысыҡлы үлән”, “Таңдарҙы һин йоҡлап ҡаршылама, таңдар ҙа бит беҙҙән ҡаласаҡ” – Хәсән Назарҙың төрлө шиғыр­ҙарынан алынған был юлдар үҙҙәренең шаҡ ҡатырғыс образ-сағыштырыуҙары менән түгел, ниндәйҙер әйтеп-аңлатып булмай торған моң-ауаздары, тормошсан һәм шиғри булыуҙары менән хәтергә уйыла. Шағир хәбәр һөйләүгә йәки артыҡ битараф тасуирлауҙарға бирелеп китһә, уны прозаизмда ғәйепләү бар. Ә бына Хәсән Назар нәҡ шул тормош прозаһының шиғриәтен аса, бик һаҡ, һаран буяуҙар, ғәҙәти деталдәр аша йәшәүҙең матур­лығын, кешенең кешелеклеген күрһәтә. “Сыбыртҡы”, “Бәке”, “Шырпы”, “Сәңгелдәк”, “Яңы күлдәк”, “Мейес”, “Таҡта сәй”, “Муйыл”, “Бойҙай”, “Усаҡ”, “Сабынлыҡта”, “Тубыр­сыҡтар”, “Ҡурыс һыҙырам”, “Ҡоҙоҡ ҡаҙам” һымаҡ шиғырҙарҙың исемдәре көнкү­рештәге һәр кемгә таныш әйберҙәрҙе иҫкә төшөрә. Уларҙың барыһы ла кеше яҙмышында уның бәләкәй сағынан уҡ әллә күпме эҙ ҡалдырған бит. Хәсән Назар быларҙың әлегәсә күрелмәгән матурлығын, кеше яҙмышына бәйле борондан килгән тәрән мәғәнәһен тапҡан. Әсәһе хаҡында: “Икмәк еҫе һеңгән ҡулдарына, таң нурҙары ҡунған төҫөнә”, – ти шағир.
Юҡ, туҡтатма, әсәй, улыңды,
Минең өсөн кем һуң юл ярһын?
Өмөттәрем еккән аттарҙы
Бәхеттәрем генә туғарһын, –

тип өндәшә ул әсәһенә. Ошо юлдарҙа әсәләрҙең ни тиклем яғымлы, сабыр һәм көслө йөҙ-һыны күҙ алдына баҫа, яңы юлға, яңы тормошҡа талпыныу уҡыусы күңелендә лә теләктәшлек, ауаздашлыҡ уята. Тыуған ере тураһында шағир: “Ҡаһар­мандар ята ҡуйынында, һыуытмаҫҡа тиеп был ерҙе”, “Һин ҡарайһың кеүек күҙҙәремә, ҡулым һуҙған һайын икмәккә”, – тип ябай һәм мәғәнәле һүҙҙәр әйтә.
Ябайлыҡҡа һәм тормошсанлыҡҡа һәр шағир ынтыла. Хәсән Назар күпселек шиғырҙарында шул сифаттарға ынтылып ҡына ҡалмай, маҡсатына ирешә. Ябайлыҡ аша камиллыҡты ижад итә. “Шоңҡар сөйәм” әҫәрендә шағир үҙ күңелен генә түгел, ә, ғөмүмән, милли рух осошон сағылдыра:
Сыуаҡ дала – хозур төйәк
Офоҡтан офоҡҡаса.
Шоңҡарымдан алда бында
Йөрәгем, гүйә, оса.
Саңҡып ҡуя сая рухым,
Күктәргә тейә түбәм.
Шоңҡар сөйәм! Ҡош сөйөрҙәй
Иркен иректе һөйәм.

Затына ҡарап – зауҡы. Әммә Хәсән – иң элек ер улы. Күңеле донъяуи уй-кисерештәр һәм тормош ғәме менән тулы. Шағирҙың йәшәү рәүеше бына нисек:
Ҡоҙоҡ ҡаҙһам да мин,
Бура бураһам да,
Ағас ултыртһам да,
уйым –
Кеше тураһында.

