Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙибәнең ҡояшлы ижад юлы
Йыл аҙағы китап һөйөүселәрҙә күңелдәрҙә уйылып ҡалырлыҡ бер сараһы менән хәтерҙә ҡалды. Маҡар урта мәктәбендә шағирә, мәғариф алдынғыһы, биш китап авторы яҡташыбыҙ Рәшиҙә Шәмсетдинованың күркәм юбилейен билдәләргә яҙыусының ижадташ дуҫтары, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, тәүге уҡытыусылары, уҡыусылар, ауылдаштары йыйылды. Бындай сара ижад һөйөүселәргә аралашыу байрамы бүләк итһә, икенсе яҡлап уҡыусылар күңелендә милли рух, башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләне.
Залда әҙибәнең төрлө йылдарҙа республика матбуғатында, гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәренән күргәҙмә ойошторолған. Ҙур кинопроекторҙа шағирәнең ижадына бағышланған видеоальманах туғыҙ ғына айлыҡ сағынан бөгөнгөһөнә тиклем арауыҡтағы онотолмаҫ мәлдәрҙе байҡаны. Был эште китапхана мөдире Зөлфирә Таһированың оҫта ҡулдары тыуҙырған. Хатта шундай папка ла бар икән, унда шағирәнең мәктәп йылдарындағы ижады сағылдырылған. Баҡтиһәң, ул тәүге мәҡәләһен VI класҡа барған йылда ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитендә баҫтырған. “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналы әҙибәнең тәүге аҙымдарын нығытҡан. Йәш хәбәрсе булып киткән Рәшиҙә алдына юғары маҡсат ҡуйған, киләсәккә яҡты өмөт менән баҡҡан.
Һәм беренсе еңеү! “Башҡортостан пионеры” гәзите йәш хәбәрсе исемен йөрөткән уңған ҡыҙҙы — VI класс уҡыусыһы Рәшиҙәне – Бөтә Союз “Артек” пионер лагерына бушлай юллама менән бүләкләй. Түбәһе күккә тейә уның. 40 көн буйы республикабыҙҙың үҙе һымаҡ ҡәләм тирбәткән малай-ҡыҙҙары илебеҙҙең төрлө милләт вәкилдәре балалары менән тылсымлы ижад иленә һуҡмаҡ яра. Төрлө актерҙар, илебеҙҙә билдәле яҙыусылар менән осрашыуҙар, йәмле Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан Симферополь, Севастополь, Гурзуф, Ялта ҡалаларына сәфәрҙәр – барыһы ла ҡыҙҙың күңеленә онотолмаҫ хәтирәләр менән бергә киләсәктә тыуасаҡ шиғырҙар булып ярала.
Күп уҡый Рәшиҙә, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен һыу һымаҡ эсеп, урыҫ классикаһына күсә, сит ил яҙыусылары менән дә ҡыҙыҡһына. Күрәһең, ижад юлы башында шағирәнең күңелен билдәле яҙыусыларҙың халыҡ араһында ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылған әҫәрҙәре йәншишмә булып һуғарғандыр, яңы шиғырҙар, яңы мәҡәләләр яҙырға көс биргәндер.
1979 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Өфөгә юллана һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ошонда башлана ла инде Рәшиҙәнең ижади эшмәкәрлеге, “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөп ҡанат нығыта ул. Яҙыусылар, шағирҙар Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабай, Рафаэль Сафин, Рауил Бикбай һәм башҡа бик күп ҡәләм оҫталары менән онотолмаҫ осрашыуҙар йәш ижадсы күңелендә яңы шиғырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр булып бөрөләнә. Университетта уҡығанда шиғри шәлкеме “Йәш көстәр” альманахында баҫылып сыға. Ә был тәүге китап сығыу менән бәрәбәр!