“Уйым – кеше тураһында” – был һүҙҙәр ҡоро декларация ғына булып ҡалырға ла мөмкин. Хәсән Назар иһә был һүҙҙәрҙе кеше яҙмыштары хаҡындағы тормошсан шиғырҙары менән раҫлай. Тыуған ауылы Таулыҡайға: “Һин миңә – Ватан тупрағы төйнәлгән ҡулъяулыҡтай”, – ти шағир. Шәхес яҙмышындағы ғәйәт ҙур һәм яуаплы төшөнсәне – Ватан төшөнсәһен – тупраҡ төйнәлгән ҡулъяулыҡ ни тиклем терелтеп ебәрә, уны кешенең уй-өмөттәре менән айырылғыһыҙ итеп бәйләй.
Хәсән Назар шиғриәте – яҡты шиғриәт. Унда хәҙер байтаҡ кешенең ауырыуына әйләнгән бит йыртыуҙың, үсләшеүҙең, ҡәһәрләүҙең булмауы ҡыуаныслы. Һоҡланыу ҙа, һағыш та бар, әммә кенә ҡыуыу, асыу һаҡлау юҡ. Уның шиғырҙарын уҡығанда ниндәйҙер рухи тыныслыҡ кисерәһең. Юҡ, вайымһыҙлыҡҡа бирелеү түгел, яҡтылыҡҡа сарсап күңелдең яңы көс туплауылыр, моғайын, улар.
Бына оҙаҡ йылдар буйына уртаҡ фа­тирҙа күршеләр менән торған ауыр шарттарҙа тыуған “Йәшәп ятам...” тигән шиғыр. Күршеләре хаяһыҙ, ҡотһоҙ, киҫекһеҙ. Улар хаҡында шағир: “Кемдән генә төшкән ҡарғыштыр”, – ти. Ләкин, нисек кенә булмаһын, улар ҙа бит әҙәм балалары, кешелеген бөтөнләй юғалт­мағандар. Шағир үҙе лә аптырап ҡарай: “Йәнем биҙрәп бөткән шул күршеләр гөл үҫтерә тәҙрә төбөндә”. Тимәк, улар ҙа күңелдәрендә матурлыҡ тойғоһон һаҡлаған, ошо шарттарҙа ла тормоштан нисек тә йәм табырға тырыша.
“Әҙәмдән дә ерҙә түбән йән юҡ, һәм юҡ ерҙә унан бөйөк зат” – был хәл бөгөн генә тыумаған, борон-борондан шулай килгән. Хәҙерге талаш-йыртыш заманында түбәнлектәр бөйөклөктө баҫып бара. Быға ҡарап ҡына шиғриәт үҙенең кешелеклеген, миһырбанлыҡ сифаттарын юғалтырға тейеш түгел.
Хәсән Назар ҡыйын саҡтар килгәндә лә, ҡыуаныстарҙан иҫергәндә лә үҙе өсөн иң ҡәҙерле, яҡты күңелле заттарға һыйына. Асыуын тыйып, донъялар йәмһеҙләнеп киткәндә лә уның матурлығын тойоп, кешеләр ҡарашындағы өмөт сатҡыларын күңеленә йыйып, “күләүектә түгел, күктәрҙә лә йондоҙҙар юҡ, булһаң асыулы” тигән фекер менән йәшәй. Шағирҙарҙың яныуы ла донъяны йылытыр, яҡтыртыр өсөн. Хәсән Назарҙың ҡәҙерле кешеһенә әйткән “Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын, йылы биреп һинең өйөңә” тигән һүҙҙәре шағир яҙмышының нәҡ шул сифатын раҫлай.
Тормош ҡатмарлы. Берәүҙәр талпынып күккә оса, икенселәренең өмөтөн ҡырау һуға. Быға ҡарап ҡына кеше яҙмышты ҡәһәрләмәй, тергеҙеү, төҙөү, юҡты бар итеү юлдарын эҙләй. Кемгә-кемгә, шағирға был сифаттар айырыуса хас, уның бар булмышы тетрәнеүҙәр аша камиллыҡҡа, рух азатлығына ынтылып йәшәүҙә.
Лирик тәбиғәтле Хәсән Назар кәрәк сағында әсе телле лә була. Уның тапҡыр пародиялары, “Ҡунаҡта”, “Утлы ҡамғаҡ” һ.б. шиғырҙары сатирик һәләтен дә аса биреп ҡуя. “Утлы ҡамғаҡ” ошондай юлдар менән тамамлана:
“Мә” тигәндә – ике халыҡ улы булмаҡ,
“Бир” тигәндә – икеһен дә яманламаҡ.
Ике милләт араһында шундай әҙәм
Йөрөп ята – әйтерһең дә, утлы ҡамғаҡ.

Был шиғыр – кешеләрҙең милли хисендә уйнап, башҡорт халҡына яла яғыу, бысраҡ ялған юлы менән аңды томаларға тырышып, нисек тә ыҙғыш тыуҙырырға хыялланған түбән бәндәләр хаҡындағы иң уҫал әҫәрҙәрҙең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәсән Назарҙың сатирик әҫәрҙәре бик һирәк күренә. Ижадының был йүнәлешен дауам итмәүе үкенесле.
Тормош юлында шағирға ауыр ваҡыттарҙы байтаҡ кисерергә тура килде. “Устарыма алып һыу уртлайым, һалҡындарын бер ҙә тоймайым. Йәш эркелә күҙгә, кире йотам – япраҡ көйрәр, ергә ҡоймайым” кеүек юлдар бына шундай кисерештәрҙән тыуа. “Төн эсендә сәсе ағарһа ла, ир-егет ул ҡалмаҫ баҫылып” тигән иң ауыр саҡтарында шиғриәттә ышаныслы таяныс һәм йыуаныс таба.
Ғүмеренең яңы үренә еткәндә шағир ошолай тигәйне:
Инде килеп бына, шөкөр,
Артыламын алтмышҡа.
Яҙмышты яҙҙым. Ризамын,
Үтмәне ғүмер бушҡа.

Ғүмер үткән һайын был донъяла йәшәү ҡәҙерлерәк, әммә Ваҡыт та аяуһыҙыраҡ. Шағир яҙмышының яңы биттәре яҙыла. Шиғырҙарҙа моң-һағыш та, уйсанлыҡ та арта, әммә сабырлыҡ ҡаҡшамай, нығына ғына бара. Тормош хәҡиҡәтенә тәрәнерәк үтеп ингән, яҡшыһын да, яманын да етерлек күргән-кисергән шәхес ҡатмарлы яҙмыштар тураһында хәҙер тураһын ярып һалып һөйләшә. Һүҙҙәре ҡырыҫыраҡ, әммә улар мәңгелек хәҡиҡәттәрҙең асылын нығыраҡ аса. Нимә генә тиһәң дә, “Сәңгелдәк менән табуттың арауығы был донъя”. Әммә ошо арауыҡты намы­ҫыңды һаҡлап, иманыңды юғалтмайынса, һине түбәнһетергә тырышҡандарында ла кеше булып ҡалып үтеүе ни тиклем ҡатмарлы! “Гонаһҡа батҡан был ерҙә гонаһһыҙ булып ҡара”, “Бәхетһеҙҙәр араһында бәхетле булып булмай”, “Һин шундай ҡош инде ерҙә, бәхет, ҡанат­тарың бар ҙа, ояң юҡ” – тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған, күпме бәрелеш-ҡыйралыштарҙы йөрәге тетрәнеп үткәргән шағирҙың уй-кисерештәре ҡырҡыу, фекере тығыҙ, һүҙе тапҡыр. Бормалы ғүмер юлында баштан үткәндәр кешене “Күпте белеү түгел, күпте аңлау кәрәк икән” тигән һығымтаға килтерә. Әммә аңлау өсөн дә күпте күрергә, күпте белергә кәрәк шул. Ысынлап та, белмәгәндең беләге тыныс, тип халыҡ бик аҡыллы әйткән. Тик бөгөнгө Интернет дәүерендә, яңынан-яңы мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заманда белгәндәр күп тә бит, тик аңлағандар ғына үтә һирәк.
Шағир ғүмере буйы тыуған еренә, туған теленә, ғәзиз халҡына, олатайҙарҙан килгән изге аманаттарға табынып йәшәй. Ләкин уның инаныуҙары үҙгәрешһеҙ түгел, йылдар үтеү менән бәйләнештәре тәрә­нәйгәндән-тәрәнәйә. “Барыһы ла ҡабат­ланыр, ҡабатланмам мин генә” тигәйне Хәсән Назар. Ғүмерҙәр ҡабатланмаһа ла, ҡайһы бер фекерҙәргә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтырға тура килә. Хәсәндең шиғыр­ҙарында, поэмаларында әҙәбиәт, сәнғәт, шиғриәт тураһындағы уйланыуҙар ғына түгел, көнсөлдәргә, кәсепселәргә, ваҡ йәнле бәндәләргә, мөтәшағирҙарға ҡарата әсенеп, ҡайһы саҡта хатта нәфрәтләнеп әйтелгән һүҙҙәр ҙә ҡабатлана. Ләкин был бәләләр кәмемәй, арта ғына бара. Был хәлдәрҙе күреп, асырғанып әйткән һүҙҙәреңде ирекһеҙҙән ҡабатларһың, ләкин шағирҙың кешеләргә һоҡланып, донъяны яратып ҡараған саҡтары күберәк.
“Иманға инаныу” тигән мәҙхиәһендә Хәсән Назар донъяны бына ниндәй аҡ теләктәр, яҡты уйҙар менән байҡай:
Сәхәрҙәрҙә – таңда күккә баҡһам,
Мең-мең йондоҙ – тәсбих төймәләре.
Ай күрҙем мин аман, йәндә иман,
Тәҡдиремә тәҡәттәр бир, Тәңре!
...Фатихалар – Ҡөрьән һүҙе менән,
Бәхиллектәр – Ҡөрьән һүҙе менән.
Иманымды һатмай, һатылмайса,
Мин көн итәм ерҙә түҙем менән.