Шунан һуң ижад күктәренә ҡанат йәйеп нисек осоп китмәһен Рәшиҙә?! Илһам ҡошо уның иңдәренә лә килеп ҡуна! Бер-бер артлы әҫәрҙәре гәзит биттәрендә баҫыла. Шиғырҙар менән бер рәттән хикәйәләр яҙырға ла өлгөрә. “Төп йортта өс көн” тигән мажаралы хикәйәһе “Ағиҙел” журналында 1991 йылда баҫыла, “Ҡарлуғаслы бәхет” “Башҡортостан ҡыҙы”нда донъя күрә. Шулай итеп, ғүмер үткән һайын ҡәләме лә шымара бара Рәшиҙәнең. Тәүге “Ҡосағымда – ҡояш” китабы 1992 йылда нәшер ителә. Балалар өсөн тәғәйенләнгәне – “Мин – ҡояшҡай!” 1997 йылда донъя күрә. Артабан “Йыһанға хаж”, “Бейеүсе болан”, “Фәрештә ҡанатында” йыйынтыҡтарын уҡып ҡыуанды уҡыусылары. Нәшриәттә сират көтөп тағы ике китабы ята.
Шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова үҙенең ижадында тыуған ауылы Иҫәкәйгә дан йырлай, уның мәғрур тауҙары, йәмле Рәүҙәк буйҙары, яландары, тыуған яғының ғәзиз кешеләре, ҡәҙерле уҡытыусылары, ғаиләһе, балалары – барыһы ла уның ижадының сағыу гөлләмәһен хасил итә. Илеш районында өс йыл Һеңрән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойош­маһында, Стәрлетамаҡ медицина колледжында эшләгән дәүере – бөтәһе лә шағирәнең ижад биографияһы булып, шиғыр юлдарынан уҡыусы күңеленә баға.
Яҙыусы – уҡыусы – халыҡ… Бына ошо өс та­ған хасил итә үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәк заман әҙәбиәтен. Шағирәне юбилейы менән ҡотларға “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова килгәйне.
Журналист, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованың сығышы күңелдәр­ҙе тетрәндерҙе.
– Һеҙҙең шиғриәт әсәнең изгелегенә дан йырлай, кешеләргә аяулы һәм мәрхәмәтле булырға саҡыра. Илһам шишмәләрегеҙҙең сафлығы, халыҡсан теремеклеге, изгелек, яҡтылыҡ идеалдары хаҡына ғүмер буйы хеҙмәт итергә әҙерлегегеҙ һоҡландыра, йәш быуынға өлгө булып тора.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлнур Дәүләтйәрова:
– Нескә лирик шағирә булараҡ, тормоштоң гүзәллеген, кешенең бай күңел донъяһын, йәшәйеш ҡанундарын шиғри телдә асаһығыҙ. Замандың көнүҙәк һорауҙарына яуап эҙләп, милләттәштәребеҙ күҙенә туп-тура баҡҡан шиғырҙар бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең ҡиммәтен, йөҙөн билдәләй, – тине.
Сарала шағирәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Стәрлетамаҡ бүлексәһенән Рәхмәт хаты тапшырылды.
Юбилярҙың ауылдашы – шағирә Ғәлиә Кәлимуллина сығышында ҡәҙерле бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтты, йәшлек йылдарын хәтергә алды, ә Рәшиҙә Шәмсетдиноваға арнап яҙылған шиғыры һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары юбилярҙы тәбрикләп, уны гөлләмәләргә күмде, ҡәҙерле бүләктәр тапшырҙы. Тәүге уҡытыусыһы — Рәйсә Ғиләжева шағирәнең бала сағындағы холоҡ-фиғеленә, тәртибенә, уҡыуҙағы уңышына туҡталһа, Тәфтилә Ишмөхәмәтова, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, кескәй Рәшиҙәнең күңел байлығын, сафлығын байҡаны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләп, республика бәйгеләрендә еңеүҙәргә өлгәшкән ауылдың хөрмәтле кешеһе Рәмилә Хәкимова Рәшиҙәнең тормош иптәше менән һоҡландырғыс донъя ҡороп, матур итеп йәшәп алып китеүҙәрен, 94 йәшлек түшәктәге ҡарт әсәйҙе ҡәҙер-хөрмәт менән бағыуҙарын күптәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Кисәгә йәм өҫтәүсе кемдәр? Әлбиттә, уҡыусы балалар! Районда ғына түгел, бөтә Башҡортостанға билдәле һоҡланғыс шәхес, композитор Мәрйәм апай Солтанова юбиляр шиғырҙарына яҙған моңло йырҙарҙы башҡарҙы улар.
Кисәне йомғаҡлап, шағирә Рәшиҙә Шәмсетди­нова барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779