Беҙҙең рухыбыҙҙа халҡыбыҙҙың бик боронғо мәжүсилек ҡараштары ла, Тәңрегә табынған замандарҙан килгән ырым-йолалар ҙа, мосолман ҡануниәтенең, ислам тәғлимәтенең ҡәтғи ҡағиҙәләре лә айырылмаҫлыҡ булып бергә үрелгән. Һуңғы йылдарҙа тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға, изге шәжәрәләребеҙҙе тулыраҡ тергеҙергә тырышыу тормошобоҙҙағы матур бер күренешкә әйләнде.
Халыҡсанлыҡ һәм ябай камиллыҡ, мил­ләтебеҙҙең йәшәү һәм фекерләү рәүеше менән тәбиғи бәйләнеш Хәсән Назарҙың тәүге китабындағы шиғырҙарынан уҡ килә. Бөгөн ил ағаһы дәрәжәһендәге шағир ижадында был сифаттар эҙмә-эҙлекле үҫте­релә. Хәсән Назар үҙенең моңдаш, рухташ уҡытыусыларын йәштән үк һәм ғүмерлеккә билдәләгән. Уның заңы ла, сазы ла ос­таздарының ижади тәбиғәте менән ауаздаш. Шағир классик традицияларға тоғро ҡала. Илһам шишмәһенең башы башҡорт халыҡ ижадының хазиналарына барып тоташа. Образлы шиғри һүҙгә ирешеү юлында ул башҡа милләттәрҙең бөйөк шағирҙарының ижади мәктәптәренән дә өйрәнә. Хәсән Назарҙың бер шиғырында ошондай юлдар бар:
Француздарҙың белеү-белмәүенә
Ниңә минең иҫ китергә тейеш?
Халҡым рәхмәтенә барып етеү –
Өлөшөмә төшһөн тик шул көмөш.

Халҡың ихтирамын яулау, уның рәхмәтен ишетеү – ижадсы өсөн иң оло бәхет. Быныһы бәхәсһеҙ. Ләкин сит илдәрҙең беҙҙе белеү-белмәүенә һис кенә лә иҫебеҙ китмәй тип йәшәп булмай. Аллаға шөкөр, беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ сикләмәйбеҙ, донъя менән киңерәк бәйләнешкә инергә тырышабыҙ. “Урал батыр” эпосын планета халҡы хәҙер урыҫ, инглиз, немец, төрөк һ.б. телдәрҙә уҡый ала. Ҡурай моңо, башҡорт бейеүе донъяны урай. Әҫәрҙәребеҙ башҡа телдәргә тәржемә ителә. Бындай бәйләнештәрҙә халҡыбыҙ өсөн яуаплылыҡ арта. Башҡа милли әҙәбиәт үрнәктәрен туған телебеҙгә тәржемә итеп, башҡорт һүҙ сәнғәтен байытабыҙ, беҙҙең алда донъя киңерәк асыла. Бик кәрәкле тәржемә эшенә Хәсән Назар ҙа үҙенең тос өлөшөн индерә.
Күренекле шағирыбыҙ Хәсән Назарҙың ижады Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Уның ижтимағи эшмәкәрлеге, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһындағы һәм шиғриәт секцияһындағы фекер алышыуҙарҙа үҙәктә булыуы, йәш көстәр менән һәр саҡ аралашып йәшәүе, съездарҙа һөйләгән докладтары шулай уҡ юғары баһаға лайыҡ. Байтаҡ ҡәләмдәштәребеҙ тик үҙ хәстәре менән булып, өйөнән сыҡмай йәшәгәндә, уҡыусыларыбыҙ менән даими аралашҡан, һәр саҡ юлға әҙер шағирҙарыбыҙ һәм әҙиптәребеҙ күберәк булһын ине. Хәсән Назар бына шундайҙарҙан. Хәҙер китап һатыу мөмкинлеге бик ныҡ сикләнгән, тираждар ҡырҡа кәмегән саҡта, һүҙ оҫталарының халыҡ менән туранан-тура осрашыуы, төрлө уҡыу йорттарында, китапханаларҙа, клубтарҙа сығыш яһауы – әҙәбиәттең тормош менән бәйләнешен нығытыуҙа бик кәрәкле сара ул.
Үҙенең тәбиғәте буйынса Хәсән трибун түгел, әммә тапҡыр теле, үҙенсәлекле фекерле әңгәмәләре менән тыңлаусы­ларҙың күңеленә үтеп инә. Республиканың ҡала һәм райондарына ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән күрше өлкәләргә лә юлы төшөп тора. Һуңғы ваҡытта Башҡортостан һүҙен Мәскәүҙәге, Татарстандағы, Дағстандағы оло-оло әҙәби тантаналарҙа олпат һәм үтемле итеп еткерҙе.
Алдағы яҙмышты төрлөсә юрарға мөмкин, ләкин киләсәктә ниҙәр булырын Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә. Бигерәк тә шағирҙарҙың яҙмышы ҡатмарлы. Ләкин Хәсән Назар иртәгә лә бөгөнгө һымаҡ, кисәге һымаҡ шиғриәткә тоғро ҡаласаҡ, телдең тәмен, һүҙҙең бәҫен белгән ҡәләмдәшебеҙ әҙәбиәт, рухиәт тигән хәстәр менән йәшәйәсәк. Яҙмышы, булмышы шул. Быны уның һуңғы осорҙа яҙған әҫәрҙәре лә раҫлап тора. Шағирҙың уйы тәрән, рухы юғары. Быға тиклемге ижадын йомғаҡлаған “Был мөхиттә” циклы, мәҫәлән, кеше яҙмышын ғына түгел, беҙҙең заман асылын эске бер тетрәнеү менән фәлсәфәгә, моңға һала. Ә инде уның бына-бына донъя күрәсәк һайланма әҫәрҙәре йыйынтығын барыбыҙ ҙа көтөп аласаҡбыҙ.
Үҙе лә, ижады ла оҙон ғүмерле булһын!
Шағир яҙмышы
Хәсән НАЗАР

Затыма һүҙем

Киткәндә лә үҙем, ҡалыр һүҙем,
Һүҙемдә бит барлыҡ асылым.
Булдым зат-зәүергә һәм дәүергә
Һайламаҡта һүҙҙең аҫылын.

Аҫылдары һүҙҙең, ысындары
Шиғриәттә – булһа яҙмыштан.
Һөнәр сәме түгел. Ул юғары
Мәртәбәләр өсөн уҙыштан.

Остаз булды иң тәү халыҡ моңо,
Кемдәргә мин сафташ – беләмен.
Улар – күтәреүсе азатлыҡ рухы
Һәм рух азатлығы әләмен.

Шоңҡар сөйҙөм. Күктәр иркендә ул,
Осор әле минән аҙаҡ та.
Рух та шулай – ул осошта икән,
Булмай уны, булмай тоҙаҡлап.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779